Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәтте ғәҙел тәнҡите менән үҫтерә
Әҙәбиәтте ғәҙел тәнҡите менән үҫтерә Замандың үҙе кеүек башҡорт әҙәбиәте ғилеме үҫешенең төрлө саҡтары: ҡанаттарҙы нығытып, офоҡтарҙы иңләр осош-бейеклектәре; ҡайҙа йүнәлеш алырға белмәй албырғап, бер урында тапаныуҙары; бай тәжрибә туплап, һәр тарафын да күҙаллап, оло юлға сығыуҙары... Һәр нәмәгә тилбер, тырыш мәғрифәтсе ғалим М. Өмөтбаев һәм киң мәғлүмәтле, тәрән ҡарашлы
Р. Фәхретдиновтан башлап, бөгөнгә тиклем был фәндең барлыҡ йүнәлештәренә лә ярайһы уҡ яҡшы һуҡмаҡ һалынған. Ошо йәһәттән ХХ быуаттың 60 – 70-се йылдарын фәндең иң уңдырышлы, сәскә атҡан “алтын осоро” тип билдәләһәң дә, хата булмаҫ.
Ә. Харисов, К. Мәргән, Ғ. Хөсәйенов, Ә. Ва­хитов, Н. Зарипов, Ғ. Рамазанов, К. Әхмәтйәнов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ғ. Ҡунафин һәм башҡа бик күп әҙәбиәтсе-ғалимдарҙың плеядаһын ғына иҫкә алыу әҙәбиәт фәненең офоҡтарын күҙаллау менән бәрәбәр. Тап ошондай арҙаҡлы фән эшмәкәрҙәренән белем эстәгән, ауыр, әм­мә яуаплы эшкә тәүге сирҡаныс алған уҡыусыларының береһе – Гөлфирә Ниғә­мәт ҡыҙы Гәрәева.


Урал батырыбыҙҙың төйәге, тәбиғәттең бик күп серҙәрен һаҡлаған иҫ китерлек күркәм төбәк Учалының халҡыбыҙҙың бихисап талантлы ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиә­ләүе күптәребеҙгә мәғлүм. Гөлфирә лә Яйыҡ йылғаһы ярында урынлашҡан Илтабан ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан дүрт апаһына эйәреп, Зәбир тауына ҡара яҙҙан ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, йы­уаға йөрөүҙәре, йәйен еләк һәм ҡарағат тиреүҙәре, Ҡыҙылташта әхирәттәре менән уйын ҡороуҙары, Балыҡбикә урманына, Кә­мәлек туғайына сәйәхәт итеүҙәре – ба­рыһы ла хәтерендә онотолмаҫ иҫтәлек булып уйылып ҡалған. Алыҫтағы Ирәмәлгә ҡарап һоҡланыуҙар, хыялға бирелеп уй­ҙарға уйылыу ҙа ҡыҙҙың күңелен байыта ғына. Унда тауҙарҙың аръяғындағы нин­дәйҙер серҙе асыу теләге көндән-көн арта. Шуға ла бик теләп уҡырға бара.
Тәүҙә ауылындағы һигеҙ йыллыҡ, артабан Ҡунаҡбай урта мәктәбен тамамлай. Үҫмер ҡыҙ алдында һөнәр һайлағанда әллә ни ауырлыҡтар тыумай. Гөлфирә апалары кеүек үк уҡытыусы булыу теләге менән Өфөгә юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, БДУ студенты булып китә.
Тырыш ҡыҙға бында бөтөнләй икенсе донъя асыла. Студенттар араһында ижадсылар бик күп, ярайһы уҡ танылыу яу­ла­ған­дары ла етәрлек. Гөлсирә Ғиззә­тул­лина, Лилиә Сәғәҙиева менән бер бүлмәлә йәшәһәләр, Тамара Искәндәриә, Ринат Камал, Риф Әхмәҙиев, Миңлеғәли Нәҙерғолов менән яҡындан аралашып торалар. Ижади мөхит, әҙәби кисәләр – көл­лөһө лә күңел донъяһын байытып ҡына ҡалмай, ижади булмышына йүнәлеш тә бирә. Ошо осҡон тәүге тапҡыр әҙәбиәт буйынса курс эше яҙғанда тағы ла баҙлап яна башлай. Һүҙ сәнғәтенең илаһи донъяһы, уның тарихы һәм теорияһы ҡыҙыҡһыныусан студент Гөлфирәнең булмышын яулап ала, бихисап һорауҙар, асыҡланмаған мәсьәләләр менән осраштыра. Отҡор әҙәбиәтсе һорауҙарға күме­леп ҡалмай, ә уларға яуаптарҙы үҙе үк табыу юлына баҫа.
