Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухиәт – тормош имәненең тамыры
Борон-борондан халҡыбыҙ ҡорға йыйылып, килеп тыуған мөһим мәсьәләләр хаҡында кәңәшләшер булған. Ошо изге йолаға тоғролоҡ һаҡлап, беҙ ҙә редакциябыҙҙа “әҙәби ҡор” ойошторорға тәүәккәлләнек. Унда әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр күтәреләсәк, мөһим ваҡиғаларға ҡарата әҙиптәребеҙ үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ.
Бөгөнгө “әҙәби ҡор”ға исемдәре республикала киң билдәле, тура һүҙҙе күҙгә ҡарап әйтеүҙән ҡурҡмаған әҙиптәребеҙ йыйылды. Улар — күренекле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, шағирҙар “Башҡортостан панорамаһы” журналының бүлек мөхәррире Тамара Ғәниева, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Аманат” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфи һәм яҙыусы, “Юлдаш” радиоһының бүлек етәксеһе Рәсүл Сәғитов.

Салауат Әбүзәров: Кешеләр бер-береһе менән осрашҡанда, иң беренсе хәл-әхүәл һораша. Мин дә һүҙемде шунан башлайым. Ғөмүмән, бөгөн яҙыусыларҙың хәле нисек?

Рухиәт – тормош имәненең тамырыӘмир Әминев: Яҙыусының хәле, хатта ки йәғни статусы, бөгөн генә түгел, ғөмүмән, бер ҡасан да яҡшы булмаған. Мин быны зарланғандан әйтмәйем. Яҙмыш шулай — ижад юлын һайлаған икән, әҙип сетерекле яҙмышҡа дусар ителә. Ул быны үҙе теләп тә алмайҙыр, уға юғарынан бирелгән бойороҡтор, бәлки, белә тора, аңлы рәүештә кем барһын ул утҡа, ә холоҡ-фиғел, тәрбиә, характер-булмыш, йәмғиәткә, халыҡҡа, милләткә әйтер һүҙе, гражданлыҡ теләге этәрә. Әҙәбиәт тарихын байҡаһаҡ, быға миҫалдар бихисап.
Матди йәһәттән сығып ҡарағанда, бөгөн һәр кемгә ауыр, шул иҫәптән яҙыусыға ла. Гонорар бик аҙ, китап сығарыу ҙа йылдан-йыл ҡыйынлаша. Һөҙөмтәлә, нигеҙҙә, ял көндәре, йоҡо иҫәбенә яҙылған аҡыл-һәләт “продукцияһы”на тейешле күләмдә, һәр хәлдә шулай уйлайбыҙ, баһа алып булмай. Был фекерҙе шулай уҡ зарланғандан әйтмәйем — шул юлды һайлағанһың икән, риза булаһың да артабан китә бирәһең. Миңә ҡалһа, барыһы ла етәкселектең, хатта йәмғиәттең әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһенә етди ҡарамауына (Ельциндың “мәҙәниәт көтөп торор” тигәнен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ), дөрөҫөрәге, үгәй бала рәүешендә мөғәмәлә итеүенә лә бәйле. Беҙҙә күп эш беренсе етәксенең фекеренән сығып ҡорола. Ул саңғыла йөрөй икән, бөтәбеҙ ҙә саңғыға баҫабыҙ, теннис йәки бадминтон уйнарға ҡушһа, барыбыҙҙың да ҡулында — ракетка. Спорт менән йәмғиәткә аҡыл һеңдереп булмай, халҡы физик яҡтан таҙа булһын өсөн спорт киң төҫ алырға тейеш, ә беҙҙең ил бер нисә бөртөк донъя һәм олимпия уйындары чемпионы әҙерләргә тырыша. Сит илдәргә, беҙ — спорт державаһы, тип әйтеү өсөн. Халыҡҡа аң-белем, мәҙәниәт, әҙәбиәт, этика, эстетика, театрға ихтирам тәрбиәләү өсөн иң юғары етәкселәрҙең иғтибары, хәстәрлеге, яҡлауы мотлаҡ. Шулай булмаһа, мәҙәниәт гел “тороп торасаҡ”. Яҙыусының бөгөнгө хәлен дә мин ошо дөйөм концепциянан айырып ҡарай алмайым.

Рухиәт – тормош имәненең тамырыАзамат Юлдашбаев: Яҙыусыларҙың хәле тураһында һүҙ алып барғанда, Пушкин, Лермонтов, Толстой кеүек дворян затынан булғандарынан башҡа ҡәләм эйәләре бик яҡшы йәшәгән тип әйтеп булмайҙыр. М. Өмөтбаевтың да, өҫтәмә пенсия һорап, батшаға мөрәжәғәт итеүе билдәле. Аҡмулланың “шығыр” арбаһынан бүтән бер нәмәһе лә булмаған. Бабичтан да мираҫҡа өйөр-өйөр мал, затлы имениелар ҡалмаған. Хәйер, үткән быуаттың илленсе — туҡһанынсы йылдарында бер аҙ әҙәмсә йәшәп өлгөргәндәр шикелле. Хатта ки ҡайҙалыр берәй ойошмала штатта тормайынса, бары тик гонорар хаҡына ғаиләһен аҫрап йәшәй алыусылар булған. Хәҙерге заман өсөн әкиәт һымаҡ итеп һөйләйҙәр. Шуның менән коммунизм тамам... Хәҙер инде милли әҙәбиәттә ижад менән генә көн күреү мөмкин түгел. Милли тип айырып әйтәм, сөнки Европа илдәрендә йә Рәсәйҙә лә китаптарын һатыу иҫәбенә йәшәүсе яҙыусылар бар. Ә милли әҙәбиәт, шул иҫәптән башҡорт әҙәбиәте лә дәүләт ярҙамынан башҡа йәшәүгә һәләтһеҙ. Һәр хәлдә ижтимағи күренеш булараҡ, йәмғиәттә мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаусы, пропагандалаусы булараҡ йәшәй алмай. Ә шәхси шөғөл булараҡ, рәхим итһен. Бөгөн цензура юҡ, әйҙә, теләһәң — үҙнәшер, теләһәң — Интернет. Әле һуңғы айҙарҙа ғына ана шул виртуаль донъяла үҙем өсөн ҡыҙыҡлы ике шағирә таптым. Улар китап нәшриәттәре буйлап, редакциялар тупһаһын тапап йөрөмәй. Шиғырҙарын яҙа баралар, шунда уҡ Интернетҡа “элә” баралар. Һәйбәтме? Насар түгел. Тик был — шәхси эш. Ә әҙәбиәт, ысын әҙәбиәт оло мәҙәниәттең бер өлөшө, хатта нигеҙе булараҡ, дәүләт ярҙамынан башҡа йәшәй алмай. Был — аксиома. Бер яҡтан, бөгөн Башҡортостанда яҙыусыларға ярҙам бар, ул һаҡланып ҡалды. Әлхәмдулиллаһи, тип әйтә алабыҙ. Шөкөр, күп төбәктәрҙә әҙиптәр бөтөнләй яҡлауһыҙ һәм ярҙамһыҙ. Тик ни өсөн беҙ иң хөрттәренә ҡарап фекер йөрөтөргә тейешбеҙ әле? Ыңғай миҫалдар кәрәкһә, ана — Чечен Республикаһы. Әгәр ҙә артабан да ваҡиғалар ошо ағым менән барһа, матди дәртләндереү сараһы иғтибарҙан ситтә ҡала килһә, гонорар инфляция артынан ҡыуып етә алмаһа, яҙыусы тигән олуғ заттар биологик төр һәм социаль ҡатлам булараҡ, мамонттар һәм динозаврҙар кеүек тарих төпкөлөнә юлланасаҡ. Әлбиттә, китаптар ҙа сығыр, премиялар ҙа таратылыр... Тик былары кемдәргә эләгер икән? Нимә тигән әле Ғилман Ишкинин? “Улар өлөшөнә тейеш данды шайтан өләшеп бирә әрһеҙҙәргә...”

