Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тыуыр әүлиәләй ҡатындар, тик рух тере ҡалһын халҡымда”
“Тыуыр әүлиәләй ҡатындар,  тик рух тере ҡалһын халҡымда” “...Ниәтемде атҡарырға көс-дарманым етерҙәй? Үҙ-үҙемде белә-белгәндән таныш бер халәткә инәм дә... Индем! Булмышыма баҡтым: унда сит күҙгә күрһәтмәй генә бәпләгән серле Йәнағасым үҫә, үҙем шулай атаным. Ундай ағас бер ҡайҙа ла, бер кемдә лә юҡ, сөнки уны тик мин үҙ баҡсамда бар ҡылдым да йөрәгемде уға емшән иттем, ғүмер һутым менән һуғарҙым, күңел нурым һирпеп, яҡты һәм наҙ бирҙем. Йәнағасымдың тамырҙары нәҫелем, илем-халҡым ерлегенә олғашҡандыр, орлоҡтары – йәшәйештән йыйған аҡыл-фәһемдәремдер, япраҡтары – ҡатлы-ҡатлы яҙмыштарҙыр... Һәм мин уны көнгә сығарырға, сәскә-емештәрен донъяға күрһәтергә тейешмендер?” Ауылы, ил-йорто тарихын киләсәк быуындарға яҙып ҡалдырыуҙы үҙенең заманы, халҡы алдындағы аманати бурысы тип ҡабул иткән Нурия Баязит ҡыҙы, “Ҡатындар” трилогияһының төп героиняһы, шулай ти.


“Тыуыр әүлиәләй ҡатындар,  тик рух тере ҡалһын халҡымда”Ошо урында мин арҙаҡлы ғалимәбеҙ, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершинаның фекерен ҡабатлап китергә теләйем: “Үрҙә телгә алынған ифрат яуаплы бурысты атҡарыр өсөн героиняңдың шәхес булып өлгөрөүе, ил, халыҡ, хатта ки Йыһан даирәһе тәңгәлендә һүҙ йөрөтөрлөк интеллектуаль кимәле, әхлаҡи хоҡуғы булыуы зарури!” (“Кесе йыһандан – Оло йыһанға”; “Башҡортостан”, №№ 212 – 215). Ҡеүәтләп өҫтәйем генә: был сифаттар Гөлнур Яҡупованың үҙендә лә бар, һәм әлеге көндә халыҡтың мөкиббән яратып ҡабул иткән шиғри телле, тәрән йөкмәткеле, фәлсәфәүи трилогияны яҙыу Раббыбыҙ тарафынан тап уға инселәнгәндер тип ышанам.
Маҡсатым трилогия һымаҡ ҡоласлы әҫәрҙең йөкмәткеһен байҡап сығыу түгел, ә яҙыусының ижад серҙәренә төшөнөргә, бай йөкмәтке һәм ылыҡтырғыс һутлы телгә эйә әҫәр концепцияһының иң мөһим үҙенсәлектәрен билдәләргә ынтылыуым ғына.
Әҫәр мажаралы күренеш, кеше ихтыяры менән яҙмыштары үҙгәртелгән эт һәм бүре (һунарсы ҡарт этенең көтөйөн, инә бүре ауға сыҡҡан мәлде аңдып, өңөнә һалып китә, ә бүре балаһын алып ҡайтып бәйгә ултырта) хаҡындағы тасуирҙан башлана: “...Береһенең урмандан әҙәми заттарға, икенсеһенең, киреһенсә, әҙәми заттарҙан урманға ҡасып барышы. Икеһе ике яҡтан, ҡапма-ҡаршыға, саба торғас, түштәре менән йырып алға этәреп килгән һауа тулҡындары, ниһайәт, тасма-тас бәрелешеп, юғарыға урғылды. Был күҙгә күренмәҫ тығыҙ урғым алдында бер мәлгә туҡтап ҡалдылар: тирә-йүн уларҙың тик икеһенә генә аңлашылған мәғлүмәти еҫ-тойомдар менән тулды. Зәһәр ялтыраған күҙҙәр, тыржайған томшоҡтар, ҡарпайған ҡолаҡтар шул мәғлүмәтте аңдыны... Уларҙы ошо ынтылыштарынан дүндерер көс юҡ. Ҡарар күҙгә ифрат ныҡ оҡшашһалар ҙа, был ике йәндең эске булмышы аҡ менән ҡара кеүек айырыла: береһе азатлыҡ хаҡына әҙәми заттың муйынын сәйнәп ырғытырға һәләтле, икенсеһе шул уҡ әҙәми затҡа тоғролоҡ хаҡына ҡоллоҡҡа төшөргә, муйынына ҡарғы кейҙертергә лә риза...”
