Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡайын һуты Бөгөн йәштәрҙе Интернетҡа текәлгән, тәмле ашап, яҡшынан кейенгән йә булмаһа ата-әсәһе менән араһын өҙгән, бары тик урам тәрбиәһендә ҡайҙа, нимә эшләргә белмәй йөрөгән кеүегерәк һүрәтләргә күнегеп баралар. Йәш быуынға һәр заманда ла зарланғандар һәм киләсәктә лә уларға ҡарата ризаһыҙлығын белдерергә теләүселәр табылыр. Нисектер был тәбиғи күренеш, һәм был хаҡта бәхәсләшеп тороуҙың ҡыҙығы ла юҡ кеүек. Әммә шул уҡ йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында талантлылар, киләсәккә өмөт менән баҡҡандар бик күп. Яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрендә лә тап ана шундай яҡты ниәтлеләргә ҙур урын бүленә. Уның яҙғандары тураһында элек тә һүҙ әйткәнем бар ине.
Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә нисек журналист булырға өйрәтеп, фәһемле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр бирә башланылар. Уларҙа беренсе гәзит ҡайҙа һәм ҡасан нәшер ителеүенән алып журналистика жанрҙары, был һөнәр оҫталары, ижад серҙәре хаҡында ла яҙылды. Кемгә нисек булғандыр, әммә үҙе ҡәләм тирбәтеүсе балаларҙы журналистика кеүек ҡатмарлы, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс институт менән ситтән тороп булһа ла таныштырыуҙың был алымы бик ҡыҙыҡлы тойолғайны. Ә инде БДУ-ның журналистика бүлегенә уҡырға ингәс, баяғы яҙмалар айырым китап булып сыҡты: “Йәш хәбәрсе” (1993 йыл). Журналист, яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың ижади эшмәкәрлеге менән тәүге танышыуым ана шул рәүешле булғайны. Аҙаҡ “Ҡамғаҡ” (1996 йыл), “Аҙашҡан болан балаһы” (2000 йыл), “Тынғыһыҙ малай” (2004 йыл), “Яҙмыш фалы — йәшлектә” (2007 йыл) әҙәби китаптары ла донъя күрҙе. Әйткәндәй, нәшриәттә айырым китап булып сыҡҡансы был әҫәрҙәрҙең күбеһе “Йәншишмә” гәзитендә, “Аманат” журналында баҫылғайны инде. Шуға күрә бик күп уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыусыларҙың был повесть-хикәйәләр менән таныш булыуында шигем юҡ. Был әҫәрҙәр тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә замана үҫмерҙәренең проблемаларын да сағылдыра.
Бер аҡыл эйәһе әйткән бит әле: һәр әҫәр талантлы яҙылырға тейеш, ә балалар өсөн — икеләтә. Тарих та, тормош үҙе лә был фекерҙең хәҡиҡәт икәнен иҫбат итеп тора, сөнки алтынға бәрәбәр әҫәрҙәр генә китап кәштәләрендә, күңел түрҙәрендә урын ала. Бигерәк тә бала саҡта үҙең хаҡында, тиҫтерҙәрең тураһында уҡығандар хәтергә һеңеп ҡалыусан. Мостай Кәримдең “Өс таған”, Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ”, Әнүәр Бикчәнтәевтең “Нисә йәш һиңә, комиссар?” әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыған мәлдәр әле булһа ла яҡты, йылы бер осрашыу кеүек иҫкә төшә. Өлкән әҙиптәрҙән һуң бер осор башҡорт әҙәбиәтендә балалар, үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәре яҙыусылар булманы тиерлек. Илдәге һынылыш осоронда, әйтерһең, йәш быуын әҙәби геройҙарһыҙ, бар булмышын сағылдырған көҙгөһөҙ ҡалды. Тап шул йылдарҙа Факил Мырҙаҡаевтың әҙәби ижадҡа тотоноп, балалар өсөн яҙыуҙың ни тиклем яуаплы, ҡатмарлы икәнен белә тороп, ҡыҙ һәм егеттәрҙең күңеленә юл эҙләүе үҙе бер ҡаһарманлыҡ кеүек тойола миңә. Беҙ, яҙыусылар, ҡалын-ҡалын романдар, күләмле поэмалар яҙабыҙ, әммә бәләкәстәр, үҫмерҙәр хаҡында, ысынлап та, онотоп ебәрәбеҙ. Ошо бушлыҡты Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәре тулыландыра. Ә бит бөгөн балаларға үҙҙәре тураһында һөйләү мөһим.
Яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә авторҙың “Ҡайын һуты” тип аталған китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа исем биргән әҫәргә туҡталып киткем килә. Унда һүҙ тап ана шул болғансыҡ һәм инаныстарын юғалтҡан йәмғиәттең ике яҡ ярында тороп ҡалған йәштәр хаҡында бара. Улар – әле генә мәктәпте тамамлап, үҙаллы тормошҡа берсә ҡыйыр-ҡыймаҫ, берсә тулыһынса үҙен донъя хужаһы итеп тойорға теләгән егеттәр. Мәктәп тамамлаған Зөфәр исемле ауыл егете тәү ҡарашҡа үҙ һүҙле, хатта көтөлмәгән аҙым эшләргә әҙер кеүегерәк тойолһа ла, ғаиләлә алған тәрбиәһе, эске асылы уға алдына килеп тыуған һынауҙарҙы йырып сығырлыҡ тәүәккәллек биреүен күрәбеҙ. Был образ үҙенә күрә бик күп ауыл малайҙарына өмөт уята, ҡеүәт өҫтәй торғандарҙан. Ә аҙмы ни ҡалаға килеп юғалып ҡалғандар? Аҙым һайын ишетеп торабыҙ күңелһеҙ яңылыҡтарҙы. Зөфәр менән Илгизәнең мөхәббәт тарихын да яҡты төҫтәр менән һүрәтләй автор. Юғары уҡыу йортона инеү теләге менән ҡалаға килгән егет колледжда белем ала башлай. Хатта яңы ғишыҡ уты тоҡанырға торған төҫлө, әммә ете юл сатында ҡалған йәш кешене яҙмыш бер ҡайҙа ла ҡайырып алып китә алмай. Уға ҡапма-ҡаршы уҡ холоҡ-фиғелле булмаһа ла, һынауҙар асылына кире йоғонто яһаған Эдгар менән дә таныштыра автор. Ата-әсәһенең бергә йәшәй алмауы, оҡшатып йөрөгән ҡыҙының уға күҙ ҙә һалмауы был егеткә насар тәьҫир иткән тип әйтә алабыҙмы? Әллә яҙыусы уны махсус рәүештә ошондай хәлгә ҡуямы? Эйе, был әҙиптең ижад алымы, әммә ул һис кенә лә тормоштан ситләшмәгән. Беҙ – эскелек, наркомания менән шөғөллән­гәндәрҙе кәметеү өсөн “ҡоро закон”дар сығарған, эскеселәрҙе төрмәләргә ултыртып ҡуйған дәүләт вәкилдәре. Беҙ һәр ваҡыт организмдың температураһы күтәрелһә, уны төшөрөү юлдарын эҙләйбеҙ, ә ни сәбәпле ул хәлгә тарыныҡ икәнен аңларға тырышмайбыҙ. Бәлки, ангиналыр, әллә вируслы инфекциямы икән, ҡолаҡ шешеүенән дә булыуы ихтимал... Хәйер, сәбәптәре төрлөлөр. Йәғни һәр саҡ заман сирҙәренә диагноз ҡуйыр алдынан симптомдарға күҙ һалмайбыҙ. Ана шул төрлө ситуацияларҙы тәҡдим иткән яҙмышлы донъяны тасуирлай ҙа инде Факил Мырҙаҡаев. Тиҫтерҙәре менән алышҡа сыҡҡан, үс алырға ниәтләнгән Эдгарҙы нимә көтә һуң? Был тормош, бумеранг һымаҡ, башҡаларға ҡаҙыған соҡорға үҙеңде этеп төшөрәме, әллә, киреһенсә, ҡул көсө, яуызлыҡ менән алға барыусыларҙы күтәрәме? Ошолар хаҡында уйланырға саҡыра беҙҙе балалар яҙыусыһы.
Ф. Мырҙаҡаевтың ҡайһы әҫәрен генә алһаң да, шул күҙгә салына: унда үҫмерҙең күңел донъяһы нескә тасуирланған. Автор геройҙарын идеаллаштырып та ебәрмәй, әммә насар ҡылыҡлыһы – үҙ йөҙө менән, яҡшылыҡ юлына баҫҡаны ла эҙләнеүсе булып күҙ алдына баҫа. Шуныһы йәнә иғтибарға лайыҡ: автор яманлыҡ эшләгәндәргә лә ҡул һелтәп, “йәмғиәттең ташландығы” тигән диагноз ҡуймай. Сөнки ул тәү сиратта – бала, үҫмер. Китап та улар өсөн тәғәйенләнгән. Балалар өсөн яҙыусы иң тәүҙә педагог булырға тейеш. Ул баланың бер генә ыңғай сифатын күрһә лә, шуны үҫтерерлек яҡтылыҡ һибә – бер көн килеп яҡшылыҡ орлоғо ҙур ағас булып үҫеп сығасаҡ. Башҡа йыйын­тыҡ­тарын уҡығандағы кеүек үк, “Ҡайын һуты” китабын ҡулына алған бер генә малай ҙа, ҡыҙ ҙа фекерһеҙ, хисһеҙ булмаҫ, минеңсә.
