Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөтә ауылдарҙа ла клубтарҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәштек”, — ти Гөлшат Зиннәт ҡыҙы
“Бөтә ауылдарҙа ла клубтарҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәштек”, — ти Гөлшат Зиннәт ҡыҙыҺуңғы ваҡытта ауылда клубтарҙың йүнләп эшләмәүе, күп осраҡта унда ат башындай йоҙаҡ эленеүе, шунлыҡтан йәштәргә күңел асыу урынының булмауы хаҡында йыш ишетергә тура килә. Әлбиттә, бында кемделер ғәйепләү ҙә дөрөҫ булмаҫ ине. Сөнки илдә барған үҙгәрештәр мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡағылмай ҡалманы: күп кенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡартылды, клубтарҙы йылытыу, уларға ремонт яһау, яҡтылыҡ өсөн түләү ҡырҡа кәметелде. Һөҙөмтәлә күп ауылдар мәҙәни усаҡһыҙ тороп ҡалды. Ауылдың киләсәге — мәктәп, тип әйтергә яратһаҡ та, ябай халыҡ өсөн клубтың да роле ифрат ҙур бит! Хужаһы ниндәй, эше шундай тигәндәй, был проблема барлыҡ райондарҙа ла күҙәтеләме? Берәүҙәре юғарынан фарман булды тип клубтарҙы ябып ҡуйһа, бәғзеләре уларҙы һаҡлап ҡалырға тырыша. Был йәһәттән Әбйәлил районы — күптәргә өлгө.
Эш үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынып, Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Зиннәт ҡыҙы Лавреневаға мөрәжәғәт иткәс, ул район клубтарының эше менән танышырға тәҡдим яһаны.

Хужа бүлмәһендә

Иртәнге туғыҙҙа мәҙәниәт бүлегенең кабинетында инем. Күп тә үтмәй бер-бер артлы методистар йыйыла башланы. Баҡһаң, уларҙың һәр эш көнө етәксе үткәргән оперативканан башлана икән. Бында улар көндәлек эшкә байҡау яһай, киләсәккә пландар төҙөй, төрлө сара, конкурс тиһеңме, республика буйынса ярыштармы — барыһы хаҡында ла фекер алыша. Уларға ҡамасауламай, ситтән генә күҙәтәм: һәммәһе лә шундай дәртле, һәр береһенең үҙ идеяһы, әллә күпме тәҡдиме бар. Быйыл һәр ауылда үтәсәк “Һылыуҡай” матурлыҡ бәйгеһен нисек ойошторорға, районда йылды барлау тантанаһына ниндәйерәк яңылыҡтар индерергә, Рәсәй һәм Башҡортостан Президенттары иғлан иткән исемле йылды асыу сараһын ҡасан үткәрергә, кемдәрҙе “Байыҡ” бейеү конкурсына ебәрергә, ҡайһы ансамблдәргә халыҡ исемен алыуҙы юлларға — бына ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға тырышты улар.
Шул арала Гөлшат Зиннәт ҡыҙы, төрлө ергә шылтыратып, ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итергә лә өлгөрҙө. Һәр хеҙмәткәре өсөн яуаплылыҡ тойоп, уларҙың эше менән даими ҡыҙыҡһынып тороуы ла күҙгә ташлана. Шулай булмаһа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йылды барлау сараһына нисек килеүҙәрен белешеп, транспорты булмағандарға ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтарына шылтыратып, уларҙан хеҙмәткәрҙәре өсөн машина белешеп ултырыр инеме?! Нисек теләйһегеҙ, шулай киләһегеҙ, тип әйтһә лә, ул хаҡлы. Әммә Гөлшат Лавреневаның иң күркәм сифаттарының береһе — ул үҙе етәкселек иткән хеҙмәткәрҙәренән талап итә лә, кәрәк икән, яҡлай ҙа белә.

Әйткәндәй...

