Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылдың ошо миҙгелендә өнһөҙ бер моң бар...
Иртәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы бинаһында Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған Республика йәштәр ижады семинары уҙғарыла. Унда исемдәре республика матбуғаты, Интернет селтәре аша йәмәғәтселеккә танылырға өлгөргән, шул уҡ ваҡытта өлкән әҙиптәрҙең хөкөмөнә бер шиғыры ла сыҡмаған ҡәләм тирбәтеүселәр осраша. Баҫмабыҙ ҙа — сараны ойоштороусыларҙың береһе. Ошо уңайҙан йәштәрҙең ижадынан
бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.


Мунса ташы

“Ҡыҙыу утта бешерәләр мине,
Яндыралар.
Үсекләгән ише, эҫе тәнгә
Һыу ҡоялар...
Түҙеп торор әмәлем юҡ,
Бөттө башым.
Ҡайҙа минең һил йылғала
Ятҡан сағым?!
Һағыныуым тәбиғәтте
Сиктән ашты... ” —
Тип уйланы моңһоуланып,
Мунса ташы...

Рәсимә СӘЛИХОВА.
Бөрйән районы.


***
Эх, бер туғайға сығып
Йырларға ине,
Һайрар ҡоштай ҡанатланып
Осорға ине.

Илһам донъяһына осоп
Шиғырҙар яҙһам,
Ябыҡ күңелемде асып,
Мин шатлыҡ табам.

Гөлүзә ӘХМӘҘИЕВА.
Дәүләкән районы.


Бәхет

Ҙур донъяның һис бер даръяһы ла,
Сүлдәре лә тартмай үҙенә.
Тау артылып, илдәр гиҙермен, тип
Вәғәҙәләр бирмәм үҙемә.

Менәһем юҡ сикһеҙ йыһандарға –
Былай ҙа мин ерҙә бәхетле!
Күктәрҙән һис эҙләп йөрөмәнем,
Үҙ еремдә таптым бәхетте.

Бар булмышым, йәнем-тәнем менән
Тик бер генә ергә тартылам.
Изгеләрҙән-изге төйәгемә
Уйҙарымда йәнә юл алам.

Гөлфирә ВӘЛИЕВА.
Әбйәлил районы.



Төн

Тын төн, бер йәм, йән юҡ бөгөн,
тирә-йүн төтөн...
Бер үҙем, һағышынан
күңелемдә төйөн,
Күкрәгемдә йөрәгем һуҙа моңһоу көйөн.
Моңайып моңға берсә янам,
берсә туңам,
Берсә туҙан булып зыр ҡубам,
гүйә, туҙам,
Үҙ-үҙемә урын тапмай күктәргә уҙам.

Денис ҒИЛМАНОВ.
Учалы районы.


***
Яусы йондоҙ төнгө күктә
Моңһоҙланып сыҡты юлына.
...Яусы түгел һин,
бөтөн, тине,
Тулы ай
Алып ҡуйынына.

Гөлназ ИСКӘНДӘРОВА.
Көйөргәҙе районы.



Ни эшләргә?

Урау-урау юлдар аша үтеп,
Буталған йылдарҙың ебен һүтеп,
Ауыр йомаҡтарҙан яуап сисеп,
Әллә утты, әллә һыуҙы кисеп,
Бәлки, әсе, сөсө һыуҙар эсеп,
Килеп еттең минең ҡаршыға.
Тотондоң бит ишек шаҡырға
(Өйөмдөң түгел, йөрәгемдең).
Аптырашта ҡалдым ҡапыл.
Ни эшләргә?!
Әллә ҡасырға?!
Хәүефләнәм, асһам, нишләрмен,
Усағым бул, булма май шәмем!..

Рузилә ИҪӘНБАЕВА.
Йылайыр районы.



Көҙгө этюд

Елдәр хәҙер быуып бармай,
Елдәр әле йыуаш.
Үтә артыҡ өтә алмай
Төшлөктәге ҡояш.

Таңдарҙа саллана төшә
Яҡындағы тауҙар.
Гәрәбәләй ысыҡ элә
Мөйөштәге ауҙар.

Мышар муйынсағы һымаҡ,
Теҙелешеп епкә,
Ипкә килә ошо мәлдә
Уйҙар бер тәртипкә.

Яйлап тиҙлек кәмей төшә,
Һалмаҡ аҙымдар.
Йылдың ошо миҙгелендә
Өнһөҙ бер моң бар.

