Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара Өшөгән дә түгел, туңған килеш!
Ерҙә ҡояш булып  йәшәп ҡара  Өшөгән дә түгел,  туңған килеш! ***
Һин ҡалдырған ғазаптарҙы
Төндәремә алам.
Күрәһеңме, анау йондоҙ –
Минең асыҡ ярам.
Һул(ы)ҡ-һул(ы)ҡ итеп тора –
Шулай яна яра.
Имләй алырлыҡ түгел шул,
Алыҫая ара.

Күҙ күреме генә лә ул,
Яҡын ғына кеүек.
Йәндәр алыҫлашҡас, күктәр
Тәпәшәймәҫ кеүек.

Һин баҫып торған үр үҙе
Сүгә бара буғай.
Ер менән Күк тоташһын тип,
Йөрәк кенә тулай.

Офоҡтарға ут ҡапһа ла,
Таңдар атмаҫ һымаҡ.
Һөйөү – Ер-Күк ғәмәлендә
Сей яралы йомғаҡ.

***
Теткеләнеп бөткән күңелгенәм –
Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая...
Йәнкәйҙәрең иҙелеп бөткән хәлдә,
Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара!..

Ерҙә ҡояш булып йәшәп ҡара
Өшөгән дә түгел, туңған килеш!
Умырзая хәлен минән һора:
«Мин йәшәргә, йылмайырға тейеш!»

Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая –
Йәнең азатлығы өсөн көрәш.
Хәлгенәмде умырзая аңлар:
Йөрәгемде йырт та ҡояш өләш...

***
Бөтөн инек, берәү инек,
Берәү инек, бер инек.
Һин – миңә, мин һиңә түгел,
Бер-беребеҙгә тиң инек.

Тар донъялар ҙа киң ине,
Уй-ғәмәл ине сикһеҙ.
Ҡыңғырау ине йөрәктәр,
Күңелдәр ине бикһеҙ.

Донъя шул уҡ, беҙ ҙә бөтөн,
Йөрәктәр генә буп-буш.
Үкһеҙ ҡалды, ана, беҙҙе
Ожмахлы иткән ҡыуыш.

Ишетмәйһең йөрәгеңдә
Йөрәгемдең ҡағыуын.
Улай булғас, китәйекме
Донъяларға һибелеп?

***
Хыялыйҙар булып яраттым шул!
Ҡолоң булдым, булдым бит күләгәң.
Аңлар мине бары һөйөү өсөн
Үҙ-үҙҙәре менән хаҡ түләгән.

Яраттым шул.
Үҙ-үҙемдән һине
Артыҡ күреү – көсөң ине һинең.
Бушап түгел, бушағайып ҡалған
Минһеҙ йәнең, тәпәшәйгән иңең.

Һауаларҙан бейек саҡтар төшкә
Инеп йөҙәтә ул. Үҙем беләм.
Һаташтыра шунан.
Мин байтаҡтан
Ҡанатланам йәки һыбай еләм.

Күҙең асҡаныңда, төш аралаш,
Үкһеҙ йәнең бер көн күренер ҙә...
Ә ҡулдарың, тетрәнеүҙән аҙап,
Буп-буш йөрәгеңә үрелер ҙә...

Көсөң етер микән талпынырға?
Иңдәреңдә юҡ бит ҡанаттарың!
Үҙ-үҙеңде йәки бер-берәүҙе
Хыялыйҙар булып яратыуҙың...

Сере, ах(ы)ры, бер иш кенә буғай.
Һин – йәки ҡол, йәки һин – күләгә.
Кәрәк микән, ергә төшөр өсөн,
Бер-беребеҙ менән хаҡ түләргә?!

***
Үҙ ҡамытың үҙеңә таман ине,
Һуғышмаға яҡшы өйрәнгән ат.
Ығышыраҡ инде – мисәүҙә бит,
Сығынлаһа, көйлә үҙеңә ҡабат.

Мисәүҙәргә егелеп алдандыңмы,
Етмәнеме дала, иркенлектәр?
Һәр майҙанда берҙәй баһалана
Мин-минлектәр менән егетлектәр.

Иркенлеккә сыҡҡас, йөк аттары
Тышауһыҙ ҙа һөрлөгәләр, ти ул...
Донъя йөгө – мисәүҙәрҙә парлап
Юртҡан саҡта ғына көйләр көй ул.

Тәҡдиреңдән уҙып, ни көҫәнең?
Яҡшы аттар кәрәк ил күҙенә.
Азатлығың майҙан уртаһында
Һәйкәл ҡойорлоҡмо үҙ-үҙеңә?..

***
Уҡ булып ҡаҙалды һүҙем
Йөрәгеңә.
Тик уйлама, иреште тип,
Теләгенә.

Теләгем һүҙҙән уҡ яһап
Тоҫҡау түгел.
Ҡәләмгә генә иш түгел
Быҫҡыу күңел.

Йөрәгемдә ни бар – шуны
Бер йәшермәй.
Тыныс күк тә, мәле еткәс,
Бер йәшенләй.

***
Был донъяны тик аҡ төҫтә
Күреп белгем килә;
Ап-аҡтың да асылдары
Төрлө-төрлө ниңә?

Аҡ тип табынғаным бөгөн
Булды инде юҡ та,
Йәйәләрҙән бер ысҡынғас,
Туҡтай алмай уҡ та.

Күңелеңә табынғайным
Аҡ тип асылдары.
Төрлө-төрлө була, имеш,
Йәндең аҫылдары.

Аҫыл йәрем, бер һүҙең, ах,
Һуйҙы йәндәремде ...
Һағынамын тик аҡ төҫтө
Белгән мәлдәремде.

Яныу
Яҙылһын әле шиғырҙар,
Яҙылһын ярһып-ярһып.
Шиғырҙы бит ярһып-ярһып,
Яныуҙан була танып.

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Үртәлһен әле төндәр.
Уларҙың бит ялҡынынан
Яҡтыраҡ була көндәр.

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Яндырһын һине, мине.
Һүҙҙән ҡеүәтлерәк ни бар?
Һүҙ һөйләй иңдең-иңе.

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Яҙылһын янып, ярһып.
Шағирҙы ла, ярһыуынан
Янғас, алалар танып...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566