Тамара Ғәниева: Китап яҙыу ҙа бик ауыр эш түгел. Һәләтле кеше өсөн ул ҡәҙимге, бүтәндәрҙеке кеүек үк эшмәкәрлек. Иң ҡыйыны — яҙғандарыңдың уҡыусыларға барып етмәүе. Донъя күргән китаптарҙың тиражы бәләкәй. “Уйсандар, һеҙгә өндәшәм” тигән китабым “Китап” нәшриәтендә 13 йыл сират көттө. Аптырай инем: етди китап, ни өсөн баҫылмай ята, кеше ҡулында түгел? Ниһайәт, нәшер ителде. Тиражы —1500 дана. Өс айҙа китап магазиндары кәштәһенән юҡ булды. Кемдәр ҡулында ул? Мин фекерҙәремде тәғәйенләгән уҡыусыларҙың күбеһе: “Китабыңды күрмәнексе!” — ти... Был — бер.
Икенсенән, шул уҡ китап магазиндарында ҡайһы авторҙарҙың бер нисә китабы тора. Исемдәрен атаһаң инде... Ҡуй, ҡан дошман булаһың улайтһаң. Китабы ихтыяж менән файҙаланмаған кешенең китаптарын, юбилейы бит әле, тип нишләп йәнә лә ишәйтергә? Ә томдар? Октябрь проспектындағы китап магазинына ғына инеп ҡарағыҙ. Быларҙы ла яйларлыҡ юлдар эҙләргә кәрәктер.
Бөгөнгө Рәсәй тигән ҙур илдең һөнәрҙәр реестрында “яҙыусы” тигән һөнәр юҡ. Тимәк, йә беҙгә “беҙ бар!” тип һөрәнләргә, йә был хеҙмәткә хобби тип ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Ысынбарлыҡ, үкенескә ҡаршы, шундай.

Рухиәт – тормош имәненең тамырыРәсүл Сәғитов: Әҙиптең бөгөнгө хәле тураһындағы һорауҙы дөрөҫ аңлаһам, тәү нәүбәттә нисектер матди яҡҡа һуҡтырылған кеүек. Әгәр шулай икән, уныһы билдәле инде: хәл — Рәсәйҙәге күпселек халыҡтыҡы һымаҡ уҡ. Йәғни — шәптән түгел. Шәптән түгел, сөнки бөгөн беҙҙең илебеҙҙә, беләбеҙ, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеп кенә етеш донъя көтөп булмай. Ә был тормошто бөтөн алып барыу, бигерәк тә ир кешегә, барыбер ҙә хәжәт шул — шағир, яҙыусы ғына түгел, ғаиләһен бағыусы ла бит ул. Был, маҡтаһаҡ та, бәлки, алдынғы сит илдәрҙә лә шулайҙыр, әммә ижадсыны уларҙа дөйөм йәшәү кимәленең беҙҙәгенән күпкә юғарыраҡ булыуы ҡотҡаралыр.
Эсмәгән-тартмаған, көн дә эшкә йөрөгән, хеҙмәти бурыстарын намыҫлы башҡарған кеше фатирһыҙ йонсомайҙыр бит инде... Әйткәндәй, ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда, әҙәби мөхиткә яҡын ағай-апайҙар совет осорон иҫкә төшөрөүсән, ул ваҡытта ҡайһы бер әҙиптәрҙең, бер ҡайҙа ла эшләмәйенсә, тик ижад итеп кенә ултырғанын, шуға ҡарамаҫтан көнкүреш йәһәтенән ғәләмәт арыу йәшәгәндәрен иҫкә төшөрөп ҡуйыусан. Арыу ғына йәшәгәндәр ҙә шул: дөрөҫ булһа, бер китаптың гонорарына кооператив фатирмы йәки автомобилме һатып алғандар. Ундайҙар күп түгел, әлбиттә, был аңлашыла, шулай ҙа — булғандар бит. Йәғни дәүләт ул дәүерҙә быны бойомға ашыра алған да, теләгән дә. Теләк тигәндә икенсе нәмәгә барып та тоташылған, әлбиттә, — һин дәүләткә кәрәкле әйберҙәрҙе генә яҙырға тейешһең. Һәм бында, минеңсә, һис ниндәй хилафлыҡ та юҡ һымаҡ. Юҡ, сөнки дәүләт тә бит насар нәмәләр яҙырға ҡушмаған, хатта коммунизм төҙөү тураһында бәйән ителгәндә лә әхлаҡ, кешелеклелек, эскерһеҙлек, саф мөхәббәт һәм башҡа мәңге иҫкермәй торған, мәңге көнүҙәк булып ҡаласаҡ хазиналар алға сығарылған да баһа. Ул нәмәләр дәүләткә, йәмғиәткә бөгөн дә кәрәк, бөгөн айырыуса кәрәк, әҙиптәребеҙ уларҙы өҫкә ҡалҡыта ла, әммә — үҙ белдеге менән. Йәғни уға бер кем дә, бер нәмәне лә ҡушмай, үтенмәй. Ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш, әлбиттә. Бәғзе матбуғат баҫмалары нимәләрҙелер махсус заказ менән яҙҙыртып алғылай шикелле. Әгәр ҙә редакцияның теләге һинең ниәтеңә: әхлаҡи, фәлсәфәүи, башҡа яҡлап позицияңа тулыһынса тура килә икән, был — хайран яҡшылыр. Яҡшы булмай, нисек булһын: редакция менән ниндәйҙер килешеү төҙөлә, уның хеҙмәткәре эштең барышы менән даими ҡыҙыҡһынып бара, ә был һине алға этәргеләп тә тора. Йәнә лә бит әҫәреңдең мотлаҡ баҫылып сығасағына гарантия бирелә. Тик был, ҡабатлап әйтәм, үҙеңдең инаныуҙарыңа һис нисек тә зыян килтермәһә генә. Килтерһә инде, минеңсә, камил әҙәби әҫәр сыҡмай, был аҡса эшләү сараһы йәки үҙеңде күрһәтеү ысулы ғына була.
Театрҙарҙың пьеса һорауҙарын, аҡса түләп яҙҙыртҡандарын да бик ыңғай ҡабул итергә кәрәктер, сөнки режиссерҙар репертуарҙы байыта алмағандары тураһында йыш әйтә һәм тамашасының да ҡайҙандыр ситтән алынған тәржемәнән бигерәк үҙебеҙҙекен ҡарағыһы килә бит. Пьеса яҙыусылар күп түгел, жанрҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре лә кәртә булып торалыр инде бында. Журнал-гәзиттәргә уларҙың заказы буйынса әҫәр яҙып тапшырыуҙы ла киң таралған күренеш тип булмай. Әҙиптең үҙ яйына ҡуйылыуы һәйбәт, күңелеңдәге бөтә нәмәне тиерлек яҙа алаһың, әммә баҫтырыу мәсьәләһе заказ менән яҙылғанға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Иғтибар ителһен: ҡатмарлыраҡ тинем, ҡатмарлы тимәнем, сөнки бөгөн матбуғат баҫмалары сағыштырмаса күп, һәм уларҙа ижади әйберҙәреңде, үҙең теләгәнсә йыш булмаһа ла, донъяға сығара алаһың. Шулай, яҙыусының матди хәленән башлап китеп, уның рухи хәленә лә күстек. Йәғни — башыңда фекерҙәрең, йөрәгеңдә уйҙарың, күңелеңдә теләгең бар икән, көнкүреш ығы-зығыһына, уңайһыҙлыҡтарына зарланмайса, ижад менән шөғөллән, сөнки һинең һүҙең халҡыңа кәрәк. Фекер, уй, теләгең матди мөмкинлектәреңә лә тура килһә — айырыуса арыуҙыр, сөнки бүлмә тарлығы, минеңсә, ижади офоҡтоң тарлығына ла килтерә. Һәм киреһенсә.

