Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Янып эшләр, йәшәр сағы
Янып эшләр,  йәшәр сағы А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Әлфирә Ғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйәндә Рәшиҙә менән Хәләф Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған труппа яңы асылған Милли йәштәр театры өсөн махсуслаша. Шуға күрә ҡулдарына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Улар араһында Әлфирә лә була, әммә 1992 йылда ғаилә сәбәптәре арҡаһында йәш белгес Сибай театрына эшкә ҡайта.

– Республика тамашасыларына үҙ йөҙө, исеме менән танылған арҙаҡлы сәнғәт усағына эшкә килергә батырсылыҡ итеүемә әле булһа аптырап та, ғорурланып та ҡуям, – тип башланы һүҙен Әлфирә ханым. – Мин бында эшкә килеүҙе оло мәртәбә тип һанайым, сөнки арҙаҡлы артистар менән бер коллективта эшләү, улар янында тәжрибә туплау – бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оло бәхет ул. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллиндарҙың хәстәре, ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн дә мин уларҙан кәңәш алып, тәжрибәләрен өйрәнеп ижад итәм.
– Әлфирә Хәләф ҡыҙы, бәләкәйҙән актриса булырға хыялландығыҙмы?
– Юҡ! (көлә). Беләһегеҙме, барыһы ла осраҡлы килеп сыҡты. Сәнғәтте үҙһенмәгән тип уйламағыҙ, мин бала саҡтан сәхнәнән төшмәнем: бейеү менән шөғөлләндем, төрлө спектаклдәрҙә уйнаным. Әсәйем яғынан уҡытыусылар династияһы дауам ителһә, атайым оҙаҡ йылдар райкомда эшләне, ул ҡыҙының табип булыуын теләне. Шуға күрә артислыҡҡа уҡырға барам тиһәм, риза булмаҫтар ине. Хәҙер аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә һис уйламағанда бер таныш ҡыҙыҡайға эйәреп, документтарымды сәнғәт институтына тапшырырға булдым. Имтихандарға бөтөнләй әҙер түгелмен, хатта этюдтың нимә икәнен белмәйем. Уҡырға теләүселәр хәтәр күп: 150 кешенән ни бары 15 студентты һайлап алырға тейештәр.
– Һәм бәхетлеләр исемлегендә һеҙҙең дә фамилия бар?!
– Эйе. Тәүҙә ышанманым, ҡат-ҡат исемлекте уҡыным. Бергә килгән, дөрөҫөрәге, уға эйәреп килгән танышым керә алманы. Иң ҡыйыны уның күҙенә ҡарауы булды.
– Сер булмаһа, имтихан тотҡанда ниндәй этюд күрһәттегеҙ?
– Аҡса янсығын юғалтҡан кеше образын һынлан­дырырға ҡушҡайнылар. Үҙемсә тырышҡанмындыр, күрәһең.
– Студент йылдарына килгәндә...
– Бик һағындыра ул йылдар... Ғабдулла Ғиләжев беҙҙең өсөн икенсе атай ине. Шундай оло йөрәкле, хәстәрлекле, ярҙамсыл. Ә Тамара Хоҙайбирҙина, Ирина Филиппова, Александр Дыба, Олег Ханов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙән һабаҡ алыу үҙе ни тора! Уларҙың һәр береһе минең күңелемдә ижадҡа ҡарата оло һөйөү тәрбиәләне. Мең рәхмәтлемен уларға!
Шулай уҡ һабаҡташтарымдан да бик уңдым, әле булһа аралашып, бер-беребеҙҙең ижадын күҙәтеп, үҙ баһабыҙҙы, фекеребеҙҙе әйтеп барабыҙ. Башҡорт­остандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев, Иҙрис Кәлимуллин, Рәсимә Ғәйфуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зифа Дәүләтбаева, Илсур Хәбиров, Земфира Хөсәйенова, Альберт Шәйхет­диновтар менән бергә уҡыуыма ихлас ғорурланам. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғаяз Алтыншин менән бер класта белем алыуым да минең өсөн оло бәхет!
– Сибай сәхнәһенә аяҡ баҫҡас башҡарған тәүге ролегеҙ хәтерегеҙҙәме?