Уҡыу менән, гүйә, күҙ алдыңда йәнле панорама асыла – был тап Гөлнур Яҡуповаса, уның ҡәләме төҫлө буяуҙар менән, мәле менән контрасты көсәйтеү маҡсатында аҡ йә ҡараға ғына манып, ижад ителгән, тауышы, хатта ки еҫе булған картина тыуҙыра алғанын уҡыусылар яҡшы белә. Бер ыңғайҙа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биреп китеү ҙә уныңса: “Ата бүре ни өсөн үҙе ризыҡ ташымаған балаларына? Моғайын, уға бер-бер хәл булғандыр... Һунары уңмағанда ла ата бүре ас итмәй балаларын, тапҡан ризығын әҙ-әҙләп ашҡаҙанына йыя, эсәктәренә ебәрмәй, өңөнә алып ҡайтҡас, кире сығара...” Ошо күренештәрҙе әҙибә, әлбиттә, осраҡлы ғына һүрәтләмәй, ә әҙәм балаларының ерҙәге, тәбиғәт ҡосағындағы тере йәндәрҙең берҙән-бере генә түгеллегенә тәүҙә үк акцент яһап ҡуя: аҡыллыға – ишара. Был йүнәлештәге параллель фәлсәфә әҫәрҙең буйынан-буйына барасаҡ әле.
Әйтергә кәрәк, Гөлнур Яҡупованың шиғриәте лә, прозаһы ла тәбиғәткә һөйөү менән һуғарылған. Уның Башҡортостандың флора һәм фаунаһы, Ҡыҙыл китапҡа ингән һирәк үҫемлектәр, хайуандар хаҡында “Үләнле ер үлмәгән, кейекле ер бөлмәгән” тип исемләнгән уҡыу әсбабы яҙыуы ла һис ғәжәп түгел. Былар – һүҙ ыңғайында.
Гөлнур Яҡупова холҡо менән сабыр, аралашыу мөхитендә саҡ ҡына ҡыйыуһыҙыраҡ ул. Ә бына ижадта ғәжәйеп батыр, төрлө жанрға, төрлө алымдарға икеләнмәй тотона ла китә. Трилогия һымаҡ күләмле әҫәрҙә хикәйәләүҙе беренсе заттан алып барыуға йөрьәт итеүселәр бик һирәк, был алымды ҡулланыу ифрат ауыр. Әгәр осҡор фантазияң, йырлап торған телең, хыялсан асылың булмаһа! Ә Нурияла, тимәк, авторҙа ла, был сифаттар етерлек.
Балалар өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналында эшләп, кескәйҙәрҙе аңларға өйрәнгән кешемен, ә Гөлнур Яҡупованың уларҙы үтәнән-үтә күреүенә барыбер һоҡланам. Ғөмүмән, нескә психолог ул, быны ижадында әҫәрҙән әҫәргә иҫбатлай килә. Ышанмаҫтайға ышандыра ала. Мәҫәлән, уның Нурияһы ишеткәндәрен, гүйә, пәйҙә итеп, кино һымаҡ күҙ алдынан үткәрергә һәләтле. “Мин” тип хикәйәләүсе героиняның был үҙенсәлеге уны ваҡиғаларҙы төрлө күҙлектән күрһәтер өсөн кемдер кисергәнде һөйләп тормаҫтан, шул кешенең “тиреһенә индереп” тә алғылай.
