Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр-көй бөркә төрки
Йыр-көй бөркә төрки “Евровидение” конкурсын белмәгән кеше юҡтыр. Ул хатта сәйерлеге менән дә аптыратып ҡуя. Мәҫәлән, былтыр еңеү яулаған Кончита Вурст кеүек һаҡаллы “ҡатын”ды данлауҙарына иҫең китерлек. Ә бына ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына тоғролоҡ һаҡлаған, әхлаҡ һәм әҙәп төшөнсәләрен өҫтөн ҡуйған төрки халыҡтарҙың йырсылары ундай конкурстарға бик эләгә һалып бармай. Шуныһы һөйөнөслө: хәҙер төрки халыҡтарҙың донъяны шаулатҡан үҙ бәйгеһе гөрләй. Ул “Төрквижн” тип атала.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға ошо конкурсты ойоштороусыларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Туған тел” телеканалының баш мөхәррире Айгөл ӘХМӘҘИЕВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Айгөл Уйылдан ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға аңла­йышлыраҡ булһын өсөн, башта “Төрквижн”дың нимә аңлатыуы һәм барлыҡҡа килеү тарихы тура­һында мәғлүмәт бирегеҙ әле.
– 2010 йылда Өфөлә үткән форумда Төркиәнән, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Ҡы­рым­дан килгән ҡунаҡтар менән “Евровидение” тура­һында һөйләшеп ултырҙыҡ та, беҙҙең төрки халыҡтар ни өсөн ул бәйгелә ҡатнаша алмай икән тигән һорауға килеп төртөлдөк. Һөйләшә торғас, шундай һығымта яһаныҡ: төрки халыҡтарҙың “Евровидение” кеүек конкурсын булдырырға кәрәк. Ниһайәт, 2013 йылда “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы үҙ ҡанаты аҫтына алып, “Төрк­вижн” конкурсын иғлан итте. Беренсе бәйге Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында үтте, унда 24 ил вәкилдәре ҡатнашты. Шулай барлыҡҡа килде был конкурс. Ябай ғына итеп әйткәндә, “Төрквижн” – төрки халыҡтарҙың “Евровидение”һы. Нимә генә тиһәк тә, төркиҙәрҙең “Евровидение”ға эләгеү мөмкинлеге сикләнгән. “Төрквижн” иһә донъя кимәленә сығыу өсөн уларға киң юл аса. Йәштәргә үҫергә кәрәк, ә үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышыу – үҙе ҙур мәктәп бит ул. Элек 24 илдән ҡатнашһалар, быйыл унан да күберәк була­саҡ. Былтыр, мәҫәлән, Ҡазанда гөрләп үтте был конкурс. Унда Башҡортостандан “Заман” төркөмө ҡат­наш­ты. Солисы Әлфиә Ниғмәтуллина ине, ул әле Мәскәүҙә консерваторияла уҡып йөрөй. Улар 26 ил араһында өсөнсө урынды алып ҡайтты. Быйылғы “Төрквижн” Истанбул ҡалаһында үтәсәк.
– Һәр башланғыстың ғүмере киләсәк быуынға бәйле. Был бәйгелә өлкәндәр генә ҡатнашамы?
– Быйыл мин Әлиә Нурсолтан ҡыҙы Назарбаеваның саҡырыуы буйынса Алматыла булып ҡайттым. Унда “Бала-Төрквижн” конкурсы асылды. Быйыл беренсе тапҡыр өлкәндәр менән йәнәш балалар ҙа үҙҙәренең бәйгеһендә ҡатнашасаҡ.
– Октябрҙә республика һайлап алыу конкурсы нисек булды?
– Башҡортостандың төрлө төбәгенән бәйгелә ҡат­нашырға теләк белдерҙеләр. 50-гә яҡын бала араһынан һигеҙе һайлап алыу турын үтте. Күп кенә райондарҙан етди әҙерләнеп килгәндәр. Яңауыл, Әлшәй райондары, Дүр­төйлө ҡалаһы вәкилдәре һоҡландырҙы. Рәхмәт уларға!
