Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙеллек һәм матурлыҡ йырсыһы
Ғәҙеллек һәм матурлыҡ йырсыһыШағир... Ниндәйҙер бер ҡөҙрәт тарафынан донъяға яратылған әүлиә затынан ул. Холоҡ-фиғеле генә ни тора: зәңгәр күккә бағып, хыял диңгеҙендә йөҙәме, йә булмаһа юлда өҙөлгән япраҡты усына һалып, уның менән серләшәме?! Ә шиғриәт иһә — шағирҙың “иле”. Был тылсымлы илгә һуҡмаҡ төрлөсә һалына. Берәүҙәр — тау-ташлы, һикәлтәле юлдар, икенселәр йыр-моң аша юллана.
Башҡортостандың йәмле Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында тыуып үҫкән Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин — ижад донъяһына нәҡ йыр-моң аша килеп ингән шағирҙарҙың береһе. Бәләкәйҙән ғәзиз тыуған яғының хозур тәбиғәтенә, тормоштоң гүзәллегенә, матурлыҡҡа ғашиҡ шағирҙың кескәй мәлдәрен “Ыласынташ” тип исемләнгән әҫәре аша күҙалларға мөмкин: бына ялан аяҡ йүгереп уйнап йөрөгән шуҡ ауыл малайы. Ул берсә һылыу Әй йылғаһы ағышын күҙәтә, берсә шомло ла, серле лә булып тойолған Ыласынташ ҡаяһына текләп тәрән уйҙарға сума. Йә булмаһа ҡаяға үрмәләп, тирә-яҡҡа күҙ ташлап, бөркөт кеүек осорға хыяллана.
Киләсәктә музыкант булыу теләге менән янып йөрөгән Рафаэль, 1947 йылда ауыл мәктәбендә етенсе класты тамамлағас, Өфөгә юллана, музыка училищеһына уҡырға инә. Гармунды баянға алыштырып, апаруҡ уйнай башлағас, уны баянсы һәм тәрбиәсе итеп 9-сы мәктәп эргәһендәге башҡорт интернатына (хәҙер — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) урынлаштыралар. Тәүге ижад шатлығын да ошонда кисерә. Ул ошо осорҙа һуңынан ҙур талант эйәләре булып танылған Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Бәхти Ғайсин, Диҡҡәт Бураҡаев, Рәйес Низамов менән дуҫлаша.
Рафаэль Сафин был мәлдә көй яҙыу менән бергә әҙәбиәт донъяһына тартыла. Тәүге шиғырҙары илленсе йылдарҙа “Кызыл таң” гәзитендә баҫылып сыға. Ана шулай композитор булырға ниәтләнгән баянсы егет моң донъяһы аша шиғриәткә юл яра башлай. Училищены тамамлағас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының ҡарары буйынса дуҫтары Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Рәйес Низамов менән бергә Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрелә. Шул мәлдән алып уның яҙмышы айырылғыһыҙ рәүештә ижади мөхиткә ялғана.
1956 йылда донъя күргән “Тормош ҡушыуы” исемле тәүге йыйынтығын поэзия һөйөүселәр хуплап ҡаршы ала.
“Сафиндың был бәләкәй генә китабына ингән ни бары ун шиғыр һәм бер поэма, — тип яҙа тәнҡитсе Ғайса Хөсәйенов, — күтәргән мәсьәләләренең ҡыйыулығы, шиғырҙарының үҙенсәлекле яңғырашы менән уҡыусыға эмоциональ тәьҫир итә һәм хәтергә һеңеп ҡала”. Эйе, Рафаэль тәү мәлдәрҙән үк үҙен лирик шағир булараҡ танытып өлгөрә. Уның был сифаты “Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе”, “Йүрүҙәндә яҙ”, “Ышаныс”, “Һоҡланыу”, “Торналар осҡанда”, “Аҡ моңдар”, “Яҙҙар көтәм” һәм башҡа китаптарында берҙәй асып һалына.
