Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырын итеп һиңә ҡарамайым, эй тартаһың мине һин, Ҡырым!
Ҡырын итеп һиңә ҡарамайым, эй тартаһың мине һин, Ҡырым! Сәфәр башы

Ул яҡтарҙа элек яуҙар барған,
Ҡылыс сыңы түгел алыҫта.
Рухың яугир ҡала булып һаман
Саҡыраһың беҙҙе, Алушта!

Мәскәүҙән Бөтә Рәсәй “ЛиФФт” I әҙәби фестивалдәр фестиваленә “Бельские прос­торы” журналының яуаплы секретары, прозаик Салауат Вахитов менән икебеҙгә саҡырыу килеп төшкәс, аптырап ҡалдыҡ. Бигерәк тә уның Ҡырымда, Алушта ҡалаһында ойошторолоуы ҡыуандырҙы. Нимә генә тимә, диңгеҙ ярында йыш уҙғарылмай әҙәби байрамдар. Икенсенән, тынғылыҡ таба алмаған, ниһайәт, һуңғы йылдарҙа Рәсәй составына кире ҡайтарылған, быуаттар дауамында иң татлы киҫәк кеүек уның өсөн алыштар барған Ҡырым бөгөн дә сәйәси әңгәмәләрҙең үҙәгендә ҡала килә. Әйткәндәй, арабыҙҙа яҡташыбыҙ, шағир Сергей Кроль дә бар.
“Өфө” аэропортында һәр ваҡыттағыса кеше күп. Себер тарафтарына юлланған ағайҙар ҙа һис кәмемәгән, тигән уй килде, “Салехард”, “Когалым” таблолары эргәһендә йыйылышҡан халыҡты күреп. Симферополгә тигән самолетҡа “Артек”ка осҡан балалар менән бергә йәш балалы әсәләр күпләп тейәлде. Йәй башланырға ғына тора, халыҡ йылы яҡҡа, диңгеҙ һауаһын һуларға ашыға. Статистика буйынса, самолеттар поездарға, автомобилдәргә ҡарағанда күпкә һирәгерәк катастрофаға осрай, шуға ҡарамаҫтан, авиация өлкәһендә фажиғәләр халыҡтың хәтеренә уйылып ҡалыусан. “Локомотив” хоккей командаһы уйынсыларының самолеты шартлағанға быйыл биш йыл тула, әммә әле булһа йәмәғәтселек был фажиғәне һиҫкәнеп хәтерләй. Быларҙы хәтергә алыуым юҡҡа түгел, самолетҡа ултырған һайын Испанияға осҡан балалар ҙа, хоккейсылар ҙа иҫтән китмәй торор төҫлө.
Лайнерҙың үҙенә инеп урынлашыу менән реклама журналдарына үрелеп, Ырымбур ҡалаһына саҡырған бер мәҡәләгә тап булдым. Авторҙар башҡорт аш-һыуҙары, “Каруанһарай” менән танышыу өсөн был боронғо ҡаланы барып күреү кәрәк тип иҫәпләй. Милли ризыҡтарҙы шундай “тәмле” итеп һүрәтләгәндәр, хатта минең дә Ырымбурға барғы килеп китте. “Каруанһарай”ҙың мәсете лә мәҡәләлә төбәктең иң ғәжәйеп ҡомартҡыларының береһе булараҡ телгә алынған.
Өфөлә беҙҙе 31 градус эҫелек оҙатып ҡалһа, Симферополдә 19 градуслы һауа торошо менән йәшенле ямғыр ҡаршы алды. Яуын үҙе шул тиклем йылы, шул уҡ ваҡытта иҫ китмәле итеп ҡоя. 28 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Алушталағы йыйылыу урынына барып ингәнсе лысма күшегеп бөттөк.

