Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәртәбәле хазина эйәһе
Мәртәбәле хазина эйәһеЙылдар йылға кеүек бер туҡтауһыҙ аға. Кеше ғүмере лә йылға һыуы кеүек. Әле генә ялан аяҡ, ысыҡлы үләндәрҙе тапап, шатланып, көлөп йөрөгән ауыл малайы бөгөн күркәм юбилейын билдәләй. Был яҙмамда күренекле яҙыусы, драматург, шағир һәм публицист Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашев тураһында һөйләмәксемен.
Ғафури районының Яңы Заһит ауылында тыуған егет, Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағас, армия сафында хеҙмәт итә, унан Ғафури район гәзите редакцияһында эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡҡа килә. Һәр кешенең үҙ яҙмышы, үҙ хыялы, үҙенең тормош юлы, кисереше, үҙ юғарылығы, юғалтыуҙары, табыштары һәм бәхете була. Донъяла ябай ғына кеше лә үҙе бер хазина бит. Ә инде ижади шәхес — мәртәбәле хазина! 80 йыл бормалы-бормалы тормош юлын атлап үткән ирҙең барыһы ла еңел булды, йырлап йәшәлде тип әйтергә тел әйләнмәй. Хатта, уның “Юғалма, юлдарымдан юғалма” исемле лирик йыры ла (композиторы Роза Сәхәүетдинова) тормоштоң һикәлтәле икәнен аңлата.
Кәбирҙең бала сағы бик ауыр йылдарға тура килә. Уға туғыҙ йәш тигәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тормошта берҙән-бер таянысы булған атаһы фронтҡа китеп һәләк була. Әсәһе Ғәйникамал апайҙың ҡул аҫтында биш бала тороп ҡала. Уларҙың араһынан иң өлкәне Кәбиргә әсәһенең төп ярҙамсыһы булыу бурысы йөкмәтелә. Үгеҙ егеп һалам ташый, ат менән күбә тарттыра, колхозға ярҙам итә, хатта тырышлығын билдәләп, уны “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” тигән миҙал менән бүләкләйҙәр.
Кәбир Аҡбашев “Ашҡаҙар” әҙәби берекмәһенә йөрөүселәргә асыҡ йөҙлө, киң күңелле ҡәләм оҫтаһы, беҙҙең кеүек башлап яҙыусыларға ҙур терәк һәм кәңәшсе булды. Кәбир кәңәш менән генә ҡәнәғәтләнмәне. Беҙҙең өсөн, республикала билдәле булған, абруйлы яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, драматургтарҙы саҡырып, осрашыуҙар ойошторҙо. Мин әле лә, тиҫтәләгән йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, шул замандағы ижади шәхестәрҙе һоҡланып иҫкә алам. Онотмаҫлыҡ осрашыуҙар әле лә күҙ алдымда: Мостай Кәрим, Фәрит Иҫәнғолов, Ғәйнан Әмири, Шәриф Бикҡол, Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Солтангәрәев, Нәжиб Асанбаев, Рауил Бикбаев, Марат Кәримов, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбаев, Марсель Сәлимов, Александр Филиппов, Роберт Паль — бына ниндәй әҙәбиәт уҙамандары менән осрашырға тура килде.
Кәбир менән күп йылдар йәнәшә эшләнек, мин — техникумда, ә ул — ҡала радиоһында. Араларыбыҙ яҡын булғас, йыш осрашып торҙоҡ. Мин тәүҙә етди итеп ижад менән булышырмын тип уйламағайным да. Ул саҡта әҙ-мәҙ көй яҙып йөрөй инем, йәнәһе, композитор булам. Бер ваҡыт Мостай ағайға хат яҙҙым һәм 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға бағышлап шиғыр һәм тағы ла бер хикәйә ебәрҙем. Ул тиҙ арала яуап яҙҙы. Унда миңә рәхмәт әйткән һәм Кәбир Аҡбашевҡа барырға тәҡдим иткән. “Кәбир Аҡбашев — тәжрибәле яҙыусы, ул ярҙам итер. Хикәйәләреңдә өмөт бар, ә шиғырығыҙҙы эшкәртергә кәрәк”, — тигән. Мостай ағайҙың тәҡдиме буйынса Кәбиргә барҙым. Башҡа шиғыр яҙманым, ләкин хикәйәләр ижад итеү менән мауыҡтым.