Районда бөгөн 72 клуб, 34 мәктәп музейы, 2 музей, 32 китапхана, мәҙәниәт йорто эшләй. Алдан әйтеүемсә, күп райондарҙа клубтар ябылғанда, бында улар гөрләп тора.
— Әлбиттә, ауылдағы мәҙәниәт усаҡтарын һаҡлап ҡалыу еңелдән булманы, — ти Гөлшат Зиннәт ҡыҙы. — Клубтар бит ауыл тормошона йән өрә, тәрбиәүи яҡтан да роле ҙур. Әгәр бөгөн ауылдарҙа эшһеҙлек, эскелек кеүек күренештәр сәскә атҡанда, халыҡты рухи аҙығынан да мәхрүм итһәк, бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ күренеш булыр ине. Йәштәр ҡулдарына һыра шешәһе тотоп, араҡы, хатта көмөшкә һатып алып, ҡайҙа барырға белмәй, урам ҡыҙыра икән, тимәк, был ауылда клуб бикле йәки ул эшләмәй. Был йәһәттән беҙҙең районда хәлдәр күпкә яҡшы. Беренсенән, бөтә ауылдарҙа ла клубтарҙы һаҡлап ҡалырға өлгәштек, хатта заман ауыр тип торманыҡ, Таҡһыр, совхоздың Озерный бүлексәһендә, Мәйгәштелә яңыларын төҙөнөк. Икенсенән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡының төп таянысы: уларһыҙ бер нәмә лә эшләнмәй. Мәҫәлән, Оло йәштәгеләр көнө, Яңы йыл байрамы, 8 Март йә Республика көнөмө — барыһында ла уларҙың ҡатнашлығы бар. Өсөнсөнән, халҡыбыҙҙың йолаларын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен быуындан быуынға тапшырыуҙа клуб хеҙмәткәрҙәренең өлөшө айырыуса ҙур. Һәр ауылда тиерлек драма түңәрәктәре, оло йәштәгеләрҙең фольклор ансамблдәре, бейеү, баян түңәрәктәре уңышлы эшләй. Хатта ҡайһылары мәктәп уҡыусылары өсөн дә төрлө түңәрәк ойошторған. Халыҡ менән берҙәм эшләгәндә генә нимәгәлер өлгәшергә мөмкин.
Гөлшат Зиннәт ҡыҙы әйтеүенсә, ауыл клубы матурлыҡ һәм гүзәллек тәрбиәләүсе бер йорт булырға тейеш, был юҫыҡта район буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарыла. Яҙҙан алып көҙгә тиклем һәр клуб янында күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ултыртыла, йыл һайын еңеүселәр билдәләнә, бүләктәр тапшырыла. Клубҡа кеше атлығып килергә һәм унан матурлыҡ алып сығырға тейеш. Ә күңелендә матурлыҡ тойғоһо йөрөтөүсе бер ваҡытта ла насар эштәр ҡылырға баҙнат итмәй. Матур йолаларҙың тағы береһе — бында йыл әйләнәһенә һәр ауыл биләмәһендә мәҙәниәт учреждениеларының күсмә семинарҙары үтә. Бындай саралар уларға бер-береһе менән аралашыу, фекер алышыу өсөн дә уңайлы.

“Бөтә ауылдарҙа ла клубтарҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәштек”, — ти Гөлшат Зиннәт ҡыҙыКөрәктәр — дәртле йөрәктәр