Рафаэль Сафин — эпик ҡоласлы шағир. Ул илленсе — алтмышынсы йылдарҙа “Тормош ҡушыуы”, “Ышаныс”, “Гармунсы” исемле поэмалар яҙҙы. Был әҫәрҙәр донъя күреү менән үк әҙәби йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә. Әлбиттә, һәр кем уны үҙенсә аңлап, үҙенсә баһалай. Айырыуса “Тормош ҡушыуы”на ҡарата уй-фекер күберәк ишетелә. Мәҫәлән, Мостай Кәрим “Йәш ҡәләмдәш иптәштәргә” тип исемләнгән хаттарында Рафаэль Сафинға ҡарата: “Поэма, әйткәнемсә, ҡыйыу яҙылған. Ул тормошто раҫлау рухы менән һуғарылған. Әҫәрҙә, ҡабатлайым, бер нәмә минең иғтибарҙы йәлеп итте. Ул да булһа — ҙур дөрөҫлөккә ынтылыу”, — тип яҙҙы.
Ғөмүмән, ул үҙенең лирик өлгөләрендә лә, эпик әҫәрҙәрендә лә замандың иң көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләләрен ҡыйыу күтәреп сыҡты. Тормош, йәшәйеш, кеше яҙмыштары хаҡында тәрән уйланыуҙар, борсолоуҙар, донъяның матурлығына һоҡланыу, ғәҙеллекте даулау, ялған-ялағайлыҡҡа, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш яҙыусы әҫәрҙәренең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Һанап кителгән темаларҙың һәммәһе лә тиерлек, ахыр сиктә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә барып тоташа. Иғтибар үҙәгендә торған проблемалар — йәмғиәт, кешенең рухи донъяһы, тәрбиә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр. Әйткәндәй, был мәсьәләләр яҙыусы ижадының йөҙөн билдәләй.
Рафаэль Әхмәтсафа улының шиғриәте психологизм, драматизм, романтизм, эске моң, конфликт һәм ҙур масштаблы дөйөмләштереү һыҙаттарына эйә. Йәнә уға ихласлыҡ һәм ябайлыҡ хас. Әҙәбиәт белгесе Рауил Бикбаевтың һүҙҙәре менән әйткәндә, шағир йөрәк серҙәрен, шатлыҡтарын ғына түгел, тетрәнеүҙәрен, хаталарын, хатта юғалтыуҙарын да уҡыусынан йәшермәй. Автор ниндәй генә темаға үтеп инмәһен, уның төп уй-фекере ихласлыҡ менән үрелә.
Күп яҡлы талант эйәһе үҙен шиғыр оҫтаһы булараҡ та танытты. Ул хәҙерге башҡорт шиғриәтенә өр-яңы поэтик биҙәктәр, уңышлы образдар алып килде. Йәнә ошоға саҡлы Ш. Бабич, М. Харис, М. Кәрим әҫәрҙәрендә осраған һүҙ гармонияһы, йәғни һүҙҙәрҙең моң булып яралған үҙенсәлекле формаһы — уның шиғриәтендә лә үҙ урынын яуланы.
Ул лирик шағир ғына түгел, оҫта драматург та булып танылды. Уның сәхнә әҫәрҙәре жанр, тематик һәм проблема ҡуйылышы йәһәтенән төрлөсә ҡарала. Мәҫәлән, “Йәнбикә” — драматик поэма, “Тилекәй” — романтик, “Ғәзизәкәй балдыҙ”, “Ҡыр ҡаҙҙары” — психологик драмалар. Был пьесаларҙың үҙәгендә төп проблема — әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре.
Әҙиптең драмаларындағы геройҙар — беҙҙең замандаштар. Улар ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға осрай, һәләкәткә дусар була. Хәҡиҡәткә инаналар, мөғжизәгә табыналар. Ғәҙеллек, сафлыҡ, матурлыҡ өсөн көрәшәләр. Мөхәббәттәренә тоғролар, яҡты уй-хыялдар менән янып йәшәйҙәр.