Төп героиняның бәйәнсе булып китере алдан уҡ төҫмөрләнде: автор уға ошо маҡсатта Зирәк тигән матур ҡушамат йөрөткән ҡартәсәһе Рәйхана, боронғо йырҙар моңон, рухын күңеленә индергән хеҙмәт алдынғыһы, орденлы Зөлфиә атлы ағинәйҙәр тәрбиәһендә, зыялы ауыл эсендә үҫеү бәхетен бирҙе. Ә тормош төпсөр, сәмле ҡыҙыҡайҙың зиһененә яңынан-яңы мәғлүмәт өҫтәй, телен байыта бара. Әҙәби китаптарҙан уҡығандарын, радионан ишеткәндәрен ул үҙенең зиһен иләгенән иләргә ынтыла.
Өйҙә тик ҡатын-ҡыҙ уртаһында булғас, Нурия ир-ат фәлсәфәһенә мохтажлыҡ кисерә, башҡа заттың уйҙарын, холоҡ-фиғелен дә белгеһе килә. Сослоғо арҡаһында, бәләкәс кенә сағында әле, Нурия ҡартатаһының йәшлек дуҫы Әхмәҙин (Бүреһуҡҡан) бабайҙы үҙенә олатай итеп ала. Заманында урман ҡарауылсыһы, һунарсы булған һуғыш ветераны ҡыҙ балаға күп аҡыл-фәһем бирә, урман-ҡырға эйәртеп алып сыға, тәбиғәттең мөғжизәүи булмышын аса.
Нурияның ҡағыҙға төшкән тәүге яҙмаһы өләсәһе менән олатаһы хаҡында – “Зөлхизә вә Абдрахман ҡиссаһы”. “Тотондом оя ҡорған ҡоштай эҙләнергә, – ти ҡыҙыҡай, ижад мәлен тасуирлап, – йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгеп тора: өләсәкәйҙең үҙенән дә тартҡылайым хәбәрҙе, Бүреһуҡҡан олатай, әлеге салт зиһенле ҡартәсәйем, әсәйем – береһен дә ҡалдырмайым, мәғлүмәт төйнәйем. Ниһайәт, баяғы ҡош ояһын ҡора алыр hымаҡ. Суҡышына эләктереп ташып тора, ташып тора төрлө йүрмәне, төкөрөгө менән йәбештерә, ҡанаты менән һыйпап матурлай...” Ошолай образлы итеп Гөлнур Яҡупованың ҡәлбендәге шағир әйтә, әлбиттә.
Колхозға кирбес һуғыуҙа, йәшелсә үҫтереүҙә әсәһенә ярҙамлашҡанда, ауылда “ысвикла бисәләре” тип йөрөтөлгән сөгөлдөрсө апайҙар араһында эшләгәндә, күп нәмәләргә уның күҙе асыла, фәһем дә бирә улар, күҙ йәштәрен дә түктерә. “И, апайҙар, – тип өҙгөләнә Нурия күңеленән, – ысвикла бисәләре, хәлемдән килһә, һеҙҙең хаҡта шәп бәйән яҙыр инем мин... Тап ошонда, сөгөлдөр баҫыуында, тәү тапҡыр тормоштоң ысын йөҙөнә тура ҡараным мин. Матур тормош кешене матур итә, ә йәмһеҙе йәмһеҙ итә икән. Быны мин, ҡартәсәйем әйткәнсә, үҙ башым менән аңланым. Был – минең балалыҡтан сығыуым раҫы һәм йәшәйештә үҙем таба башлаған хәҡиҡәттәремдең береһе”. Ошо һүҙҙәр арҡылы Нурияның уйлы, көслө шәхес булып формалашасағы, йәмғиәт тормошонда мөһим роль уйнаясағы тоҫмаллана.