Алдар батыр
көрәшкән ерҙә


Ҡырын итеп һиңә ҡарамайым, эй тартаһың мине һин, Ҡырым!I фестивалде ойоштороусылар – “ДООС” Мәскәү нәшриәте, “ЛиФФт” I Бөтә Рәсәй әҙәби журналы редакцияһы, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы. Тәүге көндә үк илдең төрлө төбәктәренән йыйылған делегаттар “Подмосковье” ижад йортонда сараны тантаналы асыуҙа осрашты. Урыҫ телендә яҙыусылар менән бергә башҡорт, яҡут, ҡалмыҡ, тыва, ҡабарҙа-балҡар, адыгей милләте әҙиптәре лә үҙ республикаһының, тыуған төйәгенең әләмен күтәрҙе. Фестиваль барышында сараның гимны Мәскәү шағиры Александр Карпенко тарафынан яҙылып, уға Ольга Панюшкина көй сығарҙы. Милли республика вәкилдәре булараҡ, беҙ ул юлдарҙы үҙ туған телдәребеҙгә тәржемә итеп уҡыныҡ:

Ер шарының балалары – беҙ,
Бөтә Йыһан – беҙҙең мәмләкәт.
Беҙҙең Рәсәй – ул шағирҙар иле,
Беҙҙең Рәсәй – үҙе шиғриәт.

Йылы яҡта фестиваль ойошторолоуына ғәжәп итһәк тә, улар өсөн бындай саралар ғәҙәти күренеш икән. Әйтәйек, Ҡырымдың үҙендә генә бер йәй эсендә 20-нән ашыу йыйын уҙғарыла, шуларҙың унауһы тик әҙәбиәт менән бәйле. Эйе, араларында йыр, бард саралары ла етерлек, әммә бында ижад әһелдәрен бер майҙанда туплауға ҙур әһәмиәт бирәләр. Беҙ ҡайтып китер алдынан да урамдағы баннерҙарға күҙ һалып, Пушкин исеме менән бәйле фестивалде ҡаршыларға әҙерләнеүҙәрен төшөндөм.
Ҡырын итеп һиңә ҡарамайым, эй тартаһың мине һин, Ҡырым!Ҡырымда машиналарҙың төбәк һаны – 82, әммә аҙым һайын башҡа яҡ автомобилдәре лә осрап тора. 102 һандарын күреп, машинаһын һыйпап киттем. Яҡташтарҙан, күрәһең, ял итергә барыусылар юҡ түгел. Бензин хаҡы ла беҙҙәгенән әллә ни айырылмай: “95 Au” маркалыһы 39,90 һум тора. Магазиндарҙа ризыҡтар ҙа беҙҙәге кеүек. Тик юлдар күпкә яҡшыраҡ, шуғалыр ҙа инде водителдәр шул тиклем ҡыуа, әйтерһең, ҡайҙалыр ашығыс юлға сыҡҡан. Тауҙар араһында ултырған ҡалаларҙа шәп йөрөһәләр ҙә, рулдәгеләрҙең автомобилде, юлды тойоп эш итеүе һиҙелә. Сөнки көтөлмәгән боролоштарҙа улар, алдан һиҙгәндәй, йә тиҙлеген кәметә, йә бөтөнләй ел тиҙлеге менән тау үркәстәренә артыла.
Көҙгө кеүек ялтырап ятҡан юлдарҙың яңыраҡ һалынғаны күренеп тора. Бынан ике йыл элек Ҡырымда булып ҡайтҡан таныштарым емерелеп бөткән төбәк хаҡында һөйләһә, бөгөн ул яңы һулыш менән йәшәй. Рәсәйгә кире ҡайтыуына урындағы халыҡ юҡҡа ғына ҡыуанмай, күрәһең.
Фестиваль темаһынан ситкә киттем, ахыры, яңынан ижади мөхиткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Шиғырҙар уҡыйбыҙ. Алда әйткәнемсә, урыҫ теленән тыш, һәр милли төбәк туған телендә сығыш яһай. Диңгеҙ буйында уҙғарылған сараға флот әһелдәре лә йәлеп ителгән. Улар ҙа иҫе китеп шиғыр тыңлай.
