Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙиптең бурысы, яуаплылығы нимәлә?
Ошо көндәрҙә Башҡортостан яҙыусылары үҙҙәренең дөйөм йыйылышын үткәреп, башҡарылған эшкә баһа биреп, киләсәккә пландар ҡороп, әҙәбиәттең халыҡҡа тәьҫир көсөн үҫтереү юлдары хаҡында һөйләшергә йыйына. Ошо уңайҙан беҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле драматург Наил ҒӘЙЕТБАЙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Бөгөнгө донъяның торошон һәм унда әҙәбиәттең урынын нисек баһалар инегеҙ?
– Бөгөнгө донъяның торошон телевизорҙан ҡарап, гәзит-жур­налдарҙан уҡып бөтәбеҙ ҙә белеп тора. Сәйәси хәлдәр киҫкенләште, иҡтисади көрсөккә барып төртөлдөк. Был бигерәк тә Рәсәйҙә һиҙелә, заводтар ябыла, яңылары һирәк асыла, асылғандары ла кешеләргә эш тәьмин итеп еткерә алмай, эшһеҙлек артҡандан-арта, ярлылар күбәйә. Сит илдәрҙең Рәсәйгә агрессив сә­йәсәте көсәйҙе, сөнки донъяла файҙалы ҡаҙылмалар кәмей, ә беҙҙә улар һанап бөткөһөҙ. Сит илдәрҙең шуға күҙҙәре ҡыҙа, ошо сәбәпле Рәсәйҙе тарҡатыу эшен көсәйт­кәндән-көсәй­тәләр. Илде юҡҡа сығарыуҙың иң уңай юлы – уның халҡын рухи яҡтан һындырыу, кешеләрҙең күңеленә яуызлыҡ, ҡан ҡойош, көсләү, үҙ илеңә нәфрәт кеүек кире сифаттарҙы һеңдереү. Ошо беҙгә ҡаршы эшмә­кәрлек бик көслө ойошторолған.
Ошондай хәлдә халыҡтың рухын һаҡлап ҡалыу, илде ҡотҡарыу эше иң алда әҙәбиәткә, китапҡа, яҙыу­сыларға бәйле. Бына ошо инде бөгөнгө яҙыусының урыны, маҡсаты һәм бурысы.
– Ошо йәһәттән беҙҙең республикала эштәр нисек тора?
– Яҙыусы китапһыҙ, гәзит-журналһыҙ бер кем түгел. Китап, матбуғат баҫмалары – уның три­бунаһы, халыҡ менән бәйлә­нешкә инеү ысулы. Ошо йәһәттән беҙҙең республикала яҙыусыларға киң мөм­кинлектәр бирелгән: “Ағи­ҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Толпар”, “Аҡбу­ҙат”, “Аманат”, “Әллүки”, “Тамаша” кеүек журналдарыбыҙ яҙыусыларҙы ишектәрен киң асып ҡаршылай, уларға үҙ һүҙен әйтергә, уҡыусыларҙы рухлы, әҙәпле, патриотик йүнәлештә тәрбиәләү эшен алып барырға уңайлы мөмкинлектәр тыуҙыра. “Баш­ҡорт­остан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Өмөт”, “Йәншишмә” кеүек гәзиттәр әҙәби әҫәрҙәргә, әҙәбиәт тормошон яҡтыр­тыуға киң урын бирә. Беҙҙең “Истоки” (“Инеш”) тигән әҙәби гәзитебеҙ ҙә бар бит әле. Ул тулыһынса тиерлек әҙә­биәткә, ундағы ағымдарҙы күрһәтеүгә бағышланған. Ә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең эше баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың бөгөн юғары мәҙәниәт кимәленә ярашлы зауыҡ менән нәшер иткән китаптары уҡыусының күңеленә май булып ята.
