Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ ижадына һалынған алтын йөҙөк
Халыҡ ижадына һалынған алтын йөҙөк Яңыраҡ Мәдхинур Бабичева менән Даһи Бабичев йыйған халыҡ ижады материалдары, шиғырҙар, хәтирәләр тупланған “Хәтер хазиналары” (Өфө: “Матбуғат донъяһы”, 2016) тигән йыйынтыҡты уҡып сығырға насип итте. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ тырышлығы менән донъя күргән китапты бөгөнгө рухиәткә сарсаған донъяны балҡытҡан бер нур һымаҡ ҡабул иттем. Уны баҫтырыуға, баҫманы ғилми мөхәррирләүгә һәм анализлап баш һүҙ яҙыуға, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең архивында һаҡланған материалдарға күренекле актриса Таңсулпан Бабичеваның шәхси архивындағы яҙмаларҙы өҫтәп сығарыуға филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина күп көс һалған.
Тупланмалағы халыҡ ижады йәдкәрҙәренең күләмен, уны йыйыусыларҙың фиҙакәр хеҙмә­тен уҡыусы аныҡ күҙаллаһын өсөн артабан иҫәп-хисап һан­дарын күрһәтә барыуҙы кәрәк таптым. 212 битле китап дүрт бүлектән тора, һәм һәр бүлектең үҙ атамаһы бар:
1. Мәдхинур аманаты: Дәүлә­кән һәм Нуриман районы фольклоры;
2. Даһи йәдкәре: башҡорт халыҡ ҡыҫҡа һәм оҙон йырҙары, шиғырҙар;
3. Бабичевтар дәфтәре (Т. Бабичеваның ғаилә архивынан);
4. Т. Бабичеваның “Беҙ бөтәбеҙ ҙә бала саҡтан” (“Все мы родом из детства”) тигән хәтирәләре.
Төп теманы күтәргән бүлектәр алдынан Фәнүзә Нәҙершинаның баш һүҙе – баҫылған йыйын­тыҡтың лейтмотивы, тип атар инем.
Беренсе бүлек “Йыйыусынан” тигән ҡыҫҡа, әммә бик кәрәкле инеш һүҙ менән асыла. Бында Мәдхинур Бабичева 1945 – 1955 йылдарҙа Дәүләкән районының Яңы һәм Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол, Исмәғил, Шәрип, Көрмәнкәй, Аҡ­ҡолай һәм Нуриман районының Иҫке Күл, Яңы Күл, Иҫке Бүрес, Яңы Бүрес ауылдарында, үҙе билдәләүенсә, йәштәр ауыҙынан яҙып алынған йырҙар, шиғри дүрт юллыҡтар инде­релгән. Уларҙа Дәүләкән районы мөхи­тендә көнитмеш башҡорттарҙың көнкүреше, хис-тойғоһо, өмөт-хыялы, зирәк аҡылы, эскерһеҙ күңеле асыҡ тасуирлана.
Мәдхинур Бабичеваның йыйылмаһындағы ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыла­рының жанр үҙенсәлектәрен, тәғәйенләнеше яғынан ҡулланы­лышын Фәнүзә Нәҙершина ғилми ҡараш нигеҙендә тәрән анализлай, быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан төртмә йыр тураһын­дағы фәнни әҙәбиәттәге О. Фрейденберг, М. Элиаде, В. Топоров кеүек ғалимдарҙың ҡыҙыҡлы фекерҙәрен иҫкә алыуы үтә әһәмиәтле.
Мәдхинур Хәйрулла ҡыҙы Бабичева (1898 – 1965) 42 йыл Дәүләкән районы урта мәктәп­тәрендә, башҡорт педучилище­һында, һуңынан 3-сө башҡорт урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Мәғ­рифәтсе уҡытыусының балалар, йәштәр менән әүҙем эшләүе күренеп тора: М. Ға­фури, Д. Юлтый, Б. Бикбай, Р. Ниғмәти, Ҡ. Да­ян ҡатнашлығында әҙәби кисәләр үткәрә, халҡыбыҙҙың тел байлы­ғына иғтибар тәрбиәләй. Башҡорт педучилищеһында ул уҡытҡан уҡыусылар араһынан Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов кеүек талантлы яҙыусылар үҫеп сыға.
Фәнни тикшеренеүҙә Фәнүзә Нәҙершинаның матбуғат биттә­ренән йә башҡа баҫмаларҙан эҙләп алып файҙаланылған сығанаҡтар, һылтанмалар һәм аңлатмалар биреүе китаптың бәҫен, мәҙәниәтебеҙ донъяһын­дағы әһәмиәтен бермә-бер күтә­рә. Мәҫәлән, Мәдхинур Бабичева йыйылма­һындағы “Мәжит Ғафури Дим буйҙарында” тигән иҫтәлектә­рендәге төбәккә йыш килеп йөрөгән яҙыусының үҙен күреп, аралашып, уға мәғлүмәт биреүсе бик билдәле булмаған сәсәндәр, төрлө һөнәр кешеләре, Мәжит Ғафури, Сафуан Яҡшығолов кеүек шәхестәребеҙ хаҡындағы йәнле тарих үтә ҡыҙыҡлы. Ғали­мәнең “М. Ғафури яҙған”, “Ға­фуриҙың легендаһы” кеүек фра­заларҙы туранан-тура аңларға ярамай” тигән иҫкәрмәһе лә иғтибарға лайыҡ.
