Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул дыуамал иһә дауыл көҫәй, дауылдарҙа барҙай йән ялы
Ул дыуамал иһә дауыл көҫәй, дауылдарҙа барҙай йән ялы 2015 йылдың ноябрендә миңә Железноводск ҡалаһында булыу бәхете тейҙе. Уны үҙем өсөн Тимерһыу тип атаным, сөнки төркиҙәр төбәге булған бит ул ҡасандыр. Дауаһынан бигерәк был төбәктең Михаил Лермонтов менән бәйле булыуы ылыҡтырҙы, сәфәргә саҡырҙы. Йәш саҡта әле ул һуңғы көнөн үткәргән йортта урынлаштырылған музейҙы күргәйнем, шул фажиғәле төн тәьҫораттары һаман күңелдә йәшәй. Әле лә уның төҫлө ҡәләмдәр менән төшөрөлгән натюрморттары, юл кәрзине, монаяттары күҙ алдында. Ул саҡта барыбер йәштәрсәрәк ҡабул ителгән, хәҙерге күҙҙән уны ярһыу малай ғына итеп күрәм дә, йәлләүҙән, әрнеүҙән йөрәк дөпөлдәй башлай.


Елкән

Томан аша яңғыҙ аҡ елкәнкәй
Төҫмөрләнә диңгеҙ өҫтөндә,
Ватанынан ниңә китте икән,
Нимә эҙләй икән сит илдә?..

Тулҡын уйнай – елдәр һыҙғырыша,
Ыңғыраша елкән ағасы,
Юҡ-юҡ, бәхет эҙләп китеп бармай,
Бәхеттән дә ҡасып бармайсы!

Баш өҫтөндә – алтын ҡояш нуры,
Зәңгәр аҡыҡ кеүек ян-яғы,
Ул дыуамал иһә дауыл көҫәй,
Дауылдарҙа барҙай йән ялы.

Малай ғына тиһәң дә... Бөтөн Рәсәйҙе тетрәндерерлек итеп, Александр Пушкин дуэленә арнап яҙылған шиғыры менән әҙәбиәт көмбәҙендә сағыу йондоҙ булып ҡабынып өлгөргән шәхес, Ҡафтау һуғыш­тарында ла дары татып өлгөргән һалдат. Унда ла бит ана шул диңгеҙҙә дауыл көҫәгән ярһыулығын тын ятыуға әйлән­дерергә маташып һуғыш ҡырына ебәр­гәндәр. Был шиғырҙы тәржемә иткәнемдә йәненә ял күреп дауыл көҫәүен үҙем кисергәндәй булдым.
Ә ул бары ярһыулана төшкән, ды­уамал­лыҡ менән сиктәш ҡыйыулыҡ, ғәрселлек, тормошҡа, йәмғиәткә скептик ҡараш – һәм бына теленән төшкән мыҫҡыллы, әсе һүҙ... Дуэлгә килтергән һүҙ...
Үкендеме икән ул шулай килеп сыҡҡа­нына? Әллә заманында үҙенә урын тапмай, ошо юлды аңһыҙҙан эҙләгәнме? Әллә “Фаталист” хикәйәһендәге кеүек яҙмыш­тан уҙмыш юҡ тип йәшәгәнме? Уның әсе телләнеүе беренсе тапҡыр ғына булмаған бит... Һәм бына үлемесле һүҙ – үҙен үлтерәһе һүҙ – әйтелә...
Лермонтов Тимерһыуҙа ғүмеренең аҡтыҡ көнөн үткәргән йорт янынан үттем. Йорт ташландыҡ хәлдә, тәҙрәләре күптән йыуылмаған...
Ул йорт тураһында бына ошондай мәғлүмәт таптым:
“Усадьба Карпова. На фасаде дома – барельефный портрет Лермонтова и надпись: “В этом доме летом 1841 года снимал квартиру и провёл последний день своей жизни великий русский поэт Михаил Юрьевич Лермонтов”. Дом, где жил поэт, построен в 1825 году. Одноэтажный, с входной дверью, украшенной каменным орнаментом в виде трёх колец. В нём 8 комнат. В те дни это был один из самых больших и наиболее благоустроенных домов в Железноводске...
...В настоящее время домик всеми забыт и заброшен. Он находится в крайне запущенном состоянии. Стены разрушаются, несущие балки подпираются непонятными металлическими стойками, окна из-за грязи совершенно не прос­матриваются. Остался только барельеф и надпись. Даже экскурсии проходят этот дом мимо. А жаль. Это история...”
Иртәгәһенә Биштау-Пятигорскиға юл­лан­дыҡ. Ул аҡтыҡ тапҡыр тау һырттарына ҡараш ташлағандыр, бәхилләшкәндер... Йығылып йән биргәс, күк түңкәрелгәндәй булып ғәрәсәтле ҡойон үткән, тиҙәр...
Беҙ барған мәлдә лә аяҡтан йығырлыҡ дауыл ҡубып алды. Номерға ҡайттым да бер нисә минут эсендә ошо юлдарҙы яҙып ҡуйҙым.