Ошо урында сығышты Алдар батыр хаҡындағы кинәйәнән башланым. Башҡорт тарханы, яугир, дипломат Алдар Иҫәкәевтең эҙҙәре тап ошо төбәктәрҙә һаҡлана торғандыр. Рәсәй-төрөк һуғышы алдынан 70 меңлек урыҫ ғәскәренән тап уға ил намыҫын яҡлау бәхете эләгә. Тап ошо яуҙан һуң Рәсәйгә Аҙау, Ҡара диңгеҙгә юл асыла. Быға Петр I ифрат ҡыуанып, тәүгеләрҙән булып Алдар Иҫәкәевкә грамота менән бергә алтын йөҙлө ҡылыс бүләк итә.
Әлбиттә, илең батырҙарын телгә алып һөйләгәндә тамаҡҡа төйөр тығылды. Нимәһенә ҡыуандым: хәбәремә битараф ҡалманылар. Аҙаҡ килеп Алдар Иҫәкәев хаҡында һорашыусылар ҙа булды. Рәсәй тарихы кемдәр тарафынан яҙыла торғандыр, әммә тарих дәреслектәрендә тархан Алдар батыр хаҡында, ысынлап та, мәғлүмәт юҡ.
Мин дин әһеле түгел, әммә Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныйым, шулай өйәрәтеп үҫтерҙеләр. Алушта мәсетенә барып Алдар батыр рухына доға ҡылыуҙы ла үҙемдең шәхси бурысым тип һананым һәм белгәндәремде уҡыным. Йәш кенә мулла Абдурахман “Йасин” доғаһын сыҡты. Мин уға хәйер биргәс, быға бик ғәжәпләнде. “Доға ҡылған өсөн нисек аҡса алмаҡ кәрәк?” – тип һораны ул. Күрәһең, уларҙа тәртиптәр шулайыраҡтыр. Хәйерҙе алманы мулла. Сиркәүҙәге ҡыңғырау тауыштары әллә ҡайҙа яңғырап тора, ә бына аҙан ишетелмәй, ошо хаҡта һорашам. Улар мәсет алдына сығып аҙан әйтә икән, тауыш көсәйткес ҡулланмағас, әлбиттә, моңло ауаз бар ҡалаға таралмай... Тәржемәсе, шағир Сергей Янакиға рәхмәт: “Алдар батыр” тигән шиғырымды урыҫ теленә тәржемә иткәйне, ул “Вечерняя Уфа”, “Бельские просторы” кеүек баҫмаларҙа ла донъя күрҙе. Алуштала ла яңғыратырға насип булды “Алдар батыр”ҙы.
Үҙ заманында Нобель премияһына тәҡдим ителгән шағир, философия фәндәре докторы Константин Кедров шиғриәт секцияһы ултырышында Рәсәйҙең яңы әҙәбиәте, метаметафора хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, ул – был яңы төшөнсәне ижад донъяһына индергән кеше. Метаметафора — ул шул уҡ метафора, әммә унда һәр күренеш, һәр нәмә – үҙе йыһан. “Үҙенең юлы тап әҙәбиәттә икәнлеген тәрән аңлаған кеше был юлдан барыбер тайпылмаясаҡ. Шиғриәт – ул был тормош түгел, ә ошо йәшәйештең үҙенсәлекле формаһы”, – ти шағир. Ирекле стилдә, верлибрҙар яҙған авторҙың шиғри алымдары фестивалдә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ирекле рәүештә яҙылған икеюллығын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткем килә:

