Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәт тулҡынында
Шиғриәт тулҡынындаМөхәррир

Баш мөхәррир вазифаһы —
Дәрәжә түгел, яҙмыш.
Яңылышһа бер өтөргә,
Ер шарының шартлауы бар
Ҡапылдан ғына, яңылыш.

Төҙәтә ул хаталарын
Батшаларҙың, ярандың —
Ер йөҙөндә күпме улар,
Меңәрләгән, эй Раббым!

Ғалимдарҙың формулаһын
Раҫлап ҡуя ҡултамға,
Философтарҙың яңылышын
Иң беренсе ул таба.

Кеше хаҡын хаҡлау ғына —
Уның иң төп бурысы,
Уҡый-яҙа,
Ирегәнсе
Күҙҙәренең ҡоросо.

Компьютер ҙа, Интернет та
Унан аҡыллы түгел.
Булһа икән дә уларҙа
Мөхәррирҙәге күңел?

Мөхәррирҙәге кешелек,
Ундағы оло йөрәк!
Ул бер үҙе булғанда ла,
Бөтөн йыһанға терәк.

Йөрәге лә шартлап ҡуя,
Булһын, тиеп, ил имен.
Намыҫ үлсәүе — мөхәррир,
Хаҡлыҡ үлсәүе, тимен.

Етемлек

Һикһән биштә әсәй донъя ҡуйҙы,
Ҡырҡ биштең инем өҫтөндә.
Етемлекте тойҙом, әсәй киткәс;
Килә алмайынса иҫемә,
Аңҡы-тиңке оҙаҡ йөрөнөм мин,
Гүйә, Ерҙән кендек өҙөлдө.
Етем итеп,
Үкһеҙ етем итеп
Күпме йылдар тоям үҙемде?!
Ир ҙә ҡаҡмай мине,
Мир ҙа ҡаҡмай,
Балаларым тора йән атып,
Ә етемлек,
Мәскәй ҙә булып,
Йәнемде гел тора ҡанатып.

* * *
Ер-һыуғынам минең,
Ерһеүҙәрем
Баштарымдан ғына ашҡаны.
Йәнәттә лә йәнгә йәм табалмам,
Үҙ итәлмәм һинән башҡаны.

Бер артыҡ баш тоям үҙ-үҙемде,
Яратһа ла мине баш ҡалам.
Асылының аҫау тулҡынына
Ҡоластарым йәйеп ташланам.

Менеп баҫам тағы Балҡантауға —
Башын эйеп ҡала ҡылғандар,
Уҡлы ҡылған, әрһеҙ әремдәр ҙә —
Бөтәһе лә миңә туғандар.

Танышы ла, таныш түгеле лә
Эй өҙөлөп әйтә: “Туғаным!”
Бер кемгә лә мине оҡшатмағыҙ,
Мин еремә оҡшап тыуғанмын.

Ауыҙ менән ҡоштар тотҡанда ла,
Таштар ярғанда ла маңлайым,
Үҙем менеп баҫҡан Балҡантауҙан
Бейегерәк була алмайым.

Таптырмағыҙ минән далалағы
Йәнде ҡурғыс ҡырыҫ ялҡынды,
Асылының тәрәнлеге миндә,
Ҡандарымда уның һалҡыны.

Тормай бер кем минән, бер нимә лә
Изгелеге өсөн хаҡ һорап,
Ҡаҡланғанда, дауа миңә ҡаҡы,
Шишмә һыуы, ыулы аҡһырғаҡ.

Ергә ятам —
Ҡараштарым күктә,
Ҡояш булып йыһан төбәлгән.
Түбәндә лә түбәнселек түгел,
Шишмә йыры килә түбәндән.

Тулҡынланам баҫыу тулҡынында —
Күҙ күреме етмәҫ диңгеҙем.
Алтындарын ҡаҡҡан шул диңгеҙгә
Күңелдәрем менән игеҙмен.

Яландарым минең,
Ялан аяҡ,
Мин ялан баш — һеҙҙең үҙ бала.
Батып киләм сәскә туҙанына,
Ҡулым бирәм ҡулын һуҙғанға...

Мәрмәр баҫҡыс, көмөш манаралар —
Ул минеке түгел, баш ҡалам.
Һағынғанда йәнде имләр өсөн
Асылыға төшөп таш алам.

Айналайым*

Аҡ мендәргә баҫтырғанда ҡаҡ тупһала
Һөйөп кенә әйтте ҡәйнәм,
әйтте ҡайным:
— Киленебеҙ, рәхим итеп, өйгә үтсе,
Балаҡайым, айналайым, айналайым!

Ауыҙыма бал да, май ҙа ҡаптырҙылар,
Тик һүҙҙәрен барыбер ҙә аңламайым.
Ҡояш кеүек балҡый ҡәйнәм,
айҙай — ҡайным:
— Балаҡайым, айналайым, айналайым!

Аңланым мин йәшәй-йәшәй килен булып,
Шул һүҙҙән дә ҡәҙерлеһен табалмайым.
Үткән саҡта әйтте ҡайным,
аҙаҡ — ҡәйнәм:
— Бәхиллегем бирәм һиңә, айналайым!

