Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡала ситендәге ер
Ҡала ситендәге ер Эшкә тотонғайныҡ ҡына, ко­ри­дорҙа секретарь ҡыҙҙың тауышы ишетелде:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә!
– Ай, Алла! – Инде ике тапҡыр сәй эсеп, унан биҙәнеп алған Зилә ризаһыҙ ғына мөңкөлдәне. – Йыйылыш та йыйылыш. Әйләнгән һайын ниндәй бөтмәҫ кәңәшмәлер ул?
– Ниңә улай ут сыҡҡандай ҡылана икән?
– Әллә Фәрүәзгә исем бирҙеләрме икән, ошо арала булырға тейеш тигән һымаҡ ине.
– Ә-ә-ә, шулай шул! Исем тип хәҙер нисә йыл саба бит инде. Теге ваҡыт ял алып, Мәскәүгә лә барып ҡайтҡан, тиҙәр.
– Ҡуй инде, уға мулла ҡушҡан исем генә аҙ. Шул ҡағыҙ киҫәге тип үлә бит, нимәгә хәжәттер.
– Улай тимә әле, шул исемде бирһәләр, министрҙар ята тор­ған бальниста ғына дауалана­саҡмын, тигән. Унда табиптар эргәңдә өлтөрәп йөрөйҙәр, ти.
– Китсәле! Әйтерһең, бер ул ғына эшләй, башҡалар уйнап йөрөй.
– Тиҙ генә кәңәшмәгә! – Секретарҙың ҡәтғи тауышы “йәһәтерәк булығыҙ” тигәнде аңлатты. Барса халыҡ шатыр-шотор ишектәрен бикләп, коридор башындағы бүлмәгә ты­пыр-тыпыр ҡарай атланы.
Ниндәй яңылыҡ ишетербеҙ тип, барыһы ла директорға тө­бәл­де. Мөхәммәт Ғарип улы бө­тәһенә бер талай ҡарап алды ла:
– Хөрмәтле коллегалар, – тине, ихлас йылмайып. – Матур яңылыҡ бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡала хакимиәте беҙҙең хаҡта ҙур хәстәрлек күрә. Һеҙ тағы ла тырышыбыраҡ эшләһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Барыбыҙ ҙа – ижад кеше­ләре. Беҙҙең хеҙмәткәр­ҙәргә ҡа­ла ситенән ер бирәләр. Әле мохтаждарҙың исемлеген һорай­ҙар. Кемдәргә ер кәрәк, хәҙер үк исемлек төҙөп, алып барып тапшырырға тейешбеҙ.
Директорҙың һүҙенән бүлмә йәнләнеп китте, барыһының да йөҙөндә йылмайыу сатҡылары тойолдо. Бәй, шулай булмайса! Ойошмала йәштәр байтаҡ, күбеһе ауылдан килгән. Берәү­ҙәр дөйөм ятаҡтың әбрәкәйҙәй генә бүлмәһендә тығылып көн итә. Икенселәре, унда урын етмәгәнлектән, кеше фатирында ат хаҡы түләп йәшәй.
Эш ҡайғыһы китте, һәр кем­дең телендә көнө буйына “ер би­рәләр ҙә ер бирәләр” тигән хәбәр булды. Бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп шатлыҡтары менән уртаҡлаш­тылар.
– Ҡайһылай йәтеш булды әле!
– Фатир ҙа кәрәкмәй хәҙер.
– Мин махсус программаға яҙылғайным, һыҙҙыртайым әле.
– Шулай шул. Үҙеңдең баҡ­саңда үҫтергән эсвежий йәшел­сәгә етәме ни!
– Икебеҙ күрше бул­һаҡ, ҡайһылай шәп булыр ине.
– Эйе, ҡатышып йәшәр инек.
Икенселәр ауылдағы атай-әсәһенә хәбәр итергә ашыҡты:
– Беҙгә ер бирәләр, өй бурай башлағыҙ.
Төштән һуң бөтәһе лә тып итеп директорҙың өҫтәленә ғаризаларын һалғайны.
Бер нисә көндән секретарь ҡыҙ йәнә коридорға сығып һөрәнләне:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә!
Шуны ғына көтөп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр кемуҙарҙан етәксе кабинетына ҡарай сапты.
Алдында ятҡан ҡағыҙҙарҙың береһен әйләндереп ҡарап алды ла етәксе һүҙ башланы.
– Иптәштәр, бына бөтәгеҙҙең дә ғаризаһын ентекләп ҡарап сыҡтым. Һәр берегеҙ ҡала урта­һындағы ҙур элиталы фатирға лайыҡ. Әммә, үҙегеҙ белеп то­раһығыҙ, заман ҡатмарлы, ер буйынса ла аныҡлыҡ инде­рәйем. Беҙҙең ойошмаға бары бер генә ер биләмәһе бирәләр икән. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ миңә ҡулымдағы биш бармағым кеүек ҡәҙерле. Ерҙе кемгә бирәбеҙ? Әйҙәгеҙ, бергәләшеп кәңәшлә­шәйек.
