Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етенсе күккә мендерер “Етегән”
Етенсе күккә мендерер “Етегән” Ҡалабыҙҙа саф башҡорт телендә “Етегән” мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы үткәреләсәге хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.


Тоғролоҡ һөйгән йәрҙәр араһында ғына булмай

…Ҡаланың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһына төркөм-төркөм булып ашҡынған студент-йәштәрҙе күргәндәр, сессия ваҡыты ла түгел, сығарылыш имтихандарына әҙерләнергә лә иртәрәк, тип аптырайҙыр инде. Серен белмәй шул улар. Белеп ҡалһалар, үҙҙәре лә йәшенә, милләтенә ҡарап тормаҫтан, йәштәр менән бергә ашығыр ине, мөхәббәттән, мөхәббәт байрамынан кемдең ситтә ҡалғыһы килһен?! Рәшит Назаров әйтмешләй,

Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен.
«Көйҙөрөр», – тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин,
йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә,
утлы йәшен…

Эйе, мөхәббәттән дә бөйөк, унан да ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта ябай хис юҡтыр ул. Кешелеккә киләсәк биреүсе ғаилә усағы ла шул мөхәббәттән башлана бит. Һәр хәлдә шулай булырға тейеш.
Китаптар, плакаттар менән генә түгел, нәҡ ғаилә усағын сағылдырып, ауылса мейес, халҡыбыҙҙың көнкүреш әйберҙәре менән биҙәлгән китапханаға ингәс, ирекһеҙҙән йәнә саф башҡорт ғаиләләре, балалар, мөхәббәт хаҡында уйлана башлайһың. Тик бына шул мөхәббәт китмәһен өсөн ир менән ҡатын араһында ла, балалар менән атай-әсәй араһында ла тоғролоҡ булыуы фарыз.
– Эйе, күп ҡырлы, күп мәғәнәгә эйә “тоғролоҡ” төшөнсәһе. Ул ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ араһын ғына бәйләмәй, ә дуҫлыҡты ла билдәләй, – ти был йәһәттән китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Байрам сиктәрендә ойошторолған “Әҙәби кафе”ға йыйылған егет-ҡыҙҙар үҙҙәре лә буш ҡалмай, изге хистәр тураһында фекерҙәрен әйтте, яҙған әҫәрҙәрен уҡыны.

Йөрәк уты ҡушылғандыр
Матурлыҡ тамсыһына, –


ти, мәҫәлән, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзаһы Тимур Рәхмәтуллин. Әйткәндәй, мөхәббәткә арналған шиғриәтте һөйөүселәр бында бихисап йыйылған икән. Студенттар ғына түгел, уларҙың остаздары ла, ҡаланың билдәле шағирҙары ла үҙҙәренең береһенән-береһе матур шиғырҙарын һөйләне. Рәйлә Нәҙерғолова, Рита Фәтҡуллина, Айнур Үтәевтәрҙең әҫәрҙәрен тыңлаған һайын йәштәр мөхәббәт төшөнсәһенең бөйөклөгөнә нығыраҡ төшөнә барҙы һымаҡ.

Урамда
башҡортса бейенеләр


Йәшлек, мөхәббәт хистәре, әлбиттә, шиғриәт, һөйөүҙе белгерткән хаттар менән генә бәйле түгел. Илаһи бейеү сәнғәте аша ла тетрәндер­гес мөхәббәт тарихтары сағыла бит. Фекер алышҡас, йәштәр урамға ашыҡты.
– Барыбыҙ ҙа флешмобҡа! – тигән оран яңғырай шул саҡ залда.
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театр-концерт берләшмәһе алдында дәртле музыка яңғырай, төрлө яҡтан тулҡын кеүек ағылған егет-ҡыҙҙар бер мәл ҡапыл төркөм булып уҡмаша һәм илленән ашыу дәртле йөрәк бер төрлө хәрәкәт яһап бейергә тотона. Яндан осраҡлы үтеүселәр, автоһәүәҫкәрҙәр был илаһи күренешкә битараф ҡала алмай, кемдер гаджеты артынан кеҫәһенә үрелә, бәғзеләр ҡул саба. Был дәртле төркөм заманына тап килтереп “һикерәңләп” кенә ҡалмай, башҡортса матур итеп тыпырҙатып та ала.
Бер йәштәр генәме ни, тамаша ҡылырға йыйылған һәр кем дәртле музыкаға битараф ҡалмай, фәндәр кандидаты булһынмы, ябай эшсеме, тәртип һаҡсыһымы – барыһы ла бейеү майҙанына төшә.
– Йәшлегемә алып ҡайттылар был шуҡ-шаяндар, бейемәйсә түҙеп булмай, әлдә ошондай байрамдарыбыҙ бар әле, – ти тыпырҙатҡан ыңғайға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан килгән ҡунаҡ Рәйсә Күзбәкова.
Ҡатнашыусылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа арып-талғас, бейеүселәрҙән мөхәббәт билдәһе – йөрәк хасил була. Һауаға теләктәр менән шарҙар ҙа оса.
Вәт, исмаһам, флешмоб!

