Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшләй киттең, йәшнәп киттең...
Йәшләй киттең, йәшнәп киттең......Беҙ ауылға килеп ингәндә күктә ҡояш йылмая ине. Әйтерһең дә, февраль түгел, ә яҙ миҙгеле тирә-яҡта. Сиҙәм урта мәктәбенә халыҡ та йыйыла башлаған. Улар арабыҙҙан иртә китеп барған шағир Рәмил Ҡол Дәүләттең хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә ашыға...
Эйе, шағирҙың тыуған яғы менән танышыу һәр саҡ тулҡынландырғыс. Ҡасандыр ул бала ғына көйөнсә ошо урамдарҙан ялан аяҡ йүгергән, ошо яҡтың күкрәктәрҙе өтөп алырлыҡ саф һауаһын һулаған, мәктәпкә белем алырға ашыҡҡан, тәүге шиғырҙарын ижад иткән бит. Бында беҙҙең кеүек уны шиғырҙары аша ғына белгәндәр түгел, шағирҙың әле бала сағын хәтерләгәндәр – яҡындары, туғандары, ауылдаштары көн итә. Шуғалыр йөрәк тә йышыраҡ тибә кеүек, күҙҙәр ҙә кемделер эҙләгәндәй. Бәлки, урам сатынан ижадсы үҙе бына-бына килеп сығыр, йәнәһе...
Юҡ, шағир Рәмил Ҡол Дәүләтте ауылдаштары ғына түгел, республика халҡы, милләттәштәре лә онотмай. Нисек онотһон, ижады шиғриәтебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды бит. 90-сы йылдарҙа, милләттәштәребеҙ өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн ҡот осҡос һынау йылдарында тыуҙы Ҡол Дәүләт шиғриәте. Ижадҡа ошо мәлдә килгән башҡа шағирҙар кеүек, ул да милләт иңенә төшкән һынауҙарҙы бергә кисерҙе, халҡы менән бергә шатланды, бергә күҙ-йәш түкте, бергә көрәште. Бөтә көс-ҡеүәтен, ғүмерен ижадҡа арнаны. Бәлки, тап шуғалыр, арабыҙҙан, атылған йондоҙҙо хәтерләтеп, ваҡытһыҙ китеп барҙы.
Юҡ, шағир һүҙе, шағир намыҫы онотола буламы ни? Сиҙәм ауылында үткән сара тағы бер тапҡыр ошоно раҫланы. Бында алыҫ ерҙе яҡын итеп Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, "Йәшлек", "Шоңҡар" кеүек республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Үткән йылдың башында "Йәшлек" гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс иғлан иткәйне. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ошо ижад бәйгеһенә лә йомғаҡ яһалды. Ҡәләм тирбәтеүселәргә был конкурстың лауреаты булып танылыу бер шатлыҡ булһа, шағирҙың йәнтөйәген күреү, бындай сарала ҡатнаша алыу тағы бер ҡыуаныс ине.
Йәшләй киттең, йәшнәп киттең...Был кистә Рәмил Ҡол Дәүләттең шиғырҙары, ул ижад иткән әҫәрҙәргә яҙылған бихисап йырҙар яңғыраны. Сәхнә түренә эленгән фотоһүрәттән шағир гүйә үҙе баға ине бында килгән һәр кемгә. Шуға күрә кисә бер үк мәлдә шатлыҡлы ла, һағышлы ла булып күренде.
