Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош ни ҙә сәхнә ни...
Шекспирҙың “Тиҫкәрене ауыҙлыҡлау” комедияһы — билдәле әҫәр. Ул йөҙәрләгән телгә тәржемә ителгән, меңәрләгән театрҙа ҡуйылған. Пьеса буйынса тиҫтәгә яҡын фильм да төшөрөлгән. Шуға күрә “Туймазы театры ҡайһы яҡтан асырға булды икән был әҫәрҙе?” тигән уй спектаклде ҡарарға этәрҙе лә инде.

Һүҙ юҡ, пьеса бик фәһемле. Феминизация заманында, бөтә донъяға ҡатын-ҡыҙ хужа була барған осорҙа, бигерәк тә көндән-көн ир-ат менән гүзәл зат ара­һын­дағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша барған ваҡытта спектакль кәрәкле булып яңғы­рай.
Шекспирға оҙон монологтар хас. Әл­биттә, ул, оҫта драматург булараҡ, кү­ңел­дән сыҡҡан һүҙҙәрҙе әҙерләй белә, был киҫәктәр һис тә урынһыҙ тойолмай. Төп героиняның финалдағы монологы әҫәрҙең идеяһын аса, бик тә фәһемле ише­телә. Әммә бөгөнгө етеҙ заманға өй­рәнгән тамашасы өсөн ул бер аҙ оҙоно­раҡ тойолдо. Ә монологтың йөк­мәт­ке­һе­нә килгәндә, ул ир-ат тама­шасының йөрәгенә май булып ятты. Сөнки бында: “Ир-ат — донъяның тотҡа­һы. Улар көслө булһа, ғаилә тарҡалмай. Ир-ат ғаиләне аҫрай, шуға хужа булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә икенсе ролдә, улар ирҙәренә буйһонорға, ирҙәренең һүҙенән сыҡмаҫҡа, уларға рәхмәт әйтеп йәшәргә бурыслы”, – тигән кеүек һүҙҙәрҙе төп героиня ауыҙынан ишетеү ирҙәрҙең күңелен йылытып ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был монолог бөтөнләй көтөлмә­гәнсә яңғыраны буғай, һәр хәлдә ҡайһы бер тамашасылар ауы­ҙынан ишетелгән фекер шулайыраҡ ине. Ә­ммә, нисек кенә булһа ла, әҫәр ҡы­ҙыҡ­һынып ҡаралды, уйланырлыҡ урындар ҡалдыр­ҙы. Иң мөһиме ошо түгелме ни?
Был урында әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйған танылған режиссер Байрас Ибраһи­мовтың оҫталығы тураһында һүҙ алып барырға кәрәктер. Бер мәҡәләмдә яҙып киткәнемсә, Байрас Надым улы режис­сер­лыҡҡа актер­лыҡтан килде һәм тәүге спектаклдәрендә символизм менән мо­дер­низмға өҫтөнлөк бирҙе. Уларҙа актер­ҙың уйнау рәүешенә, сценография һәм атмосфераға тәрән мәғәнә, төплө идея һалынған була ине, шуға ла театр тән­ҡит­селәренә бик оҡшай торғайны. Бай­растың был спектаклдәре байтаҡ маҡ­тауҙарға лайыҡ булды, төрлө фес­тивалдәрҙә еңеү яуланы. Әммә... әммә... Минең фекеремсә, тамашасы битараф ҡалды был спектаклдәргә, сөнки уларҙы ни ҡыҙыҡһындырғанын режиссер онотоп ебәрә ине шикелле.
Бер мәл Байрас Ибраһимов үҙенең тәүге йүнәлешен ситкә типмәйенсә спек­таклдең иң тәүҙә тамашасы өсөн ҡуйы­лырға тейешлеген иҫенә төшөрҙө. Ошо йүнәлештә сәхнәгә сығарылған уның тәүге спектакле Сибай башҡорт театрында ҡуйылған “Хәйбүш түрә, бисәһе – Мәстүрә” (Н. Асанбаев, Ф. Әсәнов) әҫәре булды буғай. Ул спектаклдә лә символға ҙур урын бирелгән, әммә режиссер тарафынан тамашасы ихтыяжы алғы планға ҡуйылыу сәбәпле, әҫәр ҙур уңышҡа өл­гәште. Ошонан һуң Байрас Ибраһимов спектакл­дәрендә, нигеҙҙә, ике йүнә­леш­кә – символ менән тамашасы мәнфә­ғәтенә – һәр саҡ тигеҙ иғтибар бирергә тырыша. Һәм режиссер тарафынан ҡу­йылған һәр әҫәр тамашасы һөйөүен яулай башланы.