Трилогияның икенсе китабының исеме хикмәтле – “Бер һөйгәнем өсөн...” Күрәнле йылғаһында боҙ киткәнде бергә күҙәткән сағында: “И, балакай, бер сөйгәнем өчен алтмыш сөймәгәнне сө­ярмен, диләрме әле толпарчыкканнар? Нәҡь шул мәкаль әнә минем хакта”, – тип, ҡасандыр Толпарсыҡҡанға Ҡырым тарафтарынан килен булып төшкән Татар әбекәй Нурияға күңел түрен аса. Төбөнә төшөп үк аңлай алмағас, был мәҡәлдең асылын ҡартәсәһенән белешә Нурия. “Бер һөйгәне, берҙән-бере өсөн даръялар кисеп килеп, ят ергә ерегеп, сит ҡәүемгә берегеп, йәғни ҙә тағы алтмыш һөймәгәнде һө­йөп, йәғни ҙә үҙ итеп, йәшәп китеүе еңел бул­ған тиһеңме ни уға?! Ҡырымына ҡайтып китмәне, хәләленең ҡәберен ташламаны. Әй, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы…” – тип аңлата Зирәк Рәйхана. Шул ыңғайҙа Нурия, ят тупраҡта тамыр йәйә алмаҫ гөлдәргә ҡарап: “Мин шундай гөлдөр, моғайын”, – тип уйлап ҡуя.
Төп героиня үҫә килә, хикәйәләү етдиерәк була бара, әммә һүлпәнәймәй, сағыу биҙәктәрен юғалтмай. Геройҙарының характерын тәрәнерәк асыу, йәнлерәк ҡылыҡһырлау, психологик йәһәттән ҡыҙыҡлыраҡ итеүҙең йәнә бер алымын таба әҙибә. Ул да булһа – Нурияның “үҙем”дәре. Миндә ул “үҙем”дәр әллә нисәү, йыуашы ла, уҫалы ла бар, ти ул. Хаҡлыҡ даулап, ул “үҙемдәр” бәхәсләшеп тә китә...
“Ауыл тигәс тә, ул үҙенең айырым бер утрауҙа, бәйләнешһеҙ яңғыҙлыҡта йәшәмәгәнен, ә Ер шарында, Йыһанда бар ителгәнлеген ап-асыҡ аңлап, тойоп йәшәй ҙәһә! Миңә ҡалһа, ауыл – донъя кендеге ул. Шул кендек бар ғәләмде ризыҡ менән туйындыра, мәңге юйылмаҫ ҡан хәтере, тел мираҫы, рухиәт менән һуғара һәм, моғайын, тап ошо бәйләнеш аша ҡайтарылалыр ҙа уға ғаләм шаңдауҙары: кешенең кесе йыһаны әсә ҡарыны булһа, кешелектеке – ауылдыр ҙаһа!” Ошо фекерҙе ҡеүәтләп, әҫәргә ил өҫтөндә барған төрлө хәл-ваҡиғалар, мәҫәлән, Ташкенттағы ер тетрәү, Силәбеләге атом шартлау фажиғәһе килеп инә.
Йәмғиәт тормошона иғтибарлыраҡ була барған Нурия бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған проблемаға иғтибар итә: ҡыҙҙар ауылда ҡалмай, ҡалаға “оса”. Ә бит ил, халыҡ, планета яҙмышы ла, ул уйлағанса, математик прогрессия арҡылы хәл ителә: айырым шәхес – ғаилә – ил – планета. Шишмәләр ҡороһа, йылғалар һайыға, һәм был глобаль кимәлдә эсәр һыу проблемаһын тыуҙыра. Йәғни тәбиғәттә тәүсығанаҡтың саф, ҡеүәтле, тере булыуы шарт, ә кешелектең тамыры ҡоромаһын өсөн – ауылда ғаиләләр ҡоролоуы, балалар тыуыуы! Һәм ошо хәҡиҡәтле һығымталар аша Гөлнур Яҡупова төп героиняһының тормош позицияһын күрһәтә, шәхесенә баҙыҡ штрихтар өҫтәй.