Земля летела
По законам тела
А бабочка летела
Как хотела...


Быны тәржемә итеүе лә еңел түгел хатта, әммә яҡын киләсәктә Константин Кедровтың шиғырҙарынан бер шәлкем тәржемә итергә ниәтләнем.
Әйткәндәй, алға китеп шуны ла хәбәр итәм: урыҫ әҙәбиәте классигы был сараның алтын миҙалына лайыҡ булды. Ул – ысын әҙәбиәтсе, ижадҡа тоғро шәхес!
Ошо уҡ шиғриәт секцияһында сараны ойоштороусыларҙың береһе, “ЛиФФт” журналының баш мөхәррире Маргарита Аль был баҫмала төрлө төбәк яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫылыуы, киләсәктә илдең яңы әҙәбиәтенә урын бүленере тураһында һөйләне.
Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе – шағирә Елена Кацюба ижади оҫталыҡ мәктәбе, шиғриәттә һүҙ уйнатыу, хәрефтәрҙе алмаштырып яңы образдар тыуҙырыу хаҡында һөйләгәндә шәхси ижадына ла мөрәжәғәт итте.
Луганскиҙан килгән Андрей Сигида үҙен тәнҡитсе булараҡ танытты. “Беҙҙең ҡайһы бер яҙыусыларҙы “һуғыш хаҡында яҙаһығыҙ” тип битәрләйҙәр. Улар яу тураһында түгел, ә замандаштары, кешеләрҙең кисерештәре хаҡында әҫәрҙәр тыуҙыра, шуға күрә ҡанлы күренештәрҙең шаһиты булғандарҙы һуғышты һүрәтләүсе тип ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ”, – тине ул.
Милли төбәктәрҙән килгән яҙыусыларҙың ижады фестивалдә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Саха Республикаһынан Анатолий Старостин (Сиен Кынат), Ҡалмыҡ ере вәкиле Валентина Боован Куукан, Адыгеянан Руслан Хакуринов, Ҡабарҙа-Балҡарҙан Залимгери Мирзоев шиғырҙарын ике телдә лә уҡыны. Тыва шағиры Зоя Донгак фестивалдә тәржемәсеһе Лилиә Әғәҙуллина менән дуэтта әҫәрҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Әйткәндәй, милли телдә ижад итеүселәрҙең байтаҡ булыуын иҫәпкә алып, шиғриәт секцияһының эшмәкәрлеге икенсе көндө үҙенән-үҙе тәржемәселәр ҡорона әйләнеп китте. Ҡырым Яҙыусылар союзы рәйесе Валерий Басыров – үҙе бик күп милли авторҙарҙы урыҫ теленә тәржемә иткән автор. Изге “Ҡөрьән” дә уның тәфсирендә донъя күргән. Күп милләтле Рәсәйҙә тәржемәселәрҙең айырым фестивален ойоштороу ҙа һис ҡамасауламаҫ ине лә бит. Эйе, һәр шағир – үҙ милләтенең хеҙмәтсеһе, әммә донъя әҙәбиәтенең күпме аҫыл өлгөләре менән беҙ тап тәржемә аша танышбыҙ. Совет осоронда тәржемә мәсьәләһе менән Яҙыусылар союздары ғына түгел, сәйәсәттең идеология бүлектәре лә шөғөлләнгән.
Былтыр үткән Әҙәбиәт йылының шаңдауы булараҡ, төбәктәрҙә әҙәби тормош йәнләнә төштө. Мәскәүҙә нәшер ителгән “Дастан о Башкортостане” китабын ҡулға алырға ла өлгәшкәйнек, бәлки, милли телдә ижад иткәндәр өсөн дә майҙан асылыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. Нимә генә тимә, әҙәбиәттәр аша милләттәр мәҙәниәтенә күпер һалына. Ысын ижадтың берләштереү, берҙәм яҡтылыҡ, изгелек тойғоһо тәрбиәләү миссияһы ғына түгел, көсө лә бар!
Шиғриәт секцияһынан тыш, шағирҙарҙың ижады менән яҡындан танышыу маҡсатынан айырым шиғыр кисәһе һәм конкурсы ла ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусылар тәҡдиме менән миңә лә баһалама ағзаһы булараҡ сығыш яһарға насип булды. Дөрөҫөн әйткәндә, төрлө фестивалдәрҙә еңгән, үҙ төбәктәрендә уңыш ҡаҙанған шағирҙарҙың ижадын баһалау һис еңел эш түгел. Иң мөһиме шул: һәр яҙыусы үҙен ысын рәссам итеп танытты. Улар тыуҙырған картиналарҙа һәр төбәктең үҙенсәлеген, авторҙың ниндәй һыҙланыуҙар менән яныуын тойомларға була ине. Ҡырымдан Владимир Миронов, Алина Стародубцева (Ли Гевара), Анатолий Донченко, Рязань өлкәһенән Михаил Даньшов, Ростовтан Ольга Прилуцкая, Мәскәү өлкәһенән Николай Калиниченко, Мәскәүҙән Андрей Щербак-Жуков, Михаил Погарский, Александр Карпенко, Сахалин өлкәһенән Александра Окатова, Хабаровск крайынан Виктория Ильчук, Свердловск өлкәһенән Артём Носков, Елена Соловьева, Чукотканан Владимир Голубев, Приморье крайынан Иван Белогороховтың сығыштары әҫәрҙәрҙең сәхнәнән оҫта башҡарылыуы менән хәтерҙә ҡалды.