Дамир Шәрәфи: Яҙыусылар бик күп булып китте хәҙер. Ә артыҡ күплек, белеүебеҙсә, хаҡты төшөрә. Был, беренсенән, беҙҙең илдә уҡымышлы халыҡтың күбәйеүенә лә бәйлелер. Тел белгестәрен заманында күпләп уҡытып сығарып ташлағанбыҙ ҙа, хәҙер хатта полицияла ла, һатыусы булып та филологтар эшләй. Ә юғары белем дипломы булмаған 25 йәшлек кеше юҡ та шикелле хәҙер. Вузда уҡыған һәр кем ниҙер булһа ла яҙып ҡараған икәнен беләбеҙ, шуға ла улар дөйөм яҙыу кимәлен билдәләргә һәләтле.
Икенсенән, заманында әҙәби тәнҡиттең бөтөнләй юҡҡа сығыуы ла яҙыу кимәленең төшөүенә булышлыҡ итте. Тураһын әйткән туғанына ярамағынын беләбеҙ. Әгәр ҙә заманында берәй абруйлы ғына яҙыусы, әйтәйек, үҙнәшер менән сыҡҡан берәй китапты һыу эскеһеҙ итеп туҙҙырып ташлаһа, ул автор артынса күптәр еңел-елпе яҙмаларын китап тип атап сығарыр алдынан бик оҙаҡ уйланыр ине. Йәғни әйтер һүҙең көмөш булһа, өндәшмәүең — алтын, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөр ине...
Ана шул сәбәптәр арҡаһында әҙәбиәтебеҙҙең кимәле төштө, шуға ла “Китап” нәшриәте мең дана ғына тираж менән сығарған китаптар ҙа һатылмай ята.

Салауат Әбүзәров: Яҙыусыларҙың хәле тураһында һүҙ йөрөткәс, үҙенән-үҙе Яҙыусылар союзы күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, миңә ҡалһа, яҙыусылар хаҡында ошо ойошма хәстәрлек күрергә тейеш һымаҡ. Союздың эшмәкәрлеге һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме?

