Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел асҡысы бүләк итә һәр кемгә
Тел асҡысы бүләк итә һәр кемгә Зифаны күптән беләм. Хәҙер ҙә осрашып, хәл-әхүәл белешеп йәшәйбеҙ. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки күңеле матур, булдыҡлы кеше ул. Башҡаларға һәр саҡ ярҙамсыл булғаны, дуҫтарының ҡәҙерен белгәне һәм уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын ишетһә, балҡып торғаны өсөн яратабыҙ уны. Ҡайғыңды ишетһә, һинең менән бергә хәсрәтләнер, хәлеңә керер, ауыр саҡта күңелеңә йылы өҫтәрҙәй һүҙен табыр йән дуҫым.

Зифа — үҙ һөнәренең бынамын тигән оҫтаһы, абруйлы уҡытыусы, һәләтле белгес. Хеҙмәтенә етди ҡарар, яңылыҡҡа ынтылыр, һәр эште башлап йөрөр ул. Бай тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашырға ла, белемен һәм оҫталығын камиллаштыра барырға ла ваҡыт табыр педагог. Уҡытыусы тигән хөрмәтле исемде һәм абруйҙы юғары тотоу, билдәле, бер кемгә лә еңел бирелмәй. Ләкин ул быға тырышлығы, уңғанлығы, ижади эҙләнеүе менән өлгәшә.
Беләм, балаларҙы яратмаһаң, уларҙың киләсәге тураһында хәстәрлек күрмәһәң, һәләтле педагог исемен йөрөтә алмайһың. Ә уҡыусыларыңды үҙ итеү ишле ғаиләлә тыуып үҫеүҙән дә киләлер, моғайын.
Зифа ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ейәнсура районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫә ул. Атаһы Йәләлетдин һәм әсәһе Хәҙисә колхозда уңғанлығы менән таныла. Атаһы, ауыл Советы рәйесе булараҡ, яуаплы вазифаны башҡара. Улар балаларын уҡытыу, кеше итеү тураһында бер туҡтауһыҙ хәстәрлек күрә. Тырышлыҡ тейешле емешен бирә.
Зифа Х класты тамамлағас та Үрге Муйнаҡ ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уның ошо тәүге хеҙмәт юлы ғүмерлек һөнәрен билдәләй ҙә инде. Ә был төплө белем талап итә, фән нигеҙен ныҡлы үҙләштереүҙе һорай. Шуға күрә Зифа Мораҡ педагогия училищеһын һәм артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Унан һуң Мәскәү дәүләт педагогия институтының дефектология факультетында уҡып, логопед һөнәрен ала.
Күреүебеҙсә, Зифа Ҡолмөхәмәтова төплө ғилемгә эйә, күп уҡый, һәр саҡ белемен камиллаштырырға ынтыла. Шуға күрә уны Өфөнөң Киров районындағы 126-сы мәктәбендә ихтирам итәләр, педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһалайҙар. Ә бында ул бай тәжрибә туплап килде. Коллективтың ойоштороу һәм тәрбиә эштәрендә ҡатнашыу йәки уҡытыусыларға үҙ тәжрибәңде биреү өсөн айырыуса һәләт, оҫталыҡ кәрәк. Зифа иһә ана шул сифаттарға эйә булыуы менән мәктәптә бик кәрәкле белгес булды. Уның ошо ҡиммәтле һыҙатын талапсан директор Светлана Викторовна Лошак та, уның уҡытыу һәм тәрбиә буйынса урынбаҫарҙары Светлана Тимербай ҡыҙы Гәрәева менән тәжрибәле уҡытыусы Ирина Петровна Пономарева ла юғары баһалай.
Был мәктәпкә килгәнгә тиклем Зифа Баймаҡта урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, РОНО инспекторы, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында методист була. Насар ишеткән балалар интернатында егерме биш йыл рәттән эшләү ҙә уға бай тәжрибә тупларға ғәйәт ҙур мөмкинлек бирә.
Логопед — бик яуаплы һәм абруйлы һөнәр. Уҡытыусы булыу менән бергә үҙенә күрә табип та, тип әйтер инем мин. Һәләтле табип, мәҫәлән, ҡылый йәки насар күргән баланы дауалай. Шуның кеүек логопед та ҡайһы бер өндө, айырым хәрефте дөрөҫ әйтә алмаған баланың кәмселеген бөтөрә, матур итеп һөйләшергә өйрәтә, уның телмәрен камиллаштыра. Тормошта иһә, Зифа кеүек һәләтле белгестән дәрес алмайынса, ғүмере буйы һаҡау ҡалған кешеләр әҙме ни?! Шул сәбәпле, хатта һәләте булған осраҡта ла, ундайҙар үҙен кәмһетелгән итеп тоя, тормошта үҙ һуҡмағын таба алмай юғалып ҡала. Шуларҙы уйлаһаң, Зифаның хеҙмәте айырыуса игелекле, үтә мәрхәмәтле һәм оло хөрмәткә лайыҡ.
