Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театрҙы ул мөғжизәгә тиңләне...
Театрҙы ул мөғжизәгә тиңләне...Бар булмышын театр донъяһына бағышлаған шәхестәр мәҙәниәтебеҙ тарихында бихисап. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу юл һыҙа ундайҙар. Шундайҙарҙың береһе — драматург һәм актер Илшат Йомағолов. Үткер ҡәләме аша ла, башҡарған ролдәре менән дә башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе ул.
Илшат Йомағолов Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт художество-театр училищеһын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә хеҙмәт юлын башлай. Тәүге көндәрҙән үҙен талантлы актер итеп таныта, уға төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Театрҙа ике-өс йыл уңышлы ғына эшләгәс, белемен камиллаштырыу маҡсатында Мәскәүҙәге дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Артабан туған театрына ҡайтып, яңы һулыш, көс-дәрт менән йәнә сәхнә тормошона сума.
Күп кенә спектаклдәрҙә төп ролдәр башҡарғас, үҙе лә пьеса яҙып ҡарарға уйлай. Шуның менән бер рәттән, үҙенең тыуған яғы — Көйөргәҙелә ишетеп белгән төрлө тарихи ваҡиғалар был маҡсатына дәрт-дарман өҫтәй. Шулай итеп, Илшат Хәлил улы 1968 йылда сәнғәт донъяһына “Нәркәс” трагедияһын тәҡдим итә. Халыҡ премьераны оҡшата һәм ул тиҙ арала билдәлелек яулай: төрлө фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа приздар, маҡтаулы исемдәр ала. Хәҙер ул инде 40 йылдан ашыу сәхнәләрҙән төшмәй, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. “СССР халыҡтары драматургияһы” фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ була. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла ул 10 йылдан ашыу бара, ошо арала 100-сө тапҡыр ҡуйыласаҡ.
“Семәрле тәхет” трагедияһы, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк” драмалары ла тәрбиәүи көсө менән иғтибарға лайыҡ. Геройҙарының телмәре халыҡ мәҡәлдәренә, тапҡыр һүҙҙәргә, әйтемдәргә ифрат бай.
Илшат Йомағолов йәш быуын менән дә эшләргә яратты: Өфө сәнғәт институтының театр факультетында уҡытты.
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын да етәкләне Илшат Йомағолов. Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрын ойоштороуҙа ла уның роле баһалап бөткөһөҙ.
Киң даирәле, тәрән фекерле шәхес ине Илшат Хәлил улы Йомағолов. Сәнғәт һәм әҙәбиәт донъяһында ҡайнап йәшәне. Бынан тыш, милләтенең яҙмышы хаҡында ла күп уйланды. Шулай булмаһа, халҡы тарихын сағылдырған пьесалар ижад итер инеме? Илшат Йомағоловтың шундай һүҙҙәре бар: “Нисек кенә бер ғаилә хаҡында пьеса яҙып, кәмселектәребеҙҙе сағылдырырға? Милләтемдең һаман ойошоп бөтмәүен, һаман тарҡау булыуын күрһәтәһе килә. Халыҡтың бер-береһенә ярҙамсыл түгеллеген, көнләшеү, тик аҡсаға ғына ҡарап, терһәк менән йырып үтеү, кеше хәленә инмәү, “мин” тип кенә йәшәү — бына ошолар йәнде көйҙөрә”.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры мәшһүр актер һәм драматург Илшат Йомағоловтың исемен онотмай. Уның әлеге мәлдә ҙур уңыш менән барған “Нәркәс” трагедияһы уның яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
Рита ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566