Трилогия яҫылығында халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары, ғөрөф-ғәҙәттәре, һынамыштары, юрауҙары киң яҡтыртылған. Автор уларҙы һүҙ юғында һүҙ булһын тип түгел, ә килешле урындарҙа, ваҡиғаһына яраштырып бирә белгән.
Гөлнур Яҡупова – үҙ милләтенә мөхәббәтен йырлар өсөн бөткөһөҙ саралар таба алыусы әҙибә. Халҡының телһөйәрлегенә, тарихи хәтерен юймауына, ҡаһарман рухына сикһеҙ һоҡлана, бәғзе урындарҙа быға фольклор үрнәктәренә таянып миҫал бирә. Ә ниндәй етеҙ хәрәкәт динамикаһында алып бара ваҡиғаларҙы әҙибә, уның геройҙары оло донъя, Йыһан пульсын тоя, уйҙары тарихты айҡай, киләсәкте байҡай!
Трилогияның “Кесе йыһан – Оло йыһан” тип аталған өсөнсө китабында Нурия Баязит ҡыҙы – олпат йәшкә еткән, ире, табип һөнәрендәге Фатих Рамазан улы менән бергә сикһеҙ тормош даръяларын кискән, ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килгән өләсәй. Йәш сағында туҡталып ҡалған бәйәндәрен осларға йыйына. Үткәндәрҙе хәтерендә байҡай.
...Нурия география, астрономиянан уҡыта. Ике фәнде лә яратып, күңел һалып алып бара. Уҡыусыларын Башҡортостан, күрше өлкәләр буйлап походтарға йөрөтә, үҙе иһә һәр мөмкинлектән файҙаланып, донъя буйлап та сәйәхәт итә, күргән-белгәндәрен дәрестәрендә ҡуллана. Астрономия – Нурияның үҙе өсөн дә серле, мәғлүмәт офоҡтарын киңәйтеүсе ылыҡтырғыс сығанаҡ. “Урал батыр” эпосында ла таба ул был фәндең үҙенсәлекле кәүҙәләнешен һәм хайран ҡала: башҡорттар күк есемдәре хаҡында хәбәрҙар булған! Тарих, тел менән ҡыҙыҡһыныуын да ташламай ауыл уҡытыусыһы, балаларҙың көтмәгәндә теләһә ниндәй темаға һорау бирә торған ғәҙәтен яҡшы белә. Мәктәптең тынғыһыҙ тормошо Нурияны әүәлгесә туғандарына ҡалҡан, дуҫтарына таяныс булыуҙан тайпылдырмай. Ул һаман да үҙ булмышында – алсаҡ, хыялсан, тоғролоҡло, сәмле, тик был һыҙаттары тәрәнерәк, етдиерәк – шул ғына. Бәйәндәренә материал туплауҙан да яҙлыҡмай.
Әҫәрҙә алғы планға, заман һулышына ярашлы, сәйәси хәлдәр өйөрөлөп килеп инә. Брежнев хакимлығы, торғонлоҡ осоро тигән мөһөр һуғылып, тамамлана. Горбачевтың демократияһына алмашҡа Ельциндың үҙгәртеп ҡороуҙары килә. Бөгөнгө көн картиналары ла бөтә ысынбарлығында һүрәтләнә. Гөлнур Яҡупованың йор ҡәләме был ҡуйы ваҡиғаларҙы ҡоро констатациялауҙан ҡотола алған, сөнки улар кеше яҙмыштары, борсолоуҙары көҙгөһөндә сағылдырып күрһәтелгән.
