Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухыбыҙ тарихын барлаусы китап
Рухыбыҙ тарихын барлаусы китап Наил Ғәйетбаев – заманыбыҙҙың төп драматургы, төрлө жанрҙағы илленән ашыу пьесалар авторы булараҡ, киң танылыу яулаған шәхес. Драмалары, комедиялары һәм трагикомедиялары Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы, хатта сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән ҡуйылып, тамашасыларҙың оло һөйөүен яулап өлгөрҙө. Наил Ғәйетбаев башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 70-се йылдарында аяҡ баҫты, үҙенең ижад юлын прозаик булараҡ башланы. Уның “Әлфиә”, “Алтын ямғырҙар миҙгеле”, “Тәүге ҡар”, “Буран” повестары һәм хикәйәләре башлыса сәнәғәт предприятиеһы эшселәренең тормошон тасуирлауға арналды.


“Ҡара ҡумта”, “Ҡапҡан”, “Сит планета ҡыҙы”, “Хушлашыу” кеүек фантастик һәм мажаралы повестар Наил Ғәйетбаев ижадында һиҙелерлек күренеш булды, тип әйтә алабыҙ. Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында үрҙә телгә алынған повестар балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең күп уҡылған, иң яратҡан әҫәрҙәре булды.
Шулай ҙа Наил Ғәйетбаевтың ижади таланты драматургия өлкәһендә тулы­һынса асылды тиһәк, хаталанмабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, ул, ижади шәхес була­раҡ, үҙен тап шул бигүк еңел булмаған жанрҙа тапты тиергә була. Уның комедия­ларында, драмаларында һәм трагедияларында телдең образлы нескәлек­тәре, ҡоролған коллизияларҙың үткерлеге, новеллизм элементтары ярылып ята. На­ил Ғәйетбаевтың драма әҫәрҙәрендә за­ман­дың үткер социаль, әхлаҡи-этик проб­ле­малары күтәрелә, йәшәйешебеҙҙең фәл­сәфәүи һәм эстетик күҙлектән сығып дө­йөм­ләштерелгән мәсьәләләре тикшере­лә.
Наил Ғәйетбаевтың 2015 йылда Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән һәм Башҡортостан Республика­һының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән “Тарихи пьесалар” исемле китабына “Урал батыр” (башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса), “Ос, аҡсарлағым, ос” (Ғайса пәйғәмбәр яҙмышы версияларының береһе), “Еңеү йәки Салауат” (башҡорт халҡының милли ҡаһарманы хаҡында), “Любезники-любизар” (1812 йылғы Ватан һуғышы), “Аҡмулланың аҡ төндәре” (башҡорт шиғриәтенә нигеҙ һалыусы тураһында), “Бабич – атҡаҙанған әртис”, “Башҡортом­доң күҙ йәше” (шағир һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабич тураһында), “Төн” (Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәми Ғарипов хаҡын­да), “Диверсант”, “Алыш” (1941–1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы), “Эңер” (йәмғиәт тормошонда дин), “Салауат алты йәшендә”, “Теүәтәй һәм Өфө” (Салауат Юлаев менән Мостай Кәримдең балалыҡ йылдары хаҡында) драмалары менән трагедиялары индерелгән.
Башҡорт драматургияһында “Урал батыр” эпосының төрлө авторҙар эшләне­шендәге бер нисә версияһы бар. Улар араһында Наил Ғәйетбаевтың мәшһүр эпосыбыҙ буйынса яҙылған пьесаһы башҡаларҙыҡынан шуныһы менән айырылып тора: автор сәхнә ҡанундарын бик яҡшы белә һәм сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ характерҙар тыуҙыра, мауыҡтырғыс сюжет төҙөүҙә маһир булыуын күрһәтә, драматургик оҫталыҡ менән үрелеп барыусы ҡатмарлы логик схемалар оҫтаһы булараҡ сығыш яһай. Автор бында, төп гуманистик идеяны боҙмайынса, уны сәхнәгә яраҡ­лаштырыу маҡсатында эпосты ҡырҡа үҙгәрткән – эпизодтарҙың урындарын алмаштырған, яңы персонаждар һәм ваҡиғалар өҫтәгән. Һөҙөмтәлә үткер динамик сюжетлы мауыҡтырғыс сәхнә әҫәре барлыҡҡа килгән. Пьеса йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ, мөхәббәт һәм тоғролоҡ, көнсөллөк һәм эскерһеҙлек хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ул Тыуған илгә һәм халыҡтың рухи таяныстарына һөйөү тойғолары менән һуғарылған.