– Әбйәлил миңә тыуған яғым кеүек яҡын, – тине хәтер йомғағын сисеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. – Әле лә бында килә ятҡанда үҙемде тыуған Ырымбур яландарында кеүек хис иттем. Был төйәктән сыҡҡан оло шәхестәр менән яҡындан аралашырға насип булғанға, Әбйәлилдең таланттарға ни тиклем бай икәненә төшөнәм. Мин Рәмил Ҡол Дәүләттең 20 йәшлек сағын хәтерләйем әле. 1986 йылда йәш ижадсыларҙың конференцияһының шиғриәт секцияһы ултырышында быға тиклем әҙәбиәттә күренмәгән ҙур ваҡиға булды – бер юлы алты йәш шағирҙың ҡулъяҙмаһын китап итеп сығарырға нәшриәткә тәҡдим иттек, улар араһында Рәмил дә бар ине. Киләсәктә был быуын ижады менән беҙҙең ышанысыбыҙҙы тулыһынса аҡланы. Бөгөн уның исемендәге ижади конкурс әҙәбиәтебеҙҙә оло ваҡиғаға әйләнде. Шағир өсөн бынан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Бының өсөн бөтәбеҙ ҙә яратҡан "Йәшлек" гәзитенә рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Ошондай ижади конкурстар ойоштороп, ул әҙәбиәтебеҙгә, туған телебеҙгә, милли матбуғатыбыҙға иғтибарҙы бермә-бер арттыра.
Йәшләй киттең, йәшнәп киттең...Шулай уҡ был кистә сәхнә түренә "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, ошо уҡ баҫманың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, шағир Мөнир Ҡунафин, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, шағир Азамат Юлдашбаев менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина ла күтәрелде. "Замана тыуҙыра шағирҙарҙы, шағирҙар күтәрә үҙ заманын. Быуындар һыҙлай, көн боҙола ахыры”, – тип яҙғайны бер мәл Рәйес Түләк. Ғүмерҙәре ялтлап атылған йондоҙ кеүек булһа ла, улар әле лә арабыҙҙа, сөнки был шәхестәрҙең ижады, шиғриәте йәшәй. Шуға ла исемдәре һәр кемдең күңелендә, йөрәгендә һаҡлана", – тине Азамат Юлдашбаев.
Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге ижади бәйгегә килгән һәр шиғыр, һәр әҫәр жюри тарафынан ентекле тикшерелгән һәм баһаланған. Жанрҙа ла, темала ла бер ниндәй сикләү булмаған. Гәзит битендә ике тиҫтәнән ашыу хикәйә һәм нәҫер, 30-ҙан ашыу шиғри шәлкем донъя күргән. Эйе, үҙе тос китап булырлыҡ ижад емеше бит был!
Ниһайәт, сәхнә түренә был ижади бәйгенең республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән лауреаттары саҡырылды. Уларҙың бөтәһенә лә маҡтау Йәшләй киттең, йәшнәп киттең...ҡағыҙы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ижадсылар үҙ сиратында был конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ни тиһәң дә, һәр кемгә ҡулына ҡәләм алып дәртләнеп ижад итеү өсөн өҫтәмә этәргес бит был бәйге.
Ә бына Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби конкурстың еңеүсеһе тип Салауат ҡалаһынан Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов табылды. Уға ҡиммәтле бүләк – ноутбук эләкте. Әйткәндәй, конкурста еңеүсе күренекле шағир Рәмил Ҡол Дәүләт менән ҡасандыр яҡындан аралашҡан икән...
Залда Рәмил Ҡол Дәүләттең бер туған апаһы Әнисә Хафизова ла бар ине. Ул шағир тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм бындай сараны ойоштороусыларҙың бөтәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әнисә апай күңелен өйкәп торғандар тураһында ла әйтте. "Бөгөн Рәмилдең тыуған йорто бик аяныс хәлдә. Бәлки, унда иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйһалар, йортҡа ҡул һуҙыусы, тейеүсе булмаҫ ине", – тине ул.
...Һуң ғына тамамланды шағирҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе. Һәр кем был шәхес тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашырға, рухына арнап һүҙ әйтергә ашҡынды. Был кистә шағир йөрәге тыуҙырған шиғырҙарҙан яңғырап торҙо ауыл. Эйе, арабыҙҙа үҙе булмаһа ла, ижады милләте күңелендә бик оҙаҡ йәшәйәсәк әле...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Йәшләй киттең, йәшнәп киттең...Йәшләй киттең, йәшнәп киттең...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545