– Әлбиттә, бөгөнгөләй иҫемдә. Иң тәүге ролем талантлы режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” әҫәрендә йәш Фатима булды. Минең иң яратҡан ролдәремдең береһе, ул артабан ижад итер өсөн ҙур этәргес көс булды. Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Абыстай” драмаһында Мария-Мәйсәрә образы ла хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды. Тамашасылар был әҫәрҙе ныҡ яратты, һәр саҡ тулы залдар, көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Әминә Яхинаның “Ҡайырылмаһын ҡанаттар!” драмаһында – Нәзирә, Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт”өндә – Рәүзәлә, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар”ында – Бибизада ҡарсыҡ, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” драмаһында – ете бала әсәһе Мәрйәм, Михаил Задорновтың “Иреңде миңә һат!” моңһоу комедияһында Венера Шакировна һәм башҡа тиҫтәләрсә образды бар күңелемде һалып сәхнәгә сығарҙым. Уларҙың барыһы ла яңы тыуған сабый кеүек донъяға килде, йөрәгем аша үтте. Сәхнәлә булмышым асыла, унда ғына хис-тойғоларыма ирек бирәм, йәшәйем һәм ҡанатланам.
– Хыялланып та әле уйналмаған образдар бармы?..
– Әлбиттә. Актер үҙе теләп роль һайлай алмай. Бигерәк тә классик әҫәрҙәрҙә уйнарға теләр инем. Һәм, әлбиттә, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында Тәңкәбикә ролен уйнау һәр актрисаның иң ҙур хыялылыр ул.
– Сәхнә тормошо ни тиклем сихри һәм илаһи тойолмаһын, уның үҙ ҡанундары етерлек. Күптәр ауырлыҡтарҙы еңә алмай, ҡаршылыҡтар алдында бөгөлөп, һынып, сәхнә тормошонан төшөп ҡала. Ысынлап та, ғүмер буйы балҡып ижад итер өсөн артист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Сәхнә кешеһенә сабыр һәм түҙемле, талантлы булыу кәрәк. Шулай уҡ спортсыларға хас булған һыҙаттарҙан йөрәктәге сәм һәм ижади ҡомар ҙа мотлаҡ тип иҫәпләйем. Талантлы артист булыу ғына аҙ, кеше менән уртаҡ тел табып эшләй белеү, ауырлыҡтарҙы үткәрә алыу аҙаҡ татлы һәм балҡышлы бәхеткә килтерә. Тик шуныһы билдәле: һин театр донъяһына килгәнһең икән, ғүмерлеккә ошонда ҡалаһың, сөнки уға хыянат итеү мөмкин түгел. Бигерәк тә шуның менән бәхетлемен.
– Әлфирә Хәләф ҡыҙы, тиҙҙән алтын юбиле­йығыҙҙы билдәләргә йыйынаһығыҙ. Гүзәл заттың йәшәү көсө, рух ныҡлығы ниҙә тип уйлайһығыҙ?
– Үҙен үҙе тоҡандырып, балҡытып йәшәй алыуындалыр. Ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһа ла, ул үҙендә ниндәйҙер ҡөҙрәт, яңынан йәшәп китерлек көс таба. Һәр хәлдә, мин шундай (көлә). Минең өсөн һәр саҡ әсәйем өлгө булды. Атайым бик иртә вафат булғас, яңғыҙы өс балаһын үҫтерҙе, һәр беребеҙгә юғары белем биреп, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итте. Әле лә ул беҙҙең һәр һөйөнөсөбөҙгә шатланып, көйөнөстәребеҙ өсөн борсолоп йәшәй. Ҡыҙымды яңғыҙым үҫтерергә тура килде. Гастролдәр ваҡытында йәнә әсәйем ейәнсәрен ҡарарға килеп етер ине. Бөгөн Азалия Мәскәүҙә белем ала, уның өсөн бик шатмын. Әсәйем һәм бөтә гүзәл зат алдында башымды эйәм, уларҙың барыһы ла – рухи яҡтан ныҡлы, көслө һәм матур ҡатын-ҡыҙҙар.

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 051

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 575

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 775

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571