Сал ағинәй йәштәренә еттем үҙем,
Мин донъяға килен булып ҡалғандаймын,
Һаҡлап килә ҡәйнәм һүҙе, ҡайным һүҙе:
— Яҙа ғына баҫып ҡуйма, айналайым!

*Айналайым — һөйөү, иркәләү һүҙе.

Эволюция

Ерҙең йөҙө даръя булған, тиҙәр,
Хайуандар, ти, булған балыҡ һынлы.
Шып-шым үткән йыйылыштан сыҡҡас,
Иҫкә төшөрҙөм һуң ниңә быны?

Хәҙер ҙә бит тыуа ҡайһы кеше
Шау балыҡҡа оҡшап, ти ғалимдар.
Уйлап-тикшергәндәр сәбәптәрен,
Радиацияны ғәйепләйҙәр.

Шигем дә юҡ. Бәлки, шулайҙыр ҙа,
Ниндәй радиация һуң беҙҙең тормош?
Халыҡ ауыҙына һыу ҡапҡандай,
Илдә үҙгәрһә лә бар ҡоролош?!

Халыҡ ауыҙына һыу ҡапҡандай,
Шып-шым үтәй йүнһеҙ әмерҙәрҙе,
Хәйлә ҡармағына берҙәм ҡаба,
Ем көткәндәй көтөп әҙерҙәрҙе...

Халыҡ күрмәһә лә, балыҡ күрер,
Изгелегең ҡыл, ти мәҡәл.
Дөрөҫ әйтә.
Тиң ниңә һуң кеше һынлы кеше
Балыҡ булып йәшәй күрәләтә?!

Шешә эсендәге кеше

Хоҙай бит ул бер кемде лә
Мәхрүм итмәй өлөштән:
Көнөн-төнөн эсә торғас,
Шешә эсенә төшкән.

Булыр ине өй хужаһы,
Булмаһа ла бер ҡаған.
Шешә эсендә йәшәрлек
Бәләкәс кенә ҡалған.

Быяла аша күрә ул
Бер бирелгән донъяны.
Себен кеүек сәбәләнә,
Тапҡанмы ни улъяны?

Айныны һауа етмәүҙән —
Ҡыҫыҡ шешә эстәре,
Шешә төҫөндә гел таңы,
Шул уҡ төҫтә кистәре.

Ватыр инем ташҡа бәреп
Зәхмәтле был шешәне,
Үлтереп ҡуйһам кешеһен,
Ҡулым әллә нишләне?!

Һаман араҡы һорауы:
“Баш ауырта... Бир ҙә бир!”
Кемдең күҙ йәше төшкәндер,
Ир түгел, ул — иргәйел.

Ҡасаҡ

Һырахана — туған мөйөшкәйе,
Ҡайҙа барһын йолҡош теләнсе?
Күпертептәр һыра ҡоя “дуҫы”,
Һыйлай ҡулдарынан килгәнсе.

Таштай ҡатҡан икмәк һынығы ла
Ярап ҡала тамаҡ ас саҡта.
Оҡшатамын уны, үҙе теләп,
Бәхетенән ҡасҡан ҡасаҡҡа.

Булғандыр ҙа уның тыуған өйө,
Ата-әсәһе лә иҫәндер,
Әмер түгел, бары хәмер генә
Ейер ризыҡтарын киҫкәндер.

Булғандыр ҙа уның ғаиләһе —
Күгәрсендәй гөр-гөр килгәндер,
Бишегендә ятҡан баш балаһы:
“Атаҡайым!” — тиеп көлгәндер.

Булғандыр ҙа уның тыуған ере,
Туйҙырыусы беҙҙе туп(ы)раҡ.
Тупраҡтан да, тыуған өйөнән дә
Мәңге ҡайтмаҫлыҡ ул бик йыраҡ.

Күңелендә — шайтан туйҙарылыр,
Эй, Хоҙайым, уныһын кем белһен?
Кешелектән сыҡҡан кеше бына
Уйландыра инде төрлөһөн.

Өйө генә түгел, ул үҙе юҡ,
Ғаилә генә түгел, юҡ иле.
“Инәйеңде генә шулай итәм!..” —
Эскеселәр бар ҙа бер телле...

Осратмаһам уны нимә булған?
Байғош түгел бит был.
Их, ысын!
Йәшлегемдә ғәзиз тауышынан
Танып ҡалдым халыҡ артисын.

Үлә яҙып ғашиҡ ине ҡыҙҙар,
Ул буй-һыны, тауыш, ул йөҙө!
Шөһрәт толпарында елдерҙе лә
Балда-майҙа ғына ул йөҙҙө.

Урал батыр ине сәхнәлә ул,
Яуға атлыҡтырған Салауат.
Йөрәгенән һүҙен һурып алып,
Йәшәй ине йәнде дауалап.

Уйнап әллә уйлап отторғанмы
Был тормоштан?
Уныһын кем белһен?
(Эй, һин, тормош,
Урал батырға ла
Һис кенә лә еңел түгелһең).

Ниндәй рәхәтлектәр өмөт итеп,
Был донъянан ҡасҡан.
Ул — ҡасаҡ.
Тере саҡта асмаҫ фажиғәһен,
Үлгәс — хәтирәләр асасаҡ.

Факиһа Туғыҙбаева




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573