Рухиәт – тормош имәненең тамырыТамара Ғәниева: Мин заманында СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы инем. Ул хаҡтағы яҙыусылыҡ танытмамды һаҡлайым. Ҡайһы бер коммунистар кеүек, ул ҡыҙыл тышлы, үҙем өсөн ныҡ мәртәбәле танытманан, майҙанға сығарып атабыҙ, тиһәләр ҙә, баш тартмаҫ инем.
“Элек ҡыйын ине, ә хәҙер рәхәт ул” — мин белгәндә мәртәбәле дәрәжәләргә, танылыуға өлгәшкән өлкән йәштәге яҙыусы ағайҙар ана шулай тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйыр ине. Нәҡ ана шул лозунг тип әйтәйемме, баһалама тиемме, компартияның төп идеология нигеҙен тәшкил итте һәм СССР киңлектәрендәге һәр төр ижадтың һәм ижадсының, театр сәнғәте, һынлы сәнғәт, әҙәбиәт булһынмы — ҡыҫҡаһы, тотош мәҙәниәттең йүнәлешле программаһы кеүек ине.
Мәҙәниәт нәҡ ана шундай талаптарға нигеҙләнеп, илебеҙ һәм халҡыбыҙға хеҙмәт итте лә инде. Әйтергә кәрәк, был йүнәлеш сикләнгәнлек кеүек күренһә лә, СССР мәҙәниәте һәм шул иҫәптән әҙәбиәтенең кешелектең рухи ҡиблаһын яҡтыртыуҙағы, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәшен сағылдырыуҙағы ҡаҙаныштарын тотош инҡар итмәҫ инем. Ниндәйерәк шиғриәт, проза, театр, вокал, һынлы сәнғәт өлгөләрен күрергә насип итте миңә.
Ул осор Яҙыусылар союзы ла гөрләп торҙо. Шарттар ярайһы ҡыҫынҡы булһа ла, унда барғы, йыйылыштарҙа алып барылған етди һөйләшеүҙәрҙе тыңлағы, яҙыусы ағай-апайҙар, тиҫтерҙәр менән аралашҡы килеп тора ине. Йәштәргә ҡарата мөнәсәбәт аяулы, хәстәрлекле булды. Йәш кешенең ваҡытлы матбуғаттағы баҫмаһы иғтибарҙан ситтә ҡалмай, өлкәндәр, уларҙың күбеһе фронтты үткән ветерандар, мотлаҡ арҡанан ҡағып, баштан һыйпап китер булды.
Яҙыусы ағайҙар үҙҙәре... коммунизмда йәшәй ине. Уйлап ҡарағыҙ: китапты яҙыу ғына бурыс, уны баҫтырып сығара алмай йөрөү — булмай торған хәл. Исемдәре билдәле донъянан киткән яҙыусылар хаҡындағы биографик белешмәләргә күҙ һалығыҙ әле: ике-өс йыл һайын китап баҫтырып сығарып торғандар.
Ә яҙыусыларҙың социаль хәле һуң?
СССР киңлектәренең иң матур ерҙәрендә урынлашҡан ижад йорттары “Рәхим итегеҙ!” тип ишектәрен шар асып көтөп тора. 24 көнлөк ял һәм эш өсөн бөтә шарттар булдырылған. Айырым бүлмә, ашхана, ял өсөн саңғы, диңгеҙ. Хаҡтар иң ябай яҙыусының да кеҫәһен ҡаҡшатмаҫлыҡ — осһоҙ. Теләһәң, самолет менән бар, теләһәң — поезд. Ҡайтырға юлға билетты Ижад йорттарының үҙенә килеп һаталар. Мәшәҡәтһеҙ. Хөрриәт! Икешәр миҙгел ял итеп, эшләп ятыусылар ҙа бар ине.
Артабан. СССР Әҙәби фонды төбәк, республикабыҙҙың Әҙәби фондтары өсөн өлөшләтә иҫәп менән фатирҙар төҙөү өсөн йыл да аҡса бүлә. Өс-дүрт фатир төҙөлөп кенә тора. Яҙыусылар союзы ағзаһы булыуың ғына шарт — урамда йөрөмәйәсәкһең. Дөрөҫ, Союзға ҡабул ителеү еңел түгел. Иләктән иләп, йылына ике-өс кешене генә ҡабул итәләр. Ә хәҙер? Төркөмләп. Ә социаль тәьминәт, китап сығарыу? Уф-ф-ф!.. Эйе, уның ҡарауы, бөтәбеҙ ҙә бер ҡалыптан, демократик тиңлек. Башҡорт халҡының иң юғары институты булған әҙәбиәткә “тос өлөш индерерлек” борсағың бармы-юҡмы — был мөһим түгел.
Яҙыусылар союзының Әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы бар ине. Был бюро хужалыҡтар, предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөү нигеҙендә яҙыусыларҙы түләүле командировкаларға сығарып ебәрә. Өс-дүрт кешенән торған “бригада” завод цехтарында, колхоз фермаларында, МТС-тарҙа, мәктәптәрҙә сығыш яһап йөрөй. Һәр сығыштың хаҡы — 15 һум. Ун ерҙә осрашыуҙа булып ҡайтҡан кешегә 150 һум аҡса түләнә. (Уртаса эш хаҡы — 120 һум). Арыумы? Арыу булмай ни! Артабан — һин азат. Ултыр әйҙә өйөңдә хәләл икмәгеңде ашап — яҙышып.
Быларҙан тыш фронтовик-яҙыусыларға санаторийға льготалы путевкалар, хәстәханала дауаланыу ваҡыты өсөн “больничный”ҙарға түләү ҡаралғайны. “Ижад осоро” өсөн йылына бер булһа ла мул ғына командировка аҡсаһы таратыу — эйе, “элек рәхәт булған ул, хәҙер ҡыйын” шулай ҙа.
Ә ижад, юбилей кисәләре? Гөрләп торҙо бит улар. Беҙ, Стәрлетамаҡ педагогия институты студенттары, Зәйнәб Биишеваның Башҡорт академия театрында уҙғарылған 50 йәшлек юбилей кисәһенә килдек. Кисләтеп килдек, төнгө поезд менән ҡайтып киттек. Шундай ҙур ләззәт кисереп, илһамланып ҡайтып барыуыбыҙ хәтеремдә.
Үкенесле, бөтә был рәхәтлектәр минең тиҫтерҙәремә тәтемәне. Йәш булып ҡалдыҡ. Шунан ҡәҙерһеҙлектә ҡартайыштыҡ.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының бөгөнгө хәленә килгәндә... Ошондай мөмкинлектәре булмаған ойошманың әллә ни абруйы ла юҡ инде. Халыҡ, әлбиттә, яҙыусыларға әле лә хөрмәт менән ҡарай. Ә ил... Илгә яҙыусы кәрәкмәй. Үҫешергә тырышҡан капитализмдың төп идеологияһы аҡыл һәм рухиәт түгел, уның төп идеалы — тауар — аҡса — тауар.
Рәсәй Дәүләт Думаһы бына ике тиҫтә йыл инде Рәсәй иленең ижади союздары хаҡында закон сығарыуҙан баш тарта. Яҙыусылар ойошмалары хәҙер “Йәмәғәт ойошмалары” статусында. “Балыҡсыларҙың йәмәғәт ойошмаһы”, “Һыра яратыусыларҙың йәмәғәт ойошмаһы”, “Һунарсыларҙың йәмәғәт ойошмаһы” кеүек. Шуға күрә беҙҙең ойошмала ла ижади процесс элекке талаптарҙан алыҫ. Мин, мәҫәлән, 10 йыл тирәһе бер ниндәй ҙә ойошмала торған кеүек түгелмен. Әҙәби осрашыуҙарға, райондарҙа һирәкләп үткәрелгән Әҙәбиәт көндәрендә ҡатнашҡаным юҡ. Иғәнә түләйем һәм — вәссәләм. Кәрәгем юҡмы икән? Үҙем иһә бындай мөнәсәбәтте ғәҙелһеҙлек тип һанайым. Йыш ҡына һағышҡа биреләм. Ижад итеүҙең мәғәнәһен күрмәй башлайым. Ә бит ижадсының күңелен ҡайтарыу, күрмәмеш булыу уны төшөнкөлөккә бирелдерә. Ләкин халҡыбыҙ, милләтебеҙ алдындағы бурыс хаҡында ла оноторға ярамай бит. Рәсми танылыу ала алмаған өсөн генә “тунды утҡа яғырға” ярамағанлығын яҡшы аңлайым.
Милләттәштәребеҙҙең рухын, мәртәбәһен, кәйефен һәм киләсәккә өмөтөн нығытҡан идеалдарға тоғро яҙыусылар бөгөн дә, шөкөр, бар. Капиталдың өҫтөнлөгөн алға һөргән дәүләт идеологияһы заманында ла халҡыбыҙҙың халыҡ булараҡ мәртәбәһен юғалтмауы, милләтебеҙҙең теле, рухиәте, йыһан дәүмәлдәре тиклем юғарылыҡтарҙы аңы аша үткәреүгә һәләте һәм шуларҙы үҙләштереп бөйөк һығымталарға килтерерлек уй уйларлыҡ сифаттары һағында тороу яҙыусының төп бурысы булған һәм әле лә шулай булып ҡала, әлбиттә. Әҙәбиәт, рухиәт менән халыҡтың 10 проценты ғына ҡыҙыҡһына. Дөрөҫөрәге, туранан-тура шөғөлләнә. Ә ҡалғандар донъя көтә, балалар үҫтерә, мәшәҡәт, шатлыҡтар кисереп ғүмер итә. Ә яҙыусының маҡсаты — хәҡиҡәткә тоғролары өсөн — кәм тигәндә 70 процент халыҡты милләтенең рухи ҡаҙаныштары менән ғорурланырға өйрәтеү. Шунан да кәмерәк булһа, беҙ — милли аңһыҙ ҡол. Халҡыбыҙҙың күңеле, рухи ҡаҙаныштары — алмас. Әммә ул йәнә лә ҡиммәтлерәк булһын өсөн уны йышып, игәп, шымартып, бриллиант хәленә килтерергә кәрәк. Быны тик сәнғәт, әҙәбиәт әһелдәре генә башҡара ала. Шуға ла улар халҡыбыҙҙың талант эйәләре тип атала ла инде.
Халҡыбыҙҙың күңелен һәм аңын сүп-сар рифмалы шиғриәт, “башҡорт, башҡорт” тип хәбәр һөйләүҙән уҙмаған, түрәләргә яраҡлашып мәҙәниәт һандығы әтмәләгән, халҡыбыҙ муйынына ауыр таш кеүек тағылған кәсепселәр ҙә етерлек шул. Әммә “башҡорт, башҡорт, башҡорт, иман, рух” тип шапырынмай ғына, халҡыбыҙҙың кемлеген, уй-хыял даирәһен тасуирларлыҡ көс һәм һәләтле таланттар ҙа юҡ түгел беҙҙә. Улары әҙәбиәтебеҙ арбаһына егелгән дә башын баҫып йөк тарта. Арзан дивидендтар йыйып, матди наградалар алып (халыҡ иҫәбенә), шул матдилыҡ рәхәтендә ятыусылар бөгөн “алғы сафта йөрөйөм” тип алданһа ла, замана — аяуһыҙ хөкөмдар, халыҡ ундайҙарҙы тиҙ онота...
Рәсәйҙә “яҙыусы” тигән һөнәр юҡ. Яҙыусыға эш стажы билдәләнмәй, дауахана, һөнәрең буйынса пенсия ҡаралмаған.
Властарҙың яҙыусыға ҡарата бындай һалҡын ҡарашын нисек үҙгәртеп була һуң? Мин белмәйем. Киләһе Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Башҡортостан Хөкүмәте алдында яҙыусыларҙың барлығын, уларҙың халыҡ аңын үҫтереүҙәге ролен аңлатып, ижадсының әхлаҡи һәм социаль хәле юҫығына иғтибар йүнәлттерә алырмы?

