Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби троллейбус” ҡалһын
“Әҙәби троллейбус” ҡалһын — О-о-о, бына ҡәләмдәшебеҙ ҙә килеп инде. Әйҙә, рәхим итегеҙ беҙҙең “Әҙәби троллейбус”ҡа.
“Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов шулай ихлас йылмайып ҡаршы алды. Мине генә түгел, 2-се маршрут буйынса йөрөгән троллейбусҡа ингән һәр юлсыны. Ул арала шағирә һәм журналист Светлана Ғафурова фотоаппаратына төшөрөп тә ҡуйҙы. Гәзиттең йәнә бер хеҙмәткәре баҫмаларының яңы һанын бүләк итеп тотторҙо.


Транспортта кеше күп бул­ма­һа ла, ниндәйҙер күтәренке кәйеф һиҙелә. Ике йәш кенә ҡыҙ “Истоки” гәзитен ҡул­да­рына алып, ниндәйҙер мәҡә­лә­не мауығып уҡый ҙа башланы. Өлкән йәштәге ағай, үҙен ҡы­ҙыҡһындырған һорауҙарын би­реп, журналистарҙан яуап алып ҡалырға тырыша. Урта йәштәрҙәге бер сибәр ханым тыйнаҡ ҡына уларҙы тыңлап бара. Тыныс һәм ижади мөхит.
Йәл, миңә ике генә туҡ­та­лыш үтеп, төшөп ҡалырға кә­рәк ине. Ашыҡмаһам, билләһи, аҙаҡҡаса барыр инем.
Шул уҡ көндә “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзитендәге бер мәҡәлә менән танышҡас, уйҙарым тағы “Әҙәби троллейбус”ҡа әй­ләнеп ҡайтты. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының ҡала буйлап сәйәхәте тура­һын­да уҡығас, был коллек­тив­тың троллейбустағы кеше­ләр араһында әҙәби викторина үткәреүен белеп, бик ҡыуан­дым. Еңеүсене бүләкләргә лә онотмағандар. Ни әйтәһең: уҡытыусы ҡайҙа ла уҡытыусы булып ҡала инде.
Төрлө баҫмалар “Әҙәби трол­лейбус”тағы сәйәхәттәрен төрлөсә үткәрҙе. Ни өсөндөр күбеһе был сараны үҙҙәре өсөн үҙҙәре ойошторған кеүек булды. Йырланылар, төрлө музыка ҡоралдарында уйнанылар, шиғыр һөйләнеләр, баҫ­ма­ларҙың хәбәрселәре, ав­тор­ҙары сығыш яһаны. Ҡайһы саҡта уларҙың һүҙҙәре тыңлаусыларға барып етмәне — әллә ни иғтибар итмәүселәр ҙә була бит.
Әҙәбиәт шау-шыуҙы яратмай былай. Китапты, гәзит-жур­налды кеше шым ғына уҡыр­ға, үҙ уйҙары менән ҡа­лыр­ға теләй. “Әҙәби троллейбус”тың башланғысы матур, әммә ул йыл тамамланыу ме­нән туҡтатылмаһын, ошо мар­шрутта артабан да даими йө­рөһөн ине. Йөкмәткеһен ге­нә әҙерәк үҙгәртергә кәрәк. З. Биишева исемендәге Баш­ҡортостан “Китап” нәш­риә­те тәүге булып ошо сәфәргә сыҡҡанда яңы китаптарҙы күр­һәтер өсөн стеллажға ҡуй­ғайны. Троллейбусҡа килеп ингән һәр кешенең күҙе шун­дағы баҫмаларға төшә һәм ҡыҙыҡһыныу уяна. Ошондай стеллажды транспортҡа оҙаҡ­ҡа беркетеп, унда республи­ка­быҙҙа сыҡҡан гә­зит-жур­нал­дарҙы урынлаштырып ҡуйһаң, ингән бер кеше, үҙенә ҡыҙыҡлы баҫманы алып, юл буйына уҡып барыр ҙа аҙаҡ урынына ҡуйып китер ине. Был, беренсенән, баҫмаға ҡа­рата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр аҙаҡ үҙҙәре өйҙәренә лә яҙҙырып, даими уҡыусыға, авторға әй­ләнер. Икенсенән, уҡыу кеше­не донъя мәшәҡәттәренән арындыра, уйландыра, тынысландыра. Юғиһә, транспортта юҡ-барға тауыш сығарып, ғау­ға­ларға яратыусылар ҙа юҡ түгел.
“Иң мөһиме – баҫмаларҙы ҡайҙан алырға? Уларҙың бит хаҡы бар”, – тиерҙәр. Беле­үемсә, “Өфө-матбуғат” киоск­тарында ваҡытында һа­тыл­май ҡалған баҫмалар кире ҡай­та­рыла. Элек ул почтамтҡа кил­терелә ине шикелле. Ар­­та­банғы яҙмышы, моғайын, макулатура менән бәйлелер. Әле иһә артҡан даналарҙың редак­цияларҙың үҙҙәренә ҡай­та­ры­лыуы билдәле. Шуларҙы “Әҙә­би троллейбус”ҡа ҡуйырға булалыр бит. Ҡайһы бер редакция­лар­ҙа әллә нисәнсе йылғы жур­налдар ята. Ә бит улар күп­ме кешегә файҙа килтерер ине!
Белмәйем, был тәҡдимде тор­мошҡа ашырыу мөмкин­дер­ме-юҡтырмы, ләкин телә­һәң, бөтәһен дә эшләргә була. “Әҙәби троллейбус”та “Истоки” менән осрашҡандан һуң, сит кеше күҙлегенән ҡарап, шундай фекергә килдем. “Әҙәби троллейбус” Әҙәбиәт йылының бер яңылығы ғына булып ҡал­маһын ине. Рәсәй халҡының иң күп китап уҡыусы тигән да­ны донъяға билдәле. “Әҙәби троллейбус”ты һаҡлап ҡалыу баш ҡалабыҙҙың бер үҙен­сәлегенә әйләнәсәк.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545