Миҫал да килтерә алам. 2012 йылда “Йәншишмә” гәзитендә “Мыраубай” хикә­йәһе донъя күрҙе. Уның аҙағы баҫыл­ғансы, редакция әҫәрҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә тамамлап ҡуйырға тәҡдим итте. Республиканың төрлө райондарынан балаларҙан 20-нән ашыу хат килгән авторға. Һәр кемеһе үҙенсә хәл иткән әҫәрҙең яҙмышын. Ана шул хаттарҙы ла йыйынтыҡҡа индергән Факил Мырҙаҡаев. Был да – үҙенә күрә йәш ҡәләмдәшкә ихтирам билдәһе генә түгел, ә быуындар бәйләнешен урынлаштырып, әҙәбиәттең киләсәген хәстәрләү. Салауат Хәбибуллин (Ауырғазы), Нурзилә Ямалиева (Салауат районы), Лилиә Шафиҡова (Илеш), Наҙгөл Күсәрбаева (Баймаҡ), Таңсулпан Ибраһи­мова (Бөрйән), Филүс Ғәлиәкбәров (Белорет), Альбина Йомаҙилова (Белорет) һәм башҡа бик күп ҡыҙ һәм малайҙарҙың ижади ҡарашын, хикәйә жанрын нисек үҙләштереүен китапты ҡулға алған һәр кем тоҫмаллаясаҡ.
Эйе, Факил Мырҙаҡаевтың геройҙары ағас мылтыҡ тотоп уйнаған, ҡармаҡлап балыҡ тотҡан ғына малайҙар, көйәнтә аҫып һыуға барған ҡыҙҙар ғына түгел. Уларҙың араһында тәмәке төтөнөнә быуылып, һыранан иҫереп, наркотиктан иҫәрләнгәндәре лә, үлгәндәре лә бар. Балаларға был хаҡта һөйләмәү, яҙмау, аңлатмау мөмкин түгел. Сирҙе йәшер­гәндән ул дауаланмай. Әммә дауалауҙың да төрлө ысулдары бар. Әҙип замананың рухи сирҙәренә имде тәбиғәттән, тәрбиә­нән, балаларҙың үҙҙәренән, китаптарҙан, йылы һүҙҙән эҙләй. Йәш кеше ул, әйтерһең, йәш үҫенте. Ел-дауылдарға, бурандарға йәш ағас тиҙерәк бирешеүсән, сөнки быуыны нығынмаған, биле шыйыҡ. Йәш кеше лә ана шулай. Илдәге төрлө социаль, иҡтисади, сәйәси хәл-ваҡиғалар иң беренсе улар алдына ҙур һынау ҡуя, былай ҙа тотороҡло булмаған уйҙарҙы тарата, сиктән сиккә ташлай. Прозаик Ф. Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрендә шиктәрҙе таратырлыҡ, икеләнеүҙәрҙе юҡҡа сығарырлыҡ яҡтылыҡҡа, изгелеккә ышаныс бар. Әҙип бала күңелен аяп ҡына түгел, тойоп яҙа. Ул — тәрбиәсе.
Китаптың тағы ла бер үҙенсәлеге – унда башҡорт уҡыусыларына таныш “Тормош фалы – йәшлектә”, “Архитектор”, “Минең атайым – иң көслөһө” һәм башҡа әҫәрҙәр урыҫ теленә ауҙарып бирелгән. Был әҙәби баҫманың отошло яғы, сөнки ул урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларына ғына түгел, ғөмүмән, киң аудиторияға төбәлгән. Бер ҡыйыҡ аҫтында тигәндәй, бер төбәктә көн иткәс, беҙҙең шатлыҡтарыбыҙ ҙа, үкенескә ҡаршы, хәүефтәребеҙ ҙә уртаҡ.
Әҙип этикаһы тигән нәмә лә бар донъяла. Сер түгел, байтаҡ яҙыусы бер үк әҫәрҙәрен китаптан китапҡа күсереп йөрөй, уҡыусыға яңы һүҙ ҙә әйтә алмай ыҙалана. Был йыйынтыҡ шуныһы менән дә ҡыуаныслы – унда элеккеләренән бер генә хикәйә ингән: “Хушлашыу вальсы”. Ҡалғандары – тотошлайы менән яңылар. Был да үҙенә күрә әҙиптең уҡыусыға ихтирамын, иң тәүҙә үҙенә булған юғары талабын күрһәтә.
Автор китабын юҡҡа ғына “Ҡайын һуты” тип алмаған. Был һүҙбәйләнеште әйтеү менән яҙ, ташҡындар мәле, ағастарҙың һутҡа тулышҡан осоро иҫкә төшә. Бәндәләрҙең дә йәшлек миҙгелен яҙ менән сағыштыралар. Ана шул һутҡа тулышҡан, балҡып торған сағыбыҙ, Ш. Бабич әйтмешләй, ғәм өсөн көрәшеп үтерме, әллә юҡҡа сығырмы? Уныһы һәр кемдең үҙенән тора. Һәр хәлдә Ф. Мырҙаҡаев йыйынтығын ҡулына алған үҫмер күңел маяғы итеп китапты һайлар тигән өмөтөм ҙур минең.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. гульнур якупова
    гульнур якупова от 01.12.2015, 19:46
    Факил Мырҙаҡаевтың ижады яҡты, сөнки ул үҙе лә саф күңелле шәхес! Уның нигеҙҙә үҫмерҙәр өсөн яҙыуы йәш быуынға бүләк кенә түгел, бәхет тә ул. Уҡыһындар, күелдәренә яҡты, аҡылдарына фәфем алһындар.Лариса, рәхмәт, талантлы, баҫалҡы яҙыусыбыҙға иғтибарың өсөн!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566