“Тансаларға йөрөйөм,
әммә әбейҙе яратам!”


Бының менән генә тамамланмай әле ритайым, телгә алынған мәҙәни усаҡтың бинаһына ингәс тә, дәртле бейеүҙәр дауам итә. Сәхнәлә байрам символы – “Ете ҡыҙ” бейеүе һүрәтләнә. Береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар хәрәкәттәре менән үткәндәребеҙгә алып ҡайта. Һөйгән йәрҙәренә тоғро ете ҡыҙҙың дошман ҡулына эләкмәҫ өсөн үлемгә барғанын уйлағанда тетрәнмәү мөмкин түгел. Хәйер, тоғролоғо бер мөхәббәттә генә сағылмаған борон башҡорттоң. Халҡына, ғәзиз тупрағына ла һәр саҡ тоғро ҡалған ул. Ғөмүмән, тетрәнерлек тә, уйланырлыҡ та мәлдәр етерлек...
Бейеүҙәргә артабан оло быуындың йәштәргә һәм тәүгә үткәрелгән үҙенсәлекле байрамға булған теләктәре лә өҫтәлә.
– Стәрлетамаҡтың 250 йыллығына ла арналған был байрам бер ҡала сиктәрендә генә ҡалмаһын, ә матур йола булып таралһын, – ти, мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Куликов. Изге теләктәр­гә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты аппараты етәксеһе Вилмир Аҙнаев та ҡушыла. Урындағы ҡоролтай рәйесе Ғәфүр Хәйетҡолов менән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән баш инспектор Раушания Күсмәева иһә байрам мәлендә үткән конкурс еңеүселәрен тәбрикләй, иҫтәлекле бүләктәр тапшыра. Шуныһы ҡиммәт: конкурста еңеүселәр араһында сит өлкә вәкилдәренең исемдәре лә яңғырай. Тимәк, башланғыс, ысынлап та, ҡала сиктәренән уҙып киткән.
Теҙелгән өҫтәлдәр янында төркөм-төркөм булып урын алған йәштәрҙе күҙәткән мәлдә маңлайына һырҙар ятҡан, әммә күҙҙәре балҡып торған йөҙгә лә тап булам.
– Абзый, һеҙгә нисә йәш? – тип һорайым балҡыған күҙҙәр хужаһынан.
– Әллә, бында килгәс йәшмендер әле, – тип иңбашын һикертә шаян Фаил ағай Ғәбдиев.
– Кәләшең белеп ҡалһа… – тим мин дә, бирешергә теләмәй.
– Белһә ни, тансаларға йөрөйөм, әммә әбей­ҙе яратам, – ти яңы танышым, йәнә йылмайып. – Дөрөҫөн әйткәндә, һәр сараға икәүләп килергә тырышабыҙ, әле саҡ ҡына сирләп китте: “Үҙең генә булһа ла барып ҡайт”, – тип оҙатып ҡалды.
Бер аҙ уйланғас, былай тип әйтеп ҡуйҙы:
– Инде ярты быуаттан ашыу бергәбеҙ. Шундай йәш, дәртле булып ҡалыуыбыҙ, моғайын, бер-беребеҙгә һөйөүҙән, хөрмәт­тәндер. Әбей менән бәхеттең етенсе күгендә йәшәйбеҙ!
…Шығырым тулы залда егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа бихисап. Кемдер парлашып йөрөй, яңғыҙ бейеүселәр ҙә юҡ түгел. Кем белә, бәлки, танышып-ҡауышҡан парҙар ҙа барҙыр әле. Иң мөһиме – йәнә ярты быуат ғүмер үткәс, улар Рәшиҙә инәй менән Фаил олатай Ғәбдиевтәр һымаҡ бәхеттәренең етенсе күгендә булһын. Һәр хәлдә бының өсөн “Етегән” байрамы бар көсөн һалды һәм һаласаҡ әле.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567