Ҡулына университет дипломы алғас та, артабан ошо йүнәлеште дауам итер өсөн билдәле әҙәбиәт белгесе Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә аспирантураға инә. 80-се йылдар башында уҡ СССР Фәндәр ака­де­мияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғил­ми хеҙмәткәр булып эш башлай. Арҙаҡлы коллектив ул йылдарҙа, “Башҡорт әҙә­биә­те тарихы”ның алты томлығын яҙыу менән бер рәттән, фәнни конференциялар, семинарҙар, экспедициялар ойоштора.
Йәш белгес Гөлфирә барлыҡ эшкә лә ылыҡтырыла, остаздар мәктәбен уңышлы үтә. “Хәҙерге башҡорт прозаһында психологизм” тигән темаға яҙылған диссерта­цияһы заман әҙәбиәтен яңы күҙлектән баһалауға ҙур өлөш индерҙе. Автор Д. Исламов, Х. Ғиләжев, Ш. Бикҡол, Ә. Хәкимов, Р. Низамов, Р. Солтангәрәев, Б. Рафиҡов әҫәрҙәрен ентекле тикшерә. Бигерәк тә хәҙерге башҡорт прозаһының үҫеш тенденциялары, ысынбарлыҡты сағылдырыу принциптары, стиль өлкәһендәге эҙлә­неү­ҙәр, сәсмә әҫәрҙең сюжет үҫтереле­шен­дә­ге, композиция ҡоролошондағы үҙен­сә­лектәр анализлана.
Фән өлкәһендә үҙ көсөн һынап ҡарағас, артабан Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы нәҫелдән килгән уҡытыусылыҡ эшенә ылыға. Тәүҙә Башҡорт дәүләт педагогия институтында студенттарға белем бирә. 1995 йылда университеттағы диплом эше етәксеһе профессор Р. Байымовтың саҡырыуы буйынса БДУ-ға эшкә күсә. Шул осорҙан башлап бөгөнгәсә туған университетына тоғро ҡалып, хеҙмәт итә. Бында уҡыу-уҡытыу менән бер рәттән фәнни ҡараш офоҡтары киңәйә, яңы эҙләнеүҙәр даирә­һе барлыҡҡа килә. Яңыраҡ ҡына үҙең уҡыған аудиторияларға лекция уҡырға инеү икеләтә яуаплы. Ләкин уҡытыусы тәүге көндәрҙән башлап талапсанлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттарҙы студент­тарға ғына түгел, үҙенә лә ҡуя. Шуға ла ул уҡыған “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”, “Әҙәбиәт ғилеменә инеш”, “Әҙәбиәт тео­рияһы” һәм әҙәбиәт буйынса бүтән махсус курстар һәр кемдең хәтер һандығында уйылып ҡала. Бигерәк тә Г. Гәрәева етәк­селегендәге дипломсыларҙың эҙләнеү­ҙәре иғтибарға лайыҡ. Улар үҙаллылығы, төплөлөгө һәм студенттың нигеҙле ҡа­раштарына ҡоролоуы менән айырылып тора.
Уҡытыусы ҡайҙа ла уҡытыусы булып ҡала. Юғары уҡыу йорто менән мәктәптәр араһына күпер һалыуға күп көс һала Гөл­фирә Гәрәева. Р. Ғарипов, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияларында тиҫтә йылға яҡын башҡорт әҙәбиәте буйын­са махсус курстар алып барыу, Баш­ҡорт­остан Мәғариф министрлығы ойош­торған Бәләкәй академияла “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” секцияһын етәкләү талантлы балаларҙың артабанғы үҫешенә ҙур этәргес булғандыр. Шулай уҡ уҡы­тыу­сы-филологтар менән бәйләнеш өҙөлмәй, уларға педагогик эшмәкәрлегендә методик һәм фәнни-ғәмәли конференциялар үткә­реүҙә ярҙамдан баш тартмай Г. Гәрәева. Университет донъяһында ҡайнап йәшәү, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу уның көндәлек эшмәкәрлегенә әйләнгән. Республикала уҙғарылған “Йыл уҡытыу­сыһы” конкурсында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп олимпиадаларында жюри ағзаһы булыу ҙа фән кешеһенең хеҙмәт даирәһен күрһәтә.