“Аҡмулланың аҡ төндәре” драмаһы башҡорт әҙәбиәте классигы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы тураһындағы рәсми сығанаҡтарға, ысын­барлыҡтағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Был әҫәрҙә тарихилыҡ, ысынбарлыҡ һәм шартлылыҡ ҙур оҫталыҡ менән бер-береһенә үрелеп килә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Аҡмулланыҡы тип фаразланған ҡайһы бер дүрт юллыҡтар Наил Ғәйетбаевтың үҙе тарафынан ижад ителгән. Был шиғри юлдар пьесаның туҡымаһына уңышлы рәүештә үрелеп килә һәм бөйөк шағиры­быҙҙың яҙыу стиле менән фәлсәфәүи ҡараштарына тулыһынса тап килә.
Драмала шағир яҙмышы трагизмының бик ҡыҙыҡлы һәм ышандырырлыҡ үҫеш логикаһы күрһәтелгән. Әгәр ун һигеҙ йәшлек Мифтахетдинды ауылдаштары үткер сатирик йөкмәткеле таҡмаҡтары өсөн туҡмап ташлаһа, утыҙ алты йәшлек Аҡмулланы фәҡир-фоҡараны яҡлаған шиғырҙары өсөн төрмәгә ултыртып ҡуялар. Ә алтмыш дүрт йәштәге арҙаҡлы шағирҙы муллаларҙың һәм байҙарҙың ике йөҙлөлөгөн фашлаған, кешелеклелекте һәм рух азатлығын данлаған шиғырҙары өсөн үлтереп китәләр.
Автор Аҡмулла характерының йылдан-йыл нығына барыуын, шиғырҙарының халыҡ бәхете өсөн көрәш ҡоралына әүерелеүен ышандырырлыҡ итеп күрһәтә алған. Беҙҙең алға ярлы-ябағаның яҡлаусыһы, үҙ иленең патриоты булған көслө шәхестең – бөйөк шағирҙың сағыу образы килеп баҫа.
Башҡорт шиғриәтенең тағы бер классигы Шәйехзада Бабичҡа “Шәйехзада Бабич – атҡаҙанған әртис” һәм “Башҡортом­доң күҙ йәше” исемле ике пьеса арналған. Автор, рәсми тарихи сығанаҡтарҙы ҡулланып (мәҫәлән, башҡорт ғәскәрҙәре өсөн һалдаттарҙы туплау, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш, башҡорт яугирҙәрен тотҡонлоҡтан ҡотҡарыу һ. б.), төп иғтибарҙы Бабичтың шағирлыҡ һәм сәсәнлек талантына, уның күп яҡлы характерын күрһәтеүгә йүнәлдергән. Был пьесаларҙа Шәйехзада Бабич күңелсәк, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫ оптимист, үткер телле сәсән, халыҡ һөйөүен яулаған виртуоз музыкант булараҡ һынландырылған. Әммә шул уҡ ваҡытта ул үҙ иңенә йөкмәтелгән изге бурысын да онотмай. Ул – автономия яулап алыу юлы менән үҙ халҡының азатлығы өсөн көрәш. Был пьесалар мәшһүр шәхестәрҙең ауыр яҙмыштары хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Был әҫәрҙәр илһөйәрлек, фиҙакәрлек тойғолары менән һуғарылған.
Сюрреализм һәм шартлылыҡ үҙенсә­лектәренең сағылышын милли батырыбыҙ тураһындағы трагедияһында асыҡ күрәбеҙ. Был әҫәрҙә ғәҙәти булмаған театр ысулы ҡулланылған: сәхнәлә бер юлы өс Салауат хәрәкәт итә – егерме йәшлек яугир Салауат, егерме өс йәштәге тотҡон Салауат һәм ҡырҡ алты йәшлек аҡыл эйәһе Салауат. Уларҙың һәр береһенең тормошҡа үҙ ҡарашы, тарихи ваҡиғаларға һәм йәшәү ҡиммәттәренә ҡарата үҙ баһалары. Был персонаждар, сәхнәләге төрлө коллизиялар барышында бер-береһен тулыландырып, Салауат Юлаев­тың ҡабатланмаҫ берәгәй образын тыуҙыралар. Трагедияла автор үҙе ижад иткән ҡобайырҙарҙы ярайһы уңышлы ҡулланған. Улар Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы осорона тәрәнерәк үтеп инергә, шул замандың рухын тулыраҡ тойорға ярҙам итә. Пьесала фәлсәфәүи уйланыуҙар байтаҡ ҡына, ләкин улар әҫәрҙең мауыҡтырғыс йөкмәт­кеһенә һис кенә лә зарар килтермәй.
