Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды - ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды...
Рауил БИКБАЕВ
Өс таған


Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды - ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды... Ҡорҙаштарым Тимер Йосопов менән Ирек Кинйәбулатовтың яҡты иҫтәлегенә.
Ниндәй йыл был?!
Донъя емерелгәндәй,
Һүрелгәндәй яҡты ҡояшы.
Ашыҡтылар ҡайҙа?
Бер-бер артлы
Китеп барҙы ике ҡорҙашым.
Беҙҙе – өс тиҫтерҙе – Өфөләргә
Алып килде юлдар йыраҡтан.
Бер яғымда Тимер дуҫым булды,
Ирек дуҫым булды бер яҡта.
Өсөбөҙ ҙә – һуғыш балалары.
Дәһшәт менән килде, эй, заман!
Бер-беребеҙгә булдыҡ беҙ таяныс,
Был тормошта булдыҡ өс таған.
Ҡорҙаштарым – халҡым ғорурлығы,
Әйтте шағир һүҙен, ир һүҙен.
Өс тағандан ҡалдым бер яңғыҙым,
Өс тағандан ҡалдым бер үҙем.
Ғәзиз ҡорҙаштарым!
Һеҙ киткәндә
Зиһендәрем китте таралып.
Күңелебеҙ һыҙлай,
Һыҙыла һағыш,
Башҡорт иле бөгөн яралы.


Гүзәл СИТДИҠОВА
Диңгеҙ бейеүе


Шағир Ирек Кинйәбулатовҡа.

Нисәнсе ҡат карап сәфәр сыға
Тулҡын ярып диңгеҙ өҫтөндә,
Армыт-армыт һырттар күренгәндәй
Сикһеҙ һыуҙың сихри төҫөндә
Бер диңгеҙсе бейей палубала,
Елпелдәтеп башлыҡ таҫмаһын,
Әй елкенеп бейей, ауылында
Һығылыр ине иҙән таҡтаһы.
Тамашалай диңгеҙ, ғәжәп ҡылып,
Бейеп китә ҡушылып тулҡыны,
Берсә күккә үрелеп-үрелеп ала,
Ҡала алмай хәҙер ул тынып.
Алыҫ ярға ҡағып ҡырсын йыуа,
Ҡаяларға бәрелеп айҡала,
Ғашиҡтарҙың мөхәббәтен данлап
Аяҡ аҫтарында сайҡала.
Өйөрмәләп, шаулап, кәмәләрҙе
Юнысҡылай ғына уйната,
Ебәк кенә келәм булып, йәнә
Офоҡҡаса йәйелеп ул ята.
Ҡарағусҡыл һағыш баҫа берсә,
Берсә йәйғор ҡалҡа күгенә,
Берсә – ҡайнар, берсә боҙ һалҡыны –
Ярһыулыҡтарына түҙ генә.
Бейей диңгеҙ, әле һалмаҡ ҡына,
Әле дауыл итеп бар хисен,
Аҡ карапта, ап-аҡ палубала
Бейей сөнки шағир – диңгеҙсе.



Йөрәгендә
диңгеҙ туланы...

“Ни шатлыҡтар бар?” – тип килеп инер ине ул әҙәбиәт бүлегенә. Һора­уы­на үҙе үк яуап биреп ҡуя: “Эшләп ултырыуығыҙ шатлыҡ инде”. Иртә ме­нән шулай хәл-әхүәл һора­шып, ре­дак­циянан редакцияға йөрөп сығыр булды шағир Ирек ағай Кин­йәбула­тов. “Ни шат­лыҡтар бар?” Йөрәкте тел­гән, кү­ңел­де өйкәгән хәсрәтебеҙ генә бар бө­гөн – Ирек ағай мәңгелек тупһаһы аша атланы...
Моряк халҡын йөрөшөнән белеп була, тиҙәр. Штормдарҙа сайҡалған ка­­рапта ныҡ баҫып торор өсөн улар аяҡ­тарын кирә биреберәк атларға ғә­ҙәт­ләнә икән. Ирек ағай ҙа моряк булып хеҙмәт иткән. Йыһан диңге­ҙен­дә сайҡалған Ер исемле карапта ла ныҡ баҫып торҙо ул, туғыҙ валлы шторм­дар бәргәндә лә сайҡалырлыҡ түгел ине.
Бынан ун йыл самаһы элек, Ирек ағай сирләп дауаханаға ятҡас, кәйе­фен күтәреү ниәте менән “Моряк” тигән бер шиғыр яҙғайным. Дауаланып сыҡ­ҡас, ҡыуанып килеп еткән. “Шиғы­рың­дан диңгеҙ еҫе килә”, – тине. Диңгеҙ еҫе нисегерәк булалыр, уныһы миңә таныш түгел. Ләкин Ирек ағайҙың диң­геҙ еҫен генә түгел, тормош еҫен тойоп йәшәүен самалайым. Уның ижадынан аңҡый тормош еҫе.

