Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зиһендәр китһен сафланып!
Зиһендәр китһен  сафланып! Әҙәбиәт йылы уңайынан тип әйтеп тә булмайҙыр, әммә, Аллаға шөкөр, башҡорт телендә китаптар сығып тора.

Зиһендәр китһен  сафланып!С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйә­бу­ла­товтың ижадына, тормош юлына арналған биб­лиографик бе­леш­мәне Ә. Вәлиди исе­мендәге Милли китапхана әҙерләп, нә­шер иткән. Унда әҙиптең яҙыусылыҡ эшмә­кәрле­генә ҡа­ғы­лыш­лы матбу­ғатта, әҙәби йы­йынтыҡ­тар­ҙа, ки­тап­тарҙа өс телдә (башҡорт, татар, урыҫ) ба­ҫылған бай материал туп­ланған. “Ирек Кинйәбу­ла­тов­тың әҫәр­ҙәре”, “Ирек Кинйә­бу­ла­тов­тың тормошо һәм ижады тураһында әҙә­биәт” ә бүлектәренең исемдәре үк үҙе хаҡында һөйләп тора. Баш һүҙ рәүешендә Ҡ. Арал­баев­тың, Ә. Хә­бировтың, Р. Әх­мә­ҙиев­тең, Т. Кил­мө­хә­мәтовтың мәҡә­ләләре бирелгән. Йыйынтыҡ ша­ғирға арнал­ған шиғыр­ҙар, фотоматериалдар менән байытылған. Белешмә әҙиптең эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ижади сәфәр күрһәткесе була ала.
Зиһендәр китһен  сафланып!Башҡорт прозаһына үҙенсәлекле әҫәре – “Яңы башҡорт” романы — ме­нән килеп ингән Флүр Ғә­лимов был юлы ла беҙҙе яңы образдары менән таң ҡалдырмаҡсы, ахырыһы. Уның “Аҙғын тәүбәһе” три­логияһы З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәш­риә­тендә ошо көндәрҙә донъя күрҙе. Трилогияның төп геройы, Салауат Юлаев тоҡомо, рәссам Салауат Байғазин тормош мә­ғәнә­һенә әүе­рел­гән кеше­ләрен бер юлы юғалта. Шул уҡ ваҡытта совет иле менән бергә идеалдары, инаныс-өмөттәре, барлыҡ донъяһы емерелә. Ошо ҡаршылыҡтарҙы нисек еңеп сығырға? Автор бәндәнең барлыҡ кисе­рештәрен өс өлөштән торған китапҡа һыйҙы­рырға тырышҡан. Уҡып ҡарайыҡ. Әйткәндәй, әҫәр “Ағиҙел” журналында ла баҫылды.
Балалар яҙыусыһы Сә­­­р­үәр Ғәләүетдиновтың “Семәрле беләҙек” (“Ажурный браслет”) китабы ике телдә донъя күргән. Хал­ҡы­быҙҙың ғө­рөф-ғәҙәт­тәре, йолалары, йәнлек-ҡоштар, үҫем­лектәр ­донъяһы, башҡорт хал­ҡының милли аш-һыуы, һауыт-һабаһы тура­һында автор шиғри йо­маҡтар тәҡдим итә. Был йы­йынтыҡ уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн бик ҡы­ҙыҡлы булыр, моғайын. Уҡы­тыусылар ҙа уны эш барышында файҙалана ала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 051

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 575

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 775

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571