Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош һис тә туй түгел
Тормош һис тә туй түгел“Яҙыусы булмаһам, матур күлдәктәр тегеп, гүзәл затты һөйөндөрөр инем”, — ти Лира Яҡшыбаева
Эш көнө башланыу менән редакция бүлмәһендә өҙөп-өҙөп телефон яңғыраны:
— Ҡыҙҙар, йән түҙмәй иртүк шылтыратам инде. Һеҙ “Башҡортостан” гәзитендә ойошторған “Етем илаһа, ер-һыу илар” (2012 йыл, февраль) тигән ҡор тәьҫораттарынан айный алмай, хәтирәләргә бирелеп, уй-фекер йомғағын һүтәм. Тап ауыртҡан ергә баҫтығыҙ. Ҡайһы бер фекерҙәр менән килешеп бөтмәйем, сөнки мин бит үҙем дә “детдом” балаһы...
Лира апайҙың тынғыһыҙлығын, тәүәккәллеген яҡшы белгәнгә күрә, уның гәзиттең теге йәки был һаны хаҡында үҙ һүҙен еткереүенә, “ҡамсылауына” ла, “күккә сөйөүенә” лә, ғөмүмән, бер яңылыҡҡа ла битараф ҡала алмауына күнеккәнбеҙ. Их, ошондай һиҙгер күңелле, ихлас уҡыусыларыбыҙ күберәк булһа...
Ошо көндәрҙә 65 йәшен дәртләнеп ҡаршы алған апайыбыҙҙың яҙмышына үпкәһе юҡ. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн балалар уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә биргән уҡытыусы, тиҫтәләгән хикәйә һәм повесть авторы, яҙыусы Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның күп яҡлы хеҙмәтенә һоҡланырлыҡ. “Тормош һуҡмағында аҙашмай, ары-бире һуғылмай, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыу өсөн ҙур көс һәм ышаныслы терәк кәрәк. Донъяла изгелектән тыш хәйлә-мәкер барлығын белмәгән миңә һәм башҡа йөҙәрләгән тиҫтеремә бәғзе берәүҙәр әле өнәп етмәгән балалар йорттары атай ҙа, әсәй ҙә, тәрбиә мәктәбе лә булды, — ти яҙыусы. — Моғайын да, яҙмыш еле коллективизм, рух ныҡлығы менән һуғарылған ошо йылы йортҡа алып килмәһә, “Ырыҫлы тау ыласыны” хикәйәһе лә тыумаҫ, “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесы ла күңелдә яралмаҫ ине. Һуңғы әҫәрҙең төп героиняһы — кеше булыу маҡсатын барыһынан өҫтөн ҡуйған етем ҡыҙ образы күңелемә бик яҡын. Поезда осрашҡан ике “детдом балаһы”ның хәсрәтле лә, ғибрәтле лә яҙмышын “Ҡатындар” хикәйәһендә бирергә тырыштым. Алыҫ сәфәр, уртаҡ яҙмыш уларҙы бер-береһенә ныҡ яҡынайта, аҙ ғына таяныс тойоу ҙа был ҡатмарлы донъяла арып талсыҡҡан йәндәргә артабан йәшәү, һынмау өсөн көс бирә. Социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиә мәсьәләһен күтәргән “Бәхетең үҙең менән” повесынан өҙөктәрҙең дәреслеккә индерелеүенә шатлыҡ кисерәм”.
Лира апай менән уның ижад лабораторияһына “сумғас”, йәнә бер ижади табышҡа юлыҡтыҡ. Атай-әсәйҙең йылы ҡосағынан мәхрүм үҫеүселәрҙең тормош юлында юғалып ҡалмай, үҙ урынын табып, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ нурҙары сәсеп йәшәүе хаҡында өр-яңы әҫәргә тотоноуын белдек. “Вәрәҙәкүл аҡсарлағы” повесының төп геройы — Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәхразый Әхмәҙулла улы Таһиров — замандаштарыбыҙҙың күңелендә оҙаҡ йәшәргә хаҡлы шәхес. Етемлектән сығып, Ленин ордены кавалеры, “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” исеменә лайыҡ булған хеҙмәт батырының рухи көсө, йәшәүгә ынтылышы хаҡындағы әҫәрҙең үҙ уҡыусыһын табырына шик юҡ.
— Лира апай, баяғы һүҙгә йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һеҙҙе ни өсөн етемдәрҙе яҡлаған ҡайһы бер закондар ҡәнәғәтләндермәй?
— Эш башы закондарҙа ғына ла түгел. Баланы уллыҡҡа алған бер нисә ғаиләне беләм. Уларҙа күңел йылыһы, баланы иркәләү, наҙлау тойғоһо күптән һүнгән. Үҙенең бында “артыҡ йөк” булыуын һиҙгән, гел генә ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәгән бала бәхетле булырмы? Өҫтәүенә уллыҡҡа алып, уны матди ярҙамдан — фатирҙан, льготаларҙан да мәхрүм иткәндәр. Минеңсә, был осраҡта баланың етемдәр йортонда тәрбиәләнеүе яҡшыраҡ.