Машуҡтау

По камням струится Терек,
Плещет мутный вал;
Злой чечен ползет на берег,
Точит свой кинжал.
М.Ю. Лермонтов.

Машуҡтауҙа әсе елдәр иҫә,
Битте семтей ямғыр тамсыһы,
Яра тартып тауҙы дауыл йөрөй,
Һелтәй-һелтәй ауыр ҡамсыһын.

Күңелдә лә дауыл... Бөгөн генә
Ауған кеүек ергә Лермонтов...
Ул йығылғас, һуңғы һулыш алып,
Дауыл ҡупҡан, тиҙәр, ер йыртып.

Малай ғына кеүек бөгөн баҡһаң –
Егерме лә алты – тулы йәш...
Ә яҙғаны – күп йәшәлгән кеүек,
Юрьевич тип ҙурлар оло йәш!

Был йәшендә Мишка ғына булып
Йәшәп ята бөгөн тиҫтерҙәр.
Ә Лермонтов – ул Михаил инде...
Заман яңы, ә ул – иҫкермәй...

Машуҡ... Юҡҡа ғына һине шағир
Данламаған, һиңә тартылған –
Һиндә ҡибла эҙләп, дауыл эҙләп,
Бейек һырттарыңа артылған.

Ул бейеклек эҙләп һиңә килгән,
Һуңғы һулыш алған тауыңда...
Ә шулай ҙа... ярай һиндә ауған,
Баш һалмаған чечен яуында...
Шағир булып киткән...

Ярай әле шағир булып киткән... Шағир...
Минең күңелгә лә шиғыр дауылы инеп алды ла шунда булған бер нисә көн эсендә бер шәлкем яҙып ҡуйҙым. “Ҡоштар донъяһы” тип атаным уны. Шифалы һыу эсер өсөн бер аҙ тауға күтәрелергә тура килә. “Беҙҙең заман геройы” әҫәрендәге персонаждарҙың прототиптары ла ошонда йөрөгән, ошо һуҡмаҡтарҙан үткән инде. Һеңлеһе өсөн ут йотоп, ғәрләнеп өҙгөләнгән Азамат кеүек егеттәр ҙә булғандыр. Ошо хис күкрәкте яндырып сығып килгән кеүек. Их Бэла, Бэла... Һиндәй ҡыҙҙар әҙ булғанмылыр баш һалған Ҡафтауҙа!
Шул уйҙар менән бюветҡа күтәрелеп еткәндә, өс ҡошто ҡуналҡаға бәйләп ултыртып, шулар менән фотоға төшкән өсөн аҡса йыйып торған әҙәм алдыма килеп баҫты.
Юҡ, фотоға төшмәнем. Ҡайттым да ошо шиғырҙы яҙҙым:

Ҡол ҡоштар

Ҡоштар менән фото төшөрәләр...
Аҡса өсөн... Бәйле өс ҡоштоң
Ҡанаттары бар ҙа һәр беренең,
Тик күрермен, тимә, осошон.

Нәзәкәтлек һыны – аҡ тауисы,
Аҡыллылыҡ һыны – ябалаҡ,
Ҡош батшаһы – ғорур бөркөт йәнә...
Тамашалай халыҡ, ҡамалап.

Бәйле ҡоштар...
Ҡаҙыҡтағы өс һын –
Аҡыл, ғәйрәт, йәнә матурлыҡ...
Ниңә күрҙем инде өс меҫкенде –
Юл буйына илап ҡайтырлыҡ!

Ҡоллоғона күнгән тауис, өкө...
Тик уларҙан бикәр йәш-аһым –
Ҡараш һүнек, ҡанаттары һәлек
Ҡоллоҡтағы ҡоштар батшаһы...

***

“Ҡоштар донъяһы” циклы шулай теҙелә башланы.

