Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәҙер төнө юлды яҡтыртты…
Ҡәҙер төнө  юлды яҡтыртты… Был олатайҙы үҙ йомошо менән район үҙәгенә килгәнендә осраҡлы ғына күреп ҡалдым һәм шунда уҡ уның йөҙөндә Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмындағы киномеханикты таныным. Эйе, ғүмере буйы ошо һөнәргә тоғролоҡ һаҡлаған Сәлимйән олатай Әминев кинолағы ролде бик килештереп, еренә еткереп уйнаны. Шулай итеп, мәҡәләм геройы – Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәүсе, 47 йыллыҡ стажлы киномеханик Сәлимйән Әхмәтбаҡый улы.
Уның Аҡъярҙан ҡайтыуын әллә нисә ауылда түҙемһеҙлек менән көтөп торалар. Транспорт яғы насарыраҡ шул, әле “попутка” менән, әле велосипедта, йә булмаһа һыбай ҡайтып төшә. Шулай булмай ни, эш көнө тамамланғас, тотош ауыл халҡы клубҡа кино ҡарарға йыйыла бит! Юҡһа, Сәлимйән олатай ҡайтып өлгөрмәһә, кино ҡарамайынса әүен баҙарына китергә тура киләсәк.
Яңы мәктәпте тамамлаған йәш егет, колхозда эшләп алғас, ауыл клубында алты кинофильм ҡуя. 1961 йылда үҙ теләге менән Бәләбәйҙәге киномеханиктар училищеһына уҡырға инә.
– Хәйбулла менән Йылайыр райондары ҡушылған мәл ине. Уҡып ҡайтҡас, Яңы Петровка, Ҡыпсаҡ, Петропавловка, Ашиповка ауылдарында киномеханик булып эш башланым. Һөнәремде бик яраттым, – тип хәтерләй Сәлимйән Әхмәтбаҡый улы. – Артабан Әбеш ауыл Советына ҡайттым һәм Әбеш, Үрнәк, Бүре, Сик, Вәзәм ауылдарында киномеханик булып арыу уҡ хеҙмәт иттем. Унда ат егеп йөрөнөм. Башҡа ауылдарҙың үҙ киномеханиктары барлыҡҡа килгәс, Әбештә генә эшләргә ҡалдым һәм тыуған ауылымда пенсияға сыҡҡансы, хатта унан һуң да эшләнем. Йәйгеһен ат, велосипед менән йөрөһәм, ҡыштарын кино ташырға саңғыла йә ат санаһында йөрөй торғайным. Ҡар ҡалын булғанда ат көрткә батып, атлай алмаһа, кәбән төбөндә йоҡлап, иртәнсәк ҡайтҡан саҡтар ҙа булды.
…Шулай бер мәл, район үҙәгенән кино тейәп ҡайтып килә торғас, төн етә. Рамаҙан айы. Атын туғарып ала ла, етәкләп, йәйәү атлай башлай Сәлимйән. Дөм-ҡараңғы. Төнгө өстәр тирәһе булып киткәндер. Юлды юғалтып, аптырауға ҡалып килә егет. Шул саҡ ҡапыл күк ҡабағы асылып китмәһенме! Көндөҙгө шикелле яп-яҡты була! Ул ваҡытта кешеләр доға ҡыла, теләк теләй, тиҙәр, ә Сәлимйән, яҡтырған саҡта юлды ҡарай һалайым тип, ян-яғына ҡарап, юл эҙләй. Баҡһаң, юл яҡында ғына булған икән. Күк ҡабағы кире ябылғансы, егет дөрөҫ юлға төшөп, артабан ҡыуана-ҡыуана ҡайтып китә.
– Кинофильмдар тәрән йөкмәткеле, матур була торғайны. Халыҡ “Диско бейеүсе” кеүек һинд киноларын яратты. Шулай уҡ динозаврҙар тураһында “Беҙҙең эраға тиклемге миллион йыл” тигән фильм иѕтә ҡалған. Уны ҡарағас, ҡайһы берәүҙәр клубтан өйгә ҡайтырға шөрләп тора торғайны, – тип олатай һағышланып та, йылмайып та алды.
Ике мәртәбә Социалистик ярыш еңеүсеһе булған Сәлимйән Әхмәтбаҡый улы “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы”, “Унынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре менән бүләкләнә, “СССР-ҙың кинематография отличнигы” тигән юғары исемгә лайыҡ була, һәм уның фотоһы оҙаҡ йылдар райондың почет таҡтаһында элеүле тора. Шулай уҡ Сәлимйән олатай Башҡортостанда кино күрһәтеү нормаһы буйынса һәр саҡ беренсе урында булған. Республика, район кимәлендә күп тапҡыр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән аҡһаҡал-киномеханик эшен ысын мәғәнәһендә яратып башҡарған. Планға килгәндә инде, был турала:
– Халыҡ та әүҙем булғандыр, планды бер ярым-ике тапҡырға арттырып үтәй торғайным, – тине ул. – Алыѕ ауылдар булғас, ҡасан барып еткәнсе, киноның яҡшыһы ҡалмай ине, шулай ҙа бирешмәгәнмен. Бер үк киноны көн эсендә ике ауылда ҡуйған саҡтар булды. Халыҡ күп йөрөнө. Залда алма төшөрлөк ер ҡалмай торғайны, урын өсөн талашып, өлгөрәм тип, кассирҙы этеп ебәреп килеп ингәндәр ҙә булды.
Сәлимйән олатайҙың тормош юлдашы Әнисә Йәрмөхәмәт ҡыҙы кассир булып эшләгән. Өс ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үѕтергән Әминевтәр. Әлеге көндә балалары үҙаллы донъя көтә, ә Сәлимйән олатай менән Әнисә инәй уларҙың тыуған йорттарының йәмен ебәрмәй, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аѕрап, баҡса сәсеп, гөрләтеп йәшәп ята.
Эйе, хәтирәләргә бай ғүмер кисергән һәм фиҙакәр хеҙмәт юлы үткән оло киномеханикка ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545