Мине балалар йорто кеше итте, уҡытты, рухи ныҡлыҡ бирҙе. Ярҙамсы хужалығында эшләп, донъя көтөргә, аҡса һанарға, көрәк-тырма тоторға өйрәндек. Кәбеҫтә, ҡарбуз, помидор үҫтереп, баҙарға сығарып һаттыҡ. Ғаиләлә үҫкән балалар ни менән шөғөлләнһә, беҙ ҙә барыһын да эшләргә өйрәндек. Ҡыҙҙар тегеү эшен үҙләштерҙе, әле лә был һөнәрҙең кәрәге тормошта тейеп ҡуя. Һәр хәлдә яҙыусы булып китмәһәм, матур күлдәктәр тегеп, ҡатын-ҡыҙҙы һөйөндөрөр инем. “Бәхетһеҙлек теләһәң, балаңды эшкә өйрәтмә”, ти халыҡ. Ҡайһы бер аҡыллы баштарҙың мәктәптә дежурлыҡ кеүек эштән азат итеү хаҡында һүҙ йөрөтөүе — әхлаҡ ҡанунына һыймаҫлыҡ хәл.
Минеңсә, бөгөн балалар йортоноң абруйын күтәрергә кәрәк. Кинофильмдарҙа гел генә уны кире яҡтан күрһәтергә, унан бары бурҙар, фәхишәләр сыға тип раҫларға тырышыу һис дөрөҫ түгел, ә — уйҙырма. Беҙҙе ошо йылы йорт аяҡҡа баҫтырҙы, оло тормош юлына сығарҙы. Беребеҙ ҙә юғалып ҡалманыҡ, артабан да бер-беребеҙгә таяныс була белдек, сөнки балалар йорто коллективизм, ярҙамсыллыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Әле лә ҙур тәжрибә туплаған йорт үҙенең дәрәжәһен юғалтмай, бында аш-һыу, кейем-һалым менән тәьмин итеү ҙә һәйбәт. Күп ғаиләләрҙә әлегә бындай муллыҡ юҡ. Мин балаларҙы патронат ғаиләләргә таратып биреүҙе хупламайым, сөнки ата-әсәләрҙең күбеһе тәрбиә өлкәһендә профессионал түгел. Үҫмерҙәрҙе бит яратырға, үҙеңдеке кеүек ҡабул итергә кәрәк, ә аҡса түләп кенә сабыйҙарҙы яраттырып булмай ул. Йәшерен-батырын түгел, күптәр матди яғына ҡыҙығып, эшһеҙлектән балаларҙы тәрбиәгә алырға мәжбүр. Мин үҙемдең балалар йортонда тәрбиәләнеүемә һис кәмһенмәйем. Күптәр ғаиләһендә ала алмаған ифрат ҙур тормош тәжрибәһе, әҙәп-тәрбиә мәктәбе үтеп, тәрбиәселәребеҙгә оло рәхмәт тойғоһо йөрөтәбеҙ.
Ни өсөн үҫмерҙәр әҙерлекһеҙ, әҙергә-бәҙер “иждивенец” булып оло тормошҡа аяҡ баҫа тип уларҙы ғына ғәйепләйбеҙ? Беҙҙе бит заманында ҡалаҡты нисек тотоуҙан башлап юрғанға тышлыҡты нисек кейҙерергә, ишекте нисек тауышһыҙ ябырға ла өйрәтә торғайнылар.
Заман башҡа — заң башҡа. Минеңсә, бөгөн социаль етемдәрҙе мәктәптән үк һис һүҙһеҙ кәрәге тейәсәк иҡтисад нигеҙҙәрен өйрәтеү мөһим. Кеше үҙ тормошонда ниндәй һалымдар түләй, пенсияны ни өсөн йәштән хәстәрләү фарыз, ғаризаны нисек яҙырға, аҡсаны нисек тотонорға һәм башҡа һорауҙарға яуапты ул әле үк эҙләргә, уйланырға тейеш. Енси тәрбиә, ғаилә ҡороу хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙә әһәмиәтле. Бала кеше хис-кисерештәрен, күңелендәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы түгеп-сәсеп йөрөй ҙә, һөйләй ҙә алмай, өҫтәүенә тәжрибә лә етешмәй. Был осраҡта уға бары юғары профессиональ кимәлле, үкһеҙ етемдәр һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙың яҙмышы өсөн үҙен яуаплы тойған тәрбиәселәр генә ярҙам итә ала. Белмәйем, бәлки, хаҡлы ла түгелмендер, әммә ҡорҙа яңғыраған фекерҙән һуң уйым нығынды ғына: байтаҡ йылдар дауамында мул, ыңғай тәжрибә туплаған балалар йорттарын тарҡатырға, ябырға ашыҡмайыҡ, ҡайһы саҡта улар ғаилә мөхитенән дә йылыраҡ, файҙалыраҡ, яҡшыраҡ була ала.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 051

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 575

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 775

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571