Яңыраҡ ҡына йылмайышып, үҙҙәрен шул ерҙә йорт һалып йәшәп ятҡандай хис иткән хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙө йәмрәйҙе.
– Беҙгә тигәндә шул инде ул, – тип уфтанды берәү.
– Әйтмә лә инде, эше – беҙгә, ашы – бүтәндәргә.
– Тынысланайыҡ, иптәштәр. Үҙебеҙҙең кимәлде төшөрмәйек. Беҙ баҙарҙа эшләмәйбеҙ, кәңәш­ләшеп хәл итәйек. – Етәксе ғауғалаша башлаған халыҡты тынысландырырға тотондо.
– Мин, иптәштәр, Батыр ағайы­ғыҙҙың кандидатураһына туҡталмаҡсымын. Ни тиһәң дә, арабыҙҙа иң өлкәне, ойошмала 40 йыл бил бөккән. Әле һаман ятаҡтың бәләкәй генә бүлмә­һендә еткән ике улы менән көн күрә.
– Эйе, һеҙҙең менән тулы­һынса килешәм, – тине, башын һелкә-һелкә, ағайҙың күрше­һендә йәшәгән Зилә. – Батыр ағай быға лайыҡ. Ул ғүмере буйы баҫалҡы булды, шуның арҡаһында һаман фатиры юҡ.
Ошо һүҙҙәрҙән ағайҙың йөҙө балҡығандан-балҡыны. Унан һуң ҡала ситендәге ерҙең мот­лаҡ уға бирелергә тейешлегенә шик юҡ кеүек ине. Әммә бүтәндәр был фекер менән әллә ни килешергә ашыҡманы. Шул мәл ҡапыл бер ханым үрәпсеп килеп тормаһынмы!
– Ни өсөн тотаһығыҙ ҙа бөтә нәмәне бер үк кешегә өйәһегеҙ ул! – тип һөйләнде ул. – Аңла­майым. Үткән айҙа ғына Батыр ағайға республиканың иң юғары наградаһын бирҙегеҙ. Әҙерәк шөкөр итә белһен. Нәфсене тыйырға кәрәк тә инде!
Унан Батыр ағайҙың үҙенә тура ҡарап:
– Ағай, ниңә ир була тороп башығыҙҙы ул тиклем меҫкенгә һалаһығыҙ? Урамда йөрөйһөгөҙ­мө? Ни тиһәң дә, һеҙ Совет осоронда бушҡа бүлмә алып ҡалғанһығыҙ!
Ҡатындың һүҙен икенсе берәү эләктереп алды:
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, мин дә шулай уйлайым. Беҙгә йәштәрҙе хәстәрләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, Батыр ағай ике айҙан пенсияға китә, ә йәштәргә бында эшләргә лә эшләргә кәрәк. Бына, мәҫәлән, Ринаттың кандидату­раһын тәҡдим итәм. Яңыраҡ ҡына өйләнде, йүгереп йөрөп эшләй. Тик бахырҙың йәшәргә урыны ла юҡ. Булыр-булмаҫ эш хаҡын фатирға түләй. Әйҙәгеҙ, ерҙе Ринатҡа бирәйек.
Бая ғына Батыр ағайҙы яҡлаған Зилә йәнә урынынан һикереп торҙо:
Ә Ринат беҙҙә нисә йыл эшләй әле? Ике йыл булдымы-юҡмы? Башы инһә, аяғы инмә­гән, тигәндәй. Ул әллә эшләй, әллә иртәгә үк ҡойроғон һыртҡа һала. Ерҙе алыр ҙа “тью-тью”. Хәҙерге йәштәрҙе беләбеҙ. Уларға бушҡа давай ғына. Ашыҡмай торайыҡ был ҡарар менән. Башы йәш, өлгөрөр әле ер алырға. Бик тә булмаһа, ана, Тәслимәгә бирәйек.
Был һүҙҙәрҙән мөйөштә ауы­ҙы йырылып ултырған Ринаттың йөҙө йәмрәйҙе.
Ысынлап та, дөрөҫ әйтәһегеҙ, ниңә шунда уҡ башҡа килмәгән, –Тәслимә менән бер бүлектә ултырған ҡатын уны яҡлап сыҡ­ты. – Тәслимәнән дә ҡулай кан­дидатура юҡ. Беренсенән, ул беҙҙә оҙаҡ эшләй, икенсенән, дөйөм ятаҡта бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй. Уныһынан да ана ҡыуабыҙ, бына ҡыуабыҙ тип аптыраталар, ти. Өсөнсөнән, ул яңғыҙы ике бала ҡарай. – Унан ҡатын, күҙҙәрен секрәйтеп, бер­сә етәксегә, берсә хеҙмәттәш­тә­ренә ялбарып ҡарап, ҡул­да­рын йәйҙе. – Хәҙер инде уйлап ҡара­ғыҙ: Тәслимәгә тимәгәс, тағы кемгә бирәбеҙ?
