Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, Яҙмыштар ҙа уртаҡ”
“Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, Яҙмыштар ҙа уртаҡ” Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамамланғас, бар эштәрҙең осона сыҡҡан баш ҡала кешеләре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына юлланды. Барыһының да ниәте – Мостай Кәримдең “күкрәгенән осҡан ҡоштарын” ҡарау.


Ишекте асып ингәс тә тамаша залына тиклем халыҡ шығырым тулған ине. Мостай Кәримдең тыуған көнө айҡанлы ижадына арналған “Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ” тигән драматик тамашаны ҡарарға килгәйне улар.
Сарала әҙиптең төрлө әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Бына Кендек үҙенең ҡушаматы тураһында һөй­ләй... Унан Салауат Юлай улы менән Әбей батша сығып баҫа... Айгөл әсәһен эҙләп бар кешелеккә хат яҙа... “Ҡара һыуҙар”ҙан халыҡтың күҙе йәшләнһә, “Беҙҙең өйҙөң йәме”нән йөҙҙәре яҡтырып китте...
Республиканың, Башҡорт дәүләт академия драма театрының барлыҡҡа килеүе менән халыҡ шағирының тыу­ған йылдары ла бер булыуы асыҡлан­ды. Был йәһәттән 2019 йыл 100 йыл­лыҡ юбилей тантаналарына бай була икән.
Артабан Мостай Кәримдең ҡайһы драмаһы нисә тапҡыр һәм ниндәй театр­ҙарҙа ҡуйылғаны, уларҙың режис­серҙа­ры кем булыуы бәйән ителде. Тиҙҙән Илсур Ҡаҙаҡбаев та әҙиптең бер әҫәрен тамашасыға тәҡдим итергә йыйына икән.
Хәтер кисәһе тамамланғас, ҡайтыу яғына ыңғайлаған кешеләрҙең һүҙе бер булды: “Тамаша ныҡ оҡшаны. Бер­сә көлөү, берсә күҙ йәше аралаш ҡа­рал­ды. Шундай яҡын бит ул Мостай Кәрим ижады! Ниндәй рухи юғарылыҡ, ниндәй фекер тәрәнлеге унда!”



Автор: Д. БИЛАЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567