Уйҙар епкә теҙелделәр,
Ҡоштар – бер тупҡа...
Ә шулай ҙа әсе икән
Елдәр юҡ-юҡта.

Венер СӘЛИХОВ.
Белорет районы.



***
Бәхет теләй бөтәһе лә миңә,
Нимә һуң ул бәхет тигәне?
Һис һуңламай таң һарыһын йыуып
Яҡты көндөң әллә килгәне?

Мин менмәгән тауҙармы һуң бәхет,
Мин кисмәгән ярһыу даръямы?
Бит осома ҡунып семеттерер
Бәхет аҡ елбәҙәк ҡарҙамы?
Болон сәскәләрен тирбәлдереп,
Күбәләктәр әллә илтәме,
Офоҡтарын манып ал ҡанына
Йә ҡояшҡай һибеп үтәме?

Бәхетле бул, ти ҙә ҡалаһығыҙ,
Бәхетлемен бит һуң тыумыштан.
Ҡайһы ерҙә кендек ҡаным тамған –
Минең бәхет шунан башланған.

Таңсулпан РӘСҮЛ.
Бөрйән районы.



Еңеү көнө

Еңеү көнө еткәс, ҡартатайҙың
Уйсанлана моңһоу йөҙҙәре.
Йәйәү үтеп ярты Европаны,
Ҡалдырған ул итек эҙҙәрен.

Бар тәбиғәт йәшеллеккә сумған,
Ҡоштар һайрай ҡунып тирәккә.
Ниҙәр уйлай икән ҡартатайым
Күҙ ҡарашын төбәп йыраҡҡа?..

Артта ҡалған ул дәһшәтле йылдар,
Емерек ҡала, янған ауылдар.
Фашист илбаҫары онтағанды
Емермәгән хатта дауылдар.

Хәтерләйҙер 45-тең яҙын,
Берлинға ла барып кергәнен.
Еңеү таңы атҡас, хатта ҡулында
Йән дуҫының йәнен биргәнен...

Дуҫын уйлап, күңеле һыҙланалыр,
Мин йәшәйем тиеп хөрмәттә.
Күпме яугир яуҙа ятып ҡалған,
Йәшәр өсөн беҙҙең йөрәктә...

Йәмилә ЗАРИПОВА.
Борай районы.



Башҡортостан

Тыуған илен, торған ерен
Яратмай һуң кем генә?!
Атай, әсәй кеүек ул да –
Ер йөҙөндә бер генә.

Бай ҙа һин һәм бик йомарт та,
Башҡортостан – илгенәм.
Мәңге яныр йондоҙом һин,
Минең тыуған ергенәм.

Ата-бабам ошо ерҙә
Матур ғүмер иткәндәр.
Күпме быуын бер-бер артлы
Унда тәпәй киткәндәр.

Йөҙ-сырайың, Башҡортостан,
Һәр кемде әсир итә.
Мин ышанам: һиндә мине
Матур киләсәк көтә.

Сөмбөл ҒИМАЛЕТДИНОВА.
Дүртөйлө районы.


***
Йәшендем.
Йәшәнемме?
Белгем килә,
Ошо күҙҙәреңдә
Кем инем мин.
Мәңге тыммаҫ
Диңгеҙ тамсыһымы?
Тамаҡҡа торған
Балыҡ ҡылсығымы?
Онотолмаҫ
Йөрәк ярсығымы,
Ярылған.
Булған – булған.
Үткән – үткән.
Ә күҙҙәрем,
Төҫөн үҙгәртер күҙҙәрем
Һине һағынған.
Йәшендең.
Йәшәнеңме?
Мотлаҡ күңелемде
Һин йылыттың,
Рәхмәт,
Үтенмәйем,
Әммә рәхмәт.
Минең өсөн һин –
Диңгеҙ тамсыһы ла,
Балыҡ ҡылсығы ла,
Йөрәк ярсығы ла,
Мө-хәб-бәт.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Бөрйән районы.



Заман туғандары

Дошманлашып, ҡан илата
Бер-береһен туғандар.
Бер ғаиләнән, бер атанан,
Бер ҡарындан тыуғандар.

Мөлкәт бүлеү мәсьәләһе
Яулай йөрәкте, аңды.
Туғанлыҡ хисе һүрелеп,
Боларта туған ҡанды.