Рәсәйҙең 87 төбәге эше ҡаралған фестивалдә 22 ҡатнашыусы көмөш миҙалға лайыҡ булдыҡ. Был минең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. “Проза” секцияһында сығыш яһаған Башҡортостан егете Салауат Вахитовҡа ла йылмайҙы был уңыш. Әйткәндәй, прозаиктарҙың ултырышын Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы рәйесе Светлана Василенко етәкләне.
Фестиваль барышы Алуштаның ҡала көнөнә тап килде. Ошо байрамда “Бөрйән ҡыҙҙары”н осратып, тағы ла бер шатландым. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: диңгеҙ буйлап һәр төбәк үҙ әләмен күтәреп марш менән үткәндә ҡаршыма балитәкле күлдәк кейгән өс бәләкәс кенә ҡыҙыҡай килеп сыҡты (аҫтағы һүрәттә һулда). Аптыра ла кит!
– Һеҙ кем? – тим.
– Беҙ – башҡорт ҡыҙҙары! – ти улар, йылмайып.
Күҙгә йәш тулды.
– Һуң бында нишләйһегеҙ? Нисек килеп сыҡтығыҙ? – тип һорауыма, ҡыҙҙар янына йәш кенә бер ҡатын килеп баҫты.
– Беҙ Алушта ҡалаһының “Каблучок” бейеү ансамбле ҡыҙҙары булабыҙ. Ҡала көнөндә сығыш яһарға килдек. Донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарабыҙ. Бөгөн беҙгә башҡорттарҙың “Бөрйән ҡыҙҙары”н башҡарырға тәҡдим иттеләр, – тине ансамблдең етәксеһе Наталья Мельникова.
– Ә ни өсөн тап башҡорт ҡыҙҙары бейеүе? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Сөнки Ҡырым Республикаһының Башҡортостан менән мөнәсәбәттәре яҡшы. Беҙгә был бейеү бик оҡшаны, балалар яратып бейей! – тип яуапланы Наталья.
Бына шулай, һис көтмәгәндә Алуштала шундай шатлыҡ кисерҙем. Урындағы башҡорт ҡоролтайы менән дә күрешермен тип ниәтләгәйнем дә, саралар бик тығыҙ булыу сәбәпле, өлгөрмәнем. Шулай ҙа “Башҡортостан”, “Киске Өфө”, “Йәшлек” гәзиттәрен, “Ватандаш” журналын, “Тамыр” студияһы сығарған башҡорт телендәге йыр дисктарын Валерий Басыровҡа тапшырып киттем. Ул “Башҡортостан!” тип йән атып торғандарға тапшырырға вәғәҙә итте.
Симферополь, Ялта ҡалалары ла диңгеҙ буйында ултыра. Ә беҙҙе Севастополгә “Ҡабырсаҡ”ҡа сығыш яһарға алып киттеләр. 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан йәнә һәр төбәк үҙ телендә телмәр тотто. Шағир Ирек Кинйәбулатов сәғәт бүләк итеп юлға оҙатып ҡалғас, мин дә уға, Севастополдә хеҙмәт юлы үткән Ҡара диңгеҙ морягына, ҡала символы төшкән һәм мәңгелек календарлы сувенир алдым. Хатта уға шылтыратырға йыйындым да, ҡайтҡас тапшырырмын тип, телефонды кире кеҫәгә һалдым. Үҙемә күпме әйткәнем бар, ниәтләгән тәүге уйҙан баш тартырға ярамай. Бәлки, тауышын һуңғы тапҡыр булһа ла ишетеп ҡалыр, үҙен ҡыуандырыр инем, тип өҙгөләндем аҙаҡ. Яҙмағандыр, күрәһең, сөнки Өфөгә ҡайтып төшөү менән ишеткән тәүге хәбәрем Ирек ағайҙың мәңгелек йортона күсеүе хаҡында булды...
Севастополдә беҙ Диңгеҙ китапханаһында ла сығыш яһаныҡ. Бында ла яҡташтар осраны. Николай Афоничев – отставкалағы II ранг капитаны. Улар Өфөгә ғаиләһе менән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакуация мәлендә килеп эләккән.
– Өфөлә түгел, Черниковскиҙа йәшәнек беҙ. Апайым әле лә Башҡортостандың баш ҡалаһында көн итә. Бик йыш осрашып булмай, әммә бала сағым хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлана күңелемдә, – тине элекке моряк.
Сара тамамланыуға бара. Әҙәбиәт хаҡында етди әңгәмәләр, тәржемә хәле тураһында дөйөм фекергә килеү – былар барыһы ла киләсәккә пландар нигеҙенә ятыр. Тәүге фестивалде ҡабул иткән Ҡырым Республикаһына ла тапшырылды көмөш миҙал. Әйткәндәй, миҙалдарҙы әҙерләгән Әнүәр Әлмөхәмәтов беҙҙең яҡташ, Тәтешле районы егете булып сыҡты. Уның үҙенә лә Рәхмәт хаты тапшырылды. Ата-бабалары дин әһелдәре булған уның. Өлкән олатаһы Петр I һарайында хеҙмәт иткән. “Ул урыҫ романстарын да йырлаған, шуға күрә ауылда халыҡ уның күп яҡлы һәләтенә аптырай торғайны”, – тип хәтерләй Әнүәр.

