Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Унда – заман заңы, унда – фекер ҡеүәте
Унда – заман заңы, унда – фекер ҡеүәте Рухыбыҙ, аңыбыҙ үҫешендә матбуғаттың, журналистиканың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мәнфәғәтсел, мәғлүмәтсел тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Унда – заман заңы, унда – фекер ҡеүәте, әйҙәү көсө.


Ошо бик тә яуаплы өлкәлә хеҙмәт иткән журналистарҙы дәртләндереү, иң һәйбәт әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Хөкүмәт кимәлендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның тапшырыла килеүе ҡыуаныслы. Бында талаптар төрлө критерийҙарҙан сығып ҡуйыла. Темалар мөһимлеге, тел-стиль оҫталығы, авторҙың үҙен­сәлекле асылы… Ләкин, миңә ҡалһа, премияға дәғүә итеүсе иң элек бар ижады менән үҙе бер шәхес булараҡ төҫмөрләнергә генә түгел, киң танылыу алырға тейеш. Асышлы фекерҙе бит шәхестәр генә уята. Быға иһә журналистар талант фиҙакәрлеге менән өлгәшә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны юллауға ошондай зыялы заттарҙан Нияз Сәли­мовтың хеҙмәттәре лә күрһәтелгән. Ул – башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә күп көс һалған уҙамандарҙың береһе. Ҡәләм эйәһе лә, йәмәғәт эшмәкәре лә. Был юлы, әлбиттә, ижад ҡеүәһе, йәғни бер шәлкем мәҡәләләре оло баһаға бик тә тәғәйен тәҡдим ителгән. Бында мин “Башҡорт­остан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзиттәрендә баҫылған төплө мәҡәләләрен күҙ уңында тотам.
Премияға ҡуйылған мәҡәләләрҙән тыш автор­ҙың башҡорт журналистикаһына арналған монографияһы, тыуған төйәгенә, сәсән Ҡоломбә­товҡа бағышланған китаптары барлығын да иҫкә төшөрөп үтәйек. Бөтөнөһө бергә эшмәкәрлек даирәһен, унан да былай, башта әйткәнсә, шәхес асылын сағылдыра. Раҫтыр һүҙем: шәхестәр кәрәк журналистикала. Был иһә уға ғүмерең буйы бирелгәнлекте талап итә.
Нияз Сәлимовтың абруйлы комиссия ҡара­ма­ғына ҡуйылған “Тел яҙмышы – үҙ ҡулыңда”, “Һәй­кәл­дәр – тереләр өсөн”, “Рәсәйгә дан йыры”, “Урал бөркөтөнөң үлемһеҙ осошо йәки Легендар комбригтың ғүмер сәхифәләре”, “Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы” тигән мәҡәләләренең исемдәре үк күпте тоҫмаллата. Улар аналитик яҡтан ғына түгел, йөкмәткеһе, художестволы туҡымаһы менән дә юғары кимәлдә. Асышлы ла, дәлилле лә. Фе­кер көсө, маҡсат мәргәнлеге был яҙмаларҙа. Бындай әйберҙәр вариҫтарыбыҙ өсөн дә кәрәкле буласаҡ.
Теле барҙың – иле бар, ил терәге ирҙәрҙә тигән юҫыҡта яҙылған мәҡәләләр, легендар комбриг Муса Мортазин яҙмышын асыҡлаған юлдар бөгөнгө публицистика ҡаҙаныштары кимәлендә. Улар тарихи хәтерҙе ҡуҙғыта, илһөйәрлек тойғоһон үрләтә. Идеалдар тоноҡлана төшкәндәй, патриот­лыҡты тәрбиәләү һүрәнәйә барғандай, баҙарсы­лыҡ ҡармап алғандай был осорҙа тап ана шундай журналистика танһыҡ беҙгә.
Мәҡәләләр шуның менән дә әһәмиәтле: улар тәү сығанаҡтарға – Башҡортостан Республика­һы­ның Милли архивында һаҡланған, ошоғаса әл­лә ни күҙгә эленмәгән документтарға таянып яҙылған.
Күренекле журналист, тәжрибәле мөхәррир, ғалим-филолог, бөгөнгө байтаҡ журналистарҙың остазы булараҡ, Нияз Сәлимов жанр һәм стиль талаптарының серҙәрен яҡшы белә. Маҡсатҡа ул халҡыбыҙҙың тел байлығы аша ла, әйтемдәр, мәҡәлдәр һәм фразеологизмдарҙы урынлы ҡулланыу менән дә өлгәшә. Ә бит халыҡтың рухи хазиналары менән йәшәү ижади эштә әйтеп аңлатып бөтә алмаҫлыҡ ҡот та, һут та, ырыҫ та ул. Бөгөнгө мәғлүмәтле йәштәргә бына шуға ынтылырға кәрәк.
Ҡәләмдәшемде шәхес итеп күтәреүҙә уның шиғри тәбиғәте лә – шағирлығы ла ҙур урын тота. Ватансыл һәм ижадсыл булмышы “Ураҡ өҫтө” тигән китабында ла сағыла. Быны иш янына ҡуш, тип әйтеп үтәм.
“Йәшлек” гәзите редакцияһында илдәге үҙгәртеп ҡороуға бәйле осорҙа бергә эшләгән йылдарҙа Нияз Сәлимовты ҙур яуаплылыҡтағы талапсан етәксе һәм шәхес итеп ныҡлап күрҙем, инандым. Гәзиттең абруйы үҫте, тиражы артты. Ә бит баштараҡ таяныс булырҙай журналистар ҙа тулып ятмай ине. Көслө коллективты тупларға, халыҡ өмөтөн аҡларға, тап бына уның тауышын ишеттерергә, ил-ҡәүем менән бер һулышта, хатта өлгөрөрәк тә атларға кәрәк ине. Бына шуға өлгәште баш мөхәррир. Уның үҙе әйткәнсә, ул саҡта уң ҡулы – урынбаҫары булыуым бөгөн килеп үҙе бер ҡәнәғәтле хәтирә. Быны мәртәбә юллап түгел, нисек бар, шулай иҫкә алам. Нияз Сәлимовтың ниндәй зат икәненә шаһитлыҡ ҡылып әйтелде был. Шул йылдарҙа редакцияла – “Йәшлек”тә сыныҡҡан, бөгөн килеп ошо баҫманың, шулай уҡ “Шоңҡар” журналының мөхәррирҙәре булған шәхестәр ҙә иҫбатлар быны.
Барлыҡ ошо фекерҙәрҙән сығып, Нияз Сәлимовтың премия юллауға ҡуйылған төплө һәм бәҫле мәҡәләләренең, тотош фиҙакәрлегенең үҙ баһаһын алырына, бының йәштәребеҙ өсөн үҙе бер өлгө булырына иманым камил.

Хәсән НАЗАР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571