“Төн” трагедияһында психологик үткер­лек менән драматик коллизиялар тағы ла көслөрәк килтерелгән. Был пьесала башҡорт халҡының шәхестәре Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәми Ғарипов образдары аша ижадта рух азатлығы һәм халыҡ менән ил яҙмышы кеүек үткер социаль-сәйәси проблемалар күтәрелгән. Бында, өн һәм төш, дөрөҫлөк һәм ялған кеүек, уйҙырма ваҡиғалар ысынбарлыҡ менән аралашып килә.
Ысынбарлыҡта был ике яҙыусы бер ваҡытта ла осрашмаған, сөнки улар төрлө осорҙа йәшәгән. Әммә яҙмыштары оҡшаш булған Һәҙиә менән Рәми сәхнәлә осраша, ижади процестарҙы тикшерә, бәхәсләшә, заманға һәм илдәге трагик ваҡиғаларға үҙҙәренсә баһа бирергә тырыша. Бынан тыш, был ике ижади шәхес үҙ әҫәрҙә­рендәге геройҙар менән осрашып, улар менән моназара ҡора.
Трагедиялағы ваҡиғалар бер төн эсендә бара. Әҫәрҙә төн – ваҡыт үлсәме генә түгел, ә ул саҡтағы йәмғиәт һәм дәүер торошоноң символы ла.
Ғөмүмән алғанда, тарихи пьесаларҙы бер китапҡа туплаған авторҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙа Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу хисе уятыу, уның тарихына, рухи мәҙәниәтенә хөрмәт һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү. Мәҫә­лән, “Алыш йәки дуэль” пьесаһы тулы­һынса үҙ иленең азатлығы өсөн ҡорбан булған бәләкәй геройҙың ҡаһарманлы­ғына, уның ҡаҡшамаҫ рухына арналған.
“Любезники-любизар” пьесаһында Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып инер алдынан башҡорт кантондарындағы халыҡ­тың еңел булмаған хәле тасуирлана. Эпидемия һәм аслыҡ арҡаһында фәҡирлек сигенә еткерелгән башҡорттар дөйөм дошманға ҡаршы көрәшеү өсөн урыҫ халҡы менән бергә яуға күтәрелергә үҙҙәрендә көс таба. Пьеса мелодраматик элементтары булған мажара жанрында яҙылған. Унда халыҡтар араһындағы хәрби дуҫлыҡҡа дан йырлана, илһөйәрлек юғары күтәрелә.
Шуны айырым билдәләргә кәрәк: Наил Ғәйетбаевтың “Тарихи пьесалар” йыйын­тығына индерелгән бөтә әҫәрҙәре лә тиерлек төрлө кимәлдәге премияларға, Мәҙәниәт министрлығының гранттарына лайыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Был китаптың ҡабатланмаҫ үҙенсә­леге – унда фәҡәт бер авторҙың бары тик тарихи пьесалары ғына баҫылыуында. Ундай уникаль күренештең Башҡортостан нәшриәте тарихында булғаны юҡ ине. Китапта урын алған пеьесаларҙа тарихи үҫешебеҙҙең хәл иткес һәм һынылышлы осорҙары күренекле шәхестәрҙең яҙмыш­тары аша һүрәтләнгән. Бындай китаптың 2019 йылда Башҡортостан Республика­һының 100 йыллыҡ байрамы алдынан донъя күреүе тәрән символик мәғәнәгә эйә.
Наил Ғәйетбаевтың “Тарихи пьесалар” йыйынтығы үҙенең художестволы-эстетик ҡиммәте буйынса ла, идея-тематик йүнәлеше йәһәтенән дә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһына лайыҡлы тип иҫәпләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566