Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
КөтөүсеХикәйә
Ҡаланың ғына түгел, үҙ эштәремдең дә ығы-зығыһынан арынып, ялға сыҡтым да, тыуған ауылыма ҡайтып, рәхәтләнеп йоҡлап ятҡанда, таң һарыһынан кемдер төрткөләп уята башланы. Әсәйем икән.
– Улым, тор әле, тор, кәзә-һарыҡ көтөүенең сираты беҙгә еткән, ахыры. Кешеләр урамда: “Көтөүсе юҡ, кемдең сираты икән?” – тип һөйләнә. Сәй ҡайнатҡанмын, һин эсә тор, барып белешеп киләйем, – тип сығып китте.
Ваҡ малды сиратлап көтә башлағайнылар ул ваҡытта. Йоҡо килһә лә, тороп йыуындым да сәй эсергә ултырҙым. Ул арала әсәйем дә ҡайтып етте.
– Сират беҙгә еткән икән шул, күршеләр күптән көткән, бөгөн уларҙың сиратылыр тиһәм, – тип һунарға йөрөтә торған биштәремә төшкөлөккә аҙыҡ тултыра башланы. – Ыуаҡ мал көтөүен Бәләкәй Ҡутырҙы тауында йөрөтәләр, шунда алып сыға тор, мин берәй малай табып һиңә ярҙамға ебәрермен.
Биштәремде арҡама аҫып тышҡа сыҡтым. Ишек алдында: “Беҙҙе ҡасан көтөүгә ҡыуаһығыҙ?” – тигәндәй әсәйемдең ике һарығының ҡарашы мөлдөрәтеп ҡаршы алды.
– Нишләп ыҙалап көтәһең ошо һарыҡтарҙы, нимәгә кәрәк һуң һиңә улар? – тинем мин.
– Йөнөнән һеҙгә ойоҡ бәйләп ебәрәм бит, шуға тотҡан булам, – ти әсәйем.
Әсәйем бәйләгән йылы ойоҡтарҙы күҙ алдына килтереп, башҡаса һүҙ ҡуйыртманым. Ике һарыҡты ҡапҡанан ҡыуып сығарып, ауыл осонда, мал йыйыла торған ергә, йүнәлдем. Әсәйем ҡарашы менән оҙатып тороп ҡалды.
Беҙ барып еткәндә, малдар – бер яҡҡа, хужалары икенсе ергә йыйылып, көтөүсене көтә ине. Минең биштәр аҫып, ҡулға таяҡ тотоп килгәнде күргәс:
– О-о, бөгөн көтөүсебеҙ “атҡаҙанған” икән, – тип шаяртып ҡаршыланы ауылдаштар. Ул саҡта мин Башҡортостандың атҡаҙанған артисы инем. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, күптән күрешмәгән ауылдаштар менән һөйләшеп киттек. Мин – ауыл хәлдәре менән, улар ҡаланыҡы менән ҡыҙыҡһынды. Көтөүҙе ҡайҙа йөрөтөргә кәрәклекте, саңдауҙың (мал ята торған ер) ҡайһы урында икәнен, нисәлә алып ҡайтырға кәрәклеген һораштым. Әсләм ағай, мал торған яҡҡа күрһәтеп, уларҙың холҡон да аңлата башланы:
– Ана-ау торған эре кәзә тәкәләрен ҡарап ҡына йөрөт, шулар бик яман. Бөтә малды эйәртеп ала ла китәләр, хатта ярты көтөүҙе алып ҡасыуҙары ихтимал.
– Ә теге ала кәзәләр ҡайҙан килеп сыҡҡан, элек беҙҙең ауылда ундайҙар күренмәй ине бит? – тип һораным.
– Улары — килмешәк. Ташбулаттың малайы кәләште Өфө аръяғындағы бер райондан алғайны, шуның ҡатыны алып килде ул тоҡомдо. Һөтлө кәзә тип хәҙер барыһы ла үрсетә башланы. Улары бик тәртипле, көтөүсегә лә рәхәт...
Шулай һөйләшеп торған арала теге тәкәләр, ауылдан сығып, түбәгә үрмәләй башланы. Улар артынан башҡалары ҡуҙғалды. Мин дә, малдарға эйәреп, Бәләкәй ҡутырҙы тауына ҡарай атланым.
Малҡайҙар төрлөһө төрлөсә тауыш сығарып, шау-гөр килеп, өйрәнгән юлдарынан иркен тәбиғәт ҡосағына табан бара. Әсләм ағай әйткәнсә, иң алда эре мөгөҙлө, һимеҙ кәзәләр, артабан — һарыҡ тәкәләре, уларға башҡалары эйәргән. Сибегерәктәре лә тегеләрҙән ҡалышмаҫҡа тырыша. Үҙ яйҙары менән ашай-ашай тауға үрмәләйҙәр.
Мин саф һауаны иркен һулап, арттарынан атлайым. Аптырайым: ни өсөн хәҙер көтөүсе таба алмайҙар икән? Элек был эшкә атлығып торалар ине. Йәй буйы байтаҡ ҡына аҡса ла эшләп алдылар. Дөрөҫ, ауылда кем ярлыраҡ йәшәй, ғаиләһе ишле, шулар көтөү алды. Беҙҙе атай-әсәйҙәр, хатта уҡытыусылар ҙа: “Яҡшы уҡымаһағыҙ, көтөүсе буласаҡһығыҙ”, – тип ҡурҡыта торғайны. Ауылда әле лә бик хөрт йәшәгәндәр, эш таба алмай нисек етте шулай көн күреүселәр бар, ә көтөүсе булғылары килмәй. Бына әле мал артынан рәхәтләнеп китеп барам, уның ни ҡыйынлығы бар һуң? Саф һауа, рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында йөрө лә йөрө. Был бит ҡала интеллигенттары менән эш итеү түгел...