– Беҙҙә бөтәһе лә шулай иҫ киткес ыңғай барамы ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле телгә алған баҫмаларыбыҙҙың да, нәшер ителгән китаптарыбыҙҙың да тиражы ныҡ кәмей. Элек проза әҫәрҙәре – 15 мең, шиғриәт 10 мең дана тираж менән нәшер ителһә, бөгөн уларҙың тиражы 1500 менән 500-ҙө генә тәшкил итә. “Ағиҙел”дең тиражы 70-се йылдарҙа 75 мең ине, бөгөн – 2 мең дана ғына. Уҡыусыларыбыҙ кәмей. Был яҙыусы һүҙе уҡыусыға барып етмәй тигән һүҙ, уның тәр­биәүи, рухи көсө күп осраҡта һауаға, бушлыҡҡа оса, ләкин күңелде төшөрөргә ярамай. Беҙгә уҡыусы менән йышыраҡ күҙгә-күҙ осра­шырға, шул юл менән һүҙебеҙҙе, уйыбыҙҙы уларға еткерергә кәрәк. Беҙ йыл һайын район-ҡалаларҙа йөҙәрләгән осрашыуҙарға барабыҙ, халҡыбыҙҙың күңел ишеген асып инергә, рухтарын күтәрергә тырышабыҙ.
– Яҙыусылар союзы ағзала­рының һаны һеҙ эшләгән осорҙа 262-гә еткән. Уларҙың уртаса йәше 67 тирәһе. Был яҙыусылар олоғайып киткән тигән һүҙ. Улар бөгөнгө тормошто аңлаймы, бөгөнгө уҡыусылар күңеленә ярашлы әҫәр ижад итә аламы икән тигән шик тыуа. Йәштәр киләме әҙәбиәткә?
– Беренсенән, яҙыусыларҙың йәше юҡ ул. Әҙип – рухи шәхес, ә рух һәр саҡ йәш. Әҙип 90 йәштә лә 18 йәшлек ғашиҡ егет кеүек мөхәббәт шиғыры яҙа ала. Мәҫәлән, быйыл 92 йәшендә осраҡлы рәүештә мәрхүм булған танылған әҙибебеҙ Суфиян ағай Поварисов “Мөхәббәткә ода” тигән поэма ижад итте, үлере­нән бер ай элек кенә уҡытыусылар тормошо хаҡында ике китаптан торған дилогия яҙып бөттө. Ә уның аҙна һайын тиерлек гәзит-журнал­дарҙа төрлө әҙәби-тәнҡит мәҡә­ләләре, интервьюлары, повестары сығып тороуын иҫкә алһаң, йәнә бер тапҡыр яҙыусы өсөн уның нисә йәштә икәнлеге түгел, рухи көсө мөһим булыуына инанабыҙ. Рухи көсө бар икән, ул ижад итә.
Оло быуын яҙыусылары – Ноғман Мусин, Талха Ғиниәтуллин, Марат Кәримов, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Фәниә Чанышевалар һаман ҡәләмен ташламай. Ә инде урта быуын әҙиптәре – Мәүлит Ямалетдинов, Ғәлим Хисамов, Әмир Әминев, Йомабикә Ильясова, Тамара Ғәниева, Факиһа Туғыҙбаева, Хисмәт Юлдашевтар һәм башҡалар, – бөгөн иң әүҙем ижад итеүсе­ләребеҙ. Уларҙы Салауат Әбүзәров, Ринат Камал, Хәйҙәр Тапаҡов, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина кеүек талантлы прозаик һәм шағирҙар ҡыуа килә. Утыҙ йәштәр­ҙәге, унан да йәшерәк байтаҡ талантлы яҙыусыларыбыҙ бар. Әммә тынысланырға ярамай, әҙә­биәте­беҙҙең киләсәген ҡайғыртһаҡ, талантлы йәштәрҙе туҡтауһыҙ эҙләргә, әҙерләргә кәрәк. 2015 йылда Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы иғлан иткән Әҙәбиәт йылында беҙ, яҙыу­сылар, респуб­ли­кабыҙҙың 53 районында, 20 ҡала­һында булып, башлап яҙыусы 1500 кешенең өс меңгә яҡын ҡулъяҙ­маһын тикшерҙек. Уларҙың бөтәһе лә яҙыусы булмаҫ, әммә әҙәбиәтте, китапты һөйөүсе, пропагандалаусы буласағына иманым камил. Араларында һәләтлеләре лә аҙ түгел. Быйыл “Китап” нәшриәте уларҙың әҫәрҙәренән торған “Альманах” сығара. Йәй көнө йәш, һәләтле 30 шағирҙы Өфөгә йыйып семинар үткәрҙек.
