Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яр янында һыу һалҡын...
Яр янында һыу һалҡын...
Туҡта, туҡта, уға бит бер мәжлестән һуң Сибәғәте йырлап стакан биргәйне:

Яр яҡынға һыу һалҡын,
Һин һалҡынға – мин һалҡын.
Минең йөрәккәйем ялҡын да,
Тик күңелең һинең һалҡын…


Йырҙың һүҙҙәрен ап-асыҡ итеп иҫләүенә хайран ҡалып, Сәбилә бер аҙ мөңрәп тә алды. Тик көйгә һала алмай ыҙаланды. Ҡара һин уны, шымытый, нисек асыҡ итеп әйтеп биргән бит яратыуын.
Минән йылылыҡ көткән тип, Сәбилә үкһеп илап ебәрҙе. Араҡы илата ул тиеүҙәре хаҡ икән. Таш кеүек бисәне лә ебетте, тип һикегә барып ауҙы. Башы әйләнеп, күңеле болғанып, бәргеләнеп, йоҡоға китә алмай оҙаҡ ятты. Йә инде шундай шаярыу буламы ни? Телем – дошманым, тиҙәр бит әле. Һүҙ ни, ауыҙыңдан сыҡҡас – оса инде, бар тотоп ал ана. Көлөрҙәр ҙә туҡтарҙар тип кенә, бисәләрҙе шаяртайым тип кенә башлаған уйын ине бит. Уйындан уймаҡ сығыр тип башына ла килтермәне. Ә Вәсилә һуң! Ен ҡотортҡанмы ни, нисек тиҙ әйләнеп килде өйөнән, етмәһә, ике шешә ялтыратып. Уйлап та өлгөрә алмай ҡалды шул Сәбилә, Сибәғәтенән елдәр иҫкәйне. Бер һүҙһеҙ Вәсиләгә буйһоноп шәп-шәп атлап китеүе генә иҫтә ҡалған… Бына һиңә мәрәкә.
Йөрәге әрнеүенә түҙә алмай, төнө буйы йөрөп сыҡты Сәбилә. Бер өйгә керҙе, бер тышҡа сыҡты. Өҫтәлдәге шешәләрҙе алып, иҫке сепрәккә төрөп, мейес аҫтына йәшерҙе. Бәлки, кәрәге тейер. Сибәғәтем ҡайтҡас, көлөшә-көлөшә байрам итербеҙ әле, тип өмөтләнде. Ауыртмаған башҡа – тимер таяҡ, тиҙәрме әле. Үҙе саҡырып килтерҙе инде был бәләне. Кем уйлаған минут эсендә яҙмышы йөҙ һикһәнгә боролоп үҙгәрер тип. Юҡ инде, Сәбилә бирешә торғандарҙан түгел. Бына хәҙер барып елтерәтеп алып ҡайтасаҡ ирен.
Иртүк тороп, һыйырын һауып, малдарын урамға ҡыуҙы ла, эскәмйәгә барып ултырып, Вәсиләнең ҡапҡаһына күҙ һалды. Ана, унан да малдар күренде. Ҡапҡанан икәүләшеп сығып, Вәсилә менән Сибәғәт ниҙер һөйләшеп алды ла, Сибәғәте урамдың икенсе яғына сығып, ашығып атланы. Бына яҡынайып та килә өйҙәре тураһына… Сәбилә урам аша сығып, уға ҡаршы йүнәлде лә:
– Марш өйгә, ҡайҙа йөрөйһөң аҙашып! – тип аҡырып ебәрмәһенме. Үҙ тауышынан үҙе ҡурҡып, Сәбилә туҡтап ҡалды. Сибәғәт, уны ишетмә­гәндәй, тиҙ генә ҡатыны янынан, бағана эргәһенән атлаған кеүек, ашығып үтеп китте лә ферма тыҡрығына инеп юғалды…
Иҫе китеп күпме торғандыр урам буйында яңғыҙ ҡалған ҡатын. Кинәт иҫенә килеп, өйөнә табан атлағайны, аяҡтары үҙенән-үҙе Вәсилә ҡапҡаһына алып китте. Барып етте-етеүен, тик керергә ҡыйманы, бер аҙ тапанып торҙо ла кире боролдо. Үҙең бешергән бутҡа бит, аша инде хәҙер тәмләп, тип эстән үҙен һүгә-һүгә, өйөнә табан атланы.
Сәбиләнең үҙҙәренә табан килеүен тәҙрә пәрҙәһе аша күҙәтеп торған Вәсиләнең ҡото осто. Нимә уйларға белмәй, бер тәҙрә янынан икенсеһенә ҡасты. Үҙен тоҙаҡҡа эләккәндәй тойоп, тышҡа сығып йүгерҙе лә ҡапҡа төбөнә эс яҡлап баҫты. Оҙаҡ көттө ул Сәбиләнең инеүен, тауыш сығарыуын. Эсенән генә Хоҙайҙан түҙемлек, сабырлыҡ һорап, гер таҡҡан кеүек аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡапҡа буйлап ишек алдына ыңғайланы ла һығылып төшөп үләнгә ауҙы. “Нишләнем мин? Берәүҙең өмөтөн өҙҙөм, икенсеһенең өмөтөн ҡабыҙҙым...” Уйҙары сыуалды башында. Кисә генә булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө...