Тел байлығыбыҙҙы йыйып, ғилми ойошмаға тапшырған, шиғырҙар яҙып, уларға көй сы­ғарған, матбуғат биттәрендә мәҡәләләр баҫтырған, яҡты донъя­нан иртә китһә лә, мәҙә­ниәтебеҙҙә үҙ эҙен ҡалдырған, халыҡ хәтерен өҙмәй быуындан быуынға ялғарлыҡ улы Даһиҙы халыҡ ижады, әҙәбиәт-мәҙәниәт мөхитендә тәрбиәләүе – уҡы­тыусы Мәдхинур Хәйрулла ҡыҙының айырыуса мәртәбәле хеҙмәте.
Даһи Әкрәм улы (1927 – 1956) тураһындағы мәғлүмәттәр, ул йыйған халыҡ ижады ынйылары китаптың икенсе бүлегендә асыла. “…Фольклор материалдары­ның күбеһе Асылыкүл, Дим, Танып йылғалары буйында йәшәгән башҡорт ауылдарында яҙып алын­ған ҡыҫҡа йырҙарҙан ғибә­рәт. Араларында төрлө оҙон көйгә йырлана торғандары һәм исемдәре билдәле ҡушымталы йырҙар бар”, – тип яҙа Фәнүзә Айытбай ҡыҙы.
Атамалары булмаған дүрт юллыҡ ҡыҫҡа йырҙар йыйыусы тарафынан тематик төркөмдәргә бүленеүен дә әйтеп үтә. Фәнүзә Нәҙершина Даһи Әкрәм улының ғилми архивта һаҡланған йәд­кәрҙәре араһынан “Боец йыры”н (“Әҙәби Башҡортос­тан”, 1949, № 2), “Урал ҡыҙына” (һүҙен, көйөн үҙе яҙған) һәм “Яҙғы йыр”ҙы (Р. Сәлмәнов музыкаһы) ноталары менән әлеге туплан­маға индергән. Даһи Бабичев йыйған башҡорт халыҡ йырҙары араһында Ватан, ил башлыҡтарына (38), Совет Армияһына (53), колхозға (22), тыныслыҡ темаһына (4) арналған һәм башҡа төрлө йырҙар (55) бар. Уларҙың кемдән, ҡайҙа һәм ҡасан яҙып алыныуы хаҡында тулы белешмә бирелгән, йәғни улар паспортлаштырылған.
Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың халыҡ артисткаһы, рес­публиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Таң­сулпан Бабичеваның ғаилә архивынан алынған материалдар йыйынтыҡтың өсөнсө бүлегендә бирелгән. Уның ата-бабалар хәтеренә, йәш быуынға мираҫ итеп ҡалдырылған аманатты күҙ ҡараһылай һаҡлап, уға тоғро ҡалыуы, нәҫел фамилияһын тағы ла юғары күтәреүе күптәргә үрнәк булырлыҡ. Даһиҙың үҙе яҙған шиғырҙары, әкиәттәре, йырҙар, бәйеттәр, Мәдхинур Бабичева­ның Мәжит Ғафури тураһындағы иҫтәлектәре Таңсулпан Бабиче­ва­ның ғаилә архивына барып тоташыуы, бер-береһе менән тығыҙ бәйле символик өс тағанды, йәғни өс быуынды күҙ алдына баҫтыра.
“Тарихыңды, тамырҙарыңды белеү, ҡанбабаларҙың хәтер ебен өҙмәү, өҙөлгән осраҡтарҙа тергеҙеү хәстәрлеген күреп, уны ялғап ебәреү бурысы зыялы, зиһенле ата-баба­ла­рыбыҙҙың аңында яҙылмаған ҡанундар рәүешендә һаҡланған һәм халыҡ ижадында тергеҙеү, күсәгилеш­лек күре­нештәрендәге тотороҡ­лоҡ мөһим сәбәбе лә ошо”, – тип билдәләй Фәнүзә Нәҙершина. Таңсулпан Бабичеваның, Даһи Бабичевтың хәтер ҡөҙрәте аша халыҡ хәтеренең тамыры өҙөл­мәй, нәҫел ағасы менән яңырып үҫеп китә һәм киләсәк быуын­дарға китап рәүешендә барып етәсәк. Башҡорт халҡының бил­дәле булмаған ижадсылары тарафынан барлыҡҡа килтерелгән ҡомартҡыларҙың әсәһенән улына, артабан ейәнсәренә күсере­леп, яңынан халыҡҡа китап булып ҡайтарылыуы, хәтеребеҙҙе яңыртыуы – ҡыуаныслы ваҡиға. “Ғилем китаптың эсендә лә, тышында ла”, тип әйтелә әйтемдә. Йыйынтыҡ тиҫтәгә яҡын тарихи фотоһүрәттәр менән биҙәлгән.
Ғалимдарға, уҡытыусыларға, ғөмүмән, халыҡ ижады, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғә­йенләнгән туплан­маның мәҙәни үҫешебеҙҙең аҡ биттәрен асыуҙа әһәмиәте ифрат ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571