Салауат Әбүзәров: Бәлки, аныҡ тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, Тамара апай?

Тамара Ғәниева: Мин ғүмерем буйы “исполнитель”. Үҙемә тапшырылған эште намыҫ менән башҡарырға ғына өйрәнгәнмен. Идара итерлек, чиновниклыҡ һәләтем юҡ. Ә ундай һәләтле кешеләр ҙә бар. Үҙ мәнфәғәте өсөн генә йәнен-тәнен аямаған ҡатламдың ҡанундары хөкөм һөргән осорҙа, теге йәки был илгә лә, ойошмаға ла идара итеү еңел түгелдер. Бигерәк тә Яҙыусылар союзына. Беҙ һәммәбеҙ төрлө холоҡло. Әммә беҙҙең ойошмала намыҫ, оят, мөхәббәт, гонаһ кеүек төшөнсәләрҙең асылын, яҙыусының шул төшөнсәләр алдындағы яуаплылығын аңлаған шәхестәр бар бит әле. Ә уларҙың әҙәбиәтебеҙ алдындағы, халҡыбыҙ ҡаршындағы мәртәбәһен баһаларға кәрәклекте власть органдары алдында иҫбатлап тороу зарур. Яҙыусыларҙың күбеһе — үкһеҙ, ихлас халыҡ. Улар ваҡыт менән иҫәпләшә белмәй. Түңкәрелеп төшкәнсәгә тиклем хеҙмәт итә. Әрһеҙерәктәрҙе лә бер аҙ тыйыбыраҡ торорлоҡ көс табырға кәрәктер. Уларының кем икәнен халыҡ белеп бөтмәһә лә, ижади даирә үҙе яҡшы белә. Беҙҙең башҡортто алдандырыуы һәм алдаштырыуы бер ни тормай. Беҙ сабый холоҡло. Сабыйҙар бит үҙҙәрен “Айрат матур, Айрат аҡыллы” тип баһалай. Беҙ ҙә шундай, “Башҡорт һәйбәт, башҡорт батыр, башҡорт шәп!” тип шиғыр яҙһаң, һинән дә яҡшы яҙыусы, тимәк, юҡ. Ә халыҡтың уй-фекере, донъяға ҡарашы, Аллаһ, ер, кеше мөнәсәбәттәре, мөхәббәт тигән тойғо нескәлектәренең асылы, художестволы фекер кимәле, уй һәм хистәр динамикаһы һәм үҙенсәлеге кеүек бейек, тәрән, нескә даирәләре айҡауға йөрьәт итһәң? Былары — үтмәҫ тауар. Халыҡ һөйөүенән дә, хөкүмәт наградаларынан да азат булаһың. Яҙыусылар союзы әҙиптең үҙенең дә, халыҡтың да зауҡын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйһын ине. Ижади процестың юғарылығы өсөн талымһыҙ эшләһен, кемделер аҡҡа, кемделер ҡыҙылға бүлеп ҡарауҙан арынһын ине.

