Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөтлө кеше — бәхетле
Өмөтлө кеше — бәхетлеКешене нимә йәшәтә? Хыялмы? Моғайын, шулайҙыр. Киләсәккә ҡорған ниәттәрең тормошҡа аша икән, шул бит үҙе – бәхет. Кешене нимә йәшәтә? Өмөтмө? Моғайын, шулайҙыр. Тормош юлының һикәлтәле юлдарын үткәндә, ҡанаттар ҡайырылғанда кешегә өмөт, көс бирмәйме ни!? Тимәк, өмөтлө кеше – бәхетле. Кешене нимә йәшәтә? Мөхәббәтме? Моғайын, шулайҙыр. Тормошто һөйөү, мөхәббәтле булыу – бәхетме? Әлбиттә, ошо төшөнсәләрҙең барыһы ла һиңә юлдаш икән, тимәк, кеше, ысынлап та, бәхетле. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сәйҙә Ильясова хыялды, өмөттө, мөхәббәтте үҙенә күптән юлдаш итеп алған һәм бына инде ун биш йыл дауамында үҙ тамашасыһын тапҡан, күптәрҙең яратҡан башҡарыусыһына әүерелгән йырсы. Хыялдарын тормошҡа ашырғансы, өмөттәре аҡланғансы Сәйҙә Ғәли ҡыҙына күп һынауҙар, ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килә. Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға уға гел ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәһе ярҙам итә.
– Сәнғәткә алып килгән юлдарығыҙ урау-урау. Ошо хаҡта әҙерәк һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Бала саҡтан йыр-моңға ынтылдым. Өҫтәл, тәҙрә төбө минең сәхнәм ине. Көн буйы йырлай торғайным. Радионы асам да, үҙ донъяма сумам. Китап алһам да, был шиғырға ниндәй көй тап килер ине икән, тип уйлана торғайным.
Һигеҙенсенән һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына инергә ниәтләнем, ләкин әсәйем был уйымдан төңөлдөрҙө. Бала саҡтан йыш ауырығанғамы: “Артист тормошо ҡыйын, күптәрҙең ғаиләләре тарҡала, ҡатын-ҡыҙға хас булған һөнәр һайла, балам”, – тип өгөтләгәс, уйымдан кире ҡайттым. Унынсы класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына барырға булдым, сөнки ошо фәнде ярата инем. Ниһайәт, студент булып киткәс, университеттың мәҙәни тормошона башкөллө сумдым. Студентлыҡҡа бағышлау кисәһендә “Тауҙар йыры”н йырланым. Беҙҙең факультет беренсе урынды яуланы. БДУ-ның агитбригадаһы составында Ҡаҙағстан, Германия, Кавказ төбәктәрен, Башҡортостандың күп райондарын күреп ҡайттым. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тәнзилә Кәримова етәкселегендәге вокал студияһында шөғөлләндем.
Биологияға килгәндә, “Кеше һәм хайуандар физиологияһы” йүнәлеше буйынса белем алдым, хатта бер нисә тапҡыр аспирантураға ла саҡырҙылар.
– Уҡытыусы, тәрбиәсе лә булып эшләгәнһегеҙ икән?
– Уҡыуҙы тамамлағас, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына тәрбиәсе булып урынлаштым. Бер мәл бүлмәгә Роберт Юлдашев килеп инде: “Иртәгә сәнғәт академияһына мотлаҡ бар. Һине тыңлаясаҡтар. Мин һөйләштем”, – тине. Йырларға теләгем көслө булһа ла, музыкаль белемем юҡ. Робертҡа хөрмәт йөҙөнән, уның һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә теге тыңлауға барҙым һәм… уҡырға индем. Өс йыл буйы иртәнсәк – уҡырға, кис гимназияға балалар янына ашығам. Эшемде яратам, балалар менән миңә шул тиклем ҡыҙыҡ ине. Сәнғәт донъяһы ылыҡтырһа ла, был юлдан артабан атлармынмы-юҡмы тигән икеләнеү ҙә көслө ине. Шул мәлдә уҡытыусым, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова миңә: “Сәйҙә, эшеңде ҡалдырырға тура килер. Йырларға хәлең ҡалмай бит. Ике эшкә ярылып йөрөмә”, – тине. Остазымдың кәңәшен тыңлап, артабан уҡыу менән генә шөғөлләндем. Әлбиттә, ижади тормош ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла, Флүрә Әхмәтша ҡыҙы һәр ваҡыт ижадым менән ҡыҙыҡһына, илһамландырып тора. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Остазымдың тормош девизы – ни генә булмаһын, баш баҫып эшләргә. “Тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ менән барыһына ла үҙем өлгәштем”, – тип ҡабатларға ярата ул. Был һүҙҙәр күптән инде минең дә тормош девизыма әүерелде. Тап Флүрә Килдейәрова минең һүҙ оҫтаһы була алырымды һиҙеп ҡалып, башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын һөйләтеп, йырлата башланы. Был оҫталыҡ миңә һуңынан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийына эшкә килгәндә ныҡ ярҙам итте. Лекторий менән бала саҡтан таныш инем. Улар Стәрлетамаҡҡа гастролгә йыш килә ине. Камилла Чертова, Зоя Байчаева, Радик Хәбибуллин кеүек мәшһүр сәнғәт оҫталары менән бергә эшләү бәхете лә тейҙе.
