Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли әҙәбиәт – ил именлегенә нигеҙ
Милли әҙәбиәт – ил именлегенә нигеҙ Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау сиктәрендә Өфөлә Рәсәйҙең, Башҡор­тостандың Мәҙәниәт министрлы­ҡтары, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған “Мәҙәниәттәр бәйләнешендә милли әҙәбиәт: рух тәрбиәләүсе һәм туплаусы ҡеүәт” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Рәсәй халыҡтары ассамблея­һы йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Игорь Круговых үҙ сығышында Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен тәржемә итергә кәрәклеге хаҡында аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. “Мәҙәниәт өлгөләре, әҙәби әҫәрҙәрҙең алдынғылары беҙҙә үҙ-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ тойғоларын тәрбиәләйәсәк, Әҙәбиәт йылында беҙ был юҫыҡта бер нисә семинар үткәрҙек, киләсәктә лә был эште дауам итергә иҫәп тотабыҙ”, – тине ул, фекерен йомғаҡлап.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәйҙең берҙәм­леге, ныҡлығы төбәктәрҙең үҫешенә бәйле булыуын ­бил­дә­­ләп, республикабыҙҙа күп милләттәр үҙ-ара аңлашып йәшәүен, бер-береһенә терәк булырға әҙер булыуын бе­л­дерҙе. Ул шулай уҡ донъя әҙәбиәтенә башҡорт ере күп данлыҡлы шәхестәр биреүе хаҡында ла әйтеп үтте.
И. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Виталий Родионов “Этномәҙәни милләттең үҫеш осоронда сыуаш әҙәбиәтенең берләштереү роле” исемле док­лад менән сығыш яһаны. Пленар ултырышта шулай уҡ “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов телмәрендә ваҡытлы матбуғат­тың һәм әҙип һүҙенең халыҡҡа, йәмғиәткә йоғонтоһо тураһында һөйләне. Тәржемә эше хаҡын­дағы һүҙгә әйләнеп ҡайтып, Гөлнур Хөсәйенова “Ҡырғыҙ­ҙарҙың “Манас” эпосын ­баш­ҡорт­саға тәржемә итеү – ул ­баш­ҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡ­тарының үҙ-ара аралашыуына юл” тип аталған докладында халыҡ әҫәрҙәрен ауҙарыу үҙен­сәлектәрен бәйән итте. Төрки телдәр булһа ла, был ике халыҡ­тың боронғо эпос­тарында аңлат­ма биреп китергә тейешле урындар ҙа табылған.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова йәш быуынды төрлө мәҙәниәттәр менән ҡыҙыҡ­һындырып үҫтереүҙә һәм милли китаптарҙы халыҡҡа еткереүҙә китапханаларҙың ролен билдә­ләне. Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы уңайынан төп китапханала көн һайын китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар менән осрашыу, тематик кисәләр һәм башҡа саралар үткәрелеп килде. Был йәһәт­тән Зәки Вәлиди исемендәге китапхана башҡа бик­­ күп мәҙәниәт усаҡтарына өлгө була ала.
Төштән һуң конференция йәнә өс секцияла эшен дауам итте. Унда Әҙәбиәт йылында яҙыусылыҡ эшенең идеологик кимәлгә күтәрелеүе тураһында ла һүҙ булды. Ғөмүмән, әҙәбиәт­кә, уның киң йәмәғәтселеккә тәьҫир итеү юлдары хаҡында тәҡдимдәрегеҙ булһа, һеҙ ҙә [email protected] адресына яҙа алаһығыҙ. Милли әҙәбиәт тураһында һүҙ барғанда ситтә ҡал­ма­­ҫһығыҙ, моғайын.
Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Әҙәбиәт йылында уңышҡа өлгәшкәндәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Яҙыу­сы­лар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев әҙәби ойошма­ның Рәхмәт хаттары менән шулай уҡ әүҙем эшләгән әҙиптәрҙе, музей, китапхана хеҙмәткә­р­ҙәрен тәбрикләне. Календарҙа Әҙәбиәт йылы тамамланыуға барһа ла, ул китаптар, әҙәби әҫәр­­ҙәр аша беҙҙең менән килә­һе йылдарға ла атлар!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545