Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур мираҫ булып ҡалырлыҡ баҫма
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың мәҙәни-ижтимағи тормошонда күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: башҡорт телендә Башҡорт энциклопедияһының
4-се томы баҫылып сыҡты. Баҫмаға “м”, “н”, “о”, “ө” хәрефтәренә башланған 2100-ҙән ашыу мәҡәлә ингән, шуларҙың 748-е – биографик характерҙағы яҙма. Был ҙур күләмле, киң диапазонлы хеҙмәттә республикабыҙҙың мәҙәни-ижтимағи, сәйәси тормошондағы ваҡиғалар, фән, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, ауыл хужалығы, тарих һәм башҡалар тураһында бай мәғлүмәт бирелә.


Рус телендәге варианты менән сағыштырып ҡарағанда, был томдағы мәҡәләләргә өҫ­тәмә мәғлүмәттәр индерелгән, баҫ­мала Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда, иҡти­садта һәм мәҙәниәттә булған үҙгәрештәр сағылыш тапҡан. Дүртенсе томдағы мәҡәләләр республиканың тарихын, географик-территориаль сиктәрен, үҫемлек һәм хай­уандар донъяһын, ҡала һәм ауылдар тарихын, республика халыҡ­тарының иҡтисад, фән­ни-техник, мәға­риф өлкәһендә өлгәшкән төп ҡаҙа­ныштарын яҡтырта. Баҫмала урын алған мәҡәләләрҙең күпселеге республика тарихында сағыу эҙ ҡалдырған күренекле шәхес­тәргә арналған. Китапта рес­публикабыҙҙың күп кенә ауылдары һәм тораҡ пункттары тураһында әлегә матбуғат бит­тәрендә баҫылмаған мәғлүмәт бирелде (2010 йылға ҡарата), уларҙың башҡортса атамалары тикшерелеп яҙылды. Республиканың физик-географик, административ-территориаль бүленеше һәм территориаль карталары тәүге тапҡыр башҡорт телендә тәҡдим ителде.
Энциклопедия урыҫ телендә нәшер ителгән ете томлыҡ баҫмаға нигеҙләнеп эшләнде. Әммә ул туранан-тура тәржемә түгел, баҫмала урын алған мәҡәләләр өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыландырылды, сит өлкәләрҙәге башҡорттар күп­ләп йәшәгән райондар, ауылдар индерелде, сайтҡа электрон вариант ҡуйылғандан һуң нәшриәткә килгән бик күп тәҡ­димдәр һәм кәңәштәр иҫәпкә алынды, был үҙ сиратында баҫманы тағы ла байытып ебәрҙе. Баҫма һәр журнал һәм гәзит редакцияһы, уҡыу йорттары өсөн өҫтәл китабы, ғилми белешмә булырлыҡ итеп эшләнгән. Был универсаль энциклопедияны башҡа төрки телдәрҙе белгән кешегә лә төп нөсхәһендә уҡып, фәһемле, эстәлекле мәғлүмәт алырға мөмкин. Ғөмүмән, “Башҡорт энциклопедияһы” – башҡорт телендә донъя күргән ғәжәйеп бай мәғлүмәтле, үҙенсәлекле, киләсәк быуындарға ҙур мираҫ булып ҡалырлыҡ баҫма ул. Шулай уҡ ҡалған томдарҙың электрон варианттары ла нәш­риәттең сайтына ҡуйылды, улар менән һttр:/башкирская энциклопедия.рф сайтында танышырға була. Фекерҙәре­геҙ­ҙе, тәҡдимдәре­геҙҙе көтә­беҙ.
Нәшриәт коллективына, әлеге ҙур хеҙмәтте башҡарыу­ҙа ҡатнашыусы ғалимдарға, белгестәргә, тәржемәсе­ләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға энциклопедияның яңы томдарын әҙерләүҙә уңыштар теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545