Бара торғас, йырлағым килеп китте һәм, тауҙарҙы яңғыратып, белгәнемдең береһен һуҙып ебәрҙем. Моңон белмәйем, әммә тауыш шул тиклем көр сыға, хатта тауҙар ҙа яңғырап, ауазың үҙеңә кире ҡайта. Бер ниндәй микрофон да, ревер ҙа, монитор ҙа кәрәкмәй. Бына ҡайҙа икән ул репетиция залы, бына ҡайҙа йыйып алып килергә кәрәк икән Өфөләге йүнһеҙ йырсыларҙы!
Шулай килә торғас, шәйләйем: көтөүҙең башы, теге тәкәләр, тауҙан түбәнгә табан саба башланы. Был ни хәл? Шунда йүгерҙем. Баҡтиһәң, аҫта, ағастар аръяғында, бәләкәй генә аҡлан, ә унда һоло ҡатыш борсаҡ сәселгән. Теге тәмлетамаҡтар шунда саба икән. Әгәр бар көтөү ашлыҡ майҙанына барып инһә, харап булам. Ул заманда ашлыҡ тапатҡан өсөн баштан һыйпамайҙар ине. Үҙем ҡысҡырам, таяҡ, таш бәрәм тегеләргә. Бер башын сығарыуға, икенсе башы тағы баҫыуға саба. Исмаһам, ҡустының этен дә эйәртмәгәнмен, бына ҡасан кәрәк икән ул. Төрлөсә маташа торғас, саҡ ҡайырып, тау яғына ыңғайлаттым хайуандарҙы. Әммә ауылдан ҡуҙғалғандағы кәйеф юҡҡа сыҡты, хәл дә бөттө. Ни тиһәң дә, ҡалаға барып интеллигент булырға маташып йөрөгән кешегә еңел түгел бындай алыш.
Ҡояш күтәрелә барған һайын, көн ҡыҙҙыра башланы, ҡоштар һайрауы кәмене, уның ҡарауы, төрлө себен-күгәүен күбәйҙе, малдың да ашау ҡайғыһы китте. Һарыҡтар, морондарын ергә терәп, ағас күләгәһенә ышыҡланып баҫты, ә кәзәләр ҡаяташ яғына сапты. Уларҙы бергә туп­лап тотам тип, минең дә хәл бөттө, тамаҡ кипте.
Малды саңдауға табан ҡыуа башланым. Унда етмәҫ борон бер бәләкәй генә йылға бар икән, көтөү шунда эркелде. Мин, һаҙ аръяғында тағы иген бармы икән әллә тип, тағы мал артынан йүгерҙем. Баҡтиһәң, уларҙың да һыу эскеләре килгән икән, барыһы ла йылғаға ябырылды. Урын етмәүҙән бер-береһен төкөргә, һөҙөргә керештеләр. Етмәһә, тар ғына йылға мал тапауҙан бысранып аға башланы, шуға мин өҫкәрәк барып ятып һыу эстем. Бит-ҡулды йыуып алдым, рәхәт булып китте.
Ә түбәндә хайуандар һаман һуғыша ине. Кискә тиклем тала­шып-һуғышһалар, ҡайһылай шәп булыр ине, ауылға ҡыуып алыр ҙа ҡайтыр инем. Юҡ, эсеп туйғандары яйлап ҡына саңдауҙарына барып етте лә тапалыуҙан саңға әйләнгән ергә ауҙы. Мин, тынысланып, был йылға һыуы урынына араҡы эсерһәң, көнө буйы ятмаҫтар инеме икән, тип эстән генә көлөп ҡуйҙым. Әммә миндә ятыу ҡайғыһы юҡ ине. Ут яғып, сәй ҡайнатырға ла тамаҡ ялғап алырға кәрәк. Йүгереп йөрөп асыҡтырған, эстә бүре олой.
Бүре тигәндән, бер ваҡиға иҫкә төштө. Элегерәк колхозға ҡайҙандыр “мирнус” тоҡомло егерме һарыҡ килтергәйнеләр. Көтөүсегә колхоз малына алып барып ҡушырға бойорғандар. Әлеге Ҡутырҙы тауына еткәс, йорт хайуандарының ашай башлағанын күреп, көтөүсе кеҫәһендәге яртыны эсеп йоҡларға ятҡан. Йоҡонан уянһа, бар һарыҡтар ҙа үлеп ята икән. Барыһын да бүре тамаҡлап киткән бул­ған.
Бер бүре бөтә көтөүҙе ҡырыуы бар. Ул ҡасып барған көтөүҙең иң алдағыһын ҡыуып етеп үңәсенән тешләп ата ла артабан икенсеһенә, һуңынан өсөнсөһөнә тотона. Көтөүҙе ҡырып бөтмәй туҡтамай, ти. Бүреләр күп беҙҙең яҡта.



(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566