Өсөнсө китапҡа Афған һәм Чечня ваҡиғалары хаҡында ҙур күләмле бүлектәр индерелгән. Афғансы Муса Таминдаров – Нурия Баязит ҡыҙының уҡыусыһы, шуға ла яугир, хәрби вертолет экипажы командиры, уға, бәйәндәренә бәйләр тип, үҙенең һуғышта күргәндәрен, ундағы хәлдәргә мөнәсәбәтен йәшермәй әйтеп бирә. Чечняға уҡытыусы Әмин абыйҙың ейәне Айгиз эләгә, ул Нурия Баязит ҡыҙына көндәлектәрен тапшыра. Уҡыусыларының бәғзе иншалары ла үрелеп китә уҡытыусының бәйәндәренә. Мәҫәлән, Әсмә менән Әшрәф дуҫтарының ҡыҙы Ләйсән яҙғандарға нисек битараф ҡалып була: “...Башың булғас, нисек уйламайһың?! Мин – Толпарлым – Башҡортостаным – Рәсәйем – Ерем – Йыһаным: бер-береһенә кендек илә бәйле! Үҙеңде Оло йыһандың өлөшсәһе итеп тойоу, ошо ябай һәм гениаль гармонияны аңлау өсөн беҙгә, кешеләргә, аҡыл бирелгән, ҡылған ғәмәлдәреңде үлсәү өсөн аңға намыҫ һағауылы индерелгән, әхлаҡ ҡыҫалары ҡуйылған! Оло йыһан галактикаларҙан, улары бихисап планеталарҙан тора. Ер – Ҡояш системаһында уның үҙ орбитаһы. Һәм быны, Юғары көс ихтыярын, боҙоу мөмкин түгел һымаҡ, әммә Ер яҙмышы әҙәмдәрҙең үҙенә лә бәйле: тупланған барлыҡ ҡорал бер ыңғай ҡулланылған осраҡта, планетабыҙ күсәренән ысҡынасаҡ һәм йәһәннәмгә осасаҡ. Һөҙөмтәлә тотош галактика, Оло йыһан тетрәнәсәк. Ә тәбиғәтте тәләфләү, унан алыҫлашыу кешене һаңғырау, һуҡыр итә. Хайуандар, үҫемлектәр телен аңлаған, ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткән, ете диңгеҙ аръяғында ни күтәрелгәнен күргән-белгән әкиәт батырҙары ҡасандыр, бәлки, ысын ғәмәлдә булғандыр? Әкиәттәр төпкө аң-хәтерҙә һаҡланған ассоциациялар ауазылыр?” Тап ошо тапҡырҙа автор Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың үрҙә мәҡәләгә исем итеп алынған һүҙҙәрен килтерә лә инде. Минеңсә, тотош трилогияға ла ауаздаш был һүҙҙәр.
Трилогия үҙенең идея-тематик логикаһын теүәлләп йомғаҡлана. Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған төп героиня, ошо әҫәрҙә авторҙың уй-фекерҙәрен бойомға ашырыусы Нурия Баязит ҡыҙы, ниһайәт, ғаилә һәм уҡытыусылыҡ һөнәренән тыш, тағы бер мөҡәддәс бурысын тормошҡа ашыра, бәйәндәрен яҙып, бер епкә теҙеп ала: “Нәҫелем, Толпарлым тарихын, халҡыма, донъяға булған һөйөүем шаңдауҙарын, – ти ул, – хәтерем бөгөнгөгә килтереп терәне, иншалла. Башҡортостан, Рәсәй киңлектәрендә сәселгән, ҡитғаларҙа эҙе, орлоғо ҡалған тоҡом­даштарым яңы быуатта ла төрлө тарафтарҙан ауаз ташлай. Һәм беләм: бер яңғыҙым түгелмен мин – Оло йыһандағы шәхсән орбитамда, ауылымда-илемдә хәтер бағыусы ҡатын...”
“Ҡатындар” трилогияһының төп героиняһы әйткән был һүҙҙәрҙә мин тиҫтерем, талантлы ижадташым Гөлнур Яҡупованың үҙенең образын да күрәм. Милли әҙәбиәтебеҙгә тос өлөш индергән ошо ҙур хеҙмәте өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына һис шикһеҙ лайыҡ.

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545