Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсимә Ураҡсина премияһы –ҡыҙҙарға
Рәсимә Ураҡсина премияһы –ҡыҙҙарға “Күпме тип әйттеләр ул премияны? Ун меңме? Былай булғас, мин дә яҙыша башлаясаҡмын!” – тигән тауыштар ишетелде Дәүләкәндә Рәсимә Ураҡсина исемендәге премияға лайыҡ булған ике ҡыҙҙың исемен иғлан иткәс. Эйе, тап ана шулай тантаналы ваҡиға менән тамамланды районда Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау.

Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Ә. Хәкимовтың йорт-музейы ойош­торо­лоу­ға 10 йыл тулыу билдәләнде һәм шағирә, драматург Р. Ураҡси­наның “Тыу­ған ерем – торған ерем” кита­бының исем туйы үтте. Са­ра, алдан һөйләшел­гән­сә, Ә. Хәки­мов исемендәге йорт-музейҙа башланды. Төбәк ижадсылары Баш­ҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, халыҡ яҙыусыһының ҡыҙы Римма Хәкимова, мәрхүмә Рәсимә Ураҡсинаның ғаиләһе ме­нән осрашыуға килгәйне. Ошонда уҡ бер бүлмәлә Рәсимә Ураҡ­сина­ның шәхси кейем­дәре, әйберҙәре урын алды. Шағирәгә 65 йәшлек юбилейына тип тектергән күл­дәген кейергә насип булманы. Милли нағышлы был костюм музейҙың ҡәҙерле ҡомартҡы­ларының береһе буласаҡ. Ошонда уҡ фотоаппараты, яҙмалары, фотолары, сәғәте, картиналары урын алған. Яҙыусының ире Урал Ураҡсин яҡын киләсәктә бүлмәне тағы ла яңы экспонаттар менән байытырға вәғәҙә итте.
Район мәҙәниәт йортон­дағы тантаналы кисәлә сығыш яһа­ғанда Наил Әсҡәт улы төбәктә әҙәбиәт үҫе­шенә, рухи мираҫты һаҡ­лауға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Әхиәр Хәкимов­тың ҡыҙы Римма ханым музейҙы яҡшы һаҡлаған мөдире Гөлүзә Арыҫлано­ваға, урындағы етәк­селеккә рәхмәтен еткерҙе һәм: “Иҫән саҡта яҡындарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Атайым менән һирәгерәк күреш­кәнемә үкенәм, сөнки унан яҙмышы, Бөйөк Ватан һу­ғышы йылдары хаҡында бай мәғлүмәт алған булыр инем. Эйе, ул яу хаҡында бик һөйләргә лә яратманы. Әммә яҡын кешемдең, моғайын, әйтәһе һүҙҙәре, бирәһе кәңәштәре лә ҡалғандыр...” – тине, һүҙен тамамлап.
Рәсимә Ураҡсина премияһы –ҡыҙҙарғаРәсимә Ураҡсинаның бик күп йыйынтыҡтары З. Биишева исе­мен­дәге “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакция­һында нәшер ителде. Бүлек мө­дире, шағирә Әлфиә Әсә­ҙуллина әҙибә хаҡындағы яҡты хәти­рәләре менән уртаҡлашып: “Үҙ аяғым менән һеҙгә һуңғы китабымды алып килдем, тип әйтте бер күреш­кәндә Рәсимә апай. Ошо һүҙҙәре мине бик тетрәт­кәйне, күрәһең, барыбер бәндә­ләр үҙенең күрәсәген тойомлай. Уның киткәнен ишеткәс, ошо шиғырҙы яҙҙым”, – тине лә әҙи­бәгә бағышлаған әҫәрен уҡып ишеттерҙе.
Милли әҙәбиәт музейы хеҙ­мәткәре Олеся Әхмәтрә­химова музей директоры Гөлдәр Мо­ратованың юбилей уңайынан ҡотлау сә­ләмдәрен тап­шыр­ҙы. Рәси­мә Ураҡсинаның класташы Таңһылыу Ғарифуллина иһә музейға әҙибәнең костюмын бүләк итте. Ошонда уҡ сәхнәгә мәктәп уҡыусыһы Элина Миңләх­мәтова сы­ғып, шағирәнең шиғыр­ҙарын уҡыны. Урындағы “Дим” әҙәби берекмәһе ағза­лары Әҙә­биәт йылы уңайынан тама­ша­сыларға шиғри күстәнәс өләште.
Рәсимә Ураҡсина исе­мендәге фонд барлыҡҡа килеүе ха­ҡында Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау ки­сәһендәге сығышында республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов билдәләп киткәй­не. Әле был ойошма балалар өсөн байтаҡ сараларҙа бағыусы була­раҡ сығыш яһаны. Рәсимә апай­ҙың “Тыуған ерем – торған ерем” тигән китабының 20 данаһы ла дәүләкәндәр­гә барып етте. Әйткәндәй, фонд ярҙа­мында яңы сыҡҡан “Балҡан­тау рухы” исемле китабымды ла райондаштарыма бүләк итергә насип булды.
Ә инде Рәсимә Ураҡсина исемен­дәге премияға Фәриҙун ауылынан Гөлүзә Әхмәҙиева менән Ҡоръят­маҫтан Тамара Скроткина лайыҡ булды! Ҡот­лайбыҙ шағирә менән аралашып, унан ижад дәрестәре алған ҡыҙҙарҙы ғүмер юлдарын­дағы, бәлки, иң тәүге һәм исемле бүләк менән!
Йәгеҙ, әҙәбиәткә ғашиҡ ҡына түгел, ә үҙ алдына яҙышҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар! Киләһе йыл Р. Ураҡ­сина исемендәге премияға, бәлки, һеҙ дәғүәсе булыр­һығыҙ. Уңыш тәүәк­кәлдәргә һәм тырыштарға йылмая!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 260

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 660

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 317

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 393

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 252

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 281

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 261

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 262

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 358

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 278

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 441