Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙҙең тәмен-йәмен белеп, йән йылыһын ҡушып
Һүҙҙең тәмен-йәмен белеп, йән йылыһын ҡушыпБилдәле йәмәғәт, партия эшмәкәре, танылған әҙип Таһир Ахунйәнов (Таһир Таһиров) “Бөгөнгө мөхәррирҙәрҙән көнләшәм” исемле яҙмаһында: “Мин, “Кызыл таң”дың элекке мөхәррире булараҡ, бөгөнгө мөхәррирҙәрҙән көнләшәм. Редакцияла Фәниә Ғәбиҙуллина кеүек көслө, үткер ҡәләмле, төплө фекерле журналистар эшләүенән көнләшәм”, — тип яҙып сыҡҡайны. Бик урынлы әйткән бит Таһир ағай Ахунйәнов билдәле журналист һәм шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина хаҡында! Шул уҡ яҙмаһында ул “Кызыл таң” биттәрендәге әҙәбиәт-сәнғәт, тормош, төрлө яҙмыштар тураһында баҫылған яҙмаларҙы даими уҡыуы хаҡында ла әйтә.
Хәтерем яңылышмаһа, Фәниә Ғәбиҙуллинаның исем-шәрифе гәзит биттәрендә бынан егерме йыл самаһы элек күренә башланы шикелле һәм шунда уҡ гәзит уҡыусыларҙың күңелен яулап та алды. Әҙәбиәт-сәнғәт, мәҙәниәт-мәғариф хаҡында, уларға хеҙмәт иткән сағыу шәхестәр тураһындағы яҙмалар электән дә баҫыла ине “Кызыл таң” биттәрендә. Әммә ул яҙмаларға авторҙарҙың йән йылыһы етмәгән, хис-тойғо менән һуғарылмаған һымаҡ тойола ине. Ә Фәниә Ғәбиҙуллинаның һәр яҙмаһында хис-тойғо мул.
Хәбәрсенең Таһир ағай Ахунйәнов хаҡындағы “Ул һаман да йәш” исемле яҙмаһын тәфсирләп ҡат-ҡат уҡыуым хәтерҙә әле. Унан инде халыҡ артисткаһы Илһөйәр Ғизетдинова, Дүртөйлө районының Әсән ауылында йәшәүсе ҡорос рухлы Тәлғәт Йәғәфәров, мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадиров һәм башҡа данлы-шөһрәтле шәхестәр хаҡындағы яҙмаларҙы гәзит уҡыусылар минең кеүек йығылып китеп уҡығандыр, шәт... Быға иманым камил.
Йылдар артынан йылдар уҙҙы. Фәниә Ғәбиҙуллинаның журналист булараҡ та, шағирә булараҡ та татар-башҡорт йәмәғәтселеге даирәһендә исем-абруйы күтәрелгәндән-күтәрелә килде.
Фәниә материалдарын иркенләп, киң ҡоласлы итеп яҙа. Мәгәр уның яҙмаларын уҡығанда “Ҡасан бөтөр инде был һүҙ болғатыу?” тип ултырмайһың. Күләмле мәҡәләләре бер тында уҡып сығыла. Ябай ғына кешеләр, ғәҙәти генә хәл-ваҡиғалар хаҡында яҙылған кеүек тә, ә үҙҙәренән айырылып булмай. Хикмәт ниҙә?
Бына әле уның һуңғы йылдарҙа ғына яҙылған әҫәрҙәренән тупланған “Яҙмыштар ярында” исемле мәжмүғәһен ҡулға алып, ундағы яҙмалар менән ентекле танышып сыҡҡас, был хикмәттең ниҙә икәнлегенә бер аҙ төшөнә лә башланым шикелле.
Өфөлә баҫылып сыҡҡан был күләмле китапта (312 биттән тора ул) журналист-шағирәнең һуңғы йылдарҙа күңел йылыһы, хистәр менән һуғарылып яҙылған әҫәрҙәре тупланған. Һәм был яҙмаларҙа — тиҫтәләрсә шәхес яҙмышы. Был китапты ҡулыма алғас, ике-өс көн буйы айырыла алманым әле мин: ундағы шәхестәр хаҡында ҡайта-ҡайта уҡыным. Иҫәбем тел оҫтаһы Фәниәнең яҙмаларына ҡарата үҙ мөнәсәбәтемде белдереү, уның ижади офоҡтарын киң ҡатлам уҡыусыларға асып биреүҙә ине.