Б. Ибраһимов ҡуйған “Тиҫкәрегә – ауыҙ­лыҡ” спектаклендә лә уның ошо йүнә­леш­тәре күҙгә ташлана, мәҫәлән, спек­таклгә бик күп акробатик элемент керетелгән. Хатта уларҙы актерҙар тарафынан еренә еткереп эшләтеү өсөн махсус ҡуйыусы Ришат Ҡаһиров са­ҡы­рылған. Һүҙ юҡ – акробатика белгесе ҙур эш башҡарған, актерҙарҙан, цирк артистары кеүек, бик күп эле­мент­тарҙы оҫта итеп башҡартыуға өлгәшкән. Иң төп һорау – акробатиканың спектакль идеяһына, авторҙың әйтер һүҙенә йо­ғонтоһо, бәйләнеше ниндәй? Файҙағамы ул, әллә зыянғамы? Әлбиттә, был элементтар актерҙарҙы формаға килтереү, тонуста тотоу өсөн файҙалы. Әммә тамашасыны театрҙың эске проблемалары борсомай, уға ҡыҙыҡлы, файҙалы спектакль бир һәм вәссәләм.
Ошо йәһәттән акробатик элементтар әҫәрҙең мәғәнәһен, идеяһын асыуға ныҡ ярҙам итә, минеңсә. Спектакль нимә тураһында? Ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат мөнәсәбәте хаҡында. Беҙ беләбеҙ: шул мөнәсәбәтте дөрөҫ ҡороу өсөн ике яҡтан да күпме аҡыллылыҡ, һиҙгер­лек, хәйләкәрлек, оҫталыҡ, һығылмалыҡ та­лап ителә. Ә был үҙе акробатика түгелме ни? Миңә ҡалһа, актерҙарҙың акробатика элементтары ғаиләлә лә һәр саҡ һы­ғылмалы булыуға саҡыра кеүек. Йәғни ғаилә мөнәсәбәт­тәрендә акробат кеүек булығыҙ! Режиссер менән актерҙар эш барышында туранан-тура бындай мәғәнә лә һалмаған, әммә шундай һығым­та спектаклде ҡараған һәр кемдә тыуа, минеңсә. Әлбиттә, ҡайһы саҡта акробатика менән артыҡ мауығып китеү ос­раҡтары ла тойолоп ҡуя. Һүҙ юҡ – шәп һығылмалыҡ күрһәтә актерҙар эпизод­тар­ҙа, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре әҫәрҙең идеяһына бөтөнләй йоғонто яһамай, йәбештереп ҡуйылған кеүек тойғо ҡалдыра.
Ошо ерҙә төп ролде башҡарыу­сы­лар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлнара Ғәбиҙуллина менән Фәнзил Мөхәмәтшин тураһында йылы һүҙҙәр әйтке килә. Әлбиттә, спектаклдең уңышы – улар­ҙың ҡаҙанышы. Актриса менән артист әҫәр­ҙең башынан аҙағы­наса иғтибарҙы үҙҙә­­рен­дә тота, тамашасы уларҙың мөнә­сәбәте үҫешен, үҙгәреүен ҡыҙыҡһынып күҙәтә, сәхнәнән юғалһалар, киренән килеп сығырын түҙемһеҙләнеп көтә. Төп ауырлыҡ актри­са Гөлнара Ғәбиҙуллина иңенә төш­кән. Ул спектакль барышында уҫал, тиҫ­кәре, иҫәр ҡыҙҙан ирен ныҡ хөрмәт иткән, уның һәр һүҙен бойороҡ кеүек ҡабул итерҙәй баҫалҡы һәм аҡыллы ҡатынға әүереле­үен ышандырырлыҡ һәм фәһемле итеп күрһәтергә тейеш. Актриса алдына ҡуйылған был ауыр бурысты еренә еткереп үтәй алған. Уның героиня­һы үҙенә ҡарата тамашасыла тәүҙә ытыр­ғаныс, асыу уята, аҙаҡ ихтирам һәм һоҡланыу тыуҙыра, шулай үҙенә ғашиҡ итә.
Бында акробатик элементтарҙы оҫта итеп башҡарыуҙан башҡа Петруччио тарафынан бик күп тупаҫ ҡыланыуҙарға ла түҙергә кәрәк бит әле. Әммә Ғәбиҙуллина иң ауыр хәрәкәттәрҙе лә еңел һәм оҫта башҡара, һәм улар актрисаға ҡыйынлыҡ тыуҙыра тигән уй тамашасының башына ла инеп сыҡмай. Был, һис шикһеҙ, Гөл­нараның роль өҫтөндә тырышып эшлә­үенә һәм оҫталығына бәйле. Ғөмүмән, Гөлнара Ғәбиҙуллина һуңғы осорҙа бик күп күләмле ролдәрҙе эске кисереш менән, образдың бар булмышын асып талантлы башҡара. Ошо йәһәттән ул күптән халыҡ актрисаһы исеменә лайыҡ.