Был хеҙмәттең шундай нескәлектәре бар. Әле мәктәптә, мәҫәлән, “ҡолаҡҡа ҡаты” балалар осрап тора. Улар нисек ишетә, шулай яҙа һәм хаталы яҙғанын дөрөҫ уҡый алмай. Өҫтәүенә ул һаҡау ҙа булһа, телмәрен коррекциялау тағы ла ауырлаша. Ләкин үҙ һөнәреңде камил белгәндә, еңеп сыҡмаҫлыҡ кәртә түгел. Насар ишеткән балалар тәрбиәләнгән мәктәп-интернатта уҡытҡанда Зифа бының серенә төшөнә. Унда ул дәрес биреү менән бергә директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары ла ине. Был иһә уға педагогтарҙың тәжрибәһен дөйөмләштереү, методик эште камиллаштырыу өсөн яңы мөмкинлектәр асты.
Йыл һайын уның етәкселегендә фәндәр аҙналығы үткәрелде. Был сара уҡытыусылар эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм мәктәптә өлгәшеүҙе яҡшыртыуға һиҙелерлек йоғонто яһаны. Һүҙҙәр әйтелешен коррекциялаусы уҡытыусы булараҡ, Зифа һәр йылда өлкә-ара курс тыңлаусылары өсөн асыҡ дәрес үткәрҙе, хатта Мәскәүҙә лә педагогик уҡыуҙа ҡатнашып, доклад менән сығыш яһаны. Үҙенең бай тәжрибәһен һәм фәнни күҙәтеүен “Әйтелеште коррекциялау”, “Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу һәм дөрөҫ һөйләргә өлгәшеү” кеүек эштәрендә дөйөмләштерҙе.
Зифа үткәргән дәрес һәр ваҡыт мауыҡтырғыс, тәрән эстәлекле, ҡыҙыҡлы була. Ул байтаҡ дидактик материал туплаған, төрлө махсус йыһаз һәм әсбапты урынлы ҡуллана. Насар ишеткән балалар интернатында был йәһәттән айырыуса ҙур эш башҡарыла. Уның уҡыусылары, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала, уҡыу алдынғылары булып таныла. Һөйләшеү һәләтенә эйә булмаған зәғиф балалар Зифаның тырышлығы арҡаһында мәктәп-интернатты тамамлағанда иркен һөйләшә ала, фән нигеҙен яҡшы үҙләштерә. Уның уҡыусыларынан күптәр Мәскәү, Санкт- Петербург, Минск һәм башҡа ҡалаларҙа уҡыуын дауам итә, һәләтле белгес булып китә. Улар араһында фән кандидаттары, рәссамдар, танылған агрономдар һәм башҡа һөнәр оҫталары әҙ түгел.
Зифа Ҡолмөхәмәтова ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт әүҙем йәмәғәтсе булды. Мәҫәлән, егерме йылдан артыҡ Рәсәй Педагогия йәмғиәтенең республика бүлексәһенә етәкселек итте. Ошо йылдарҙа был ойошма үҫте, матур эше менән танылды, Рәсәй күләмендә абруй ҡаҙанды. Ошо йәмғиәттең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Уға “Халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелеү ҙә Зифа Йәләлетдин ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте тураһында асыҡ һөйләй.
Минең бына шундай эшсән, ихлас күңелле, игелекле әхирәтем бар. Уның менән бөгөн күптәр ғорурлана, унан үрнәк ала, уға тиңләшергә ынтыла. Үҙ ғүмерендә күпме кешегә бәхет килтерҙе, телһеҙҙәрҙең телен асты, уларҙы етәкләп тигәндәй тормош юлына сығарҙы! Бындай изгелек онотолмай. Элекке уҡыусыларының ”Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!” тип әйтеүе үҙе ни тора.
Хоҙай Зифа кеүек кешеләрҙе бәхетле итә. Әхирәтемдең дә бәхете тулы, ғаиләһе матур. Үҙе кеүек үк эшсән, кешелекле һәм кеселекле Хәмит ағай менән улар бынамын тигән ул үҫтерҙе. Улдары Айрат та ата-әсәһе кеүек итәғәтле, инсафлы. Улар кеүек үк йыр-моңға, халыҡ көйөнә ғашиҡ.
Зифаның уңғанлығы уларҙың өйөнә килеп кергәс тә күренеп тора. Балдаҡ аша үткәрерлек кенә мамыҡ шәл дә бәйләр, бөтә маһирлығын биреп сигеү менән дә шөғөлләнер. Ә ул бәйләгән селтәр — үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Күпме зауыҡ, күпме ижади фантазия уларҙа! Ә күпме шиғыр, йыр уның күңелендә! Һирәк яңғыраған халыҡ көйөн, элек атаһынан ишеткән йырҙарҙы айырыуса моңло итеп йырлап ебәрә ул. Шул саҡта ҡарашындағы йылылыҡ, яғымлылыҡ — улар тик Зифала ғыналыр, тип уйлайһың.
Уның йәшлеге ауыр йылдарға тура килде — һуғыш михнәтен дә, унан һуңғы тормош ҡыйырһытыуын да кисерҙе ул. Күпте күрҙе әхирәтем. Әммә ғүмере матур, эше изге, йөҙө яҡты уның.
Зифа Йәләлетдин ҡыҙы һәр иҫтәлекле ваҡиғаға мөмкин тиклем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. 126-сы мәктәптә уның етәкселегендә ойошторолған күркәм стендта республиканың ниндәй генә ҡаҙанышы сағылдырылмаған. Йөмһүриәтебеҙ уңыштарын ҙур зауыҡ һәм күңел йылыһын биреп күрһәтеүе әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Хәйер, ул ниндәй генә эш башҡарһа ла, һәр береһенә күңел йылыһын һала. Уның кеүектәр матурлай ҙа инде тормошобоҙҙо.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545