Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Юлдаш йыры” – халыҡ ауазы
“Юлдаш йыры” – халыҡ ауазы Былтыр ҙа ошондайыраҡ фекер әйткәйнем шикелле “Юлдаш йыры” конкурсы хаҡында: унда төбәк таланттары ҡатнаша һәм һирәк ишетелгән халыҡ көйҙәре, халыҡ йырына әйләнгән композитор әҫәрҙәре яңғырай. Был юлы ла тап шулай булды.


Шәп проект! Тап ошон­да бала саҡта ишеткән моңдарҙың ауазын тойом­лай­һың, һуғым аш­та­рын­да, ҡаҙ өмәләрендә, һа­бан­туйҙарҙа йырланған көй­ҙәр шундай яҡын кү­ңелгә!
Тотош концертты күҙ уңынан үткәрҙем дә үҙем өсөн Ринат Тулыбаев, Фәр­үәз Камалетдинов, Римза Байсурина һәм Әхмәт Мөхәмәтйәновтың сығыштарын билдәләп ҡуйҙым. Ни өсөнмө? Был һис кенә лә объектив­лыҡҡа дәғүә иткән фекер түгел, зауыҡ менән бәхәс­ләшеп булмай. Ет­мә­һә, ана ниндәй абруйлы баһа­лама ағза­лары күҙәтте сы­ғыш­тарҙы.
Ринат Тулыбаев, сөнки халыҡ йырына әйләнгән был әҫәрҙе киң күкрәгенә һалып, бик оҫта баш­ҡарҙы эшҡыуар ағай! Хатта кү­ңел­гә ятты. Юҡҡа ғына уға 1-се урын бирмәгәндәр, күрәһең. Фәр­үәз Камалет­ди­новтың моңо үҙенсә­лек­ле, шулай уҡ йыр ярат­ҡандар араһында бик популяр булған әҫәрҙе башҡарҙы ул. “Йырға тоғ­ролоҡ” номинация­һында еңде егет! Римза Байсурина “Аҡсарлаҡлы күл” менән йөрәккә үтеп инде: был шәхси кисерештәр ша­ғирә Зарема Әх­мәтйә­нова­ның яҙмышын уй­лау, ошо йырҙы тап үҙе баш­ҡарыуын хәтерләүҙән ки­лә. Әйткәндәй, ул “Асыш һәм ихтирам” номина­ция­һын­да бил­дә­ләнде.
Яҡташым өсөн бик ҡы­уан­дым! Афарин, Әхмәт Мөхәмәтйә­нов (һүрәттә)! Һай, Дәү­лә­кән егете! “Соҡан ба­тыр”ҙың кемлеген халыҡ ара­һынан һорашып белешеп ҡуй­һаҡ, тағы ла мәғ­лү­мәтле бу­лыр­быҙ. Ҡо­ба­йыр стилендәге был йыр дәртле маршты ла, сәсән әйтешен дә хәтер­ләт­те. Ул “Өмөт” номина­ция­һында еңеүгә лайыҡ булды.
“Бәйләнештә” социаль селтә­рендә ха­лыҡ­сан йыр­ҙар ижад итеүе менән по­пу­ляр­лыҡ яула­ған Свет­ла­на Сө­ләй­мәно­ваны “Йондоҙло миҙгел” номи­нация­һында тәбрикләне­ләр. Та­ғы ла “Тыу­ған яҡ йырсыһы”, “Илһөйәр­лек ру­хы” номинацияларында еңеүгә лайыҡ булыу­сылар билдәләнде. Бөтә бүләк­ләнеү­се­ләр хаҡында мәғ­лү­мәт “Юлдаш” ра­дио­һының сайтында бар, рәхим итеп ҡарағыҙ!
Гран-при менән Күгәр­сен ра­йо­нынан Эльвир Иш­килдин бү­ләкләнде. Ул бер үҙе оҙон көйгә халыҡ йырын башҡарҙы. “Та­маша­сы һөйөүе”н тауыш би­реү юлы менән билдә­лә­неләр. Кем­дең ту­ған­да­ры, райондаштары күпләп килгән, шул еңгән­дер ти­гән һығымта тыуҙы. Залда кө­йөр­гәҙеләр бик күп ине, Рау­ша­ния Сын­булатова бил­дәле йырсы Рөстәм Ғиз­зәтуллин ижад иткән дәрт­ле йырҙы оҫта баш­ҡар­ҙы, уны сәскәгә күмде­ләр. Алып барыусылар Баш­ҡортостандың халыҡ арти­сы Әхәт Мортазин менән Миләү­шә Ғәлиева был юлы ла тел маһир­лығы менән һоҡландырҙы. Миләү­шәнең милли кейеме сәхнәнең бер биҙәге булды.
“Ҡатнашыусы” дипломына Си­ләбенән Миңһы­лыу Тойғо­но­ва, Йылайыр районынан Фәрит Амантаев, Яңауыл ҡалаһынан Хәлисә Нәсибуллина, Миә­кә районынан Марсель Йосопов һәм Мәсетленән Илүзә Әхмәт­йәнова лайыҡ булды. Быныһына ла хуп тип әйтәйек!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 260

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 660

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 317

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 393

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 252

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 281

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 261

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 262

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 358

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 278

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 441