Ни өсөн Көрәкме? Аңлатам. Әбйәлил районының күпселек ауылдары ике исем йөрөтә. Тәүгеһе — халыҡ телендә, икенсеһе — документ буйынса. Беҙ килгән Ишкилде ауылының икенсе исеме — Көрәк. Ауыл халҡының бигерәк дәртле булыуын иҫәпкә алып, уларҙы, көрәктәр — дәртле йөрәктәр, тиҙәр.
Бәләкәй, әммә шул тиклем йылылыҡ һәм ҡот бөркөп торған ауыл клубы мейес менән йылытыла. Мөдир булып Мөслимә Мәсәлимова 80-се йылдарҙан бирле эшләй. Уның етәкселегендә бөгөн ауылда гармунсылар ансамбле, “Сәриә” фольклор, драма һәм башҡа төркөмдәр уңышлы эшләп килә, район буйынса ғына түгел, хатта республикала призлы урындар яулағандары бар. Ауылда барлығы 220-нән ашыу кеше йәшәй. Һәр кемдең йәшәйеше, кемдең нимәгә һәләтле икәнен Мөслимә Әширәф ҡыҙы күптән белеп бөткән. Шуға улар менән эшләүе еңел һәм күңелле, ти. Һәр көн иртәнән алып кискә ҡәҙәр клуб ишеге асыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, театрҙы яратҡан, йыр-бейеүгә битараф булмаған Зәйтүнә Шаһыбалова әйтеүенсә, һәр көн эшкә барышлай, ул клубҡа килеп әйләнә. “Тупһаһына баҫып бейемәйсә, күңелем булмай. Сәхнәһенә менеп, үҙем уйнаған образдарымды ҡабатлап төшмәһәм, нимәлер етмәгән кеүек. Йәшәүгә дәрт, көс алам ошо кескәй генә сихри йорттан”, — тип әйтеүе клубтың эшмәкәрлегенә оло баһа түгелме ни?!
Әбйәлил районының урман зонаһында йәшәүсе халыҡ йыр-моңға бигерәк дәртле. Өй беренсә тиерлек гармунда һыҙҙырыусылар, дәртләнеп бейеүселәр, моңло йыр һуҙыусылар етерлек. “Тальян гармун” конкурсы лауреаты, гармунсы Зөлфәр Дәүләтшин, шулай уҡ Зилә Хисмәтуллина, Ринат Зарипов, Дания Баҡыева, Данил Вәлиев, Гөлшат Зарипова ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Ринат Зарипов быйыл ҡырҡынсы тапҡыр Яңы йыл кисәһендә Ҡыш бабай булған. 17 йәшенән ауыл халҡы өсөн Ҡыш бабай булып уйнаған ағай мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.
Хаҡлы ялда булып та, ауыл тормошо өсөн янып, ауылдаштарым тип йәшәүсе дәртле халыҡ әртистәренә һоҡланып та, ҡыҙығып та ҡуяһың. Боронғо йырҙарыбыҙҙы эҙләп, халыҡҡа сығарып, онотола барған йолаларҙы ҡайтанан тергеҙеп, үҙҙәре үк таҡмаҡ әйтеп, бейеү һалып йөрөгән был апай-ағайҙарға “афарин!”дан башҡа ни әйтәһең! Әлбиттә, халыҡты туплап, улар менән даими эшләү — етәксенең уңышы. Был йәһәттән Мөслимә Мәсәлимова икеләтә бәхетле. Үҙе әйтмешләй, халыҡты көсләп клубҡа саҡырыу юҡ, һәр береһе теләп килә. Райондан йәки Өфөнән килгән артистар ҙа рәхәтләнеп концерт ҡуйып ҡайта, хатта клубтың эсенә һыйып та булмай, ти ишкилделәр. Бәлки, киләсәктә ауылда өр-яңынан заман шарттарына яраҡлаштырып төҙөлгән мәҙәниәт йорто ла ҡалҡып сығыр әле...
Ауыл клубтары тураһында яҙырға уйлағас, Әбйәлил районына шылтыратыуыма шатланып та ҡуйҙым. Заман ауыр, эшһеҙлек осоро тип һөйләргә яратһаҡ та, ауылдарыбыҙ йәшәй әле, улар үҙ көндәрен үҙҙәре күрә, юҡты бар итергә тырыша. Иң мөһиме — күңелдәре йыр-моңға тулып, матурлыҡты яратып, уға табынып йәшәйҙәр. Әбйәлил районында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре рухи ҡиммәттәрҙе ҡайғырта. Башҡа райондарҙа хәлдәр нисек икән, бәлки, фекер алышыусылар табылыр?
Кәримә УСМАНОВА,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566