Тәүге осрашҡанда оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Көй яҙыуым тураһында ла әйттем. Ошо көндәрҙән һуң, бына инде 33 йыл, беҙҙең ижади бәйләнеш кенә түгел, дуҫлыҡ та дауам итә. Бергә егермегә яҡын йыр яҙҙыҡ. Уның “Сибәр ҡатын”, “Ут күршеләр” исемле пьесаларына музыка яҙҙым. Бергәләп ижад кисәләрен дә үткәрҙек.
Йылдар үтә торҙо, ул үҙенең әҙәбиәт һуҡмағында камиллашҡандан-камиллаша барҙы һәм юғары профессиональ оҫталығын күрһәтте.
Кәбир Аҡбашев бар көсөн, ижади эҙләнеүен драматургияға бағышланы. Һөҙөмтәлә һәләтле драматург булып танылды. Ул — егермегә яҡын драма һәм комедия авторы. Республика театрҙарында ҡуйылған “Ашҡаҙар”, “Китмә, Рөстәм!”, “Мөхәббәтем һин, Аҡтолом”, “Йәшлегем тирәктәре” исемле драмаларын, “Һипкелле ҡыҙ”, “Ут күршеләр”, “Сибәр ҡатын” исемле комедияларын тамашасылар яратып ҡабул итте. “Йәшлегем тирәктәре”, “Ут күршеләр” тигән әҫәрҙәре иҫ китерлек! “Юғалған ауылдан аҙаҡҡы хаттар” тигән публицистик очеркы өсөн ул “Ағиҙел” журналының лауреаты булды. Бер нисә мәртәбә “Һәнәк” журналы уны лауреат итте. “Сибәр ҡатын”, “Һипкелле ҡыҙ” спектаклдәре өсөн уға Ғәли Ибраһимов исемендәге премия бирелде. Драматургиялағы һәм шиғриәттәге уңыштары өсөн 2011 йылда Жәлил Кейекбаев исемендәге премияға лайыҡ булды. Композиторҙар уның ҡырҡтан ашыу шиғырына йыр яҙҙы. Үҙе лә бик матур йырлай. Мәжлестәрҙә уның йырлауын һорайбыҙ. Әле лә уның тауышы көр һәм йәш.
Шундай дәртле йөрәкле кеше булғас, йәмәғәт эштәренән дә ситтә тороп ҡала алмай ул. 2001 йылдан алып 2011 йылға тиклем Кәбир Аҡбашев Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булды. I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайланды, секция эштәрендә ҡатнашты. Беҙ Кәбир менән бик күп изге эштәр башҡарҙыҡ. Мин, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, уға бик етди, яуаплы бурыстар тапшыра инем. Ул уйлап, еренә еткереп үтәне, шуның өсөн дә халыҡ уны хөрмәт итте.
Әҙип 12 китап авторы, йәш уҡыусыларҙы ла онотмай. “Йәшә, ҡояшҡай”, “Сыйырсыҡ сәпәкәй итә”, “Аҡҡош ниңә илай?” исемле шиғыр йыйынтыҡтарын балалар ҙа, ата-әсә лә бик йылы ҡабул итте. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Кәбир Аҡбашев бөгөн дә ижад юлында, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итә. Беҙ уның яңы әҫәрҙәрен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, яңынан-яңы әҙәби емештәре беҙҙе тағы ла ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.
Риф ДӘМИНЕВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573