Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул – эшен, эше уны биҙәне
Ул – эшен, эше уны  биҙәне Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов – Учалы районының Сораман ауылынан. Уның ниндәй дәрәжәләргә эйә булғанлығы, фән өлкәһендәге уңыштары хаҡында күп яҙалар һәм киләсәктә лә дауам итер, тигән уйҙамын. Шуға күрә, ауылдашыбыҙҙың ҡаҙаныштарына туҡталып тормайынса, фәҡәт тыуған ауылына бәйле йәшәйеше хаҡында хәтирәләр яңыртмаҡсымын.
1972 йылда Сибай педучилищеһын тамамлағас, Сораман башланғыс мәктәбендә эш башланым. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы менән танышыу көтөлмәгән шарттарҙа килеп сыҡты. 1973 йылдың февраль айында, ауыл йәштәре спектакль ҡарарға “Беларусь” арбаһына тейәлешеп, Наурыҙ ауылына юлға сыҡҡанбыҙ. Беҙҙең арала Ишмөхәмәт ағай ҙа бар ине. Аптырауға ҡалдым: шундай ҙур кеше спектаклде Өфөлә лә ҡарай ала бит. Ул беҙҙең менән бергә трактор арбаһында китеп бара. Был хәлдең сәбәбен иртәгәһенә генә белдем. Тыуып үҫкән йортон, әсәһен, туғандарын һағынған егеттең ялға ғына тыуған төбәгенә ҡайтыуы икән.
Икенсе йылына ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды. Мин дә ситтән тороп уҡырға кереп, шунда эшләүҙе дауам иттем. Ул ваҡыттарҙа мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына булһа ла, заманында оло эштәр атҡарҙыҡ. Уҡытыу-тәрбиәүи, кластан тыш эштәр ауыл күләмен­дәге мәҙәни саралар менән бергә үрелеп барҙы. Мәүлит Ямалетдинов, Рәсих Лоҡманов, Рәйҙә Мөхәмәт­йәрова, Абдулла Солтанов, Дим Маннанов менән әленән-әле осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Бигерәк тә, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов ҡайтҡан, тигән һүҙҙе ишетеп кенә ҡалайыҡ, тиҙ генә халыҡты клубҡа йыйып, уның ҡатнашлығында йылы осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Халыҡты ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙар бихисап: сәйәси хәлдәрҙән алып “сит планетанан килгән вәкилдәр” темаһына тиклем барып етәбеҙ. Белемле, аҡыллы кеше, аудитория менән эшләп өйрәнгәне күренеп тора. Түҙемле, сабыр ғына итеп, барыһына ла яуап ҡайтара, кәңәштәрен бирә.
Алтын юбилейын Учалы ҡалаһында билдәләгәс, ул ҡәләмдәштәре менән мәктәпкә килде. “Балалар уйындары” тип аталған китабы буйынса әҙерләнгән сығышы ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. “Аҡ ти­рәк, күк тирәк” уйыны барышында уҡыусылар авторҙы ла сәхнәгә саҡырҙы. Кескәй генә сәхнәне бер итеп, оло кешенең бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай, гөрләшеп уйнауы үҙе бер һоҡланғыс күренеш булды. Ғөмүмән, ағаһы ла, ҡустыһы Хәйҙәр ҙә бала йәнле кеше ине. Ағайҙың фатиры алдында балалар баҡсаһы урынлашҡан. Балалар тышта уйнағанда ағалы-ҡустылы балконға сығып, ҡурайҙа һыҙҙырырҙар ине.
Уларҙың әсәйҙәре Жеүәйрә Йосоп ҡыҙы ла телгә маһир, йомарт инәй булды. Урамдан үткән һәр кемде буҙа менән һыйламай ҡалманы.
Йәмәғәте Света Ишбулды ҡыҙы менән бергәләп ауылға йыш ҡайта алмаһалар ҙа, оло байрамдарға, төрлө сараларға килергә ваҡыттарын таптылар. Ауылда иман йорто асылыу тантанаһында ла, “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамында ла ҡатнаштылар. Ағай үҙе әйтеүенсә, тыуған еренә аяҡ баҫыу менән, ул тәүҙә ата-әсәһе ерләнгән зыяратҡа күҙ һала. Һуңынан Зөлҡәғиҙә еңгәһе менән Ғамир ағаһы йәшәгән йортта төн уҙғарыр ине. Эҫе мунсанан һуң, бер-береһен һағынған ағалы-ҡустылы төнө буйы һөйләшһәләр ҙә, һүҙҙәре бөтмәҫ булды.
Иртәгәһенә Света еңгә, Ишмөхәмәт ағай Мәрйәм еңгәләренең хәлен белергә бара. Шунан беҙ йәшәгән йортҡа һуғылалар. Мәктәп тормошона, йәмәғәт эштәренә байҡау яһалғас, ағайыбыҙ минең яҙмалар менән ҡыҙыҡһына. “Сораман ауылы тарихы һәм шәжәрәләре” тип аталған китапты үҙе тикшергәс, ҡайтанан миңә эшкәртергә биргәйне. Төҙәтмәләр индереп, уның йөкмәткеһен яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырҙым. Унда Ғәләүетдинов­тың иҫке төрки телендәге яҙма ҡомарт­ҡыларҙы һаҡлап алып ҡалыуы тураһында мәғлүмәт тә бар. Ауылдаштарына ярҙамы күп булды. Ауырып, сырхау хәленә ҡалған­дар ҙа уға мөрәжәғәт итте. Донорҙар табып, ауыр хәлгә тарыусыларға ла ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өфө ҡалаһы даирәһендә абруйы, бәйләнеше киң булғанлыҡтан, һүҙе ҡайҙа ла үтемле булды.
1998 йылда ауылыбыҙҙа музей асыу ниәте менән Өфөгә Ишмөхәмәт ағай янына барҙыҡ. Ул ата-әсәһенән тороп ҡалған йортон мәктәпкә биреп, уны файҙаланырға рөхсәт бирҙе. Исемен нисек атарға икән тип оҙаҡ баш ваттыҡ. “Әбйәлилдә Күбәләк музейы бар. Ә беҙҙеке Тиләү булһын, аҙаҡ та шул исем ҡалһын”, – тине ул. Байтаҡ йылдар музейыбыҙ уңышлы ғына эшләп килде. Көрсөк сәбәпле, тарихи үҙәк бер нисә йыл эшләмәй торҙо.
Әле бынан бер нисә йыл элек кенә Иш­мөхәмәт Ғәләүетдинов мәктәпкә туғандарын йыйғайны. Ата-әсәһенең, һеңлеһенең рухтарына аят мәжлесе үткәрҙе. Хәҙерге көндә ирем менән мин дә уның яҡты рухына аяттар бағышлайбыҙ. Алла бирһә, киләсәктә музей алдына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйырға хыялланабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566