Әмир Әминев: Тап бөгөнгө осорҙа Союздың эше ҡәнәғәтләндермәй, сөнки, урыҫса әйткәндә, “переходной период”та йәшәйбеҙ, үткән съезда һайланған рәйес китте, яңыһы һайланмаған. Яңыһы һайланғас, эштәр һөҙөмтәлерәк барыр һымаҡ, тип өмөтләнәм. Ғөмүмән, Союз ағзалары һаны буйынса Рәсәйҙә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандан ҡала дүртенсе урында торған ижади коллективтың әҙәби, ижтимағи, сәйәси эшмәкәрлеген кире йәки ыңғай тип ҡәтғи генә баһалап та булмайҙыр. Бер ҡараһаң, байтаҡ эш башҡарыла, икенсе ҡараһаң, кәрәкле генәләре эшләнмәй ҙә һымаҡ. Ижади ойошма бит Яҙыусылар союзы, шуға ла, иң беренсе нәүбәттә, ижад тураһында һөйләшеүҙәр, әҙәби осрашыуҙар, теге йәки был темаға “түңәрәк өҫтәл”дәр, жанр, тематика мәсьәләләре, секцияларҙың, айырым авторҙың ижади отчеттары торорға тейеш. Быға шулай уҡ элегерәк йыл һайын тигәндәй үткәрелеп килгән ижади йәштәр конференцияларын тергеҙеүҙе (әҙәби генә түгел, йәш рәссамдар, композиторҙар, театр артистары, йырсылар менән бергә), ижади командировкаларҙы ла өҫтәргә кәрәктер. Әлбиттә, был сараларҙы ойоштороуы, үткәреүе еңел түгел, улар байтаҡ сығым талап итә, әммә теләгәндә, конкрет план төҙөлгәндә республика етәкселеге һәм башҡа ижади союздар етәкселәре алдында быларҙың кәрәклеген иҫбатлағанда, мөмкиндер.
Яҙыусыны өйрәтеп яҙҙырып булмай, әммә Союз бар икән, ул мин һанаған йәки һанамаған сараларҙы үткәрергә бурыслы, тип ҡарайым. Саралар үткәрелмәһә, беҙҙең ул Союзда ағза һаналыуыбыҙҙың да, уның үҙенең булмышынан да мәғәнә ҡалмай түгелме һуң? Һәр хәлдә съезда яңы рәйес, яңы идара һайланһа, ҡайһы бер комиссияларҙы яңынан төҙөгәндә, эштәр һөҙөмтәлерәк йүнәлеш алыр тигән өмөттәмен. Ә Союз йәшәргә тейеш. Заманға ауаздаш, заманға аҙымдаш булып.

Рухиәт – тормош имәненең тамырыДамир Шәрәфи: Яҙыусылар союзы әле бөтөнләй эшләмәй, тип әйтергә мөмкин. Бер-ике йыл элек булһа кәрәк, мин блогка шундай яҙма ҡуйғайным. “Әгәр эштәр былай барһа, Союз бинаһына ябай халыҡ ҡына түгел, яҙыусылар ҙа килеүҙән туҡтаясаҡ...” Саҡырылып барып, төш ваҡытына тура килгәнгә, вахтерҙың сәғәт икегә тиклем тышта көтөп торорға ҡушыуына ғәрләнеп әйткәйнем быны. Хәҙер, күрәһең, тап ана шул ваҡыт килеп етте. Һәр хәлдә, берәй райондан килгән яҙыусыға: “Әйҙә, ағай, Яҙыусылар союзы бинаһында осрашайыҡ, һөйләшәһе һүҙ бар”, — тип әйтеп ҡара. Ул һине аңламаясаҡ.
Әле яҙыусылар менән булған төрлө саралар, осрашыуҙар, күрәһең, күпселектә элекке тулҡын менән бара: урындарҙа сара билдәләйҙәр ҙә осрашыуға берәйһен саҡыралар. Юбилейҙар менән әҙиптәр үҙҙәре булыша — аҡса, ойоштороусыһын таба, ҡунаҡтар йыя... Шуларҙы йыйһаң, ниндәйҙер әҙәби мөхит бар, тормош бара, тип тә уйларға мөмкин. Ләкин ул тормош үҙ ағышына ҡуйылған, физика законы менән әйткәндә — масса инерцияһы тәьҫирендә.

Азамат Юлдашбаев:
“Гәрсә унда тыумаһам да,
Мин бер аҙ торған инем,
Ерҙе аҙ-маҙ тырмалап,
Сәскән инем, урған инем”, —
тигән кеүек, Яҙыусылар союзы аппаратында “сәсмәһәм дә, урмаһам да, бер аҙ тороп, бер аҙ тырмалап” алыуымды күҙ уңында тотоп, бөгөн был ижади ойошманың эшенә баһа биреп маташыуым бик үк әхлаҡлы булмаҫтыр ул. Шуға ла, итәғәтле генә итеп, һорауға яуап биреүҙән баш тартам.
Рәсүл Сәғитов: Бер нисә йыл элек миңә лә, шөкөр, ошо ойошманың ағзаһы булырға яҙҙы. Был әллә ни иртә лә тормошҡа ашманы, бигүк һуңға ла ҡалынманы — минеңсә, таман ғына йәшемдә барып индем. Унда саҡырған, рекомендация, тауыш биргән өлкән ҡәләмдәштәремә рәхмәт. Былтырғы съезда, башҡалар менән бер ҡатарҙа, Союздың идараһы ағзаһы итеп тә һайландым. Минеңсә, Союздың, үҙе йәмәғәт ойошмаһы булһа ла, нисектер дәүләти һымаҡ та булған бөгөнгө статусын һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Был әҙиптәрҙең генә түгел, әҙәбиәттең үҙенең дә бәҫен юғары кимәлдә тоторға киләсәктә лә ярҙам итер һымаҡ. Ә әҙәби даирәлә ойошмабыҙҙың әһәмиәте, шөкөр, бар әле, ағза булырға теләгән әллә күпме ижадсыны беләм.

