Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли идея кемдән? Йәштәрҙән!
Милли идея кемдән?  Йәштәрҙән! Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан ойошторолған “Бөгөнгө глобализация шарттарында башҡорт телен үҫтереү һәм пропагандалау мәсьәләләре” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дең тап Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында үтеүенә, бер ҡараһаң, һис кенә лә ғәжәпләнергә түгел. Телем, илем тип янған шағир Рәми Ғарипов ошонда уҡыған, йәнә лә уҡыу йортона милли зыялыларҙы тәрбиәләү маҡсатынан уның исеме бирелгәндер.

Онлайн тәртибендәге сараға Ишембай, Күмертау гимназияһы уҡыусылары ла ҡушылды. Әлбиттә, уларҙың һүҙен ишетә алмаһаҡ та, фекер алышыуҙың шаһиты булыуҙары уҡ яҡшы.
Бик ҡыҙыҡлы булды “түңәрәк өҫтәл” янында башҡорт теленең яҙмышы хаҡында фекер алышыу. Әгәр Мәрйәм Бураҡаева, Әхмәт Сөләймәнов, Фирҙәүес Хисамитдинова, Гүзәл Ситдиҡова, Гөлфиә Янбаева кеүек милләтебеҙ шәхестәре шәхси миҫалында, ғаиләләрендә башҡорт телен үҫтереү эшен алып бара икән, йәштәргә уларға эйәрергә генә ҡала төҫлө.
Милли идея кемдән?  Йәштәрҙән!Әммә балаларҙың фекере лә төрлөсә булып китә. Берәүҙәр тиҫтерҙәренең туған теленән оялыуын йәшермәй әйтә, икенселәрҙе үҫмерҙәр өсөн башҡортса әҙәби әҫәрҙәр булмауы борсой, өсөнсөләр милли батырҙар хаҡында кино күрергә теләй. Шуныһы ҡыуаныслы: тәҡдим ителгән һәр темаға баш ҡала гимназияларынан, лицейҙарынан йыйылған уҡыусылар битараф ҡалманы. Әүҙем ҡатнашып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләргә тартынманылар.
XXI быуатта, донъя кимәлендә телде һаҡлау буйынса төрлө ҡарарҙар ҡабул ителгәндә, республикала дәүләт телдәре тураһында закондар сығарылғанда, бер ҡараһаң, башҡорт теленә бер нимә лә янамай төҫлө. Әммә был тәү ҡарашҡа ғына шулай, сөнки дәүләт теле булараҡ башҡорт телен башҡалар ҙа өйрән­һен тип лаф орған милләттәш­тәре­беҙ үҙҙәре үк ғаиләһендә башҡортса һөйләшмәй, имеш. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан өлкәндәр ауыҙынан ғына түгел, уҡыусылар телендә лә яңғыраны был фекер. Телде һаҡлау өсөн һөйләшергә, аралашырға, уны иң тәүҙә ғаиләлә ҡулланырға кәрәк!
Интернет селтәрендә ҡолас ташлап йөҙгән шағирә Гүзәл Ситдиҡо­ваның һорауы ла балаларға урынлы булды: “Кемегеҙ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә башҡортса яҙыша?” Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре, диуарҙары урыҫ телендә булған замандаштарыбыҙ аҙмы ни? Хатта айфондарға ла хәҙер башҡортса шрифт ҡуйып була. 149 һум ғына тора – бер урынлаштырҙың да, әйҙә, ғүмер буйы башҡортса яҙыш, сәләмдәр ебәр! Ваҡ нәмә тип әйтеп булмай быны, сөнки бөгөн йәштәрҙең күпселеге замана технологияларын киң ҡуллана.
Балалар, үҫмерҙәр өсөн башҡорт­са әҫәрҙәр яҙыла ул, әммә уларҙы мәктәптәргә, йәш замандаштарға еткереү өсөн уҡытыусы, китапханасы ла бергә егелеп эшләргә тейеш. Йәнә лә, шағирә булараҡ, мәҫәлән, миңә бик ҡыҙыҡ – нимә уҡый икән бөгөн балалар? Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Әҙилә Әлибаева әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып барыуы хаҡында һөйләне. Р. Ғарипов гимназияһынан һылыу бер ҡыҙ: “Мөхәббәт хаҡында, тиҫтерҙәребеҙҙең хистәрен һүрәтләгән әҫәрҙәр уҡығы килә”, – тине. Бәлки, ошондай әҫәрҙәргә конкурс иғлан итергә кәрәктер киләсәктә?
