Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таңсулпанға “ҡунаҡ” килгән...
Таңсулпанға “ҡунаҡ” килгән... Ҡараңғылыҡты телеп экранға ағылған нур кеүек, кино донъяһына килеп инде Таңсулпан Бураҡаева. Ул төшөргән “Минең йондоҙом”, “Кәләш алам”, “Ике лә генә егет” кеүек ихласлыҡ һәм сафлыҡ менән һуғарылған фильмдарҙы һоҡланып ҡараны тамашасы. Ғөмүмән, Таңсулпандың картиналарынан тыуасаҡ көн хәбәрсеһе булған таң Сулпанының нуры ағылғандай, күңелгә яҡтылыҡ бөркөлә, хистәр эркелә. Күптән түгел йәш режиссер яңы фильм төшөрөргә тотондо. Беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Таңсулпан, бала тыуғас, исем ҡушыла. Яңы эшеңде нисек атаның?
– Уның әлегә аныҡ ҡына исеме юҡ, шартлы рәүештә “Ҡар” тип йөрөтәбеҙ. Фильм төшөрөлөп бөткәс, есеменә ҡарап исем “ҡысҡыртырбыҙ”, моғайын.
– “Бала”ның бишеге ҡайһы тарафтарҙа?
– Картинаны Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында төшөрәбеҙ. Был ауылда минең бала сағым үтте. Социаль драманың нигеҙендә — шул осорҙа, йәғни уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында булған ваҡиғалар.
– Ҡыҫҡаса ғына эстәлеге менән таныштырып, кино һөйөүселәр күңеленә ойотҡо һалып ҡуяйыҡмы?
– Ауыл өйөнә таныш булмаған бер ҡарт килеп инә... Шул.
– Серҙе сискең килмәй инде. Фильмдың нигеҙенә ысын хәл-ваҡиғалар һалынған, тигәйнең. Бәлки, шулар тураһында һөйләрһең?
– Ул саҡта мин бәләкәй инем. Әсәйем менән ағайым ҡалаға китте, беҙ еңгәм менән өйҙә ҡалдыҡ. Бер мәл өйөбөҙгә таныш булмаған бабай килеп инде. Үҙен иркен тота, ләкин һөйләшеп бармай. Еңгәм уны туғаныбыҙ тип уйлаған, күрәһең. Сәй эсерҙек, йоҡларға һалдыҡ... Ошо ваҡиға хәтер һандығынан килеп сыҡты ла ижадҡа илһамландырҙы.
– Тойомлауымса, фильмдың үҙәгендә кешенең күңел донъяһын сағылдырған тәрән мәғәнә ята...
– Бер нисә мәсьәләне күтәрергә тырыштым. Йортһоҙ һәм ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттарҙың ауыр яҙмышы, хәтер юғалыу, күңел йомоҡлоғо... Миңә ҡалһа, был ҡарт образында йәмғиәтебеҙҙең йөҙө сағылыш таба һымаҡ.
– Фильмды төшөрөргә ҡайҙан аҡса табаһың?
– “Башҡортостан” киностудияһы сығым­дарҙың яртыһын ҡапланы, ҡалған өлөшөн үҙ кеҫәмдән сығарырға тура килә. Бында һүҙ, әлбиттә, миллиондар тураһында бармай.
– Аҙ сығым сарыф итеп һәйбәт фильм төшөрөп буламы һуң?
– Әлбиттә. Мәҫәлән, шундай “Ике лә генә егет”те халыҡ яратып ҡараны. Ғөмүмән, беҙҙең фильмдар финанс яғынан үҙҙәрен-үҙҙәре аҡлай ала. Хәтерләйһегеҙҙер, элегерәк ауылдарҙа кино ҡарарға нисек дәррәү йөрөнөләр. Шул матур йола онотолдо хәҙер. Ә бит күмәкләп кино ҡарау, аралашыу – үҙе бер байрам. Был — кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыу сараһы ла. Юғиһә күрше күршеһенең хәлен белмәгән заманда йәшәйбеҙ. Яңғыҙ йәшәгән өлкән быуын кешеләренең, ауырып-фәлән китһәм, өйөмә инеүсе лә булмаҫ инде, тип борсолғанын да ишеткән бар.
– Фильмдарығыҙҙы райондарға кемдәр алып бара?
– Киностудия бының менән шөғөлләнмәй, үҙебеҙ йөрөтәбеҙ. Ҡайһы саҡта күңелде ҡырған хәлдәр ҙә булғылай. Әйтәйек, “Ике лә генә егет” фильмын, авторлыҡ хоҡуғын иҫәпкә алмай, төбәктәргә таратып сыҡҡандар. Мин ул фильмды алып барһам, быны беҙ ҡараныҡ инде, тиҙәр. Сер түгел, автор фильм төшөрөүгә түккән аҡсаһын да ҡайтара алмай. Ә бит режиссер ҙа — әҙәм балаһы, уның да донъяһы, ғаиләһе бар. Беҙ былай ҙа билеттарҙың хаҡын бик түбән ҡуябыҙ.
– Сер булмаһа, әйт әле, фильмда кемдәр уйнай?
– Үҙемдең картиналарға профессиональ булмаған актерҙарҙы йәлеп итергә тырышам. Быныһында төп ролде Ейәнсура районының Үрген ауылы муллаһы Азат Йәнбирҙин башҡара. Уны миңә талантлы йәш режиссер Радмир Дәүләтбәков тәҡдим итте. Шунан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Милена Сираева ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙ роленә актер эҙләү ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Был ролгә йөклө ҡатын кәрәк ине.
– Бәй, былай ҙа килештереп уйнап булмай инеме ни?
– Юҡ шул! Йөклө ҡатын менән йөкһөҙө араһында айырма ҙур бит ул. Был уның йөҙөндә, үҙен тотошонда, атлап йөрөшөндә, ҡылыҡтарында сағылыш таба. Һиҙгер тамашасыны мендәр ҡулланып ҡына ышандырып булмай. Эҙләйем-эҙләйем, ролгә тап килерлек актер табылмай. Баҡһаң, театрҙағы ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе бала табып, декретта ята, имеш. Минең менән бергә эшләгән Инсур Ишаев әйтеп ҡуйҙы: “Минең ҡатыным бала табырға йөрөй!” Милена Сираева беҙҙең өсөн ҙур табыш булды. Өсөнсө актерыбыҙ – Зөһрә апайымдың ҡыҙы Айсулпан.
– Тимәк, фильмда өс кенә кеше ҡатнаша.
– Эйе. Бала, ҡатын, бабай... Ошо “өсмөйөш”тә кешегә бирелгән иң ҙур бүләк – ғүмер һәм яҙмыш сағыла. Жанры буйынса фильм социаль драма тип аталһа ла, комедияға тартым көлкөлө урындары ла бар.
– Күҙ йәше аша йылмайыу, тигәндә лә булалыр?
– Ҡайһы бер фекерҙәрҙе еңелсә ирония, юмор аша биреү отошлораҡ.
– Тамашасы был фильмды ҡасаныраҡ ҡарай алыр?
– Әлбиттә, эш күп. Шулай ҙа йәйгә тамамларбыҙ, тип уйлайым.
– Уңыштар һиңә, Таңсулпан!

С. НӘЗИРОВ әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571