Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исеме үҙгәрһә лә, есеме ҡала
Үткән быуаттың 1975 йылы күптәрҙең хәтерендә ҡоролоҡ мәле булып һаҡланып ҡалған. Әммә ошо уҡ йылда районда бик әһәмиәтле ваҡиға теркәлде: яңы уҡыу йорто – 29-сы Баймаҡ профессиональ техник училищеһы асылды.

Уҡыу корпусы менән ашхана, тамаша һәм спорт залдары, 10 предмет кабинеты, 700 урын­лыҡ ике ятаҡ, хеҙмәткәрҙәр өсөн 40 фатирлы йорт, слесарь һәм иретеп йәбештереү цехтары менән уҡыу оҫтаханалары, 40 берәмек техника өсөн автогараж, ауыл хужалығы машиналарын һаҡлау өсөн лапаҫ, ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым бүленгән мунса, автономлы ҡаҙанлыҡ, автотрактородром, спорт һәм хәрби ҡаласыҡ, баҡса булдырылды.
Училище директоры итеп йәш, инициативалы ауыл хужалығы белгесе Ә. Ғилманов тәғәйен­ләнде. Хеҙмәткәрҙәр араһында мин дә бар инем.
Беренсе булып уҡыу йортона тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштереү өсөн Зөфәр Абдуллин ғариза яҙҙы. Артабан ул оҙаҡ йылдар Баймаҡ урман хужалығында эшләне, хеҙмәт алдынғыһы булды. Ул ваҡытта училищеның ике ГАЗ-51 автомашинаһы бар ине. Водителдәр З. Аҫылов һәм А. Килмөхәмәтов ҡоролмалар артынан Өфөгә аҙнаһына ике-өс рейс яһай торғайны.
1 сентябрҙәге тантаналы линейканан һуң 500-ләп кеше райондың төрлө ауылдарына мал аҙығы әҙерләргә, япраҡ йыйырға ебәрелде: халыҡтың малын һаҡлап алып ҡалырға кәрәк ине. Район өсөн ауыр осорҙо имен үткәреүгә беҙ тос өлөш индерҙек, тип уйлайым. Уҡыу ноябрь байрамдарынан һуң, йәғни ҡаҙанлыҡты эш­кә ебәргәс кенә башланды. Төшкә тиклем дәрестәр булһа, унан һуң траншеялар ҡаҙыныҡ, төҙөлөш сүп-сарын йыйҙыҡ, оҫта­хананы төҙөнөк.
Ул ваҡыттағы йәштәр намыҫ менән уҡыны һәм тырышып эшләне. Бер кем дә ҡарышманы. Дәрес ҡалдырыусылар ҙа булманы. Учи­ли­ще коллективы район һәм республика яр­ҙамын тойоп эшләне. Күрше райондарҙың уҡыу йорттары – Таштимер, Юлдыбай, Мораҡ училищелары – техника менән ярҙам итте. Ауыл хужалығы министрлығы аша “Башсельхозтехника”нан яңы техника ла ҡабул итә башланыҡ: ДТ-75, Т-150К, К-700, МТЗ-80, ЮМЗ-6, ГАЗ-52, ГАЗ-53 автомашиналары, СК-5 “Нива”, “Колос” комбайндары һ.б. Артабан иһә үҙебеҙ колхоз-совхоздарға эшсе көс һәм техника менән ярҙам иттек.
Уҡыу йортонда бейеү, вокаль-инструменталь ансамблдәр булдырылды. Ул йылдарҙа кол­лек­тивтың уртаса йәше 27 – 30 тирәһе ине. Ф. Хөсәйенов, Н. Йәноҙаҡов, Р. Сәйетҡолов, Н. Бай­йегетова һ.б. уҡыу йортоноң эшмәкәрле­генә айырыуса тос өлөш индерҙе. Ауыл өсөн уңышлы кадрҙар әҙерләү туранан-тура училище уҡыу­сыларының һөнәри әҙерлегенән тора. Произ­водствоға өйрәтеү мастерҙары Г. Бай­йе­гетов, Ю. Бахарев, Д. Әбделкәримова, Р. Ғир­фанов, А. Мөхәмәтшин, Б. Биктимеров, З. Дә­үербәкова был тәңгәлдә үҙ бурыстарын тырышып баш­ҡарҙы. Уҡытыусылар, класс етәкселәре уҡытыу-тәр­биә эшен намыҫ менән атҡарҙы. Ул йыл­дарҙағы студенттар уҡытыусылар А. Кувшинов, Н. Айытҡолов, М. Талипов, Әмировтар, тәр­биә­селәр Р. Ғилманова, Ф. Сәғитова, китапханасы М. Ишбулатова, шәфҡәт туташтары Ф. Хө­сә­йенова, М. Вакул­енколарҙы һағынып иҫкә ала.
Уҡыу йортоноң эшмәкәрлегендә сәйәси ойошмалар ҙур әһәмиәткә эйә булды. Партия ойош­маһы секретары итеп Ф. Әмирова һайланды, һуңынан ул оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып уңышлы эшләне. Профком рәйесе Д. Әх­мәтйәнов, хеҙмәткәрҙәрҙең комсомол ойошмаһы секретары Ю. Бахарев, уҡыусыларҙың комсомол ойошмаһы етәксеһе З. Тимербулатов, уҡыусы­ларҙың профсоюз комитеты рәйесе Ф. Сөләй­мәнов үҙ бурыстарын бик яуаплы башҡарҙы.
Әлбиттә, һәр эштең һөҙөмтәһе мөһим. 40 йыл эсендә уҡыу йорто ауыл хужалығы өлкәһенә 13 меңдән ашыу белгес әҙерләне: тракторсы-машинистар, водителдәр, йәшелсә үҫтереүселәр, ашнаҡсылар, слесарҙар, иретеп йәбеш­тереүселәр, тегенселәр, художестволы изделие етештереүселәр... Уҡыу йортон тамамлағандар араһында етәксе урындарҙа эшләүселәр бар. Мәҫәлән, К. Замотаев, Ғ. Сә­лимов, Ф. Әминев, Х. Хәмитов, З. Әбсәләмов, М. Үҙәнбаев, И. Солтанов һ.б. Рамаҙан Әлибаев, Радик Арғынбаев, Йәүҙәт Ильясов, Рәшит Яхин кеүек уҡыусыларыбыҙ крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тарын уңышлы алып бара. Училище шулай уҡ СССР-ҙың космик ғәскәрҙәр ветераны, отставкалағы полковник Ирек Нотфуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Хәбир Раев, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Баййегетов менән хаҡлы ғорурлана. Әйткәндәй, педагогик һәм инженер-техник коллектив ағзаларынан күптәр дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
40 йыл эсендә уҡыу йортоноң исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелде, әммә уның асылы, бурыстары шул уҡ ҡала килә. Уҡыу йорто ауыл өсөн кадрҙар әҙерләүен дауам итә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы коллективына яҡшы һөҙөмтәләр, уңыштар, колледжда белем алыусы йәштәр киләсәктә ауыл эшенә тоғро ҡалыуҙарын теләйем.

З. ТИМЕРБУЛАТОВ,
Рәсәйҙең почетлы башланғыс профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, ауыл хужалығы ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545