Өс тағандай, бер туғандар
Татыу үҫтеләр бергә.
Яҡты хыял, маҡсат менән
Ныҡлап баҫтылар ергә.

Ғәзиз ата-әсәһе
Булған донъя тотҡаһы.
Улар баҡыйлыҡҡа күскәс,
Беште талаш бутҡаһы.

Нимә етмәй туғандарға?
Барыһы бар, иҫән-һауҙар.
Кеше нәфсеһе кәмемәҫ,
Йыйһа ла алтын тауҙар.

Динара КӘРИМОВА.
Өфө ҡалаһы.



Бөрйән ҡыҙы

Таш ҡаялар сыңлап китә төҫлө —
Күңелемдә хистәр тирбәлә,
Сит ерҙәрҙә, башҡа өлкәләрҙә
“Һин бит Бөрйән ҡыҙы” тиһәләр.

Бөрйән бит ул айырым ил кеүек,
Айырылып тора халҡы ла.
Ихлас, дәртле, алсаҡ, ғорур ҙа ул,
Кәрәк саҡта һыу ҙа, ялҡын да.

Ғорурланып шулай яуап бирәм:
Мөғжизәле ерем — ул Бөрйән.
Тыуған яғым һәр бер ул-ҡыҙына
Һүнмәҫ ялҡын, һәләт, дәрт биргән.

Бөрйән ҡыҙы, ниндәй ғорур исем,
Әйткән саҡта ошо исемде,
Йөрәгемдә бөтмәҫ моң ағыла,
Йырға ҡушып һөйләй хисемде.

Нурзилә УСМАНОВА.
Бөрйән районы
.


Көт, йәнем!

Бәхет ҡошо килер, көт, йәнем,
Аҡ сәскәләр бүләк итерҙәр.
Йәмле яҙҙар етер, көт, йәнем,
Гөрләүектәр ағып китерҙәр.
Бар ҡайғылар онотолор әле,
Аҡ күгәрсен ҡанат ҡағыныр.
Ҡара болоттарың ҡасып бөтөр,
Сулпан йондоҙ күктә ҡабыныр.
Әсе елдәр мәңгелеккә түгел,
Йылы нурҙар алыр ҡосаҡлап.
Күңелеңә һары һығыш тулһа,
Аҡ ҡайындар наҙлар иркәләп.

Зөлфирә СӨНӘҒӘТУЛЛИНА.
Иглин районы.


***
Әйтәһе һүҙҙәрем күп шул,
Нисек һуң өлгөрөргә?
Нисек яҡты көн нурына
Моң булып түгелергә?

Эй әйтәһе һүҙҙәрем күп,
Кескенә туғанҡайым.
Һинең кеүек сағым уҙған,
Хәҙер үҙем атлайым.

Ынйы ИБРАҺИМОВА.
Асҡын районы.



Ғүмер үтә

Һәр бер кистә һине көтөп
Үтә бит ғүмерҙәрем.
Көндәр үтә, айҙар үтә –
Ярһый бит күңелдәрем.

Тик бер хәбәр бирсе миңә,
Яңғыҙымды ҡалдырма.
Һин булмағас, буш бит донъя,
Йәнкәйемде туңдырма...

Булмышымды томан баҫҡан –
Күренмәй һис бер кем дә.
Тик тауышың ишетелә
Төпһөҙ бушлыҡ күлендә.

Альбина МӨХӘМӘҘИЕВА.
Борай районы.



Уҡытыусы


Ҡояшы ул, әйтерһең дә,
Минең күңел күгемдең.
Ҡараһаң уның йөҙөнә,
Күтәрелә күңелең.

Бары шундай остаздарҙы
Яраталар балалар.
Ғорурланып, шатланышып,
Мәктәптәргә баралар.

Ҡайҙа ғына барһам да мин,
Ҡайҙа ғына китһәм дә,
Онотмам уҡытыусымды,
Был ерҙәрҙән китһәм дә.

Гөлназ ХИСБУЛЛИНА.

Ҡыйғы районы.



Һуңғы ҡыңғырау

Сың-сың килгән яҡты ауаз
Әрнетә йөрәгемде.
Һуңғы тапҡыр бөгөн йырлай
Өҙгөләп үҙәгемде.

Күңелле мәктәп йылдары
Үткән дә киткән икән.
Ҡыңғырауҙың моңло йыры
Ҡайҙарға илтер икән?


Илүзә ҒӘФҮРОВА.
Бүздәк районы





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567