Ҡарсыға менән һандуғас

“Һин дә булғанһың ҡош”, – тигән икән,
Һандуғасты тотҡас, ҡарсыға.
Үткер суҡыш, иңле ҡанат булһын,
Һунар итһен – шулар ҡош уға!
Тауыш тигән – уныҡындай кәрәк,
Уныҡындай булһын ояһы,
Түгел икән – ыбыр-сыбыр турғай
Ниңә тыуғанына оялһын!
“Ике ҡабып, бер йоторҙай ите,
Йоҡмай ҡалды кесе телгә лә...” –
Йыртҡыс ҡоштан һандуғасҡай меҫкен
Ашап бөтөлгәс тә тиргәлә.
... Өҙҙөрөп тә һайрай таңда былбыл –
Ожмахтарға инеп кит кенә!
Баһалары ғына төрлө уның –
Кемгә – йырсы, кемгә – ит кенә...

Ҡош һәм кеше

Ҡарға ла – ҡош, һандуғас та,
Ҡош исемле бөркөт тә,
Ҡайһы һайрап иләҫләтә,
Ҡайһы ҡорҡоп өркөтә.

Аттай сапҡан дөйәғош та
Инде ҡоштарҙың ҡошо!
Оса белмәһә лә ҡош ул –
Фәһем түгелме ошо?
Тик кешеләр араһында
Хайран ҡалыр хәлдәр бар,
Кеше түгел кеше был, тип
Күңел ҡайтыр мәлдәр бар.

Нәҫел

Ҡарға алды сыйырсыҡ балаһын
Ҡурсыһа ла ата-инәһе,
Шып-шым ҡалды бәләкәсһеҙ оя,
Сырҡылдашып, бирмәй кинәнес.

Өнһөҙ оя күңелгә шом һалды,
Баҡсаның да китте бер ҡото,
Ултыр инде хәҙер турғай тыңлап,
Йән өшөткөс ҡарға ҡорҡотоп.

Әммә, ғәжәп! Ояһы өҫтөндә
Сыйырсыҡтар, сут-сут һайрашып,
Баштағыса туйлап ҡауыштылар,
Ултырмайса бер көн зарлашып.

Тауыш бирҙе йәнә ҡошсоҡтары,
Ем ташыны, талмай, ата ҡош,
... Дауам итә ләһә үҙ нәҫелен,
Өр-яңынан башлап, хатта ҡош!
Ә кеше?!

Аҡҡоштар

Аҡҡоштар ни хәл итәлер
Өйөрмә айырғанда,
Көтөлмәгән ғәрәсәттәр
Ҡанатты ҡайырғанда?..

Табыша, тиҙәр, яңынан,
Ҡауыша, тиҙәр, ҡабат,
Тоғролоҡҡа кәртә түгел
Дауылда һынған ҡанат.

Имләй белә йәргенәһен
Имене ҡуйып иңен...
Яҙһа ине һәр кемгә лә
Табырға шундай тиңен.

Шундай тиңен – айырмаҫлыҡ
Ел-буранлы аҡ ҡыштар
Тоғролоҡҡа әҙәм түгел,
Көнләшерлек аҡҡоштар!

Төйлөгәндәр

Себеш сыға, бәпкә сыға
Һөйөндөрөп яҙҙарҙа,
Уҫаллана йыуаш тауыҡ,
Уҫаллана ҡаҙҙар ҙа.
Беҙ, балалар, үҙебеҙ ҙә
Әҙер генә яҡларға,
Ҡушалар бәпкә-себеште
Төйлөгәндән һаҡларға.
Булды рәхимһеҙ ҡарғаның
Себештәрҙе типкәне,
Аҫ тигән яуыз кейектең
Быуып алып киткәне.
Йыртҡыс ҡош йәшәй алмай ул
Көсһөҙөнә теймәйсә,
Ҡоҙғон һүҙе – ҡобайырҙа:
“Торалмам ҡан еймәйсә”.
Тик йәшәргә йүнен эҙләй
Себеш алған аҫ-ҡоштар.
Кешелек йәмғиәтендә
Көслөнөкө замана тип,
Сабый “тибә” йыртҡыстар.
Цивилизация шулмы?!
Шулмы – кеше тигәндәр!
... Йәйен-ҡышын оса күктә
Ҡанкөҫәр “төйлөгәндәр”...
Кем туҡтатыр был “ҡоштарҙы”,
Ҡырҡыр кемдәр ҡанатын?!
Күпме ғәйепһеҙ ҡорбандар
Йөрәктәрҙе ҡанатыр!
Үҙ башына йыртҡыстарҙың
Төшһә ине нәләтем.
Нишләйем һуң!..
Себеш һаҡлап сыбыҡ тотҡан
Сабый бала – халәтем.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 506

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 664

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 568