Али Карнайҙың улы
менән осрашыу


Бала саҡта кемдең генә ниндәй генә хыялы булмай! Мине лә улар урап үтмәне. Шәрбәт яратҡас, тештәрем йыш һыҙланы, һәм әсәйем әйләнгән һайын Дәүләкәнгә поликлиникаға алып китә. Шунда барғанда бер бинала “В этом здании работал башкирский писатель Али Карнай” тигән яҙыу күреп ҡалдым.
Был яҙма минең бала саҡ аңымда тәрән эҙ ҡалдырҙы. “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” тигән китапты ла ҡулыма алып йыш ҡарап торғаным бар: унда Дәүләкәндән сыҡҡан яҙыусылар бик һирәк. Баязит Дим Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, ә Әхиәр Хәкимовты Мәскәүҙә йәшәй тиҙәр. “Беҙ ҡайтырбыҙ” тигән киң билдәле әҫәрҙе яҙған Али Карнай минең тыуған яғымда булып киткән. Әллә ниндәй ғорурлыҡ тойғолары уята ине миндә был. Яҙманы бер уҡығандан һуң, изге урынға килгән кеүек, Дәүләкәнгә барған һайын ошо бина янына килер булдым.
Али Карнайҙың ижады ла үҙ ине миңә. Бигерәк тә яҙыусыларға мөрәжәғәт иткән һүҙҙәрен ижадҡа төп талап итеп алдым: “Беҙ, яҙыусылар, үҙебеҙ ябай кешеләр араһына сығып, улар күргәнде, кисергәнде яҙырға бурыслыбыҙ”, – тип, ул нефтселәр, тракторсылар менән бергә эшкә төшә. Ул йыһанға осҡан космонавтарҙы ғына түгел, үҙен уратып алған һәр кешене заманының геройы итеп күрә белгән. Әллә ҡайҙан асыштар, табыштар эҙләргә кәрәкмәй, беҙҙең яндағы кешеләр – үҙҙәре табыш.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, курс эшемде “Али Карнай публицистикаһы” тигән темаға яҙҙым. Әҙиптең тыуған яғына барып ҡайтыу теләге лә ҙур булды. Әллә ҡайҙа ята икән тиһәм Мишкә районын, алыҫ та түгел икән. Оло Шаҙы ауылына сәфәремде остазым, мәрхүм Венер ағай Йәнбәков ойошторошто. Студент кешене “Аманат” журналынан ебәрелгән командировка ваҡытында Мишкәлә бик йылы ҡабул иттеләр. 1996 йылда “Йәшлек” гәзитендә эҙләнеүҙәремде туплап, ҙур мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны.
Тап Оло Шаҙы ауылындағы музейҙа күрҙем Али Карнайҙың ғаиләһе фотоларын. Улы менән ҡыҙы ла барлығын төшөндөм, тик ҡыҙы йәшләй туберкулездан вафат булған, ә бына улы иҫән, тинеләр. Бына, ниһайәт, 23 йыл тигәндә фотолағы бәләкәс малайҙы Ҡырымда тап иттем. XX быуат аҙағында хатлашып, телефон аша аралашып торһаҡ, бөгөн – Интернет заманында – Али Карнайҙың ейәне Роман Карнайҙы тәүҙә “Класташтар”, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәренән табып алдым, һәм бәйләнеш булдырҙыҡ.

