Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Телемдә – күк бейеклеге Һәм киңлеге ҡырҙарҙың!”
“Телемдә –  күк бейеклеге Һәм киңлеге  ҡырҙарҙың!” Яҙ

Ҡыйыҡта тамсы йырлай,
Ҡусҡылланған ҡар мырҙай.
Яҙҙың сәләме – ошо,
Сырҡылдайҙыр буҙ ҡошо.
Ҡарап булмай ҡояшҡа,
Көн үҙәге – емшетә.
Иртә-кисле барыбер
Туңаҙыта – өшөтә.
Яҙғы елдәр ҡамсылай,
Оҙон ҡышты ҡыуалап.
Илай-көлә ер биләй
Яҙ наҙлыҡай, дыуамал...

Хәмер

Һине һөйә хәҙер
Бары – йәше-ҡарты.
Төпһөҙ даръяңа бит
Ауыл-ҡала батты.
Һин тип йәнен биргән,
Йәрен биргән аҙмы?
Көҙҙәренә етмәй
Ашыҡтырған яҙҙы?
Һин тип көйгән аҙмы,
Бәләң татып бөлгән:
Саҡырылмай ғына
Яҙмыштарға киләң...
Һинән күргән михнәт
Бөтөр микән берәй?
Быуат һорауы – был,
Йөрәктәрҙә иңрәй...

Ысынбарлыҡ

Ҡояш менән бергә тороп
Эшкә китә ҡатындар.
Ирҙәр әле төштәр күрә –
Белмәйем – ни хаҡында.
Төшкө ашҡа түгел, эшкә
Ҡабалана ҡыҙ-ҡатын.
Мал һуғара, ашын һоҫа –
Булмай уны туҡтатып.
Эңер төшкәс, эштән ҡайта
Пакет тотҡан бисәләр.
Ҡырын тейәгән ир-аттар –
Йыҡҡан теге шешәләр.
Төнгә ҡарай эш теүәлләй
Әлеге шул ҡатындар.
Был моңһоуыраҡ әкиәт —
Ысынбарлыҡ хаҡында.

Инаныу

Көстә икән көс, тиеп мин
Көс тупланым беләккә.
Был да булды һыуҙар ҡойоу
Иләк менән силәккә.
Һылыулығым һыу буйлар тип,
Һөрмә тарттым күҙемә.
Яҙатайым китте уғым
Теймәй сәптең үҙенә.
Һәләт икән танылыу тип,
Һәләк иттем төндәрҙе.
Был аҙымым ҡара итте
Аҡыҡтан аҡ көндәрҙе.
Ҡайҙа икән юлым, тигән
Һорауҙарым йөңкөттө.
Күңелемдең һандуғасын
Ҡарғалары өркөттө.
Иман бирҙе – инаныуым
Бер Аллама икән дә.
Асылғынам ошо икән:
Аллаһ – бөйөк, мин – бәндә!

Тел

Йәшәй-йәшәй төшөндөм
Телемдең байлығына.
Мең йондоҙҙар араһында
Нур һибер айлығына.
Мәҡәл менән мейе ярыр,
Йөрәк телер йырҙары.
Телемдә – күк бейеклеге
Һәм киңлеге ҡырҙарҙың.
Төрттөрөп тә, йыуатып та,
Көлдөрөп тә әйтер ул.
Рух юймаған эйәһенә –
Саф башҡортҡа тәтер ул.
Мин юлыҡтым телгенәмдең
Хазина келәтенә.
Фатихалап алғандарым –
Әйтерем милләтемә.

Башҡортҡа

Яманаттар сығармайыҡ
Яманлап бүтәндәрҙе.
Беҙ һабаҡ итә беләйек
Бөгөндө, үткәндәрҙе.
Кәмләмәйек үҙеңдекен –
Сит-яттар туған булмаҫ.
Ауыр саҡта ҡулын һоноп,
Яурынын ҡуйған булмаҫ.
Күтәрәйек милләт данын,
Һәр башҡортто күтәреп.
Ғәфү ҡылып, хаталарын
Ебәрәйек үткәреп.
Ололайыҡ башҡортлоҡто
Берҙәм булып барыбыҙ.
Булмайыҡ ергә һибелгән
Емгә тигән тары беҙ...

Ейәнсәремә


Ейәнсәрем, һин – гәлсәрем,
Өйөмдәге хазина.
Уяу тора бар ғаиләм
Һинең кәйеф һағында.
Йырлатаһың, бейетәһең,
Һин – сценарий авторы.
Һинең арттан мин йөрөйөм,
Бала саҡты баҫтырып.
Ҡөрьән уҡып өшкөрәмен,
Доға ҡылам Аллама.
Ни теләһәң, үтәп ҡуям,
Мин – хеҙмәтсе балама.
Ейәнсәрем, һин – гәлсәрем,
Балам балаһы татлы.
Һин булғанға өйгә бәхет
Өйөлә ҡатлы-ҡатлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545