Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә
Әсәйем ғәжәп аҡыллы, белемле кеше булды. Ул өләсәйем яғынан да, ҡартатайым яғынан да килгән аҡылды туплаған, үҙ зиһене яҡтылығын ҡушып нурландырған ғилеме менән йәшәне. Бына хәҙер уның заманы килде лә бит...
Боронғо китаптарҙы юҡҡа сығарған заман, тигәндән, бер серҙе асайым әле. Мин өлкәндәр өйрәткәнде ятҡа бикләй барҙым. Онотолоп ҡуймаһын, тип яттан һөйләй ҙә йөрөй торғайным. Шулайтып хәтергә күнекмә яһалғандыр, тип уйлайым. Бик күп нәмә һаҡлана хәтерем һандығында. Байтаҡ рухи ҡиммәттәр алып ҡалынды. Эй-й-й, булды бит заманалар...
Замана тип, кеше булдыра инде замананы. Замана үҙенән-үҙе бар булып, кешене булдырмай. Хатта бер ваҡыт ҡурай уйнау бөттө, бынамын тигән оҙон көйҙәребеҙҙе лә һанламай башланылар бит.
Миңә утыҙ алты йәштәр ине. Өфөнән радионан килгәндәр, барып яҙыл, тип ебәрҙеләр. Тауыш шаңғырлап торған саҡ. Тын оҙон. Хатта ҡайһы бер ҡурайсылар эйәрә алмай торғайны. Дәртләнеп китеп, “Әрме” менән “Тәфтиләү”ҙе йырлап ебәрҙем. Өфөнән килгәндәр араһынан бер ҡатын: “Ниңә кәрәк был мәжлес йырҙары? Берәй ҡыҫҡараҡ йыр белмәйһеңме?” – тине. Башыма шаңҡыта һуҡҡандай булды. “Беләм”, — тинем дә “Зимагорҙар” көйөнә һалып ваҡ-төйәк таҡмаҡ әйтә башлағайным, теге ҡатынға оҡшап китте был. Ҡушылып та китә, тыпырлап та ала. Ә мин уның һайын йырлайым:

Сит ерҙәрҙә вафат булһам,
Ҡәберем тәрән ҡаҙығыҙ.
Баш осома таштар ҡуйып,
“Комсомол” тип яҙығыҙ.

“РСФСР” тип яҙылған
Ҡыҙыл флагтарына.
Совет власын бирмәбеҙ
Ауыл кулактарына.

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа
Түбә ҡалайҙарына.
Беҙҙең арала урын юҡ
Кулак малайҙарына.

Буржуй-ишәк, ҡайҙан алдың
Ҡара тимер санаңды?
Ҡыҙыл ғәскәр ҡаршы килгәс,
Белдеңме инде самаңды?