– Һеҙҙең турала: “Ул үҙен һәләтле йырсы ғына түгел, ойоштороусы, режиссер итеп тә күрһәтте”, – тиҙәр.
– Бая әйтеүемсә, башҡорт фольклор төркөмөн ойоштороп, программалар эшләп, йәш тамашасыларыбыҙға тәҡдим иттек. Тәүге программам “Кәкүк сәйе” тип атала ине, уны һаман һағынып телгә алалар. Һуңынан “Аҡмулла – шағир һәм мәғрифәтсе”, “Тыуған яҡ мөғжизәләре”, “Музыкаль академия”, “Дуҫлыҡ йыры илде иңләй”, Бөйөк Ватан һуғышына арналған программалар менән сығыш яһаныҡ. Уларҙы башҡортса һәм урыҫса алып барҙым. Эшемдә миңә уҡытыусылыҡ һөнәре лә ярҙам итә, сөнки күпселек осраҡта балалар алдында сығыш яһайбыҙ. Филармония етәкселеге, программалар әҙерләүемде күреп, Мәскәүҙә белемемде камиллаштырырға тәҡдим итте. Шулай итеп, “эстрада режиссеры” һөнәрен үҙләштерҙем. Александр Аронович Рубб тигән күренекле режиссерҙа уҡыу бәхете тейҙе.
– Бәхетле бала сағығыҙ, атайығыҙ, шағир, көрәшсе, ҡурайсы Ғәли Ильясов тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Ысынлап та, иң матур, иң яҡты хәтирәләрем бала сағыма бәйле. Матур ғаиләлә үҫтем. Атайым – республикала билдәле шағир, ҡурайсы, көрәшсе. Заманында “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Ләкин мин сәхнәгә сығып йырлай башлағас, уның исемен әйтергә уңайһыҙлана инем. Ғәли Ильясовтың ҡыҙы икәнлегемде белгәс, Юлай ағай Ғәйнетдинов битәрләп тә алды. “Атайымдың даны – үҙенә, үҙемдеке – үҙемә”, – тип аҡланған булдым. Юлай ағай иһә халыҡ хәтеренең исем аша дауам итеүен, ҡайҙа ғына барһам да, атайым тураһында һөйләп, хәтирәләр менән уртаҡлашып, уны белгән кешеләр менән аралашып йөрөргә кәңәш итте. Мин уның һүҙҙәренең хаҡлығына ваҡыт үтеү менән инандым.
Әсәйем Шәрифә Абдулла ҡыҙы — муллалар тоҡомонан. Шәжәрәләре XVI быуаттан бирле ентекле яҙылып барған. Әсәйем әле намаҙ уҡый, ураҙа тота. Ул, йәшләй генә тол ҡалһа ла, тормош ауырлыҡтарына бирешмәне, беҙҙе, өс ҡыҙын, бар көсөн һалып уҡытты — атайымдан ҡалған рухи мираҫты ҡәҙерләп һаҡлаусы кеше ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым үҙе иҫән сағында бер китабы ла донъя күрмәне. Дуҫы Мәхмүт Һибәт ярҙамында әсәйем дүрт китабын сығарҙы.
Һуңғы “Эйәрле тау” шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығының электрон вариантын йыйғайным. Был эште башҡа берәүгә йөкмәткем килмәне — атайҙың шиғырҙар донъяһына үҙем сумдым. Шиғырҙары аша уның күңелендәге тойғоларын кисерҙем, тормошто яратыуына хайран ҡалдым. Быға тиклем ул минең өсөн атай ғына булһа, китапты әҙерләгәндә иһә уға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡараным һәм уның ни тиклем көслө, илһөйәр шәхес булғанына инандым.
– Атайығыҙҙың шиғырына йыр яҙғанығыҙ булдымы?
– Ғәли Ильясовтың шиғырҙарына Алмас Ғафаров, Айрат Ғайсин, Айһылыу Сәлмәнова йыр яҙғайны. Мин иһә ул ваҡытта үҙемдең концертыма әҙерләнә инем. Тыуған ил тураһындағы бер шиғыр концерттың аҙағына шул тиклем тап килә, тип уйлап ултырҙым. Ләкин көй шунда уҡ тыуманы… “Уралым” ҡобайырын тамашасы йылы ҡабул итте. Ул көслөрәк яңғыраһын өсөн хор капеллаһы менән бергә башҡарҙыҡ.
