Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡылҡәләмдән яралған донъя
Ҡылҡәләмдән яралған донъя Күптән түгел “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында “йылы” ғына рәсемдәрҙән торған күргәҙмә асылды. Төп урынды портреттар биләй. Авторҙары – Наилә Шәрипова менән Әлфиә Бикбулатова. Икеһе лә
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының графика һәм һынлы сәнғәт факультетын тамамлаған.



Ҡылҡәләмдән яралған донъяҠылҡәләм оҫталарын беренсе һәм мәртәбәле күргәҙ­мәләре асылыу уңайынан ҡот­ларға тип университеттың деканы, рәссам Тәлғәт Мәсә­ли­мов менән профессор, рәссам Әмир Мәжитов та килде. Ҡунаҡтар элекке студенттарына үҙҙәренең ғорурланыу­ҙарын һәм һоҡланыуҙарын еткер­һә, шәкерттәре иһә остаздарына рәхмәт әйтеүҙе урынлы тапты.
Матурлыҡта бер нәмә лә артыҡ һәм бер нәмә лә кәм булмаҫҡа тейеш тигән һымаҡ, бында бары­һы ла ихлас һәм урынлы. Эш көнөнән һуң йонсоған күңел ысын мәғәнә­һендә ял итә.
Наилә Ғүмәр ҡыҙы сәнғәт донъя­һында Нелли булараҡ танылған. Хәйер, ижады менән билдәлелек яулаһа ла, үҙен уҡытыусылыҡтан башҡа күҙ алдына килтерә алмай ул. Ни тиһәң дә, университетты та­мам­лағандан һуң яҙмышын мәғариф менән бәйләгән шәхестең бөтә хеҙмәт юлы ошо өлкәлә үтә. Башта Балалар һынлы сәнғәт студияһында уҡытһа, һуңыраҡ дөйөм мәк­тәптә махсус фәндәр буйынса белем бирә башлай. Бөгөн – Өфөнөң технология һәм дизайн колледжы уҡытыусыһы. Төп эшенән башҡа Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарында архитектура, дизайн йүнәлеше буйынса репети­торлыҡ эшен дә алып бара. Ә рәсем­дәренең йүнәлешенә килгәндә иһә, тәғәйен генә стилгә ҡалып­лашмай, төрлө алымдарҙы ла ҡыйыу ҡуллана.
Ҡылҡәләмдән яралған донъя– Картиналарым – һынлы сәнғәттә белем биреүҙең ниге­ҙе һаналған академик рәсем­дәр алымы, тип тә атар инем. Үҙебеҙҙең студент­тарыбыҙ килгән, уларға ижадыбыҙҙы күреү, берҙән, ҡыҙыҡ булһа, икенсенән, тәрбиәүи йәһәттән өлгө булып тора, – ти ул.
Әйткәндәй, күргәҙмәгә ҡу­йыл­ған ҡурсаҡтар ҙа ҡыҙыҡ­һыныу уята. Милли кейемдәге был ҡуп­шыҡайҙар – Әлфиә Камил ҡыҙы­ның ижад емештәре.
Ҡылҡәләмдән яралған донъя– Ҡурсаҡтар өсөн образды берәй әкиәттән алам, ҡайһы берҙә тормоштан да “күсерер­гә” тура килә. Ә инде “Был донъяла нимә эшләй белә­һегеҙ?” тип һораһағыҙ, бар белгәнем рәсем төшөрөү ҙә ҡурсаҡтар яһау, – тине ул.
Һынлы сәнғәт – ул аң ҡалы­бының иң нескә ҡылдарын тир­бәткән сихри донъя. Күргәҙмә залында урын алған картиналар ҙа кешеләрҙе арбаны, иҫтәрендә мәңге уйылып ҡалырлыҡ мәғәнә өҫтәне... Кешелеккә матурлыҡ өлгөһө таратыусы, һынлы сәнғәт өлкәһендә быуын-быуын яңы шәхестәргә белем биреүсе ябай уҡытыусыларға – Наилә Ғүмәр ҡыҙы менән Әлфиә Камил ҡыҙына рәхмәт. Заман геройҙары өсөн рәхмәт!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571