Салауат Әбүзәров: Китапһыҙ яҙыусы юҡ. Яҙыусы өсөн китап сығарыу ҙур бәхеттер, моғайын. “Китап” нәшриәтенең эшмәкәрлеге тураһында ла республикабыҙ халҡына киң билдәле әҙиптәребеҙҙең фекерен ишетке килә.

Әмир Әминев: “Китап” нәшриәте, ҙурҙан ҡупҡанда, әүәл-әүәлдән бер нисә быуын әҙиптәренең ижадын уҡыусыға еткерә килә. Ҙур эш был. Республикала ул берәү булды һәм бөгөн дә дәүләт ҡарамағындағы берҙән-бер нәшриәт булып ҡала. Беҙҙең, әҙиптәрҙең, инәлесле ҡараштары уға төбәлгән. Союз ағзаларының һаны артҡан һайын нәшриәткә эш өҫтәлә. Был — бер. Икенсенән, беҙҙә Мәғариф министрлығына ҡараған уҡыу әсбаптары, дәреслектәре, программалар һ.б. сығарыу буйынса айырым нәшриәт булмағас, ул продукция шулай уҡ “Китап” “елкәһенә” һалына. Әлбиттә, барыһын да нәшриәт башҡара-өлгөртә ала, әгәр Хөкүмәт тарафынан кәрәкле миҡдарҙа финансланһа. Бында йәнә лә айырым баҫмалар, әйтәйек, классиктарҙың тормош юлына һәм ижади эшмәкәрлегенә бағышланған фотоальбомдар, томлыҡтар сығарыу ҙа өҫтәлә. Шуға күрә лә дәреслектәр, уҡыу әсбаптары баҫыу буйынса яңы нәшриәт (әйтәйек, “Просвещение”, “Мәғариф” кеүек) асыу ҙа күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, миңә ҡалһа. Ул сағында әҙәби-нәфис әҙәбиәткә “иркенерәк” булыр ине. Республика етәкселеге быны аңлап-күреп, мәсьәләне ыңғай хәл итһә, барыбыҙ ҙа отор инек.

Азамат Юлдашбаев: Беренсенән, иң башта уҡ ап-асыҡ итеп әйтеп үтәйек: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте — башҡорт телендә китаптар баҫҡан берҙән-бер нәшриәт. Был, бер яҡтан, башҡорт телендә яҙыусыларҙың ижади һәләттәрен тормошҡа ашырыу юлы, шул иҫәптән аҙмы-күпме ана шул ташҡа баҫылған әҫәрҙәре өсөн тейешле мәһәрен килеп алыу урыны. Икенсе яҡтан, был нәшриәт ике миллионға яҡын башҡорттоң рухи, художестволы, эстетик, тәрбиәүи, тарихи ихтыяжын үҙ туған телендә ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеге. Быныһы инде, тәүгеһенән айырмалы рәүештә — конституцион хоҡуҡ. Был хоҡуҡ Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының сығышында әйтелгән милли мәсьәләләр фонында бигерәк тә асығыраҡ төҫмөрләнә төштө. Шуға күрә, һыҙыҡ өҫтөнә алам, “Китап” нәшриәте — рухиәтебеҙ көмбәҙен тотоп торған алтын бағаналарҙың береһе.
Ә инде бөгөн беҙҙең китап кәштәләрендә оло ваҡиғалар юҡ икән, был бит нәшриәттең ғәйебе түгел, ә уның бәләһелер. Ул яҙыусы менән уҡыусы араһында аралашсы ғына. Ҡалын-ҡалын томдар менән юбилейҙар айҡанлы сыҡҡан китаптар бар, тик ижтимағи, социаль күренештәр әҙерәк. Полиграфия сифаты шәп, йөкмәтке һайыраҡ. Һайланма әҫәрҙәр күберәк сыҡмаймы икән тип шик белдерер инем, ә ҡайҙа һуң йәштәр ижады, инде урта йәште лә үтеп барған беҙҙең быуын әҙәбиәте? Әгәр ҙә үҙгәреш кәрәк икән, моғайын, комплекслы үҫеш кәрәктер. Әҙәбиәт тормош менән йәнәш кенә лә түгел, саҡ ҡына алдараҡ барырға тейештер. Шуға ла, Интернетта бөгөнгө замандың әҙәби геройын асыҡлау буйынса һорау алыу үткәргәйнек, асыҡ ҡына яуап булмай сыҡты.

Дамир Шәрәфи: Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең нәшриәт һаман да совет осоронан ҡалған үтә ҙур һәм шул сәбәпле ыҙғыш ойошма булып ҡала килә. Уйлап ҡарағыҙ: “Ағиҙел” йә “Бельские просторы” журналына (улар ҙа ҡалын китап һымаҡ) берәй шәп әҫәр килеп эләкһә, ул бер айҙан баҫылып та сыға, таралып та бөтә. Әгәр ҙә шул әҫәреңде “Китап”ҡа алып барһаң? Ул кәм тигәндә биш йыл ятасаҡ. Мин үҙем былтырғы планға ингән китабымды сығарғанда шундай тәҡдим менән барғайным: әйҙәгеҙ, мин, ай һайын бер төҫлө журнал эшләп ултырған кеше, һеҙгә китаптың РDF форматын эшләп килтерәм. Станокка ҡуй ҙа баҫ та сығар. Ләкин нәшриәт был тәҡдимдән баш тартты һәм тағы ла үткән быуаттың 80-се йылдарындағы технологияға тотондо. Ул технология ла насар булмағандыр, ләкин хәҙер уны атҡарып сығырлыҡ кешеләр юҡ.
Нәшриәт ул — әҙер китаптарҙы баҫтырып сығарыусы ғына ойошма. Белеүебеҙсә, бөгөн күп кенә гәзит, журнал редакцияһы “дәүләт унитар предприятиеһы” тип үҙгәртелде һәм етәкселәренең дәрәжәһенә “баш мөхәррир” янына “директор” тигән ҡушымта өҫтәлде. Әгәр унда һәр авторҙан әҫәренең электрон версияһын да һорап ултыралар икән, ниңә уны ҡабаттан ҡағыҙға сығарып, корректура уҡып аҙапланырға? Китабын баҫтырырға алып барырҙан алда уҡ бит автор, уны әллә нисә кешегә күрһәтеп, рецензенттарҙан төҙәттереп, тейешле тәҡдимнамәләр йыйып ала түгелме? Нәфис әҙәбиәткә килгәндә иһә, китапҡа тиклем ул әҫәрҙәр әллә ҡасан уҡ гәзит-журналдарҙа баҫылып бөткән була. Журналдар үҙҙәре һорап ултырғанда, кем биш йыл буйы сыҡмаған китабын көтөп ятһын?!