Теге ҡатын мине маҡтай башланы. “Ниндәй йыр был?” – ти. Асыуҙы саҡ тыйып торам. “Буржуй-ишәк”, — тинем тегегә. Исем-шәрифемде һорай. Өфөгә барыусылар исемлегенә яҙып ҡуйҙы. Барманым. Берҙән, ғүмер буйы “кулак малайы” тип хурланылар. Үҙемдән үҙем көләйемме? Икенсенән, күңелемә иң яҡын оҙон көйҙәремде хурлатып, ыбыр-сыбыр таҡмаҡ әйтергә тип Өфөгә китеп барайыммы? Барманым.
“Кулак малайы” тигәндән... Кем ул кулак? Етеш йәшәгән, үҙ ҡул көсө менән мал тапҡан, башы эшләгән, эш рәте белгән кеше бит ул.
Ейәнғол ҡарт ҡартатайым Ҡотлогил­дегә байтаҡ мал ҡалдырған. Ҡартатайым Ҡотлогилде уны тағы ишәйткән. Һуғарырға төшкән саҡта көтөүҙең башы йылғала булһа, арттағылары һарайҙан сыға торған булған. Ялсылары булманы. Үҙҙәре эшләне. Хеҙмәт яраттылар. Етеш йәшәнек. 30-сы йылдарҙа ишек алдыбыҙ ҡола яланға әйләнде. Бер келәт кенә тороп ҡалды. Уныһын нисек һүтеп алма­ғандарҙыр. Әле шул йылдарҙан ҡалған ҡомартҡы ул. Икәү генә тороп ҡалғанбыҙ. Мин Ҡаҙаҡбаевтарҙың нәҫел сылбырын өҙмәҫ өсөн иҫән ҡалған­мындыр. Ҡарта­тайым Ҡотлогилде кулактан тартып алған әйберҙәр исемлеге бар. Хәҙерге байҙар менән сағыштырһаң, көлкө инде.
Ҡартатай-ҡәрсәйемдәргә әле аптырайым. Бөлә яҙып-бөлә яҙып, үҙ тырышлыҡтары менән тағы бауыр ҡалҡытып хәлләнеп, етеш тормош ҡороп алалар ҙа үҙҙәрен бөлгөнлөккә төшөргәндәрҙең балалары килһә, ашарға бирәләр. Мин аптырап: “Һуң, уларҙың аталары беҙҙе таланы бит, бирмә уларға”, – тип әсенһәм, “Балам, Хоҙай уларҙыҡын күрһәтмәһен, биргән менән бөтмәй, кешегә ашатҡандан кеше бөлмәй, Хоҙай әмеренән ҡалдырмай ул. Балам, яҡшы бул, яҡшыны яман кеше лә ярата”, — ти торғайнылар.
Уҡымышлы булдылар. Әсәйем ун ике йәшендә “Мөхәмәҙиә”не уҡыған. Әсәйемдең атаһы Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәров шиғыр, йыр яратты. Үҙе халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара торғайны. “Белем кеҫәлә ятҡан аҡса менән бер. Кәрәк саҡта тотаһың да файҙаланаһың. Уҡығыҙ, белем алығыҙ”, — ти торғайны.
Ошо һүҙҙәрҙе иҫтә тоттом. Балаларҙы уҡыттым. Һәр береһе зиһендәре еткәнсе уҡыны. Ун өс ейән-ейәнсәрем дә, ун ике бүлә-бүләсәрем дә Ҡаҙаҡбаевтарҙың исем-шәрифенә тап төшөрөрлөк түгел.
Белем генә кешене кеше итмәй. Ғорурлыҡ, милли ғорурлыҡ та кәрәк әҙәмгә. “Ауылда икенсе холоҡло килмешәктәр күбәйә башланы. Ауыл тәртибен боҙалар. Сит-ят йоғонтоһонан ҡурсалап алып ҡалырға тырышығыҙ балаларҙы. Башҡорт улай булмаған тип, башҡортлоҡтарына баҫым яһағыҙ. Телдән айырмағыҙ. Телдән айырмаһағыҙ, өлкәндәр һүҙенә ҡолаҡ һалырҙар”, — ти торғайны әсәйем. Һәр һүҙен сүпләп ултырып китап итеп кенә баҫтырырлыҡ аҡыл бар ине әсәйемдә. “Милләт ғорурлығы булмаған кешенең бар уй-фиғеле ашап-эсеүҙән ары китмәҫ. Әҙәп тигәне лә самалы ғына булыр. Китапһыҙ йәшәмәгеҙ. Боронғоно онотмағыҙ. Халыҡтың быуын сылбыры өҙөлһә, ҡалған яғы хайуанға әйләнә”, — тигәне ҡолаҡ төбөмдә генә минең.
Шуға халҡыбыҙҙың анау тиклем рухи ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн ҡайҙа нимә ишетәм – отоп алып, ҡабатлап, зиһенгә һала барырға тырыштым. Йырҙарымды Юлай Ғәйнетдинов та, япондар ҙа байтаҡ яҙып алды. Борондан килгән һабаҡтарҙы ошолай урыҡ-һурыҡ булһа ла һөйләй-өйрәтә барҙым. Әле бына балаларым китап итеп сығарышты. Аҡ ҡағыҙға төшкәне юғалмаҫ тип ышанғы килә.
Элек халыҡты халыҡ тәрбиәләне. Ауылда бер генә нәмә лә ололарҙың күҙ уңынан ысҡынманы. Берәй тәртипһеҙлек күреп ҡалһалар: “Кем балаһы әле һин? Ниңә улай яман эш ҡылаһың? Бынамын тигән тоҡомоңдо ҡоротаһың бит, ҡыу малай! Нәҫелеңдә бер яман кеше лә булманы. Яман бала ата-инәһен һүктерә, тап төшөрмә атай-әсәйең намыҫына”, — тип ҡайталатып ебәрерҙәр ине. Ауылда яманаты сығырлыҡ хәл булһа, мәсеттә лә телгә алыныр ине.
Хәҙер бөтөп бара бит шул матур ғәҙәт. Һәр кем үҙенсә йәшәп алды ла китте. Улай тырым-тырағай булһаҡ, алда ни көтәлер беҙҙе – күҙаллауы ауыр. Боронғолар әйткәнен онотмаҫҡа кәрәк ине йәштәргә. Үҙебеҙ булып йәшәүгә ни етә! Шөкөр, беҙҙең Наҙарғолда боронғоса тәртип һаҡлана әле.
Ҡайһы бер әйткәндәрем ҡабатланып та киткәндер инде. Ярар, зыяны булмаҫ. 90 йәшем тулды бит. Һинең килеп китеүеңә лә ун йыл булған икән, 80 йәшемде туйларға әҙерләнә инек ул саҡта. Ғүмер һиҙҙермәй генә үтә шул. Ошо йәшемә тиклем кешеләргә кәрәк булыуым — оло бәхет. Саҡырып торалар, килеп хәл беләләр. Бәхетлемен. Ейәнғол ҡартатайымдың әйткәненән тайпылманым…
...Быуындар сылбыры өҙөлһә, ҡалған яғы хайуанға әйләнә, тип ниндәй оло фәлсәфәүи аҡыл ҡалдырғандар. Ошо хәҡиҡәтте тәрән аңлаған Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев уҙаман быуындар сылбырын өҙмәүгә бар ғүмерен арнаған. Иҫ китмәле рухи ҡомартҡы һаҡлап алып ҡалған киләһе быуындарға. Халҡыбыҙ шундай уҙамандарыбыҙ булыуы менән даланлы.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567