Шул саҡ бүлек мөдире Гөлиә урынынан баҫты.
– Хөрмәтле иптәштәр, беҙ барыбыҙ ҙа хис менән генә эш итәбеҙ шикелле. Бында бит юғары интеллектуаль кешеләр йыйылған. Шуға ла тормошҡа реаль күҙлектән ҡарайыҡ. Ярай, ерҙе Тәслимәгә бирҙек, ти. Әммә был эш бөттө тигәнде аңлатмай. Уны эшкәртәһе, йорт һалып сығаһы бар. Әлбиттә, мин Тәслимәне хөрмәт итәм. Ул эшенә яуаплы ҡарай, игелекле. Әммә уның ошо ерҙе үҙләштерә алыуына шикләнәм. Бер эш хаҡына ике баланы ҡарап, нисек инде өй һалмаҡ кәрәк, был бит ҡыуыш ҡороп сығыу түгел дә инде. Кисә генә кредитын түләргә аҡса таба алмай озлап йөрөй ине. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Әгәр ул тейешле ваҡыт эсендә бирелгән ергә йорт һалып сыҡмаһа, уны хакимиәт кире тартып аласаҡ. Ул ваҡытта беҙҙең ойошмаға ниндәй файҙа! – Унан Гөлиә етәксенең эргәһе­нә яҡыная бирҙе. – Бына мин һеҙҙең менән килешеп бөт­мәйем. Уны ниндәй принципҡа ҡарап бүләһегеҙ ул? Ерҙе алыу өсөн йәш, фатирһыҙ булыу йәки яңғыҙ ике бала ҡарау мотлаҡ­мы? Ундай законды кем яҙған? Эш бүлгәндә бөтәбеҙгә лә бер үк талап ҡуйыла. Мәҫәлән, ергә минең хоҡуғым юҡмы ни? Мин дә һеҙ эшләгәнде эшләйем, минең дә ике балам бар. Эйе, ирем бар. Әммә бүтәндәр яңғыҙ йөрөгәнгә мин ғәйеплеме? Мәҫәлән, минең фатирым оло юл буйында урынлашҡан, көнө-төнө машина гөжләп тора, та­уыш, туҙан керә. Балаларымдың һаулығына зарар килтерә. Уларҙың саф һауала үҫергә хоҡуғы юҡмы?
Күтәренке кәйефтә башланып киткән йыйылыш шулай әллә күпме дауам итер ине, тик директорҙың киҫкен тауышы барыһын да туҡтатты:
– Иптәштәр, тынысланығыҙ! Ярай, барығыҙҙы ла аңланым, хәҙер мине тыңлағыҙ. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙең кәйефен ҡырма­йыҡ, матур итеп кенә килешәйек. Ғөмүмән, беҙҙең коллектив та­тыу­лығы, эшһөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Министрлыҡта беҙҙе аңлайҙар, тормошобоҙҙо нисек тә еңеләйтергә тырышалар. Ошо көндәрҙә генә фәлән миллион һумлыҡ заманса техника аласаҡбыҙ, матур ғына премиялар көтөлә. Былар барыһы ла минең өсөн түгел, һеҙҙе хәс­тәрләүҙән. Дәүләткә эшләгән хеҙ­мәткәрҙәргә арзанға махсус йорт төҙөлә, беҙҙе лә мәхрүм итмәҫтәр. Ә инде ергә килгәндә, йәштәрҙе хәстәрләү яғындамын. Хөкүмәтебеҙ ҙә шул юҫыҡта сәйәсәт алып бара. Әле бит был һуңғыһы түгел, боҙ урынынан ҡуҙ­ғалды. Ә был ерҙе, әйҙәгеҙ, йәш бөркөтөбөҙ Ринатҡа бирәйек.
Эстән мөкөлдәшеп, риза бул­маһалар ҙа, етәксегә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы. Иртәгәһе­нә барыһы ла Ринатҡа бүрегә ҡараған кеүек ҡараны, кемдер сәләмен дә дә алманы.
…Был йыйылыштан һуң ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. “Ер алыу” ҡыуанысынан Ринаттың ауылында буратҡан өйө лә, мун­саһы ла ултырып серей башланы.
Ошо көндәрҙә секретарь ҡыҙ йәнә коридорға сығып һөрән һалды:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә йыйы­лығыҙ!
Барыһы ла тыпырҙашып ди­рек­торҙың бүлмәһенә ҡарай атланы. Етәксе тәүҙә яғымлы ғына иҫәнләште лә, тамаҡ ҡырып, һүҙ башланы:
– Хөрмәтле иптәштәр, һеҙҙең өсөн һәйбәт яңылыҡ бар. Ҡала ситенән ер бирергә уйлайҙар, мохтаждарҙың исемлеген һо­райҙар…





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илнур
    Илнур от 16.11.2015, 13:36
    Шәп хикәйә! Тормошта була торған хәл.

  2. Гузель
    Гузель от 24.11.2015, 20:51
    Йешей белерга акыллы, йеш булыу гына етмай.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573