Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамашасыға – зауыҡлы сәхнә әҫәре
Тамашасыға –  зауыҡлы сәхнә әҫәре БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат ИТБАЕВ күптән түгел күркәм юбилейын уҙғарҙы. Шул уңайҙан билдәле режиссер, актер, художество етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Егеттәрсә дәртле баҫып йөрөгән, өр-яңы ниәт-уйҙар менән янып йәшәгән (уға үҙ йәшен бирерлек тә түгел), ҡыҫҡаһы, күңеле моң тулы шәхес менән ҡара-ҡаршы ултырып аралашыу – үҙе бер кинәнес. Салауат Мостафа улы шул саҡта: “Моңдоң йәне – мөхәббәт. Донъяны яратыу зарур, Тыуған илгә булһынмы, яҡындарыңамы, тәбиғәткә тиһеңме – һәр нәмәгә мөхәббәт күҙлеге аша ҡарап йәшәргә кәрәк”, – тигәйне.

– Салауат Мостафа улы, күңелле мә­шәҡәттәрҙән арындығыҙ инде, юбиле­йы­ғыҙҙың юғары кимәлдә үтеүенә ша­һит булдыҡ. Ғөмүмән, кәйефтәр нисек?
– Өр-яңы проекттар тураһында уйланам. Шулай булғас, кәйефтең хөрт булыуы мөмкин түгел. Заман ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, ваҡыт менән һәр саҡ бәй­лә­нештә йәшәп, бөгөнгөнө барлап, киләсәккә ҡарап, тормош юлымда маҡсат ҡуйып атлай торғас, ғүмеремдең яңы артылышына килеп тә еткәнмен. Шөкөр, тим, юбилей тантаналары артта ҡалды, бай тәьҫораттар солғанышында йәшәп ятам.
– Һеҙҙә бер нисә ныҡлы ижади “ҡанат” күрәм. Тамашасылар Салауат Итбаевты актер булараҡ белә, режис­серлыҡ оҫталығығыҙ тураһында ла билдәле, сәхнәгә сығып баҫһағыҙ, конферансьеларың ситтә торһон, сценарист та үҙегеҙ. Бына шуларҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡын?
– Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта, тиҙәр. Ҙур сәнғәткә мин актер һөнәре аша килдем. Әммә барыбер ҙә режиссерлыҡты яҡын күрәм. Ауыр ҙа, яуаплы ла был һөнәрҙе 1991 йылда һайланым. Киләһе йылына Мәҙәниәт министрлығы Мәскәүгә ебәреп, Юғары режиссерҙар әҙерләү инс­титутында уҡытты. Режиссер эше мине студент йылдарында уҡ әсир иткәйне. Артис­тар донъяһы иҫ киткес бай, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлеге һәм төрлөлөгө менән айырыла. Таланттарҙың һәр береһенең күңел йоҙағына асҡыс ярата белеү һинән оҫталыҡ талап итә. Режиссер ул үҙендә бик күп һөнәрҙәрҙе туплаған профессия: педагог та, актер ҙа, ҡәләм менән эш итә белеүсе лә, етәксе лә... Күренекле профессор, режиссер Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевтең – минең яратҡан уҡытыу­сымдың – шундай һүҙҙәре бар ине: “Сәхнә тәрбиәүи йәһәттән һәр саҡ өлгө ролен үтәй, уның өсөн режиссер тормошто тәрәндән өйрәнеп белергә тейеш, шунан ғына сәнғәт, йәғни художество алымдары менән та­машасыға зауыҡлы итеп сәхнә әҫәрен сығарырға тейеш”. Тамашасы бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән, көндәлек ығы-зығынан арыныу өсөн мәҙәниәт усағына ашыға, сәхнә йондоҙҙары менән бергә шатланырға, хыялдар күгендә йөҙөргә, ҡыҫҡаһы, һәр кем бында ял итергә, үҙҙәренең рухи донъяһын байытырға килә. Режиссер тынғыһыҙ хеҙмәте менән шул талаптарға яуап эҙләргә һәм табырға тейеш. Сәнғәтебеҙҙең алтын бағаналары Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йәнбәков, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Филүс Гәрәев, Камил Вәлиев, Әхәт Уразмәтов (Кәтүк), Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Хөсәйен Мәжитов, Ғәли Хәмзин, Мәүлитбай Ғәйнетдинов, Мәғфирә һәм Наил Ғәлиев­тәр менән бергә эшләү дәүеремдә ҙур сәнғәт һәм сәхнә мәктәбе үттем. Улар бөйөк артистар ине, концерттар тулы залдар­ҙа аншлаг менән үтә торғайны. Ул йыл­дарҙы әле лә һағынам. Бигерәк тә ошо сәхнә “йондоҙ”ҙарын һағына тамашасы. Шуға күрә уларҙың мираҫ итеп ҡалған ижадтарын сәхнәгә сығарыуҙы үҙемә бурыс һәм аманат итеп ҡабул иттем. “Беҙ ҡабыҙған уттар” проекты ана шул һағы­ныуҙар, юҡһыныуҙар, хис-тойғолар аша сәхнәгә сыҡты. Әгәр сәхнә әҫәре күңел астырып ҡына ҡалмай, ә уйландыра икән, ул ысын сәнғәт хазинаһы булып тамашасылар хәтерендә ҡала. Әйткәндәй, мин сәх­нәгә ҡуйған концерт программаларының, тамашаларҙың, бенефистарҙың дөйөм һаны... иҫәпләй китһәң, ике йөҙҙән дә артып китә. Бынан тыш, олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡараған “Күңелдәре моңло, ғүмерҙәре йырлы”, “Моң иленә сәйәхәт”, “Халҡым йырҙары”, “Мәңгелектең йәне – йыр”, бөйөк йырсылар Илһам Шакиров һәм Рамаҙан Йәнбәков ижадына арналған “Ҡазан – Өфө дуҫлығы”, “Фәриҙә йыры, Бәхти моңо” тигән тамашалар репертуарымды ла тулы­ландырҙы, тамашасылар күңелен дә байытты.
