Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Драматург булғың киләме? Бул, әйҙә!
Драматург булғың киләме? Бул, әйҙә! 3 — 8 октябрҙә Әбйәлил районында йәш һәм башлап яҙыусы драматургтар семинары була. Ошо уңайҙан семинарҙың етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил ҒӘЙЕТБАЙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


— Наил Әсҡәт улы, был семинар ниндәй маҡсат менән ойошторола?
— Белеүегеҙсә, былтырғы йыл Әҙәбиәт йылы әләме аҫтында үтте һәм республика буйлап “Әҙәби нағыш” марафоны уҙғарылды, 53 районда, 20 ҡалала 1500-ҙән ашыу йәш яҙыусының өс меңгә яҡын ҡулъяҙмаһын тикшерҙек, уларға анализ яһаныҡ. Әммә шул сама ҡулъяҙма араһында икәүһе генә пьеса ине. Был бит ҡот осҡос һан! Ошо беҙҙе һиҫкәнергә, ни ҙә булһа эшләргә мәжбүр итте.
— Яҙыусылар араһында ла драматургтар аҙ шикелле...
— Юҡ дәрәжәһендә. Сәхнәгә әҫәрҙәре ҡуйылғандары ике-өс кенә. Һуңғы осор өлкән быуын драматургтары – Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбай, Флорид Бүләков, Ғәзим Шафиҡов, Рафаэль Сафин, Хәкимйән Зариповтар яҡты донъянан китте, ә яңы исемдәр күренмәй, театрҙарҙың афишалары тәржемә ителгән әҫәрҙәр менән тулды. Ошоларҙы уйлап ойошторолдо ла инде семинар.
— Ә ниңә Өфөлә ойошторолмай был сара?
— Баш ҡалала республиканың драматургтар семинарын үткәрәләр. Уны икенсе төрлө форматта Мәҙәниәт министрлығы ойоштора, йылына бер нисә тапҡыр ике-өс көнгә йыйылып, пьесалар тикшерәләр. Был да ҡыҙыҡлы. Төрлө йүнәлештә эшләргә кәрәк.
Минең фекеремсә, драматургтарҙы бер-ике аҙнаға йыйып һөйләшеү зарур. Шулай эшләү һөҙөмтәлерәк була. Талҡаҫ күле янындағы семинар икешәр аҙна бара ине һәм унан күп кенә драматургтар үҫеп сыҡҡайны. Беҙҙең сара Өфө семинарынан айырыла, шуға, ҡабатлау булмаһын өсөн, баш ҡаланан ситтә үткәрергә булдыҡ.
— Ни өсөн Әбйәлил районын һайланығыҙ?
— Драматургияның хәле хаҡында бер тапҡыр Әбйәлил районының башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙов менән һөйләшеп торғайныҡ, семинар үткәрергә кәрәклеген әйткәйнем. Ул ихлас күңелдән ярҙам итергә булды һәм үҙ районына саҡырҙы, шуның өсөн уға ҙур рәхмәт!
— Кемдәр ҡатнаша семинарҙа?
— Нигеҙҙә, йәш яҙыусылар. Әммә үҙҙәрен шағир, прозаик итеп танытҡан билдәле әҙиптәрҙе лә саҡырҙыҡ. Уларҙа һәләт бар, әммә драматургияның ҡанундарын белеп еткермәйҙәр. Шуны аңлатасаҡбыҙ. Урал аръяғы яҙыусылары Иҙрис Ноғоманов, Фәнүзә Биктимерова, Зөһрә Кашапова, Радик Өмөтҡужин һәм башҡалар ҙа киләсәк.
— Семинарҙың етәкселәре кемдәр?
— Пьесаларҙы тәжрибәле театр әһелдәре тикшерә, анализ яһай. Улар – Өфө “Нур” театры режиссеры Илдар Вәлиев, Сибайҙың “Сулпан” балалар театры режиссеры Сәлих Әфләтунов, драматург Сәрүәр Сурина һәм мин. Шул уҡ ваҡытта семинарҙа ҡатнашыусы һәр кем пьеса хаҡында үҙ фекерен, кәңәштәрен әйтәсәк.
— Пьесалар тикшереүҙән башҡа саралар ҡаралғанмы?
— Семинар етәкселәре драматургия серҙәре хаҡында лекция уҡыясаҡ. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы менән осрашыу була. Ул семинарҙы асыу тантанаһына ла киләсәк. Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Данил Сәлихов та ҡатнашып һүҙ әйтәсәк. Ул беҙгә тәжрибә уртаҡлашырға килә. Был семинарҙы ойош­тороуға “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһының етәксеһе, шағир Мәүлит Ямалетдинов күп көс һалды. Уға ла һүҙ бирәбеҙ. Шулай уҡ райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейына, Әлмөхәмәт ауылындағы әҙәби музейға барыу ҡаралған, мәктәптә уҡыусылар менән дә осрашырға тейешбеҙ.
— Башлап пьеса яҙыусыларҙың әҫәр­ҙәрендә етешһеҙ яҡтары күптер. Уларҙы ҡаты тәнҡитләп, ҡанаттарын һындыр­маҫ­һығыҙмы, драма әҫәре яҙыу теләген һүндермәҫһегеҙме?
— Был тәнҡит симпозиумы түгел, ә семинар, йәғни кәңәш биреү, фекер алышыу йыйыны. Дөйөм йыйылышта, нигеҙҙә, пьеса­ның яҡшы яҡтарын күрһәтеп, етешһеҙлектәре хаҡында тәрәнгә инмәйенсә, башлап пьеса яҙыусының күңелен төшөрмәй генә кәңәштәр бирергә уйлайбыҙ. Ә инде шәхси һөйләшеүҙә, йәш драматург менән күҙгә-күҙ әңгәмә ҡорғанда етешһеҙлектәр хаҡында әйтеп, пьесаны төҙәтеү, яҡшыртыу юлдарын күрһә­тергә, уны бергәләп сәхнәгә күтәрелер хәлгә еткерергә тырышасаҡбыҙ.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566