Яҙыусының пьесаларында кәрәкмәгән бер генә артыҡ һүҙ ҙә юҡ. Һәр һүҙҙең үҙ йөгө бар, һәр береһенең асылында фәлсәфәүи мәғәнә, кинәйәле һабаҡ ята. Бөтәһе лә икһеҙ-сикһеҙ халыҡ теле диңгеҙенең ҡәҙерен белеп, бөртөкләп йыйылған һүҙ ынйылары. Шуға күрә авторҙың сәхнә әҫәрҙәре уҡыусының күңелендә һоҡланғыс тойғолар уята.
Нигеҙҙә, Рафаэль Сафиндың драмалары замандың мөһим мәсьәләләрен күтәреп сығыуы һәм уңышлы хәл итеүе менән ҡиммәт. Улар Башҡорт дәүләт академия театрында, шулай уҡ бүтән милли театр сәхнәләрендә ҡуйылып, тамашасы күңелен тиҙ яуланы һәм хәҙерге көндә лә сәхнә түрендә “йәшәүен” дауам итә.
Тормош, йәшәйеш, кеше яҙмыштары хаҡында тәрән уйланыуҙар, борсолоуҙар яҙыусының публицистикаһында ла ҙур урын алған. Был йәһәттән уның әхлаҡи-этик мәсьәләләргә бағышланған “Матурлыҡ”, “Шулай яратылған кеше”, “Кем ғәйепле?”, “Матурлыҡ йолаһы” кеүек мәҡәләләре айырыуса иғтибарға лайыҡ. “Уларҙы яҙыу, — ти шағир үҙенең бер көндәлегендә, — шиғыр кеүек үк ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та, үтә яуаплы ла”.
Рафаэль Сафин әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән дә йыш сығыш яһай, шулай уҡ әленән-әле әҙәби тәржемәләр ҙә яһай. Мәҫәлән, Н. Островскийҙың “Бәлә кеше башынан йөрөй”, Италия драматургы Перанделлоның “Мут егет”, Ю. Чепуриндың “Йөрәгем һиндә минең”, Ф. Бүләковтың “Бибинур, аһ, Бибинур!” һәм шағир Муса Ғәли менән берлектә В. Шекспирҙың “Макбет” әҫәрен башҡорт теленә оҫта тәржемә итте.
Дөйөм алғанда, Рафаэль Сафин ижады — ҙур һабаҡ-фәһем өләшеүсе мәктәп ул. Ә ошо мәктәпте төҙөүсе ижадсыла күпме көс, тәүәккәллек һәм маһирлыҡ!
“Ғүмер үткән һайын үҙеңдең ниндәй ҙә ауыр, яуаплы эшкә егелгәнеңде нығыраҡ тояһың. Күпме илһамлы көндәр, йоҡоһоҙ ғазаплы төндәр алып килде ул миңә! Бәхете минуттар менән үлсәнһә, ғазабы айҙар, йылдар менән үлсәнде уның. Әгәр йәшлегем кире әйләнеп ҡайтыр булһа, әгәр минән: “Ошондай ауыр, ҡатмарлы эште ҡабаттан һайлар инеңме?” — тип һораһалар, нисек яуап бирер инем икән? Эйе, һайлар инем. Хәйер, мин уны һайламаным да шикелле, ул үҙе килде. Яҙмышым булып килде. Ә яҙмышты һайламайҙар. Хәҙер инде мин шул хаҡта уйлайым. Шағирҙың миссияһы, Пушкин һүҙҙәре менән әйтһәң, халыҡта мәрхәмәтле тойғо уятыуҙа икән. Хоҙайым-раббым, ошо юғары изге миссияға ғүмерем ахырынаса лайыҡлы булып ҡала алһам икән”, — тип яҙҙы ул үҙенең көндәлегендә. Ысынлап та, шағир һуңғы һулышына ҡәҙәр үҙенең юғары бурысын намыҫ менән үтәне. Уның ижад емештәре хәҙергәсә уҡыусы күңелендә изгелек, мәрхәмәтлек тойғоларын тәрбиәләп, кешелекле, кеселекле булырға өйрәтә.
Флорида ФАЗЫЛОВА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институтының ғилми хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545