Г. Гәрәева БДУ-ға килгән тәүге көндәр­ҙән башлап әҙәбиәт ғилеме буйынса төплө хеҙмәттәр, монографиялар ижад итә. Уны бигерәк тә ХХ быуаттың икенсе ярты­һын­дағы әҙәби процесс ныҡлап ҡыҙыҡ­һын­дыра. Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә һәм сит илдәрҙә үткәрелгән конферен­ция­ларҙа ҡатнашып, үҙе өйрәнгән башҡорт әҙәбиәтенең йүнәлештәре буйынса сығыш яһай, милли әҙәбиәтте пропагандалай. Ғалимәнең Англия, Германия, Болгария, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡа сит илдәр­ҙә 15-ләп мәҡәләһе донъя күргән. 2012 йылда Германияла нәшер ителгән “Баш­ҡорт прозаһының төп идея-художество йүнәлештәре” тигән монографияһы баш­ҡорт әҙәбиәте ғилемен донъя кимәленә күтәрҙе.
Тәжрибә туплаған, фәнни хеҙмәттәре менән танылыу тапҡан Г. Гәрәеваның “Баш­ҡорт прозаһының ХХ быуаттың икен­се яртыһындағы үҫеш үҙенсәлектәре” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлауы оло ваҡиғаға әйләнде. Ярты быуат эсендәге прозаны күҙаллап, ентекле анализлап сығыу – үҙе ҙур батырлыҡ, титаник хеҙмәт! Ғалимә фәнни хеҙмәтендә проза төрөнә ҡараған жанрҙарҙың үҫеш тенденциялары, үҙ-ара бәйләнештәре һәм йо­ғонтоһо хаҡында төплө күҙәтеүҙәр үткәрә. “ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт прозаһының төп идея-художество йүнә­леш­тәре, үҫеш тенденциялары заман­дың көнүҙәк ижтимағи-социаль, рухи-әх­ла­ҡи проблемаларын яҡтыртыу ме­нән бәйле булды, уңыштарға өлгә­шелде. Шулай уҡ художестволы әҫәрҙе ойоштороу, сюжет үҫтерелеше, композиция ҡоролошо йәһәтенән дә хәҙерге башҡорт прозаһында интенсив рәүештә эҙләнеүҙәр бара, борондан ҡулланыла килгән композиция алымдары яңырыш кисерә, элек формаль функция ғына үтәгәндәренә хәҙер мөһим идея-эстетик йүнәлеш бирелә, традицион алымдар менән бергә яҙыусылар яңы, авангард сюжет-композиция ҡоролошона ла мөрә­жәғәт итә, ижади тәжрибәләр үткәрә”, – тип һығымта яһай автор. Өс тиҫтәнән ашыу йылдағы фәнни эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булараҡ, 16 монографияһы, уҡыу әсбап­тары, 250 мәҡәләһе донъя күргән. Һәр береһе күңел биреп, йөрәк йылыһы һалып, тырышлыҡ һәм тәүәккәллек аша башҡарылған.
Яҡташы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың проза­һын тулыһынса байҡаған “Һуғыш һалған һағыш” монографияһы үҙенең тулылығы ғына түгел, тикшеренеүсенең фәнни ҡараштарының нигеҙле, тәрән, теоретик яҡтан төплө булыуы менән дә әһәмиәтле. Бөгөн башҡорт әҙәбиәте ғилеме өлкәһендә филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Гөлфирә Гәрәева­ның хеҙмәттәренең йөкмәткеһе яғынан байлығы, сифаты һоҡландыра, үҙенең эшмә­кәрлек йүнәлешендә киң даирәне яулай барыуы ҡыуандыра ғына. Фәндә ҡалып буйынса фекер йөрөтөү, үтә лә ваҡ ҡараштар, мин-минлек сикләнгәнлекте барлыҡҡа килтерә. Ә Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы ошо тоҙаҡтарға эләкмәйенсә, заман һулышын тойоп, ижади офоҡтарын киңәйтә генә.
Хәҙер ул – Башҡортостандың һәм Рә­сәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Университетта магистрлыҡ программаһына етәкселек итә, алмашҡа йәш аспирант­тар­ҙы алған. Халҡыбыҙҙа “ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй”, тиҙәр. Ләкин иңдәренә ирҙәр иңләй алмаҫ эшмәкәр­лекте, хәстәрҙәрҙе алған ғалимә Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙына ҡарап, хайран ҡалаһың! Ике балаға ҡәҙерле әсәй, ейәнсәренә һөйкөмлө өләсәй, өс тиҫтә йылдан ашыу иңгә-иң терәп, бергә йәшәгән билдәле музыкант-баянсы Рем Рәхмәтулла улына һөйөклө ҡатын вазифаларын да өҫтәмә­һәң, картина тулы булмаҫ ине. Барыһына ла өлгөрә егәрле ғалимә.
Ысынлап та, тормошта ла Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы әҙәбиәттең үҙе кеүек үк юғары фекерле, тәрән аҡыллы, зыялы башҡорт ҡатын-ҡыҙы булып ҡала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567