Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостанда тыуған йондоҙҙар
Башҡортостанда тыуған йондоҙҙар Өфөлә З. Исмәғилев исемендәге III Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйгенең төп бүләгенә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй һәм Европа сәхнәләрендә сығыш яһаған виолончелист Рөстәм Хәмиҙуллин лайыҡ булды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, еңеүсене асыҡлау баһалама комиссияһына әллә ни ҡыйын булманы.
— Бөгөн мәшһүр композитор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе ректоры Заһир Исмәғилев барыбыҙҙы ла бергә йыйҙы. Был конкурс – Исмә­ғилевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙың тәүгеһе. Унда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла еңеүгә ихтыяр һәм юғары профессионализм өсөн рәхмәт белдерәм. Тап уларҙың башҡарыу һәләте конкурсыбыҙҙың кимәлен билдәләй. Уңыштарығыҙҙы артабан да иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ, сөнки һеҙ – Башҡортостанда тыуған йондоҙҙар, – тине министр.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо. Фортепиано, ҡыллы музыка ҡоралдары һәм яңғыҙ йырлау кеүек өс номинацияла еңеү­селәр гала-концертта ла оҫталығын күрһәтте. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры уларға ярҙам итте.
Фортепиано номинацияһында кес­кәйҙәр төркөмөндә Өфөнән Елена Колесникова, скрипкасылар араһында Мәскәүҙән Мария Черкассова беренсе урын яуланы. Өлкәндәр төркөмөндә беренсе премия Мәскәүҙән килгән пианист Татьяна Кирпиченокка, скрипкасы Федор Малыхинға, Өфөнән виолончелист Яҙгөл Йәнбәковаға тапшырылды. Йырсылар араһында Өфөнән Айгөл Әхмәтшина менән Гөлнара Вәлиева алдынғылыҡты бирмәне.
Конкурсанттарға шулай уҡ махсус бүләктәр ҙә тапшырылды. Компози­торҙың ҡыҙы, республика Компо­зи­тор­ҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғи­лева атаһының әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыусыларҙы дипломдар менән бүләкләне.
З. Исмәғилев исемендәге III Халыҡ-ара музыкант-башҡарыу­сылар конкурсы ун көн дауам итте. Унда Рәсәй тө­бәк­тәренән, Ҡаҙағстандан, Көньяҡ Кореянан һәм Әрмәнстандан 80-дән ашыу музыкант ҡатнашты. “Рәсәй мәҙәниәте” федераль программаһына ярашлы һәм республика Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылған бәйгене Башҡорт­остандың Мәҙәниәт министр­лы­ғы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм республика Композиторҙар союзы ойошторҙо.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571