Урам буйлап Сибәғәт ағайҙы етәкләп ҡайтып килгәндә ҡайһылай батыр ине. Ә ниңә, һаталар икән – алды. Ағаһы ла ҡаршылашып торманы бит, йүгерә-атлай эйәрҙе артынан. Тик ҡапҡанан инеү менән икеһе лә туҡтап ҡалды. Бер юлы бер-береһенә боролоп, оҙаҡ ҡарашып торҙолар. Сибәғәттең йәл­ләткес ҡарашын күтәрә алманы Вәсилә, башын түбән эйеп, шыбырлап ҡына өндәште:
– Ғәфү ит мине, Сибәғәт ағай. Дөрөҫ эшләнемме икән?
Уның һорауын көткән кеүек, ир кеше ышаныслы итеп уның ҡулынан тотоп алды, етәкләп тупһаға алып килде һәм уны һаҡ ҡына ултыртып, алдына сүгәләне:
– Бөтәһе лә һәйбәт булыр, Вәсилә. Ғәйепләмә үҙеңде. Тәңребеҙ шулай ҡушҡандыр, яҙмышы­быҙҙы бәйләп. Рәнйетмәм мин һине, ышан миңә. Һуң үҙем риза булып килдем бит, һөйрәп килтермәнең, – тип йылы, матур, йән иретерлек һүҙҙәрен теҙҙе лә теҙҙе. Бына һиңә йомоҡ Сибәғәт! Иҫе китеп тыңланы уны Вәсилә. Һәр һүҙе йөрәгенә май булып яғылды. Бына шулай таңға ҡәҙәр тыңлап ултырыр ҙа ултырыр ине. Киске һалҡынса ел иҫеп, икеһен дә һиҫкәндереп ебәрҙе. Ике яңғыҙ йән бер бөтөн булып өй эсенә инеп юғалды…
Һүҙендә торҙо Сибәғәт, Сәбилә яғына ла, йортона ла башҡа әйләнеп ҡараманы. Ғүмер буйы бергә донъя көткән кеүек, кеше көнләштерерлек, татыу, матур итеп йәшәп китте Вәсиләһе менән. Йөҙөнән йылмайыу китмәне. Тиҙ арала ҡалынайып, хатта үҫеп киткәндәй булды.
Шуныһы ғәжәп, ғәйепләмәне ауыл халҡы Вәсиләне, Сибәғәттең бәхетенә һөйөндө. Һуң, ғүмер буйы эт типкеһендә йәшәп булмай бит инде. Ярай, ваҡытында эләктереп алды бәхетте, тип Сибәғәтте хупланылар ғына. Тик Сәбилә лә йәлләүгә мохтаж ине. Тиҙ арала төҫ ташлап, һурылып ҡалған ҡатын урамда һирәк күренер, күршеләр менән аралашмаҫ булып китте. Вәсиләләргә барып тауыш сығарып та йөрөмәне, аҡылы етте. Ә бит ауыл халҡы йә барып тәҙрә ҡыйратыр, йә көндәшен сәсенән һөйрәр тип көткәйне. Уның Тәлиғә апаһына:
– Эй, Тәлиғә апаҡайым, ҡәҙерен белмәнем шул Сибәғәттең. Әллә ниңә шул буйынан ҡыйынһындым да торҙом шул. Яусылатып, матур итеп өйлән­гәйне бит “бәләкәсем”. Алтын ҙур булмай икән шул, ҙур булмай, апаҡайым, – тип үкһеп илағанын ишетеүселәр ҙә булған.
Ауыл тарихында булмаған был ваҡиға оҙаҡ шаулатты әле халыҡты. Ирҙәрҙең бәҫе артып, бер башҡа үҫкән кеүек булып киттеләр. Телдәр, сая ҡатындарҙа яғымлылыҡ, тыйнаҡлыҡ сифаттары артҡандай тойолдо. Һирәк-һаяҡ булһа ла ҡапҡа төбөндә йыйыл­ғанда Мәстүрә инәйҙең:
– Барҙың ҡәҙерен белеп, шөкөрана итеү кәрәк, балалар. Бөтәбеҙ ҙә – Алла бәндәләре, йылы һүҙгә, аңлауға, йәлләүгә мохтажбыҙ. Ҡайһы ваҡытта сиктән ашабыҙ, иң яҡын кешеләребеҙгә йылы һүҙ тапмайбыҙ. Ә бит кеше тәү сиратта янында йөрөгәндәргә ихтирамлы булырға тейеш. Түҙемлектәрҙең дә сиге була шул, – тип әкрен генә йәшәргә өйрәтеүе бик урынлы ла, фәһемле лә ине…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545