Эйе, был китапта тиҫтәләгән шәхестең тормошона, ижадына, ҡылған ғәмәлдәренә байҡау яһала, баһа бирелә. Иң тәүҙә авторҙың өҫтә әйтелгән “Ул һаман да йәш” исемле әҫәренә туҡталайыҡ әле. Был күләмле яҙмала ул Таһир Ахунйәновтың күркәм, аҫыл сифаттарын буяуҙарҙың сағыуҙарын ҡулланмайынса ғына аса алған, минеңсә. Таһир ағай “ҙур мөнбәрҙән” төшкәс тә, халыҡтың үҙенә булған мөнәсәбәтен былай тип аңлата: “... Ләкин шул тынысландыра ине: бер генә кеше лә, ҡайҙа ғына осрамаһын, минең адресҡа насар һүҙ әйтмәне. Киреһенсә, рәхмәт әйтәләр ине. Әллә ҡайҙан булған хәлдәрҙә әллә кемдәр, хатта урамда осратып, ярҙам иткәнемде иҫкә ала”. Бына ошо бәләкәй деталь очерк геройының кемлеген аса түгелме?
Әйткәнебеҙсә, журналист-шағирә, нигеҙҙә, әҙәбиәт, мәҙәниәт, фән әһелдәре хаҡында яратып һәм белеп яҙа. Был фекерҙе йөпләү өсөн Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев, Фәриҙә Ҡудашева, Суфиян Поварисов һәм башҡалар кеүек билдәле шәхестәр хаҡындағы яҙмаларҙы күҙҙән кисереү ҙә етәлер. Улар тураһындағы яҙмаларҙы уҡығас, авторҙың киң эрудициялы һәм офоҡло булыуына инанаһың. Теге йәки был шәхес тураһында яҙырҙан элек уның һөнәре-кәсебе хаҡында бер аҙ булһа ла белмәйенсә тороп, был кеше менән әңгәмә ҡороу мөмкин түгел. Фәниәнең ана шундай олуғ шәхестәр менән әңгәмә ҡороп, уҡыусыларҙы тәьҫирләндерә-хисләндерә алырлыҡ яҙмалар тыуҙырыу һәләте уның профессиональ кимәлен күрһәтә.
Фәниә Ғәбиҙуллина тирә-яғыбыҙҙағы күркәм шәхестәр, хәл-ваҡиғалар тураһында кинәнеп-рәхәтләнеп, матур, бай әҙәби тел (Ҡазанда бөйөк әҙип Мөхәммәт Мәһдиевтән дәрес-һабаҡ алған бит ул) менән яҙа. Әммә ул тормоштағы күңелһеҙ күренештәргә, айырыуса мөтәшағирҙарға, микрофонға аҡырыусы йырсыларға, көй боҙоусыларға мәҙхиә йырлаусылар затынан түгел. Уларға ҡарата һүҙе ҡәтғи һәм талапсан. Әйтәйек, “Һеҙ сатирик шиғырҙы баҫмайһығыҙ инде ул”, “Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә...”, “Иғтибарлыраҡ бул, йырсы иптәш”, “Шағирға һүҙ етәме?” кеүек яҙмалары — бының асыҡ дәлиле. Эйе, Фәниә Ғәбиҙуллина — кәрәк сағында, уратып-суратып тормайынса, тураһын әйтә лә белеүсе ҡыйыу журналист.
Үҙен ҡәләм эйәһемен тип йөрөгән кеше яралы яҙмышлы, ҙур һынауҙарға дусар булғандарға битараф ҡала алмай. Улар хаҡында Фәниә, йән ауазына хис-тойғоларын ҡушып, үҙенең үтемле һүҙен әйтә килә. Был фекеремде авторҙың “Туң Себер ерендә ҡалды ҡәбере әсәйемдең”, “Етемлектең әсеһен беләм, сит-яттарға һеҙҙе бирмәм”, “Табанымда ҡалған ер йылыһы хистәремә тынғы бирмәй бөгөн”, “Көслө рухлы ғүмер юлын үҙе һыҙа” һәм “Минең үлемемдә бер кемде лә ғәйепләмәгеҙ...” исемле яҙмалары раҫлап тора.
Башта әйткәнемсә, Фәниә Ғәбиҙуллинаның был йыйынтығын ҡулға бер алғас, уҡып сыҡмай ҡуйып булмай. Унда тиҫтәләрсә шәхестең бәхет-шатлыҡ менән һуғарылған, шулай уҡ яралы, рәнйетелгән яҙмышлыларҙың тормош-көнкүреше Фәниәгә генә хас оҫталыҡ менән тасуирланған. Яҙмаларҙы әҙәби әҫәр һымаҡ уҡыйһың. Был — журналистың бай теленең ҡөҙрәте һөҙөмтәһе.
Китапты уҡып сыҡҡас, башҡорт һәм татар даирәһендәге күп данлы-шөһрәтле шәхестәр менән осрашып һөйләшкән кеүек булаһың, шулай уҡ башҡорт һәм татар мәҙәниәте, әҙәбиәте, мәғрифәтенән бай мәғлүмәт туплап, үҙең өсөн бәләкәй булһа ла “Американы” асаһың. Шуға ла уның әҙәбиәт һөйөүселәрҙең, мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың, мөғәллимдәрҙең өҫтәл китабына әүерелеүенә һис шигем юҡ.
Раил СӘЙЕТГӘРӘЕВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571