Рәсүл Сәғитов: Әҙип әҫәрҙәрен китап итеп күргеһе килә, әлбиттә, был — тәбиғи. Беренсенән, колхоз башлығын — ашлығына, һине китаптарыңа ҡарап баһалайҙар: яҙыусы булып йөрөргә мөмкинһең, яҙғандарыңды яйлап гәзит-журналдарҙа баҫтыра ла бараһың, әммә кешеләрҙең теш араһынан: “Нисә китабың бар?..” тигән һорау ысҡынырға ғына тора. “Әлегә юҡ..” — тип башыңды эйәһең икән, берәүҙәр йәлләй башлай, икенселәр, был өлкәнән ситтәрәк тороусылар, төрлө яман һығымта ла яһауы ихтимал. Шуға күрә кәрәк инде ул, кәрәк. Быны “Китап” нәшриәте лә бик аңлай, әлбиттә, һәм үҙе йыш ҡына ике ут араһында тороп ҡала — бер яҡлап әҙиптәр килә, ҡулъяҙмаларын килтерә, икенсе яҡлап дәүләт ҡаҙнаһы ныҡ сикләнгән. Ижадсыларыбыҙ үпкәләп тә бөтә, белеүемсә, өҫтән ҡағыҙ яҙҙырып килтереүселәр ҙә осрай, әммә, минеңсә, нәшриәт сифат, ихтыяж, ғәҙеллек, баҙар мөнәсәбәттәре кеүек төшөнсәләрҙе бизмәнгә һалып, тигеҙлекте тәьмин итеп килә әле. Һәм был, ана шулай ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү: башта, бик ҡаты талаптар ҡуйып, һайлап алыу, аҙаҡ мөхәррирҙәрҙең, рәссамдарҙың тәфсилләп эшләүе, китап тигән оло хазинаның юғары кимәлен тоталыр ҙа. Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең дәүләт нәшриәте билдәһе менән сығарылған баҫмаларҙың баһаһы юғары бит әле: уларҙы ҡулға алыу менән тәүҙә ҡайҙа сыҡҡанына диҡҡәт ҡылабыҙ түгелме?..
Дәүләттең әҙәби проекттарға махсус заказы хаҡында һүҙ барғанда, шуны әйтәм: заказ әле лә бар, тематик план дәүләттең заказы булып тора ла бит инде, унда билдәле бер жанрҙағы, күләмдәге әйберҙәргә йыл һайын тәғәйен аҡса бүленә. Әммә баяғы мәсьәлә менән әлеге мәсьәлә араһында айырма бар, әлбиттә.
Нәшриәт директоры Зөфәр Тимербулатовтың, китаптарҙы күберәк сығарыу өсөн, мәҫәлән, электрон баҫмалар сығарыуҙы яйға һалыуын хупларға кәрәктер. Был ысулды беҙҙең хөрмәтле өлкән быуын, бәлки, оҡшатып етеңкерәмәйҙер, әммә, минең уйымса, киләсәктә ошо яҡҡа ауышыу ныҡ барыр, бер көн килеп был ғәҙәти күренешкә лә әүерелер. Күпме генә ваҡыт үтте, ә беребеҙ ҙә хәҙер баҫыу машинкаһында туҡылдап ултырмайбыҙ ҙаһа, ә компьютерҙа яҙабыҙ, инәй-олатайҙарға тиклем кеҫәһендә телефон йөрөтә һәм башҡалар. Ҡағыҙ китаптар сығарыу бөтөнләй үк туҡтамаҫ, әлбиттә, баҫмаларҙы йә компьютер, йәки телефон мониторында түгел, барыбер ҙә ҡулға тотоп асҡыбыҙ килә әле, шулай ҙа... Әйткәндәй, мин үҙем шул электрон версиялар менән ныҡ ҡына “ауырыйым”. Был айырыуса ситтә сыҡҡан проекттарға ҡағыла. Сөнки улар, ҡағыҙҙа сыҡҡандар, беренсенән, беҙҙең “Китап” нәшриәтенекенән айырмалы рәүештә, бик ҡиммәт тора. Икенсенән, электрон әйберҙе үҙең менән йөрөтөүе уңайлы. Өсөнсөнән, ул һаҡлау өсөн урынды күп талап итмәй. Юғиһә заманында, ҙур танышмаҡлыҡ аша тигәндәй, йыйған китаптарын бөгөн, фатирҙарында евройүнәтеү эшләгәндән һуң, ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырағандар күп тәһә. Улар — китап тәмен, йәмен, йәнен аңлап етеңкерәмәгән замандаштарыбыҙҙыр, бәлки, ул ваҡытта мода артынан ҡыуғандарҙыр ғына тип аңлағы килә, шулай булһа — күңелемә еңелерәк, артабан дауам итеп тормайым...
“Әҙәби ҡор”ҙо
Салауат ӘБҮЗӘРОВ
ойошторҙо.


Редакциянан. Элегерәк әҙиптәрҙе “рух инженерҙары” тип йөрөттөләр. Һуңғы йылдарҙа был һүҙ гәзит-журналдарҙа күренмәй, кемдеңдер ауыҙынан ишетелгәне лә юҡ. Нимәнән килә был? Әҙип халҡының бәҫе төштөмө, уларҙың һүҙенә мохтажлыҡ ҡалманымы, әллә кешелек мал-мөлкәт артынан ҡыуып, рухиәт артҡа тороп ҡалдымы? Ә бит “емерек” рух менән “төҙөк” иҡтисад ҡороп булмай. Рухһыҙ күңел енәйәт юлына баҫыусан. Китап уҡыған, театрҙарға йөрөгән кеше төрлө әшәкелектәрҙән өҫтөн була. Бына ошо ябай ғына “тәғлимәт”те күҙ уңынан ысҡындырмаһаҡ ине. Сөнки рухиәт — тормош тигән олпат имәндең тамыры ул.
Ҡәҙерле дуҫтар, киләсәктә лә “әҙәби ҡор”ҙа осрашырбыҙ, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшербеҙ тип өмөтләнәбеҙ. Күңелегеҙҙе өйкәгән мәсьәләләр хаҡында беҙгә яҙып ебәрһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. гульнур якупова
    гульнур якупова от 02.03.2012, 03:13
    Йөкмәткеле һөйләшеү,адреслыраҡ та булһын ине.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 669

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571