Ҡырын итеп һиңә ҡарамайым,
Эй тартаһың мине һин, Ҡырым!
Осоп ҡына барып ҡайтыр инем –
Араларҙа меңәр саҡ(ы)рым...

Ялт-ялт итә минең зиһенемдә
Ялта ҡалаһының исеме.
Ял ит, тиеп саҡырғандан түгел,
Әллә бер уҙаман өсөнмө?!.

Шул тарафҡа мине тартып тора
Карнай тоҡомоноң дауамы.
“Беҙ ҡайтырбыҙ!..” тигән олатайҙың
Һүҙкәйҙәре һеҙгә дауамы?!.

Ҡырымдарҙан ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына
Берәү ҡарай кеүек был яҡҡа.
Тауышында һағыш моңо сыңлай,
Ҡуҙ өҫтәлгән кеүек усаҡҡа.

Ҡырым буйҡайҙарын ҡыҙырманым,
Уйҙарымда ҡылдым сәйәхәт.
“Беҙ ҡайтырбыҙ!..” тиеп йәшәй ағай,
Йөрәгенә йомоп йәрәхәт.

Был шиғырҙы яҙғанға ла биш йыл самаһы ваҡыт үтеп бара. Алдан хәбәрләшкәс, Сарим Карнай (аҫтағы һүрәттә уңда) Алуштала беҙҙе эҙләп тапты. “Башҡортостандан нимә алып барайым?” тигән һорауға ул башта уңайһыҙланды, әммә үтенеп һорағас: “Ҡурай, түбәтәй, тыуған яғым күренештәрен төшөрөп алып килһәгеҙ ине!”– тине. Мишкә районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы, ҡоролтай етәксеһе Мөнир Нурисламовҡа рәхмәт. Мөрәжәғәт итеү менән Мишкә, Оло Шаҙы ауылы, музей, Али Карнай исемен йөрөткән мәктәп күренештәрен фотоға төшөрөп һалдылар. Тыуған яғы менән күрешкәндәй булғандыр Сарим ағай.
Ул беҙҙең менән аралашырға бер нисә көн килеп йөрөнө, әҙәби сараларҙа ҡатнашты. Башҡорт балы менән атаһы эшләп киткән Дәүләкән районы үләндәренән сәй ҙә күңеленә хуш килһен, тип теләнем.
Ул үҙе алсаҡ, шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ кеше булып сыҡты. Түбәтәй ҙә уға бик килеште, ә инде Риф Дилмөхәмәтов (ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың улы) эшләгән моңло ҡурай шулай уҡ милли моңға сарсауын ҡандырыр. “Киләһе осрашыуға өйрәнергә тырышам әле!” – тине ағай. Шуныһына ғәжәп иттем: ул телде онотмаған, урындағы ҡоролтай ағзалары менән дә аралашып тора икән. Беҙ телде өйрәнеүе ауыр тип зарланған мәлдә, тыуған еренән 1967 йылда сығып киткән кеше әле булһа башҡортса һөйләшә. Әйткәндәй, уны видеоға ла төшөрҙөм. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнән йәки минең сәхифәнән инеп ҡарай алаһығыҙ.
Атаһы нефтселәр хаҡында яҙһа, Сарим ағай Өфөлә геология-разведка техникумын тамамлағандан һуң Себер тарафтарына эшкә ебәрелә. “Атайымдың исеме менән бер ҙә файҙаланғаным юҡ, сөнки һәр кем был тормошта үҙ-үҙенә юл ярырға тейеш. Әммә бер мәл пропискаға инә алмай ыҙаланғанда урындағы Яҙыусылар союзына мөрәжәғәт иткәйнем, шул минутында уҡ мәсьәләне хәл итеп, һәр яҡлап ярҙам итеп ебәрҙеләр”. Ялтаға ла һис уйламағанда командировка мәлендә килеп эләккән ул. Һәм үҙе әйтмешләй, “ерҙәге ожмахты күреп”, бында ҡалырға хәл иткән. Бөгөн Сарим Карнай ҡатыны Ирина Михайловна менән ошо ҡалала йәшәй. Берҙән-бер улдары Романдың үҙ ғаиләһе, Али Карнайҙың биш бүләһе бар.
Сарим ағайҙың геологияны нисек үҙ итеүен видеояҙмаларҙан ҡарап тойомларһығыҙ. Был өлкә хаҡында һөйләй башлағайны, бөтә донъяһын онотто. Яратып башҡарған эшен. Йәнә ул – физкультурник. Көн дә тау юлынан унар саҡрым араны йүгереп үтә. Ә инде 9 майҙа – Бөйөк Еңеү көнөндә – атаһына бағышлап 42 саҡрым араны йүгерә. 1937 йылда тыуған милләттәшебеҙҙең рухи һәм тән сәләмәтлегенә күҙ теймәһен, тибеҙ.
Мишкә районында Сарим Карнайҙы ҡабул итергә әҙер булыуҙарын әйттеләр. Тап Дәүләкән районында йәшәгәндә атаһы үҙе менән уйындар уйнауын яҡшы иҫләй ул. Дүрт йәшлек малай атаһы хаҡында әллә ни күп хәтирәләр һаҡламаһа ла, тыуған яғын ҡайтып күрер, моғайын.