Һин тельняшка кейеп тыуғанһыңдыр,
Тешләп бескозырка таҫмаһын.
Һәм ғүмергә моряк булып ҡалдың,
Диңгеҙ нисек кенә шашмаһын.
Тулҡындарҙың уртаһында булдың,
Һыйынманың тыныс ярына.
Яраланһаң, дауаланы диңгеҙ,
Тоҙло һыуын бөркөп яраңа.
“SOS!” һуҡманың бата яҙғанда ла,
Бәрелһәң дә ҡая-таштарға.
Маҡсаттарға барып етәһе бар,
Иртә әле якорь ташларға...
Эйе, Ирек Лотфый улы, иртә ине әле һиңә якорь ташларға!.. Иртә ине!..

Салауат ӘБҮЗӘРОВ.



“Нисек үтә йәш ғүмер?..”
Өфөләрҙә мине ҡайғы көткән,
Ингем килмәй тора ҡалаға:
Шиғриәттең фани баҡсаһынан
Мәңгелеккә күсте бер ағай...
Ҡырымдан ҡайтып етеү менән ишеттем ошо ауыр хәбәрҙе. Ышанып та булмай торҙо хатта. Һуң Ирек ағай юлға сығыр алдынан ғына оҙатып ҡалды ла инде, тип, үҙемде үҙем был аяуһыҙ ысынбарлыҡҡа ышан­дыр­маҫҡа тырыштым. Әллә осраҡлы хәл булды, әллә һиҙенде, сәфәргә юлланыр элек иҫ киткес матур бер сәғәт бүләк итте. Нимә әйтергә теләне икән, тип уйландыҡ хатта беҙ, әҙәбиәт бүлегендә эшләгәндәр. Хәҙер миңә барыһы ла аңлашыла кеүек: кеше ғүмере һанаулы. Һуңғы күрешеү булған икән...
Матбуғат йортонда шағирҙың юҡлығы ныҡ тойолор инде, сөнки һәр иртәне беҙ уның: “Нисек үтә йәш ғүмер?” тигән сәләме менән башланыҡ! Бына-бына ишек асылып китер ҙә ихлас йылмайып Ирек ағай күренер төҫлө. “Башҡорт­остан” гәзитенең хеҙмәткәре, торараҡ үҙ хәбәр­сеһе булып эшләгән Ирек Лотфый улының ғүмере баш­ҡорт матбуғаты менән тығыҙ бәйле булды. Һәр баҫманы йортона алдырып, ләззәтләнеп уҡыны ул. Ғәҙәттә, ҡайһы бер зыялылар мәҡәләләре сыҡһа, гәзит эҙләп йөрөүсән, ә Ирек ағай үҙе башҡа­лар­ҙы ла яҙҙырҙы. Уны хатта гә­зит ене ҡағылған ке­ше тип әйтергә лә булалыр. Матбуғат йортона инмәгән, ҡу­лы­на яңы һанды алып ҡыуанмаған көнө лә булма­ғандыр әле. Баш ҡалабыҙҙағы Октябрҙең 50 йыллығы урамының 13-сө йортонда урынлашҡан был бина уның икенсе өйө һымаҡ ине.
Шиғриәтендә ул һәр саҡ башҡорт милләтенең бөгөн­гөһө, үткәне хаҡында яҙып, киләсәген тоҫмалларға ты­рыш­ты. “Мин – башҡорт” тигән китабында шундай шиғри юлдары бар:
Мин күптәнге,
Киләсәкке башҡорт –
Меңәр йыллыҡ юлым артымда.
Үткәндәре барҙың киләһе бар,
Шуны белһен йәшем, ҡартым да.
Ошо юлдарҙа уның ижади асылы сағыла.
Ирек ағайҙың тағы ла бер үҙенсәлеге хаҡында әйтеп китмәй булмай. Ул бик күп замандаштарына бағышлап шиғырҙар яҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе тап “Башҡортостан” гәзи­тендә донъя күрә килде. Ҡәләм­дәш­тәр араһында бер мәл хатта был күренешкә көлөм­һөрәп ҡарағандар ҙа булды. Хәйер, миндә лә тыу­ғаны булды “Бағыш­лауҙар менән артыҡ мауыҡмаймы икән Ирек ағай?” тигән уй. Әммә йылдар үткән һайын шуны аңланым: ул бит, портреттар эшләгән рәссам һымаҡ, үҙе күреп белгән, тарихта эҙ ҡалдырған шәхес­тәр, дә­үер­ҙәштәре йөҙөн һүҙ сәнғәтендә һынландырған. Рәхмәт ке­нә әйтәм бөгөн был эштәре өсөн. Яңыраҡ ҡына баш­ҡорт теле ғалимы Марат Зәйнуллин менән хушлаш­ҡан­да ниндәй тетрәндергес юлдар менән шиғыр уҡыны ул:
Телдән төшмәҫ тел ғалимы китте...
Ә бер көн килеп үҙе менән хушлашыр мәл етте. “Ирек ағай­ҙың үҙенә кем шиғыр бағышлар икән?” тигән уй ҙа үтте баштан. Һуңғы көнөнә тиклем аяғөҫтө йөрөнө, Мат­буғат йорто менән бәйлә­нешен өҙмәне шағир! Йәне йәннәттәлер Ирек ағайҙың. Йома көндө йоҡлаған килеш күскән Мәңгелеккә. Диндә бындай хушлашыуҙы иң еңелдәренән һанайҙар. Һағындырыр инде Ирек ағайҙың оптимист рухы, алсаҡ йөҙө, кеселеклелеге!
Лариса АБДУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571