Фәндил Мөхәмәтдинов башҡарған Петруччио образы Катарина кеүек отош­ло түгел, сөнки ул әҫәрҙең башынан аҙағынаса тиерлек үҙгәрмәйенсә бер кимәлдә, бер темпераментта уйналырға бурыслы. Ролдең бер-ике урында ғына, бигерәк тә финалда, үҙ һыҙығынан сығы­уы образды бер аҙ байыта төштө, актер­ҙың мөмкинлектәрен асып ебәрҙе. Ни генә тиһәң дә, Фәндил үҙен киң диапазонлы актер итеп күрһәтте. Ғөмүмән, был спектакль театр актерҙарының мөмкин­лектәрен баҙыҡ итеп асып һалды. Күпме һәләтле артист эшләй икән театрҙа! Улар өсөн бер ниндәй ҙә көс етмәҫлек роль юҡ. Образдарҙың эске кисерештәрен асып, тамашасы күңеленә еткерерлек таланттар бар унда! Туймазы театрына Шекспирҙы ҡарарға йүнәлгәс, күңелдә шик тыуғайны: булдыра алғандармы икән? Хәҙер ҡыуанам – улар өсөн көс етмәҫлек әҫәр юҡ! Бынан 25 йыл элек һәүәҫкәр артистар кимәлендә тәүге спектаклдәрен тамашасыға күрһәткән театр бөгөн ысын профессиональ һәм көслө коллективҡа әүерелгән. Спектакл­де ҡарағандан һуң күңелдә тыуған иң оло ҡыуаныс – ошо. Шулай булырға тейеш тә, сөнки театрҙы ике көслө белгес етәк­ләй. Береһе Байрас Ибраһимов булһа, икенсе­һе – театрҙың директоры Фирҙәт Ғәбиҙул­лин. Ғәҙәттә, күп театрҙарҙа директор менән режиссер араһында конфликт тыуа, сөнки режиссер юғары идея­лы спектаклде ҡуйыу өсөн ҡиммәтле йыһаздар һәм костюмдар талап итә, ә бының өсөн күп аҡса сарыф итергә кәрәк. Директор режиссерға аҡса бирмәй йөҙәтә, юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға ҡуша — был спектаклдең бәҫен төшөрә.
Фирҙәт Фәрит улы үҙе лә ижади шәхес булараҡ (ул директор булырҙан алда оҙаҡ ваҡыт актер булып эшләне) бер ҡасан да режиссерҙың теләгенә аяҡ салманы, үҙе лә юғары зауыҡлы спектакль сығарырға аш­ҡынып тора. Юҡҡамы ни Туймазы театры­ның спектаклдәре Өфө­ләге гастрол­дәре­ндә ҙур уңыш менән үтә, республика матбуғатында юғары баһа ала. Бының өсөн иң алда Фирҙәт Ғәби­ҙуллинға рәх­мәт әйтергә кәрәк. Фәҡәт театрҙа актер­ҙың төп көс икәнлеген аң­лаған, уларҙың һәм режиссерҙың та­лантын асыуға, тамашасы яратырлыҡ спектаклдәр тыуҙырыуға бар көсөн бир­гән директор ғына уңышҡа өлгәшә ала. Фирҙәт Ғәбиҙуллин – ана шундайҙарҙан. Директор менән режиссер берҙәм булып ҡуйылған спектаклдәргә генә тамашасы йөрөй. Шундай театрҙы ғына халыҡ яра­та. Туймазы театрын урындағы халыҡ усында йөрөтә тиһәк, һис тә артыҡ булмаҫ. Быны беҙ, Туймазыға барған һәр кем, үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, үҙ ҡола­ғыбыҙ менән ишеттек. Шуға ла бит спектакль аҙағында Туймазы районы ха­ки­миәте башлығы, сәхнәгә сығып, коллективты уңышлы спектакль менән ҡот­ланы һәм реквизит цехында эшләүсе белгескә фатир бүләк итте.
Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе билдәле композитор Ришат Сәғитовтың был ижад емеше бик үҙенсәлекле. Ғә­ҙәттә, геройҙарҙың күңел кисерешен музыка ярҙамында көсәйтеүгә күнегеп бөткәнбеҙ. Ә был спектаклдә алғы планға барабан сыға. Иң көсөргәнешле осорҙа барабан тауышы тынлыҡты яра, һәм был образдарҙың күңел кисерешен, тойғоһон, эпизодтың хис кимә­лен бик урынлы һәм көслө итеп асып ебәрә.
Рәссам Булат Ибраһимовтың сцено­гра­фияһы актерҙарға ҡамасауламай, киреһен­сә, ҡолас йәйеп уйнарға, уларҙың тойғо­ла­рын һәм акробатик һәләттәрен асыуға ныҡ ярҙам итә. Сценографияның иң отошло яғы ошо. Әлбиттә, унда әҫәр­ҙең идеяһын байытыусы символ бар, кос­тюмдар ауыр һәм ҡатмарлы түгел, уйнау өсөн уңайлы, шул уҡ ваҡытта урта быуатҡа хас һыҙаттар менән һуғарылған.
Туймазы театры Шекспирҙың “Тиҫкә­регә – ауыҙлыҡ” тигән пьесаһы буйынса ҡуйған спектакле менән яңы уңышҡа ҡаҙанды тип әйтергә була. Үҙ тарихына тағы ла бер данлыҡлы бит яҙҙы улар. Киләсәктә лә был коллективтан, уның һәләтле актерҙарынан, режиссерынан һәм директорынан талантлы яңы спек­таклдәр көтәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 057

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572