Һуңғы һүҙ урынына

Ҡырымдағы фестиваль, әҙәби һәм шәхси осрашыуҙар яҡты хәтирәләр булып үткәндәр иҫәбенә күсте. Сараларҙың һәр береһенә башҡорт милли кейемендә йөрөүемә ҡыуандым, сөнки Башҡортостандан ситкә бер аҙым баҫһаҡ та беҙ үҙебеҙҙең ошо төбәк вәкиле икәнебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.
Төбәккә тыныслыҡ әйләнеп ҡайтҡан, күрәһең, урамдарҙан милли кейемдә үткәндә (айырым да, бергәләп йөрөгәндә лә) ҡырын ҡараш тойолманы. Халыҡтың Рәсәйгә ҡушылыуына ҡыуанғаны тойолоп тора. “Путин великий” тип һөйләй башлайҙар бер ҡоралһыҙ, ҡан ҡойошһоҙ кире ҡайтарылған ярымутрау хаҡында һүҙ сыҡҡанда. Бында Ҡырым татарҙарына ғына түгел, урыҫтарға ла үҙ телен өйрәнеү тыйылған булған. Шуға бигерәк тә урыҫ телле халыҡ Рәсәй менән бергә булыуына шат. Айырыусы ярҙам йөҙөнән һалынған юлдар, үткәрелгән газ торбалары, халыҡты аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеү күҙгә ташланып тора.
Рәсәй картаһында Ҡырым ысын мәғәнәһендә йөҙөктөң гәүһәр ташы һымаҡ. Уның өсөн һәр саҡ көрәшкәндәр. Тәбиғәт шарттары ла бында бик уңайлы: февралдә ултыртҡан йәшелсәләр, сейәләр, персиктар, еләктәр өлгөрөргә ултыра. Сатлама һыуыҡтарҙы күргән төбәктәрҙә йәшәгәндәр хеҙмәт һөйөүсән була, йылы яҡтың яҡты ҡояшы Ҡырым халҡын да яуҙар аша түгел, йырҙар аша билде биштән бөгөргә өйрәтәлер, моғайын.
“ЛиФФт” I Рәсәй әҙәби фестиваленә хуш тип әйтәбеҙ. Әммә ул төбәктәрҙә үҙ эшен дауам итәсәк. Киләһеһе, алтын миҙалға лайыҡ булыусы Мәскәүҙән булғас, Рәсәйҙең баш ҡалаһында үтәсәк. Ә ошо көндәрҙә беҙ скайп аша тәржемә эше хаҡында әңгәмәгә ҡушыласаҡбыҙ. Эш дауам итә!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571