Ә бына йәштәрҙе йәлеп итеүе ауырыраҡ, сөнки күптәре фонограмма менән йырлап өйрәнгән, ә кон­курстың төп талабы – фонограммаһыҙ башҡарыу. Шуға ла бындай ҙур бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итмәйҙәр. Заманында Радик Гәрәев, Вахит Хызыровтарҙың Гран-при яулағаны булды. Элек беҙҙең мәктәп көслөрәк ине. Хәҙер йәштәрҙе конкурсҡа йәлеп итер өсөн улар менән етди шөғөлләнергә кәрәк.
– Кемдәргә өмөт бағлайһығыҙ?
– Быйылғы һайлап алыу турында “Әс-сәләм” төркөмө егеттәре менән Зилиә Бәхтиева, “Тамыр” студияһынан Гәлсәр Байғусҡарова еңде. Әлбиттә, бәйгелә ҡат­наштың да үттең, тип уйларға ярамай. Мәҫәлән, Зилиә һайлап алыу турында өсөнсө тапҡыр көсөн һынаны.
Алла бирһә, 15 декабрҙә “Бала-Төрквижн” булһа, 17 – 19 декабрҙә “Төрквижн” үтәсәк. Бәйгене “Туған тел” телеканалында тура эфирҙа ҡарай аласаҡһығыҙ. Донъя кимәленә сығыр өсөн талант ҡына етмәй, күп көс түгергә, үҙ өҫтөңдә ҡат-ҡат эшләргә тейешһең.
– Конкурста тик профессиональ йырсылар ғына ҡатнашамы?
– Конкурстың талаптары буйынса, моңо булған теләгән кеше ҡатнаша ала. Ләкин, баһалама ағзаһы булараҡ әйтәм, һәр ил унда профессиональ йырсыларын ебәрә, әлбиттә. Конкурстың положениеһында әйтелмәһә лә, мин уны профессионалдар бәйгеһе тип атар инем.
– Бәйгеселәрҙең йәше сикләнәме?
– 8-ҙән 14 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала, 16-нан өлкәндәрҙең йәше сикләнмәй.
– Яңыраҡ “Төрквижн” эштәре менән Мәскәүҙә йөрөп ҡайттығыҙ. Ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
– Мәскәүҙә бик күп төрки халыҡ йәшәй. Унда ла беҙ һайлап алыу турын ойошторҙоҡ. Башҡортостан ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова еңеп сыҡты, ул Төркиәлә Рәсәй исе­менән сығыш яһаясаҡ. Балаларҙан Ангелина Ғафаро­ваға уңыш йылмайҙы. Ул да Башҡортостандан, Рәсәйҙә үткәрелгән күп кенә конкурстарҙың лауреаты.
– Сер булмаһа, еңеүселәрҙе ниндәй бүләктәр көтә?
– Бүләктәр арыу ғына. Беренсе урынға – 20, икенсегә – 15, өсөнсө баҫҡысты биләүсегә 7 мең доллар.
Әлбиттә, бәйге көсөргәнешле буласаҡ, сөнки Ҡаҙағстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Балҡан илдәре, Босния һәм Герцеговина мәктәптәре бик көслө. Быйыл хатта Германиянан, Белоруссиянан, Украинанан һәм башҡа илдәрҙән буласаҡтар.
– Маҡсатһыҙ эш башҡарылмай. “Төрквижн” ниндәй маҡсат ҡуя?
– Конкурстың төп бурысы – мәҙәниәт, сәнғәт аша төрки халыҡтарҙы берләштереү, дуҫлыҡты нығытыу. Йыр-моңдан да ҡеүәтлерәк илсе юҡ!

Салауат ӘБҮЗӘРОВ
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545