Ә инде башҡорт киноһы хаҡындағы һорауҙар менән уҡыусылар йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаеваға мөрәжәғәт итте. Кино индустрияһы – бик ҡатмарлы һәм киң ҡоласлы тармаҡ. Эйе, кино сәнғәте аша халҡыбыҙ шәхестәре тураһында бөтә донъяға һөйләге килә, әммә, күрәһең, теләк кенә аҙ. Башҡортостан Башлығы грантына ла төшөрөлә башланы нәфис фильмдар, әммә тарихи, эпик әҫәрҙәр ҙә тыуыр тип өмөт итәйек. Саҡырылған ҡунаҡтарға өмөт менән тулы ҡараштарын төбәне балалар кино сәнғәте хаҡында һөйләгәндә. Беҙ ҙә, улар кеүек үк, ул миҙгелдең тиҙерәк тыуыуын көтәбеҙ! Рәсәй киноһы йылы бит, кем белә, бәлки, башҡорт киноһы “Ел аулаусы” менән генә сикләнмәҫ, ә артабан да үҫешер?!
Академик Әхмәт Сөләймәнов бөгөн йәштәрҙең генә түгел, билдәле шәхестәрҙең, радио-телевидение алып барыусыларының да башҡортса дөрөҫ һөйләмәүенә әсенеүен белдерҙе. Ул шулай уҡ халыҡтың этник фекерләүе тураһында ла ҡыҙыҡлы уйланыуҙары менән уртаҡлашты.
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров үҙ сығышында милли буржуазияның булмауы тураһында бик әсенеп һөйләне. Бәлки, бөтә рухи, сәнғәти, әҙәби мираҫыбыҙҙы киң даирәгә алып сығыу өсөн беҙгә матди байлыҡ, төбәп әйткәндә, башҡорт байҙары­ның, эшҡыуарҙарының аҙ булыуы ҡа­масаулайҙыр? XX быуат мәғри­фәт­сеһе Сафуан Яҡшығолов әйткән­сә, ҡайҙа беҙҙең инженерҙарыбыҙ, химиктарыбыҙ, математиктарыбыҙ? Эйе, кешеләрҙәй, милләттәрҙең дә был йәшәйештә үҙ яҙмышы, үҙ юлы барҙыр, әммә заман толпарынан төшөп ҡалмаҫҡа теләйбеҙ икән, рухи тамырҙарға, быуат элек тыуған шедеврҙарға ғына һыйынып йәшәү килешкән эшме һуң? Шуныһы ҡыуа­ныслы: уҡыусылар өлкәндәр менән диалог булдырырға, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә әҙер. Ниһайәт, төпкөл башҡорт ауылдарынан йыйылған балалар ҙа тартынмаҫҡа, ҡыйыуыраҡ булырға өйрәнә башланы түгелме?
Сарала шулай уҡ гимназияның Р. Ғарипов исемендәге премиялары тапшырылды. Уға ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова, артист Артур Кәбиров, XI класс уҡыусылары Айзирә Шәйхетдинова, Зәриә Моратова лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, һорау биргән ҡыҙҙарҙың береһе, башҡорт йәштәре үҙ милләте артистарын белмәй, кумир итеп алмай, тигәйне, бына һеҙгә кумир әҙер, йәштәр: Артур Кәбиров. “Февраль... Буран” спектакленән (З. Бураҡаева) һуң күптәр Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбировты танып белә торғандыр.
Хәҙер шундай заман килде: бөтә яҡшы үҙгәрештәрҙе иң тәүҙә үҙебеҙҙән башларға кәрәк, йәштәр! Кемгәлер үпкә белдереү, зарланыу ваҡытты бушҡа әрәм итеүгә тиң! Милли идеяға торошло үҙенсәлекле фекерҙәрҙе һеҙҙән ишетке килә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545