Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәксе лә, бейеүсе лә, ситексе лә үҫтерә бейеүҙе
Етәксе лә, бейеүсе лә,  ситексе лә үҫтерә бейеүҙе …Стәрлетамаҡ бейеү театрының репетиция залында ағастан эшләнгән бер һын бар. Артистар уны “бетеү” тип йөрөтә. Коллектив ағзаларын бәлә-ҡазанан һаҡлай, тылсымлы көсө ярҙамында ансамблдең үҫешен ҡурсалай был һын, тип ышана улар. “Бетеү”ҙең йәнә бер әһәмиәте шунда – хаҡлы ялға сығыусылар ҡаҙауҙы сәхнә иҙәненә түгел, уға ҡағып китә (бейеүселәр араһында шундай йола бар: сәхнәне ҡалдырғанда уға ҡаҙау беркетәләр, йәнәһе лә, һәләттәрен киләһе быуынға тапшыралар). Тик бер көн артистар репетицияға килһә, ни ғәжәп, һын юҡҡа сыҡҡан! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Сөләймәнов шәйләп ҡалған был юғалтыуҙы.

Театрҙа тәүге көндән үк бейегән ветеран әлеге һынды кейем бүлмәһендә табып ала. Шунда уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөгән малайҙарҙы саҡырып килтерә лә “бетеү”ҙе кире сығарта. “Башҡа ҡағылмағыҙ”, — тип киҫәтеп ҡуя. Театрҙың ҙур мәғәнәгә эйә әйбере кейемдәр араһында саң йыйып ятырға тейешме ни?! Ләкин… икенсе көнгә килһә – һын йәнә бүлмәлә урын алған. Эх, был шуҡ малайҙарҙы! Репетиция залында геү килгән буласаҡ бе­йеүселәр артабанғы минуттарҙа, “бетеү”ҙе күтәреп, тағы ишеккә табан йүнәлә. Был хәл, бәлки, көн дә дауам итер ине, әгәр ҙә шул мәлдә тағы бер ветеран Рәил Лоҡманов килеп инмәһә. Баҡтиһәң, кейем бүлмәһенә һын­ды ул индерткән. Сәбәбе: шө­ғөлләнергә йөрөгән малайҙар уны боҙоп ҡуйыр, тип ҡурҡҡан. Ғө­мү­мән, һәр кем үҙенсә һаҡларға тырышҡан ҡәҙерле һынды. Әммә тәү ҡарашҡа мәрәкәгә ҡоролған был ваҡиғала, дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй ҙур мәғәнә ята. Һынды түгел, театрҙы, уның булмышын күҙ ҡараһындай һаҡларға теләй егеттәр. Хәйер, улар үҙҙәре лә бит был ижади донъяның бер табышы һәм бер яҙмышы, тигәндәй.
…Бала саҡтан баян моңона ғашиҡ булып үҫкән Йылайыр егете Руслан Стәрлетамаҡҡа ярат­ҡан музыка ҡоралында профессиональ кимәлдә уйнарға өйрә­нергә тип килә. Тик, бәхетенә күрә, бейеү бүлегенә уҡырға инә. Күрәһең, Хоҙайҙан бирелгән, үҙең дә һиҙмәгән һәләттең шишмәләй урғылыуы шулдыр. Нисек кенә бул­маһын, Руслан башкөллө бе­йеү донъяһына сума. Ә яҙмышын хәл итер осрашыу тәүге курсҡа тура килә.
— Училищеға, ҡара плащын, ҡара эшләпәһен кейеп, Хәлил ағай Ишбирҙин килеп инде. Башта бөтә студенттарҙы йыйып, репетиция залында каратэ буйынса күнекмә үткәрҙе, — тип хәтерләй Руслан ул осрашыуҙы. – Сәнғәтте өйрәнергә килгән егеттәргә бындай күренеш сәйер тойолһа ла, күнекмәләрҙе ихлас башҡарҙыҡ. Баҡтиһәң, сәнғәт әһеле был спорт төрө ярҙамында ишетеү-күреү һәләтебеҙҙе, пластикабыҙҙы һынарға теләгән булып сыҡты. Артабан каратэнан башҡорт халыҡ әкиәттәрен һәм риүәйәттәр тыңлауға күстек.
Шулай итеп, һынау үткәндән һуң, Стәрлетамаҡ бейеү театры­ның төп өлөшө булараҡ дүрт егет һайлана: Руслан Сөләймәнов, Иҙел Дауытов, Марсель Шәйәх­мәтов, Салауат Сәйғәфәров. Был ваҡиғаға ла сирек быуат үтеп киткән. Кемдер театрҙы ҡалдыр­ҙы, кемдер бөтөнләй арабыҙҙан китеп барҙы. Тик шуны билдә­ләргә кәрәк: был театрҙа ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт сәнғә­тендә егеттәрҙең һәр кеме үҙ эҙен ҡалдырған. Бөгөн хаҡлы ялдағы артист Руслан Сөләй­мәновтың һирәк сығыштарын, мәҫәлән, күптәр көтөп ала. Хәйер, бейеүсе үҙе лә сәхнәлә “йәшәү”ен дауам итә. Мөмкин тиклем күберәк бейеп ҡалырға тырыша. Үҙе әйтмешләй, һәр бейеүҙе һәр йәштә бейеп булмай…
— Ике тиҫтәнән ашыу йыл аҙ ғүмер түгел. Төрлө саҡтар булды, ләкин үке­нестәр кисермәйем, сөнки театрҙа эшләгән ғүмерем – тормошомдоң иң матур мәле, — ти Руслан үҙе был йәһәттән. Шуныһы билдәле: һөнәрен яратҡандарҙың хеҙмәт емеше лә тос була. Руслан Сөләймәнов ҡат­нашлығындағы бейеүҙәр, һис шикһеҙ, театрҙың алтын фондын тәшкил итә һәм артабан да шулай булыр.
Әйткәндәй, был артист сәнғәт донъяһы менән бейеүҙәре аша ғына бәйле түгел. Туҡһанынсы йылдарҙа ул бейеүселәр өсөн ситектәр тегеү цехын асҡан. Шуныһына иғтибар итегеҙ: унда коллегалары менән бергә эшләй.
— Яңы һәм матур ситектәр кил­терәләр ине, әммә күбеһе тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған булып сыға. Төйөндәре аяҡ­ты ауырттыра, табандары ҡаты. Бейеүсенән дә шәберәк ситек тегеүсе булмаҫ, тинем дә эшкә тотондом. Артистарҙың эш хаҡы аҙлығы ла уйландырмай ҡалманы, — тип иҫләй бейеүсе. – Бейеү сәнғә­тенең үҫеше бит ул матур хәрәкәттәр яһауҙан, күңелеңдәге хистәрҙе тама­шасыға сығара белеүҙән генә тормай, бейеүсе кинәнеп бейеһен өсөн ситексенең дә, етәксенең дә ярҙамы ҙур…
Һынға әйләнеп ҡайтҡанда, ваҡыты еткәс, унда ҡаҙауҙарҙың күбәйеүен, тимәк, килгән йәштәрҙең берегеүен һәм, әлбиттә, мәҡәлә геройылай сағыу эҙ ҡалдырыуын теләргә ҡалалыр.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567