– Әсәйегеҙ итәғәтле, сабыр, изге күңелле кеше. Ҡыҙҙары өсөн өҙөлөп тора.
– Беҙҙең өйҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Әсәйем – әле лә ғаилә тотҡаһы. Үҙенең миҫалында кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл, миһырбанлы булырға өйрәтте. Бәләкәй саҡта миңә атайым яҡыныраҡ ине. Йылдар үтеү менән әсәйҙең ни тиклем ҡәҙерле кеше икәнен аңлайһың. Ғүмер үткән һайын уға һоҡланам, күп нәмәгә өйрәнәм. Хатта һөнәремдә лә әсәй менән кәңәшләшмәйенсә бер эшкә лә тотонмайым. Эскерһеҙ, ябай, күңел йылыһын башҡаларға йәлләмәгән кеше ул. Уның өсөн иң мөһиме – бала. Бер ҡасан да тик торманы, һәр ваҡыт эшләне, шул уҡ мәлдә ҡулынан бәйләме төшмәй ине. Тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй, быйыл ғына ун бишләп шәл бәйләне. Күҙ нурҙарын йәлләмәйенсә, бөтә күңел йылыһын һалып, күлдәй итеп бәйләй шәлдәрен. Ул беҙгә генә түгел, күптәргә әсәй булды. Кәңәше менән һәр кемгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Мин иһә, ул булмаһа, ижадымда уңыш ҡаҙана алмаҫ инем. Балаларымды әсәй ҡарамағында ҡалдырып, гастролдәргә тыныс күңел менән сығып китәм. Шуға ла мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Ҡыҙҙарығыҙҙы нисек тәрбиәләргә тырышаһығыҙ?
– Әлбиттә, әсәйем миҫалында. Тәүге урында – һөйөү, шунан талапсанлыҡ, унан килә хеҙмәткә өйрәтеү. Өй эштәрен башлайым да яйлап ҡына уларҙы ла ылыҡтырам. Бөтәһен дә бергәләп башҡарабыҙ. Буш ваҡытым була ҡалһа, уны ҡыҙҙарым менән үткәрәм. Дилбәр быйыл музыка мәктәбен уңышлы тамамланы. Тауышы матур. Пианинола иҫ китмәле моңло итеп уйнай. Ғәлиә кино төшөрөү менән мауыға. Уның таҫмалары ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле килеп сыға. Ғөмүмән, ҡыҙҙарҙың сәнғәткә үҙ ҡарашы бар, сөнки бала саҡтан минең менән концерттарға йөрөнөләр, сәхнәгә сыҡтылар. Ә бына киләсәктә ниндәй һөнәр һайларҙар, уныһын әйтә алмайым. Ниндәй генә ҡарар ҡабул итһәләр ҙә, мин шуға риза булып, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкмен.
– Һеҙҙең баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүегеҙҙе беләм. Быйылғы уңыш нисек булды?
– Эйе, баҡсабыҙҙы мин дә, ҡыҙҙар ҙа ярата. Йәйгеһен буш ваҡыт булдымы – шунда ашығабыҙ. Алма, емеш-еләк уңды. Ҡайнатмалар, һуттар әҙерләнек. Ҡыҙҙар, шаярып, баҡсаны “беҙҙең тыуған ауылыбыҙ“ тип йөрөтә. Был, ысынлап та, шулай. Бәләкәй саҡтан шунда үҫтеләр. Үҙ көсөңдө түгеп, аҙаҡ уңышын йыйыу кемгә лә оҡшайҙыр.
– Баҡсаға йөрөү ҙә еңелләшкән икән. Рулгә ултырғанһығыҙ.
– Эйе. Үҙемде шундай иркен тоям. Элек шул уҡ баҡсаға барыр өсөн ике бала менән электричкаға төшөргә, һуңынан тулы сумкалар күтәреп, кире ҡайтырға кәрәк ине. Хәҙер эш күпкә еңелләште. Мин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы ла был аҙымға тәүәккәлләргә саҡырам, сөнки машина ҡатын-ҡыҙҙың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Айырыуса ҡала ерендә.
– Ғаиләгеҙҙең матур йолаларын телгә алып китһәгеҙ ине?
– Киске ашҡа йыйылырға күнеккәнбеҙ. Бергәләп ҡамыр аштары бешерергә яратабыҙ. Өләсәй ҡунаҡҡа килһә – барыбыҙ өсөн дә байрам, сөнки ул беҙҙең ҡояшыбыҙ һымаҡ. Аш-һыуға килгәндә, милли аштарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Һалма, бәлештәр, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡорот өҫтәлдән өҙөлмәй.
Лилиә Нуретдинова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566