– Ә йәш драматургтар хаҡын­да бер һүҙ әйтмәнегеҙ. Уларҙы эҙләү, тәрбиәләү эше нисек бара?
– Быйыл октябрҙә Әбйәлил районының Ҡолаҡас ауылындағы ял базаһында бер аҙналыҡ башлап яҙыусы драматургтар семинары үткәрҙек. Уны ойоштороуҙа район етәксеһе Рим Һатыбал улы Сыңғыҙов ярҙам итте. Уға сикһеҙ рәх­мәт­лебеҙ. Семинарҙа башлап пьеса яҙыусы 15 әҙиптең әҫәрҙәрен тик­шер­ҙек. Семинар етәкселәре Өфө “Нур” татар дәүләт театры режиссеры Илдар Вәлиев, Сибай “Сулпан” балалар театры режиссеры Сәлих Әфләтүнов, драматургтар Сәрүәр Сурина, Наил Ғәйетбай, “Ҡуңыр буға” әҙәби берекмәһе етәксеһе, танылған шағир, прозаик Мәүлит Яма­летдинов булды. Һәр пьесаға ентекле анализ яһалды, ыңғай яҡта­ры ла, кәмселектәре лә күрһә­телде. Радик Өмөтҡужин менән Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваларҙың пьесалары һәр кемгә оҡшаны. Режис­серҙар улар өҫтөндә авторҙар менән берлектә эшләп сәхнәгә сығарырға булды.
– Белеүебеҙсә, инде нисәмә йыл яҙыусылар Башҡортостан ижад йорто хаҡында хыяллана ине. Быны тор­мошҡа ашырыу бик ауыр булды шикелле, сөнки ошоғаса асылмағайны. Һеҙ Талҡаҫ күле янында ошо ижад йортон асыуға өлгәштегеҙ. Шул хаҡта әйтеп китһәгеҙ ине.
– Нимә ул ижад йорто? Ул – яҙыусы өсөн бөтә уңайлыҡтары булдырылған тыныс урын. Унда яҙыусыға матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан өйҙә бар донъяһын онотоп, бөтә мәшәҡәттәренән ҡотолоп, тыныс, уңайлы бүлмәлә ижад итеү мөмкинлеге тыуҙырыла. Совет заманында СССР-ҙа тиҫтә­ләгән ижад йорто бар ине. Пицундала, Дубултыла, Ысыҡкүлдә, Ялтала, Мәскәү янындағы Малеевка менән Переделкинола, Санкт-Петербург эргәһендәге Комаровола һәм башҡа тарафтарҙа. Беҙҙең оло яҙыусылар Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Яныбай Хамматов һәм башҡалар шунда уңайлы бүлмәләрҙә өсәр-дүртәр ай буйы роман-поэмалар яҙып ҡайта ине. СССР тарҡалғас, ул йорттар бөтәһе лә юҡҡа сыҡты. Шуға ла беҙ үҙебеҙ ижад йортон асыуға, яҙыу­сыларға рәхәтләнеп ижад итеү урыны ойоштороуға бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ һәм уны Баймаҡ районы “Талҡаҫ” санаторийының бер коттеджында асыуға өлгәштек. Бының өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Сит­дыҡовҡа оло рәхмәтлебеҙ. Унда яҙыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, көнкүреш, туҡланыу хаҡтары бик арзан. Бер йыл эсендә бик күп яҙыусылар – Ноғман Мусин, Марат Кәримов, Тимер Ниәтшин, Гөлфиә Юнысова, Мирас Иҙелбаев, Сәрүәр Сурина, Тәнзилә Дәүләт­бирҙина һ.б. унда барып ял итеп, ижад итеп ҡайтты. Бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Әйткәндәй, Башҡортостан яҙыу­сы­ла­рының йыллыҡ йыйыны 25 ноябрҙә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда сәғәт 10-да башлана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545