Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Биҙәүестәр тарих һөйләй
Биҙәүестәр  тарих һөйләй Һуңғы ваҡытта гүзәл заттарҙа боронғо биҙәүестәргә, инәй-өләсәйҙәрҙең селтәр-ҡашмауҙарына ҡыҙыҡһыныу арта. Мәҙәни сараларҙа халҡыбыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемдә сығыш яһай, түшелдерек, һаҡал таҡҡандары ла күренә. Әммә ошо күркәм ҡомартҡыларҙы ҡайҙа, нисек кейергә тейешлеген белмәү, селтәр-ҡашмауҙарҙың дөрөҫ эшләнмәүе лә күҙгә ташлана. Бөгөн һәр кемдең халҡыбыҙҙың (һәр ырыуҙың) үҙенә генә хас биҙәктәрен, тамғаларын инҡар итеп, яңы биҙәк-нағыштар өҫтәүе, төрлө төҫтә эшләргә тырышыуы, ололарҙан өйрәнмәйенсә, селтәрҙе нисек етте шулай сыбарлауы, ҡашмауҙы төрлө оҙонлоҡта яһауы күҙәтелә. Ә бит арабыҙҙа был шөғөлдөң нескәлеген белгәндәр бар, бигерәк тә уны өйрәтергә теләүселәр күп, уларҙы табырға, кәңәшенә ҡолаҡ һалырға ғына кәрәк.
Шундай оҫталарҙың береһе – Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан уҡытыусы-ветеран Шәмсиә Мофаззалова. Уның йорто үҙе бер йәнле
тарихты хәтерләтә.

Инәйҙең мәрйендән яһалған ҡашмауҙары, селтәрҙәре, һара­уыстары, һабантуйҙа һыбай­лылар бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә тегелгән серге һәм ат түшенә ҡуйыр әйберҙәре, үҙе теккән күлдәктәре, әсәһе менән өләсәһенән ҡалған кәзекей һәм камзулдар, балаҫтар – барыһы ла халҡыбыҙҙың аҫыл милли ҡомартҡыһы. Уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында Шәмсиә Тайып ҡыҙы сәғәттәр буйы һөйләй ала, нисек эшләргә кәрәклеген дә күрһәтә. Шулай ҙа инәйҙең төп экспонаттарының береһе – урындыҡ түрендә урын алған фотоһүрәт. Унда район һабан­туйында Шәмсиә апай — һыбай, ә ике туған ағаһы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов ат эргәһендә төшкән. Бығаса байтаҡ гәзит-журналдарҙа баҫылһа ла, һүрәттең төп нөсхәһе үтә ҡәҙерле.
– Һаҡалды баҫа белмәйҙәр, телевизорҙан күреп, ҡайһы саҡ борсолоп та китәм, – ти Шәмсиә апай. – Һаҡал дүрт ҡорҙан арт­маҫҡа тейеш, һәр ырыуҙың үҙ эшләнеше була. Хәҙер тоталар ҙа төрлөсә яһайҙар, һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте юғала, милли кейем үҙенсәлеге аҡрын­лап юҡҡа сыға тигән һүҙ. Алмиҙеү тик тәңкәләрҙән генә торған, бөгөн тоталар ҙа мәрйендән эшләйҙәр. Күптәр белмәйҙер ҙә, бындай осраҡта рәхим итеп килһендәр, өйрәтербеҙ. Күлдәк­тәр менән дә шул уҡ хәл. Ҡатлы итәктәр ҡуйып тегеү генә баш­ҡортлоҡто белдермәй, уның да үҙ нескәлектәре етерлек.
Ысынлап та, һәр ауылда Шәмсиә Мофаззалова кеүек башҡорт инәйҙәре бар саҡта уларҙан биҙәүестәр эшләү, тегеү серҙәренә өйрәнеп ҡалыу зарур. Шул саҡта ғына тағып йөрөгән һаҡал, ҡашмауҙарыбыҙ дөрөҫ итеп халҡыбыҙҙың үткәнен һөйләр, киләсәк быуынға изге ҡомартҡы булып күсер.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545