– Һеҙ ғүмерегеҙҙең өс йылын Ватанды һаҡлауға биргәнһегеҙ. Ватан­сылыҡ төшөнсәһе ул осорҙа ниндәй ине, хәрби хеҙмәттең тормошоғоҙға һәм ижадығыҙға йоғонтоһо бармы?
–1964 йылда һалдат ҡайышын тағып, Пенза өлкәһенең ябыҡ типтағы Каменка-2 ҡалаһына туғыҙ айлыҡ хәрби уҡыу мәктә­бенә ебәрҙеләр. Беренсенән, 8К-11 оператив-тактик ракета менән атыу һөнәрен үҙләштерҙек, икенсенән, кесе командирҙар әҙерләнеләр.
Унан Германия Демократик Респуб­лика­һының сиктәрен НАТО блогындағы ғәскәр­ҙәрҙән һаҡлау өсөн оҙаттылар. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң хәрби оҫталыҡты үҫтереү йәһәтенән Ҡаҙағстандағы Капус­тин-Яр полигонында һынау үттек. ГДР-ға әйләнеп ҡайтҡас, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы тарафынан “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 20 йыл” тигән миҙал менән бүләкләндек. Ул саҡта бөгөнгө шикелле халыҡ-ара хәлдәр бик киҫкен төҫ алғайны. Америка Ҡушма Штаттары Вьетнамға ҡаршы һуғыш алып бара, беҙҙең ил, киреһенсә, ярҙам итә, Израиль Мысыр менән яғалаша, дәүләтебеҙ ҡорал менән ғәрәптәргә ярҙам итә. Ул заманда ватансылыҡ төшөнсәһе көслө булды. Патриотизм рухында тәрбиәләнгән быуын беҙ. Алғы һыҙыҡҡа – Вьетнамға Америкаға ҡаршы көрәшергә ебәреүҙе үтенеп, маршал Гречкоға рапорт яҙҙыҡ. “Һеҙ былай ҙа алғы һыҙыҡтаһығыҙ, һеҙ бында бик кәрәк­һегеҙ” тигән маҡтау һүҙҙәре менән һуға­рылған яуап алдыҡ. Ир-егеттәр мәктәбе булған хәрби хеҙмәтте үтеү мине сыныҡ­тырҙы, яҙмыш ҡуйған ҡаршылыҡтарҙы еңергә, маҡсаттарға өлгәшергә көс бирҙе, сәнғәт донъяһында иһә үҙемде табырға һәм күңел менән һәр саҡ йәш булып ҡалырға ярҙам итте. Йәштәргә шуны әйтер инем: армия сыныҡтыра, рухи яҡтан да, физик яҡтан да. Хеҙмәттән ситләшмәгеҙ, Ватандың көсө лә, ғәйрәте лә – һеҙ.
– Белеүемсә, БДУ-ны тамамлап, яҡлаған дипломын да алмайынса үҙ теләге менән илде һаҡларға киткән ейәнегеҙ Алмас шулай уҡ ябыҡ ҡалала хеҙмәт иткән...
– Осраҡлы күренешме, түгелме, тап шу­лай. Бының өсөн бик шатмын. Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театрында эшлә­гән Марс улым да Германияла хеҙмәт итте. Бөгөн театрҙа Гүзәл киленебеҙ менән бергәләшеп, уңышлы эшләйҙәр.
– Салауат Мостафа улы, ә сәнғәткә һөйөү күңелегеҙҙә ҡасан тыуҙы? Кем булырға хыяллана инегеҙ?..
– Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Бикбау бей нигеҙ һалған Бикбау ауылында тыуып, ошонда уҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәптә белем алдым. Күңелемә сәнғәткә һәм музыкаға һөйөүҙе тәүге уҡытыусым Сабир Яхъя улы Танһыҡҡужин һалды. Шулай уҡ Күгәрсен ауылындағы урта мәктәптә уҡығанда директор һәм мөғәллим Марс Фуат улы Абдуллин спортты һөйөргә һәм мәҙәни мөхит­кә әйҙәне. Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, Яңы Себенле мәктәбендә эшләп кенә йөрөгән ваҡытта көтмәгәндә Ейәнсура райкомының ДОСААФ рәйесе вазифаһына эшкә алдылар. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев етәкселегендә эшләп, медицина институтына инеү ниәте менән йәшәй инем. Күренекле табип-кардиолог Ҡәйүм ағайым Итбаев, ҡусты­һының үҙе кеүек белгес булыуын бик ныҡ теләп, күргән һайын мединститутҡа уҡырға инергә өгөтләне, ә улы Валерикты – авиация институтына... Тап шул йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты асылып, беҙҙең яҡтарға абруйлы комиссия килеп төшмәһенме! Элек бит баш ҡаланан йыраҡ урынлашҡан ауылдарға сығып, сәнғәт институтына егет­тәрҙе, ҡыҙҙарҙы йыйыу киң таралғайны. Шунда мин һынауҙарҙы уңышлы биреп, сәнғәт юлынан киттем. Шулай итеп, юғары уҡыу йортоноң драма һәм кино актерҙары әҙерләү факультетына индем. Ҡыҫҡаһы, нисек кенә булмаһын, сәнғәтте үҙ иттем һәм бының өсөн һис ҡасан да үкенес тойғоһо кисермәнем. Һайлаған эшемә бер ваҡытта ла хыянат итмәнем, ул мине яңы үрҙәргә күтәрҙе...
– Ғаиләлә ниндәй тәрбиә алдығыҙ, кем булыуығыҙҙы теләнеләр?
– Һүҙ уғыңды ҡайҙа тоҫҡағаныңды һиҙеп торам. Был йәһәттән эргә-тирәлә балта оҫтаһы, тимерсе, егәрле бабай тигән даны таралған атайым Мостафаға бурыслымын. Ул 1939 йылда, алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәре булараҡ, Мәскәүҙә ВДНХ-ла слетта ҡатнаша. Тегенсе әсәйем Шәрифъ­ямалға сикһеҙ рәхмәтлемен, ағайҙарым Зәкәриә, Мортаза, Фәрит алдынғы механизатор булды, Рафиҡ, Зәкирйән ағайҙарым ауыр йылдарҙа Мораҡ педучилищеһен тамамланы. Мортаза ағайым фиҙакәр хеҙмә­те өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Мин улар өлгөһөндә тәрбиә­ләндем, бәләкәйҙән ваҡытты дөрөҫ бүлер­гә, спортты, сәнғәтте һәм хеҙмәтте һөйөргә өйрәндем.
– Һеҙ 2004 йылдан Өфөләге Ейән­сура яҡташтар ойошмаһын етәкләй­һе­геҙ...
– Рухи берлек тигән төшөнсә бар бит. Өфө­лә тамырланған ейәнсураларҙы бергә туп­лау – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Эшҡы­уар­ҙар Әхәт Байсурин, Рәхим Мәһәҙиев, республика гәзиттәренең баш мөхәр­рирҙәре Артур Дәүләтбәков һәм Азамат Юл­дашбаев, профессор Рәшит Әлмөхә­мәтов, Азат Аҡманов менән һәр саҡ аң­лашып-килешеп эш итәбеҙ.
“Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы үҙенә күрә Өфө ҡалаһы менән Ейәнсура районы араһында һалынған күпер ролен дә үтәй. Үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан шәхес­тәре­беҙҙе йәштәргә танытыуҙы һәм улар өлгөһөндә тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.
– Бәхет төшөнсәһен нисек аңлай­һы­ғыҙ? Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙ ине.
– Ҡатыным Фәүзиә менән ауырлыҡтарҙы уртаҡ кисереп, шатлыҡтарға бергә һөйөнөп ғүмер итәбеҙ. Әйткәндәй, ул тәүҙә “Башҡорт­остан” гәзитендә – корректор, унан оҙаҡ йылдар “Башҡортостан уҡы­тыусыһы” журналында яуаплы секретарь вазифаһын башҡарҙы. “Һин, Салауат, кәләште үҙеңдең ауылыңдан әйттереп, шәп иттең. Бер ниндәй ҙә юл сығымы юҡ, ә беҙ йәһәннәмдән алып әллә күпме аҡса туҙҙырҙыҡ”, – тип шаярта ине иптәштәрем. Өлкән улыбыҙ тураһында алдараҡ әйтеп үткәйнем. Ә Сабитыбыҙ – иҡтисад белгесе, ул Өфө дәүләт сервис һәм иҡтисад академияһының иҡтисад бүлеген тамамланы. Эльмира килен менән Өфөлә төп­лән­деләр. Ғәзиз кешеләремдең уңыш­та­рына, өлгәштәренә һөйөнөп йә­шәүҙе бер ниндәй байлыҡ та алмаштыра алмайҙыр. Ошо иң ҙур бәхет минең өсөн!
– Үҙегеҙгә үҙегеҙ ниндәй һорау бирер инегеҙ?
– Ваҡыт уҙған һайын артҡа йышыраҡ әйләнеп ҡарайым, үткәндәрҙе тәрәнерәк барлайым. “Ошо йәшемә етеп тормошомдан уңдыммы?” тип үҙ-үҙемә һорау бирер инем дә, уңдым, тип яуаплар инем.

Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566